Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Башҡортостан юлдаш телевидениеһында баш ҡалабыҙҙың бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡағылышлы мөһим һорауҙарға ентекле яуаптар бирҙе. Өфө мэры һөйләгәндәрҙе уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Баш ҡала: үҫеш дауам итә
Өфө - республикабыҙҙың иҡтисади, ижтимағи һәм мәҙәни үҙәге, төбәк халҡының дүрттән бер өлөшөнән күберәге бында йәшәй, етештерелгән барса продукцияның 50 проценттан ашыуы - баш ҡала предприятиеларыныҡы.
Беҙҙең бурыс - ҡалабыҙҙа йәшәүселәргә уңайлы йәшәү шарттары булдырыу. Иң тәүҙә яңы юл үткәргестәр, юлдар һәм күперҙәр төҙөргә кәрәк. Ошо йәһәттән бик яҡшы темп алдыҡ. Йәнә үҙенә тартып торған үҙәктәр булдырыу мөһим. Донъя кимәлендәге Өфө фән-белем биреү үҙәгенең 20 заманса лабораторияһы бар, был миллионлы ҡала өсөн бик яҡшы. Был беҙҙең йәштәребеҙҙе алға әйҙәйәсәк. Беҙ йәйәү йөрөүсе граждандарыбыҙға ла уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ: тротуарҙарҙы киңәйтәбеҙ, йәшелләндереү сараларын ҡулланып, ҡаланың яңы йәшел япмаһын булдырабыҙ. Беҙҙе яҡын йылдарҙа ни булыры ғына түгел, ә ҡала мөхитенең бер нисә тиҫтә йылдан һуң ниндәй буласағы нығыраҡ борсой. Мәҫәлән, урамдарға һәм майҙандарға бөгөн бетон плитәһе генә түгел, гранит та түшәлә, ә ул 50 һәм унан да артығыраҡ йылдар буйына сифатын юғалтмаясаҡ.
Тарихи мираҫ объекттарын тергеҙеү процесы бик яҡшы бара. Быйыл үҙенсәлекле рекордҡа өлгәштек - бер юлы 20 мәҙәни мираҫ объекты тергеҙелде. Һәр хәлдә, Өфө ҡалаһын үҫтереү программаһы бер бөтөнлөктө тәшкил итә. Был проектҡа "Өфө ихатаһы", "Өфө муйынсағы" проекты ла, социаль һәм спорт инфраструктураһы объектары ла инә. Физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөү буйынса беҙ алған темптар быға тиклем бер ҡасан да булмаған икәнен лә беләһегеҙҙер.
Торлаҡ төҙөлөшө һәм архитектура үҫеше
Тамам туҙған торлаҡ фондын бөтөрөүгә шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итеү һәм өйҙәр төҙөү менән параллель рәүештә яҡын киләсәктә бында йәшәйәсәк кешеләр өсөн социаль инфраструктура объекттарын төҙөү күҙаллана. Әле Өфөлә территорияларҙы комплекслы үҫтереү буйынса 8 килешеү төҙөлгән, уның дөйөм майҙаны 73,8 гектарға етә, төҙөлөш потенциалы - 872 мең квадрат метр торлаҡ майҙанын сафҡа индереү. Ошо килешеүҙәр нигеҙендә авария хәлендәге торлаҡтың дөйөм майҙанының 24 проценты бөтөрөләсәк.
Киләсәктә Ағиҙел һәм Өфө йылғалары аръяғында ҙур торлаҡ төҙөлөшөн башлау күҙаллана - унда миллиондарса квадрат метр күләмендәге йорттар төҙөп буласаҡ. Ә бының өсөн иң элгәре база инженер инфраструктураһын булдырыу фарыз. Әлеге көндә был процесс башланды ла инде.
Тағы ла бер проблема - архитектура проекттарын раҫлағанда уға бәйләнешле булған барса яҡтарҙың позицияларын иҫәпкә алырға тейешбеҙ. Яҡын-тирәлә йәшәүселәргә проблемалар булдырмау маҡсатында махсус кәңәшмәләр уҙғарыла, унда һәр бер яңы төҙөлөш проекты айырым ҡарала, архитекторҙарҙың, ер эштәре белгестәренең һәм надзор органдары вәкилдәренең фекерҙәре иҫәпкә алына.
2025 йылда ниҙәр эшләнәсәк
Алдағы йылда республика баш ҡалаһының Ленин исемендәге иң боронғо паркында төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ. Ул күҙ алдына үҙгәртеп ҡороласаҡ.
Ҡаланың тарихи өлөшөндә йәйәү йөрөүсе халыҡ һәм велосипедсылар өсөн комфортлы булған берҙәм ял итеү селтәрен булдырыу күҙаллана.
Йәшелләндереү мөһим бурыстарҙың береһе булып ҡала. Ҡалала совет осоронда ултыртылған ҡарт тирәк ағастары әлегә тиклем күп, улар беҙҙең мегаполис өсөн ҡулайлыраҡ ағастар менән алыштырыласаҡ. Иң тәүҙә йүкә ағастарын ултыртыу ҡаралған, уны беҙ күптән билдәле Өфө брендтарының береһе итеп ҡарайбыҙ. Үҙгәрештәр ҡалабыҙҙың бик күп урындарында буласаҡ, ҡалабыҙҙың төрлө райондарын бәйләүсе "Өфө муйынсағы" проекты буйынса эштәр дауам итәсәк. Әле Дим районын һәм Өфөнөң тарихи үҙәген велоюл менән тоташтырыу проекты әҙерләнә. Көндәр йылыныу менән төҙөлөш эштәре лә башланасаҡ.
"Өфө муйынсағы"ның маршруттары билдәле, улар видеокүҙәтеү системалары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары менән тулыландырыласаҡ.
Шулай итеп, Ратмир Мәүлиев әңгәмәнең аҙағында баш ҡала кешеләренә былай тип әйтте: "Өфөлә нимәләр эшләнеүе менән ҡыҙыҡһынығыҙ, уны өйрәнегеҙ, яратығыҙ һәм, ышанығыҙ, һеҙ беҙҙең гүзәл ҡалабыҙҙы үҙегеҙ өсөн яңы яҡтан асасаҡһығыҙ".
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|