Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
|
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).
Генерал Перовский үҙенең ҡул аҫтындағылар менән мөнәсәбәттәрендә үҙен уларҙан шул тиклем йыраҡ тота, хеҙмәттән тыш ваҡытта уға бер кем дә бер нәмә лә һөйләргә баҙнат итмәй. Ғорур һәм яҡынайып булмай торған етәксе булараҡ, ул ниндәйҙер бер айырым хөрмәт һәм башҡаларҙың үҙенә буйһоноусанлығын ҡаҙана, был уның шәхесен ололап, изгеләштереп ҡарауға тиклем барып етә.
Перовскийға буйһонған генералдар губернатор ғали йәнәптәренең ниндәйерәк кәйефтә булыуын уның иң яҡын хеҙмәтселәренән ул үҙ бүлмәһенән сыҡмаҫтан алда уҡ белешә торғайнылар. Уның камердинеры Николай Татаринов, һуңынан дворян йыйылышы экономы, үҙе менән булған бер ваҡиға хаҡында былай тип һөйләгән: бер көндә ул хужаһының кейемдәрен алып биреп тороу өсөн генерал кабинетына инә. Перовский уны, битенә резеда помадаһын һөрткән өсөн, инәһе-атаһынан һалдырып, иң ҡаты рус һүҙҙәре менән ҡаршылай. Перовский үҙе бер ҡасан да хушбуй ҙа, помада ла ҡулланмаған. Перовский үҙенең адъютанттарына, айырым поручениелар буйынса чиновниктарына, хатта генералдарына, әгәр улар уға яҡын кешеләр иҫәбендә булһа, һәр саҡта ла һин тип өндәшкән, уларҙы дөйөм ябай рус һүгенеү һүҙҙәре менән әрләгән. Улар барыһы ла, губернаторҙың ҡыҙыу холҡон белгәнгә күрә, быны түҙемле рәүештә үткәреп ебәргән, әгәр кем дә кем, асыуы килеп, уға ҡаршы әйтһә, ул кеше уның күҙ алдынан юғалырға тейеш икәнлеге хаҡында туранан-тура бойороҡ алыр ине.
Перовскийҙың улы Алексейға ла ошондай уҡ нәҫелдән килгән холоҡ хас була, ул артиллерия училищеһында уҡыған сағында директорға ҡарата тупаҫ һәм әҙәпһеҙ мөнәсәбәттә булған өсөн, рядовой һалдат итеп, Кавказға һөргөнгә ебәрелә. Алексейҙың миңә шәхсән үҙе һөйләгәне иҫемдә: ниндәйҙер бер әҙәпһеҙлеге өсөн училищела уны нәҙек сыбыҡ менән шундай рәхимһеҙ яралар, һөҙөмтәлә уны дауаханаға һалалар. Ул атаһына ауырып китеүе хаҡында яҙа, уныһы килеү менән үк улынан ниндәй сир менән ауырыуы хаҡында һорай. Йәш Перовский, ни булғанын йәшерергә теләп, ниндәйҙер бер сир хаҡында әйтә. "Алдашаһың! - ти уға атаһы. - Артыңды асып күрһәт!" Ҡарай ҙа әйтә: "Бер ни ҙә булмаған, тейешенсә кәрәгеңде алғанһың". Һуңынан йәш Перовский офицер чины алғансы хеҙмәт итә, әммә асыулы сағында хеҙмәтсеһен үлтергән өсөн һалдатлыҡҡа ебәрелә.
Ашлыҡ сәсеү өсөн ер эшкәртеүҙе индереү бер Ырымбур губернаһында ғына түгел, Пермда ла көслө ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, ә ундағы губерна начальствоһы халыҡты тынысландырыу сараларын күрмәй. Тиҙ арала һәм тәүәккәл саралар күреү зарурлығы хаҡында Перовский эске эштәр министерлығына тәҡдимдәр яҙа, шуның һөҙөмтәһендә батша ғали йәнәптәре был эште уның ҡарамағына тапшырыу хаҡында бойороҡ бирә.
Перовский унда ла халыҡты тынысландырыуға өлгәшә, Ырымбурҙан Пермға курьер итеп ебәрелгән казак урядниктары һөйләүенсә, ундағы халыҡ хәрби губернатор сығарған ҡарарҙар һәм күрһәтмәләр менән бик ҡәнәғәт булып, шәхсән уның үҙен күрергә шул тиклем ныҡ теләй, хатта ҡарттар ҙа, ат ҡыуыусы сифатында нарочныйҙарҙы алып барған арбаларҙың кузлаларына ултырып бара. Урындағы властар Перовский исеме алдында ҡалтырап тора, улар үҙҙәренең гонаһтары өсөн бик хәүефләнә.
Перовскийҙың төбәк ме-нән тәүге идаралығы ваҡытында ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар. - Тәрж. иҫк.), Урал йылғаһы буйындағы казак станицаларына йыш ҡына һөжүм итеп, уларҙың малдарын ҡыуып алып китә. Уларҙың иң йылғырҙары Һаҡмар йылғаһы ашаһындағы башҡорт ауылдарына тиклем барып етә. Линияның бик ҙур территорияны биләүе һәм унда йәшәүсе халыҡтың аҙ булыуы арҡаһында казактар ҡырғыҙҙарҙың барса үтеп инеү урындарын билдәләй алмай, ә былары, борон-борондан ошонда йәшәгәнлектән, ҡыуып алып кителгән малдары менән арғы ярға сығып була торған йылға кисеүҙәрен һәйбәт белә, шулай уҡ үҙҙәренең шайкаларының рус күҙенә салынмаған йәшеренеп ҡалыу урындары ла була.
Ошондай осраҡтарҙа ғәйеплеләргә яза биреү маҡсатында далаларға казактарҙың хәрби отрядтары ебәрелә, ҡайһы саҡта уларға артиллерия бирелә һәм хатта аттарға һыбай ултыртылған пехота ла ҡушыла. Һуңғылары бик һирәк осраҡтарҙа, барымтасылар шайкаһы башында үҙенең ҡыйыулығы менән дан тотҡан һәм халыҡ хөрмәтенә лайыҡ булған, далала киң билдәле батыр торғанда ғына ебәрелә. Бындай осраҡтарҙа ҡырғыҙҙар шайкаһындағы барымтасылар һаны 2 - 3 мең кешегә тиклем етә. Уларҙың бәләкәйерәк отрядтары линия аша башҡорттарҙың да малдарын ҡыуып алып китһә, батырҙар етәкләгән ҙур шайкалар, бер-береһенә ҡарата шәхси үсле булып, дошманлашҡан ырыуҙарҙың күрһәтеүе буйынса, йә иһә рус хөкүмәтенә тоғро ҡалған үҙ ҡырғыҙҙарын да талай.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №4, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 30.01.25 | Ҡаралған: 46
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|