«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИТ АШАМАҺАҢ ТИМЕР ҠЫТЛЫҒЫ БУЛА, ИМЕШ...
+  - 

Һыйыр ите һәм бауыр ашауҙан баш тартыу - тимер ҡытлыҡлы аҙ ҡанлылыҡҡа ((железодефицитная анемия) килтереүе ихтимал, тип белдерҙе медицина фәндәре докторы,профессор, Башҡорт дәүләт медицина университетының терапия, дөйөм табиб ғәмәлиәте һәм гериатрия кафедраһы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гүзәл САФУАНОВА.

- Аҙҡанлылыҡ бөгөнгө көндә, ғөмүмән, киң таралған сирҙәрҙең береһе. Тимер ҡытлығы менән бөтөн Ер шары халҡының дүрттән бер өлөшө яфалана. Йыш ҡына шулай ҙа була: кешенең гемоглобин кимәле яҡшы күренеп торһа ла, организмдағы тимер тупланышы күпкә кәм булыуы бар. Ике төрлө был хәлдә лә дауаланыу талап ителә. Организмда гемоглобин һәм эритроциттар кимәле кәм булғанда, кешенең организмы кислородҡа мохтажлыҡ кисерә. Йәғни, бөтөн организмда гипоксия күренеше килеп тыуа.
Тимер ҡытлығы булғанда хәлһеҙлек, тиҙ арыу, тире ҡатламының ағарыуы, тиренең ҡоролоғо, тырнаҡтар һыныусанлығы, сәс ҡойолоу, баш ауыртыу һәм әйләнеү, хатта һушты юғалтыу хәленә килеп етеү күҙәтелә. Балалар иһә дәресте насар үҙләштерә, өлгәштә ҡалыша, сөнки баш мейеһенә кислород етешмәй һәм уның эшмәкәрлеге боҙола. Тимер ҡытлығы көслө булғанда кешенең тәм тойоу үҙенсәлеге боҙола, аҡбур, эзбиз, балсыҡ ашағы килә, бензин, ацетон, еүеш асфальт еҫе үҙенә тарта. Аҙҡанлылыҡ теләһә ниндәй йәштә лә: балаларҙа, йышыраҡ ҡатын-ҡыҙҙа, өлкән йәштәге ирҙәрҙә күҙәтелә. Сир билдәләре килеп тыуһа һәм ул көсәйеп киткән осраҡта табибҡа мөрәжәғәт итергә, анализдар тапшырырға кәрәк буласаҡ. Шуның һөҙөмтәһендә терапевт дарыу һәм уны күпме ҡулланыу кәрәклеген билдәләй. Үҙ белдегең менән ниндәйҙер дарыуҙар ҡулланырға ярамай, сөнки ҡандағы тимер күләме артып китеүҙең дә хәүефе бар. Ул ағзалар һәм туҡымаларҙа күпләп тупланып китеүе ихтимал һәм уны организмдан сығарыуы бик ҡатмарлы: күп ағзаларҙың эшмәкәрлеге боҙолорға мөмкин.
Аҙҡанлылыҡты иҫкәртеү өсөн кешенең туҡланыу рационы төрлө булырға тейеш. Иң тәүҙә әлеге һыйыр, быҙау ите, бауыр ашарға кәрәк. Ҡалған ризыҡтарҙа тимер әҙерәк, шулай ҙа ярма, ҡуҙаҡлы культуралар, йәшел япраҡлы салат үҫентеләре, алма, ҡарағат, гранат һәм башҡалар файҙалы. Әлбиттә, туҡланыу төрлөлөгө менән генә лә тимер ҡытлығын бөтөрөү мөмкин түгел. Мәҫәлән, бер төймә дарыу препаратында тимер күләме 400 алмалағына тиң. Әйткәндәй, вегетарианлыҡ менән мауығыусылар ит ашамай һәм тимер ҡытлығы менән улар ҙа йыш яфалана, шуның өсөн уларға тимер, аҙыҡ-түлек аша күберәк килеп торһон өсөн, туҡланыу рациондарын квалификациялы белгестәр, табиптар менән килешеп төҙөү талап ителә, - тип һөйләне беҙгә профессор Гүзәл Сафуанова.

Ләйсән ЗАКИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.25 | Ҡаралған: 167

Киске Өфө
 
Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru