(Эссе)
"Дуҫың бәлә килгәндә, герой - һуғышта, намыҫлы - бурысын түләгәндә, ҡатын кеше - фәҡирлектә, туғандар - ҡайғы-хәсрәт килгәндә таныла". Иң боронғо замандарҙан беҙҙең дәүергә килеп еткән афоризмдарҙың береһе был, ундағы һәр аҡылға айырым туҡталып, сурытып алайыҡ әле.
Был тапҡыр әйтемде уйлап сығарған кеше ысын философ булған: күреп тораһығыҙ бит, ул антиномиялар, йәғни ҡапма-ҡаршылыҡлы һүҙҙәр ҡулланған - йәшәйештең бер яғында дуҫың, ил батыры, намыҫын юғалтмаған кеше, ҡатының һәм туғандарың. Тап шул кешеләр - һинең өсөн иң яҡын булырға тейеш тә һуң, тик фәлсәфә таяғының икенсе осо булыуын да оноторға ярамайҙыр: унда башыңа төшкән бәлә, һуғыш-ҡырылыш, намыҫһыҙ әҙәм затының һинән алған бурысты түләргә теләмәүе, фәҡирлектә йәшәгәнеңдә ҡатыныңдың бер туҡтауһыҙ үртәүе, һәм, иң аламаһы - ҡайғылар, бәхетһеҙлектәр ҡыҫҡан бер мәлдә туғандарыңдың һиңә ярҙам итмәүе, иғтибарһыҙ һәм илтифатһыҙ ҡалыуҙарындалыр.
Иң элгәре талантлы йырсыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан ағай Йәнбәковтың бер йыры иҫкә төшә: "Ашаған-эскән саҡта, һай, дуҫ-иштәр күп, башыңа бәлә килһә, бер кеме лә юҡ". Ни өсөн йәш сағыңда дуҫтар кәрәк? Әлбиттә, бергәләшеп күңел асырға. Ана шул-шул: ул саҡтағы дуҫ-иштәрең башҡа бер нәмәгә лә эшкинмәйҙер ул. Шулай, бер журналист коллега әйтә ҡуйғайны: йәш сағымда дуҫтарым күп булды, шуға ҡыуана торғайным. Йылдар үтә торҙо, дуҫтар юғала торҙо. Хәҙер бер нисә генә ысын дуҫым бар, тип ышаныслы әйтә алам. Уларға теләһә ниндәй ваҡытта ла эс серҙәреңде һөйләй алаһың, улар һине ярты төн уртаһында ла ҡабул итергә әҙер, һинең шатлыҡ-ҡыуаныстарыңа улар ҙа ихлас шатлана, ҡайғылы сағыңда терәк була белә. Юғары вазифа бирһәләр, ысын күңелдән ҡотлайҙар, эшеңдән алһалар, һүҙҙәрен табып, йыуата ла беләләр. Көнсөллөк тигәнеңдең эҙе лә юҡ уларҙа. Ниҙелер яңылыш эшләйһең икән - тураһын күҙгә ҡарап әйтәләр. Ҡыйын булһа ла, уларҙың тәнҡит һүҙенә һис асыуланыу юҡ.
"Был донъяла иң ауыры нимә ул?" тиһәләр, һуғыш, тип яуаплар һәр кем. Кешелек донъяһы шундай алама ҡоролған ки, кешеләр, халыҡтар таш быуатынан бирле бер-береһе менән һуғышып йәшәй. Донъя философтары ла, Карл Маркс, Владимир Ленин кеүектәре лә һуғыштарҙың барса сәбәптәрен, уларҙың асылын ахырынаса аңлата алманы. Меҫкен әсәләр миллионлап ул тыуҙыра, бәпләп үҫтерә, ә һуңынан улар һуғыштарҙа миллионлап ҡырылып бөтә. Шулмы ни уларға йыһандан, Илаһтан бирелгән тәҡдир? Һуғыш булғас, батыры ла, бахыры ла була. 1941 йылдың йәй айҙарында төшөрөлгән немец кинохроникаларын ҡараһаң, иҫең-аҡылың китер. Улар күптән онотолоп бөткән инде, ә беҙ ул батырҙарыбыҙға дан йырлайбыҙ, сөнки улар ил намыҫын, ир намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапатырға ирек бирмәгән.
Намыҫ тигәндәй, хәҙер тирә-яғыбыҙҙы бихисап намыҫын юғалтҡан кешеләр баҫып алған кеүек. Улар төрлө юлдар менән ҡарт-ҡороноң, асығауыҙҙарҙың, ил буйынса һанай китһәң, миллиардлаған һум аҡсаларын алдап, мутлашып алып китә. Төрлөсә мутлашырға, дәүләт аҡсаһын (тимәк, беҙҙең барыбыҙҙың да аҡсаһын) үҙҙәренең тоҡтай ҙур һәм төпһөҙ кеҫәләренә күсерергә әҙер генә торған намыҫһыҙ әҙәмдәр түрәләр араһында ла етерлек ул. Шунан ни, ҡай сағында, хыялый әҙәмдәй, уйлап ҡуяһың: и-и-х, бар кеше лә намыҫлы йәшәһә, барса халыҡ бай ҙа, бәхетле лә булыр ине, тип. Тик бындай тормош, совет халҡы ихлас ышанған коммунизм кеүек, әллә ҡайҙағы киләсәктә генә төҫмөрләнә...
Ҡатындарыбыҙ - хәләл ефеттәребеҙ хаҡында ла әйтеп үтмәйенсә булмаҫтыр ул (ныу һуңынан кәрәкте бирерҙәр инде, тип шыртлап та ҡуям бер аҙ). Ә ниңә әйтмәҫкә ти? Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, ти бит: "Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә ҡатын". Уныһы шулайҙыр, ихлас ышанам, әммә ҡатынһыҙ йәшәгән ир-аттан дә ҡәҙерһеҙерәк башҡа кеше юҡтыр. Йәлләһәң ни ҙә, йәлләмәһәң ни? Кәләш йәрәшкән булһалар, барыһы ла ер булмаҫтар ине, "Мин ирмен!" тип күкрәктәренә һуғып йөрөрҙәр ине шулар. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа ла ғәйеп күптер: башҡорт егеттәрен хурлап тороп, башҡа милләт егеттәре ҡосаҡтарына ингәндәрен белмәй ҙә ҡала бәғзеләре.
Ҡатын кеше фәҡирлектә һынала, тиелә юғарылағы афоризмда. Эш бер фәҡирлектә генә түгелдер. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың байтағы үҙҙәрен теге урыҫ әкиәттәрендәге принцессалай тота хәҙер: Аҡбуҙатҡа атланған принцтарын (хәҙергесә - олигархтарҙы) ҡартайып-муртайып бөткәнсе көтә улар. Йәнә, бик үҙһүҙлеләр, арҡырылар, берәй нәмә хаҡында икенсерәк һөйләй башлаһаң, алдарына сығырмын тимә. Һай, боронғолар маладис та инде, шәп фекер эйәләре булған: ҡатын-ҡыҙҙар хаҡындағы хәҡиҡәтте яра һалып әйткәндәр! Бына ул ҡәҙерлеләребеҙ хаҡында шул архаик замандарҙан ҡалған бер нисә афоризм: "Илаһ ике хата ебәргән: ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм алтынды бар иткән"; "Дуҫлыҡты һаҡлау һиңә ҡиммәт икән, ҡәҙерле ҡунаҡ йә иһә туғандай булып, берәй өйгә инһәң - ҡатын-ҡыҙҙарҙы, хәүефле бер нәмәләй күреп, урап үт!"; "Аҡылың булһа, байға, хакимға, балаға, ҡарт кешегә, аскетҡа, аҡыл эйәһенә, ҡатын-ҡыҙға, йүләргә һәм уҡытыусыға ҡаршы һүҙ әйтә күрмә"; "Ҡырағай ишәк өсөн уның ҡолағындағы ҡулсаларҙан бер ниндәй ҙә файҙа булмағандай, буй-һынын ғорур тотоп, текә баҫып йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙан, әгәр ул хәйләле, мәкерле һүҙҙәр һөйләһә, аҡылы етешмәһә, һүҙсән һәм күп һөйләүсән булһа, бер файҙа ла булмаҫ"; "Батшаларға, утҡа, оло кешеләргә һәм ҡатындарға артыҡ яҡын да килмә, артыҡ ныҡ йыраҡ та китмә: бик яҡын килһәң - һине һәләк итерҙәр; бик ныҡ алыҫ булһаң - уларҙың һинең өсөн бер кәрәге лә ҡалмаҫ"; "Урыны, осрағы йә иһә уны теләгән кешеһе булмаһа - ҡатын-ҡыҙҙың семтеп алыр ере юҡ һәм ул саф. Әгәр ҙә ки уға мөхәббәт илаһы үҙе эләкһен ти - ул икенсе ирҙе теләйәсәк. Барса ҡатындарҙың тәбиғәте шулай бит".
Ярай, булмаһа, етеп торор, әтеү күрмәгәнемде күрһәтерҙәр нескә заттар. Төп һығымта өсөн халҡыбыҙҙың тағы ла бер әйтемен килтереү ҙә етә: "Аттың алаһы ла, ҡолаһы ла була". Шуға күрә, егеттәр, аламы ул, әллә ҡоламы - үҙегеҙ һайлап алығыҙ, тик ике зат ярашып, аңлашып йәшәй алһын өсөн тормош йөгөн икәүләп, үтә лә тырышып тартыу зарурлығын онота күрмәгеҙ.
Иң аҙаҡтан - туған-тыумасалыҡ хаҡында. Халҡыбыҙ туғанлыҡ хисенә хөрмәт менән ҡарай: үлгәндәренең ҡәберен, тереләренең ҡәҙерен белергә ҡуша. Ғәзиз туғандарын ташлағандарҙы инҡар итә. Бик хисле бер йырҙың моңло көйө лә, йәнгә ятыш һүҙҙәре лә туғанлыҡты хәтерләтеп торһон, тим: "Бер алманы бишкә бүләйек, беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек". Һуңғы һүҙе хис ташҡынын ғына аңлата: йәшәйек әле, милләттәштәр, дуҫтарыбыҙҙы ҙурлап, батырҙарыбыҙҙы данлап, намыҫыбыҙҙы һаҡлап, ир менән ҡатын араһындағы мөхәбәтте дөрләтеберәк ебәреп, туғандарыбыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә разый булып! Был минең Яңы йыл теләгем булды!
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА