Элегерәк бер никах мәжлесендә булырға тура килгәйне. Ҡоҙалар араһында туҡһан йәштәрҙәге ныҡ ҡына бер ҡарт та бар ине. Оло йәшенә ҡарап, янымда ултырған бер ҡоҙанан: "Бабай, моғайын, һуғыш ветеранылыр…" - тип һорай һалдым. "Юҡ, һуғышта булмаған, - тине ул һәм һүҙен дауам итте: - Ҡырҡ дүртенсе йылдың көҙөндә, хеҙмәткә йәше тулғас та, повестка алған тип һөйләйҙәр. Әммә… шул көндө уны йылан саҡҡан. Хәле шәптән булмағас, егетте район балнисына алып барып һалғандар. Йылан тешләгән яра ҡатмарланып китеп, оҙаҡ ҡына ятҡан ул дауаханала. Ә йүнәлеп сыҡҡас, уны, һис кисекмәҫтән, ниндәйҙер бронле эшкә ҡушҡандар. Шул эшендә һуғыш тамамланғансы эшләп, инде тыныс шарттарҙа ғына әрмегә саҡырылған. Бына шулай, уны һуғыштан, бәлки, үлемдән дә йылан ҡотҡарғандыр…"
Тағы бер шундай кинәйә бар. Берәүҙең берҙән-бер аты юғала. Эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, өмөтөн дә өҙә хужа, әлбиттә, ныҡ ҡайғыра ла. Тик, әмәлгә ҡалғандай, тағы бер аҙ ваҡыттан был ат икенсе бер ҡырағай байталды эйәртеп, хужаһына ҡайта. Хәҙер инде ике атлы булған хужаның шатлығы эсенә һыймай. Бына бит, тигенгә генә юғалып тормаған уның малы! Хужаның еткән улы әлеге ҡырағай атты менгегә өйрәтергә тотона. Шул саҡ, ат тулап китеп, егетте ергә күтәреп һуға, һәм егет аяғын һындыра. Малайҙың атаһы тағы ҡайғыға ҡала. "Әәй, әттәгенәһе, ҡураға был ҡырағай аттың килеп инеүе тик насарға ғына булған икән…" Тағы бер аҙҙан илдә һуғыш сығып китә. Йәше еткән егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә ала башлайҙар, ә был ҡарттың аяғы һынған улы хеҙмәттән азат ителә… Ауылдаштары был ғаиләгә көнләшә, сөнки күптәренең улдары шул һуғышта башын һала. Ә бабайҙың берҙән-бер ярҙамсыһы булған улы артабан да, аҡһаңҡырап булһа ла, өй хужалығы менән булыша, әлеге аттан алған йәрәхәте өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итә…
Бына ошо кинәйәләрҙе уҡығас та, килгән шатлыҡ йә, киреһенсә, бәлә-ҡазаның яҡшығамы-яманғамы икәнен белмәүебеҙ, уның фәҡәт Аллаһы Тәғәлә белә икәненә инаныуыбыҙ хаҡында фекерләй башлайһың. Үҙ ғүмеребеҙҙә һәр кемебеҙ әленән-әле бына шундай осраҡтарға юлығып торабыҙ бит. Урыҫта ошондай әйтем бар: "Не было бы счастья, да несчастье помогло…"
Минең ҡайным, Арыҫланов Усман, ауылдағы һуғыш ветерандарының иң һуңғыһы булып, 89 йәшендә донъя ҡуйҙы. Уның фронттан яҙған һәм әлегәсә һаҡланған өсмөйөшлө хатында ошондай һүҙҙәр бар: "…Әсәй, беҙ хәҙер Польша ерен азат итеп, ниместәрҙең үҙ ерендә - Берлин ҡалаһынан ҡырҡ саҡрым самаһы алыҫлыҡта торабыҙ. Тиҙҙән был ҡала ла беҙҙеке буласаҡ. Баш осонан снарядтар осоп тора. Мин ошо һуғышта юғалып ҡалһам да, минең өсөн һис ҡайғырмағыҙ. Аллаһ ҡушһа - үленер, ҡушмаһа - йөрөлөр Ҡыҙыл Армия еңһен өсөн Аллаһы Тәғәләгә һәр саҡ доға ҡылып тор, әсәй… Яратҡан улың Усман. Яҙылды 31-се март 1945 йыл".
Был уның фронттан яҙған һуңғы хаты була. Сөнки яҡында шартлаған немец снарядынан ҡаты яраланып - контузия алып, егет тыл госпиталенә оҙатыла. Һуғыш тамамланғас, күптәр илгә ҡайта башлай, ә Усмандан һаман да хат-хәбәр юҡ. Ул саҡта бындай осраҡтарға халыҡ күнегеп тә бөткән булғандыр, күрәһең. Инде ике улына "похоронка" алған әсә - Хөсниямал әбей кесе улын күреүҙән дә төңөлә башлай. Бәхеткә, әсәһен шатландырып, йәй уртаһы үткәс кенә, ҡолаҡтары ла ишетмәгән, һөйләшә лә алмаған Усман бер санитар һалдат оҙатыуында тыуған ауылына ҡайтып төшә…
Уйлап ҡараһаң, бына ошо осраҡта ла һалдаттың ҡаты яраланыуы, бер яҡтан, - насар һымаҡ, шулай бит? Ә инде төптәнерәк фекерләй төшһәк, бәлки, меңәрләгән һалдат ғүмере ҡыйылған Берлин операцияһында уның ҡатнашмауына Аллаһы Тәғәлә ошо бәлә-ҡазаны сәбәп итеп ебәргәндер. Йылдар үтеп, ҡайнымдың теле лә асыла, ҡолаҡтары ла ишетә башлай. Икенсе төркөм инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, хатта колхоздың алдынғы чабаны булып та танылғайны ул. Ғаилә ҡороп, һигеҙ бала атаһы булып киткән был кешенең бөгөнгө көндә һикһәнгә яҡын ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре бар…
Бәйғәмбәребеҙҙең с.ғ.с: "Әгәр берәү ниндәйҙер хәлгә тарыны икән, тимәк уға был хәлдән ҡотолоу мөмкин булмаған тип кенә һанау кәрәк. Ә инде кемделер берәй хәл урап үтһә, был кеше менән ул хәлдең булыуы мөмкин түгел ине… Сөнки был - Аллаһы Тәғәлә яҙған тәҡдир. Шуға инанмай тороп, әҙәм балаһы иман килтергәндәрҙән булмаҫ…" - тигән мәғәнәләге сахих хәҙисе бар. Берәй фажиғәнән имен ҡалған кеше хаҡында уның әле әжәле етмәгән тип уйлау кәрәк. Әҙәм балаһының ҡотолоуына сәбәп булырҙай нәмәне лә Аллаһы Тәғәлә әллә ҡасан уҡ әҙерләп ҡуйған, тимәк.
"Шул-шул ваҡытта мин нисек тере ҡалдым икән, мине һыуҙан (йә уттан) тартып алып сығыусы Фәлән кеше ҡайҙан килеп сыҡты икән?.." тигән һымағыраҡ уйҙар кемдәрҙең генә башына килгәне юҡ. "Бирәм тигән ҡолона - сығарып ҡуйыр юлына", тигән әйтем йөрөй халыҡта. Ҙур аварияға осрағандан һуң йә иһә ауыр сирҙән терелеп киткән бәғзеләрҙең "Хоҙай араланы", тигәнен дә йыш ҡына ишетәбеҙ. Аллаһҡа баш эйеп, Уның тәҡдиренә ышанып, Уға һәр саҡ шөкөр итеп, Ислам дине ҡанундары буйынса ғүмер иткән боронғо ата-бабаларыбыҙҙың лөғәтенә инеп киткән бихисап шундай әйтемдәр уларҙың шәриғәт ҡанундарын тәрән белгән булыуына ишара. Әлеге уттан йә һыуҙан "ҡотҡарыусы" берәй бәндәһен кәрәк ваҡытта юлыҡтырып тороусы ла Аллаһы Тәғәлә бит.
Раббыбыҙ һәр кемебеҙҙең ғүмере ҡасан тамам булырын да алдан яҙып ҡуйғанлығы хаҡында беләйек. "Аллаһ тарафынан яҙылған әжәле ("әжәл" ғәр. - срок) килеп етмәй тороп, бер кем дә үлмәй", тип әйтелә изге Ҡөрьәндең Әл-Ғимран сүрәһендә (145-се аят). Ә инде шул мәлең етте икән, унан бер ҡайҙа ла ҡасып китеп булмай. Сөләймән бәйғәмбәр заманынан килгән бер риүәйәт бар. Белеүебеҙсә, Аллаһы Тәғәлә Сөләймән ғәләйһис-сәләмгә ҡоштар, кейектәр, бөжәктәр телен аңлау һәм уларҙы үҙенә буйһондороу һәләтен бирә. Шулай уҡ уға ендәр, хатта ел дә буйһона. Бәйғәмбәр булараҡ, ул, әлбиттә, фәрештәләр менән дә һөйләшер булған. Шулай бер мәл бер кеше был бәйғәмбәргә килеп: "Бөгөн миңә берәү бик яман итеп, асыуланып ҡараны, үлем фәрештәһе булмағайы ул, мин үлемдән ҡурҡам. Мине унан ҡасырып, бик алыҫҡа илтеп ҡуй әле…" - тип мөрәжәғәт иткән. Бәйғәмбәр был кешенең һүҙен үтәгән, Ғифрит (ен) ярҙамында был әҙәмде, күҙ асып-йомғансы Һиндостанға уҡ илттереп ҡуйған. Шунан Сөләймән ғәләйһис-сәләм үлем фәрештәһен күреп, унан: "Ни өсөн һин Фәлән кешегә уҫал итеп ҡараның?" - тип һораған. Фәрештә: "Мин уға асыуланып ҡараманым. Аллаһы Тәғәлә иртәгә шул бәндәнең йәнен алыр өсөн миңә Һиндостанға барырға бойорғайны. Тик ул һаман бында йөрөп ятҡас, ғәжәпләнеп кенә ҡарағайным…" - тип әйткән. Тимәк, әлеге әҙәмгә тап Һиндостан еренә барып үлергә яҙған...
Ата-бабаларыбыҙҙың "яҙмыштан уҙмыш юҡ" тигән һүҙҙәрен тәфсирләп, иман шартының береһе булған тәҡдир тураһында һүҙ йөрөтә башлаһаң, бәғзе берәү, уйлап та тормаҫтан: "Әәй, Аллаһ әллә ҡасан уҡ тәҡдиребеҙҙе яҙып ҡуйғас, нигә шул хәтлем доғалар ҡылырға? Барыбер бер ни ҙә үҙгәртә алмаясағыбыҙҙы аңлата түгелме был яҙмыш тигәндәре?" - тип хаталана. Әгәр ҙә беҙ Раббыбыҙға доға, башҡа ғибәҙәттәр ҡылып ғүмер итәбеҙ икән, тимәк, ошо йәшәү рәүешебеҙ ҙә беҙгә тәҡдир итеп яҙылған…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА