Яҙыусы, шағир һәм журналист, тиҫтәнән ашыу шиғыр, проза һәм публицистика китабы авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай 1960 йылдың 29 ғинуарында Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. 1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, ул төрлө осорҙа Баймаҡ районының "Октябрь байрағы", Өфө ҡалаһының "Киске Өфө" гәзиттәрендә, "Ағиҙел", "Шоңҡар" журналдарында, Башҡортостан радиоһында һәм телевидениеһында эшләй. Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай - тәрән фекерләүе, бай тематикалы әҫәрҙәре, көтөлмәгән асыштары һәм һүҙ әйтә белеүе менән үҙенсәлекле әҙип. 65 йәше тулыу айҡанлы ҡәләм оҫтаһы менән ҡорған әңгәмәлә уның ижадына төрлө яҡлап байҡау яһаныҡ.
Әхмәр, һин - шағир, прозаик һәм публицист булараҡ киң билдәле шәхес. Белеүемсә, бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт колхозда эшләп алғас, хеҙмәт юлыңды башкөллө ижади эшкә бағышлағанһың. 65 йәшеңде быйыл "Ағиҙел" журналының беренсе һанында донъя күргән (дауамы 2-се һанда сыға) "Буранбай" романы менән билдәләйһең. Миңә ҡалһа, һинең үҙеңдән бигерәк, әҙәбиәт һөйөүселәргә ҙур бүләк ул. Был әҫәрҙе яҙыу идеяһы нисек тыуҙы?
- Бер мәл атаҡлы тарихсыбыҙ, яҡташым Әнүәр Әсфәндиәров өйөнә саҡырҙы. Буранбай сәсәнгә ҡағылышлы бөтә тарихи документтарҙы архивтарҙан йыйған икән. Күбеһе суд ҡарарҙары күсермәләре яҙылған протоколдар, хаттар, аңлатмалар, мөрәжәғәттәр һ.б. Документтар кирбес ҡалынлыҡ. Сәсәндең шәжәрәһен дә ошо нигеҙҙә төҙөгән. Унда минең 1785 йылда тыуған Үтәбай ҡартатайым Буранбай сәсәндең бер туған ҡустыһы тип килтерелгән. Фамилиялары - аталарының исеменән Ҡотосов, Ҡотостоң атаһы Һөйөндөк. Буранбайҙың 1767 йылда тыуған йәнә бер ҡустыһы Йосоп, ә Наил, Әхиәт, Ғаяз Ғәйетбаевтар шул тармаҡҡа ҡарай.
Был хаҡта белә инем, хәҙер инде шундай тарихсы үҙе саҡырып, документтар ярҙамында раҫлағас, ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килде. Әңгәмәбеҙ аҙағында Әнүәр ағай шулай тине: "Һиңә Хоҙай үҙе ҡушҡан Буранбай сәсән хаҡында әҫәр яҙырға. Буранбай хаҡында легендаларға, имеш-мимештәргә таянып, тарихи мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәр күп яҙалар. Әммә уларҙың күбеһе Буранбайҙың тарихи ерлеген бөтөнләй башҡа урынға бәйләй, уны Ҡаһым түрә менән 1812 йылғы һуғышта, Себер каторгаһында йөрөтә. Бына был ревизия мәғлүмәттәрендә сәсәндең Һаҡмар буйында һинең тыуған ауылың Кинйәбулатта (хәҙер Буранбай) тыуыуы аҡҡа ҡара менән яҙылған. Буранбай, үҙе теләһә лә, Ватан һуғышына бара алмаҫ ине, беренсенән, уның 1812 йылда йәше үткән була, икенсенән, 1811 йылда уҡ уға ҡарата суд эше асыла. Тағы ла: Буранбай, хатта йырында шулай йырланһа ла, Себерҙә каторгала булмаған, сөнки юлда ҡасып китә. Документтарҙың күсермәләрен үҙеңә ал да, миңә төп нөхсәләрҙе кире алып кил..."
Тап шул йылда, йәғни 2002 йылда, "Йәшлек" гәзитенең 12-се һанында (2 февраль) Әнүәр Әсфәндиәровтың "Буранбайҙың яҙған хатын уҡып" тигән мәҡәләһе ике биттә баҫылып сыҡты. Буранбай сәсән менән бер ағасты тәшкил иткән беҙҙең нәҫел шәжәрәһен дә тарихсы шул һанда баҫтырҙы. Әйтергә кәрәк, Буранбай сәсән Ҡотосов хаҡында бөтә уйҙырмаларҙан азат булған, тарихи документтар менән генә нигеҙләнгән тәүге ғилми һүҙ ине был мәҡәлә.
Ҡәләмдәштәреңдән: "Романды ҡасан тамамлайһың?" - тигән һорауҙы ла йыш ишетергә тура килде һиңә. Ысынлап та, нишләп оҙаҡҡа һуҙылды ул?
- Әнүәр ағай биргән документтарҙы өйрәнә башланым да, оло тетрәнеү кисерҙем. Баҡтиһәң, Буранбай хаҡында легендаларҙан, уйҙырмаларҙан тыш, бер нәмә лә белмәгәнмен икән. Романды яҙыу оҙаҡҡа һуҙылыуы ла, шул тетрәнеүемә бәйле. Тарихи документтарҙы бер юлы уҡый ҙа башланым һәм инстиктив рәүештә һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп, араһына сюжет линияһын индереп, әҫәр яҙырға ла тотондом. Был эшкә шул тиклем мауығып бирелеп киткәнмен, документтарҙы ксерокстан үткәреп, Әнүәр ағайға кире алып барырға онотҡанмын. Ағайҙан ғәфү үтенеп, хатамды төҙәтергә тура килде. Буранбай сәсән тураһында тарихсының документтарҙан, легендаларҙан һәм фольклор әҫәрҙәренән торған "Буранбайҙың яҙған хатын уҡып" тигән китабы әллә ҡасан уҡ нәшриәткә тапшырылып, үҙе баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, 2016 йылда ғына, З.Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күрҙе.
Романдың 175 биттән торған тәүге варианты ошо рәүешле яҙылды. Яҙып бөткәс, бер аҙ "һыуындырып" һалып ҡуйҙым да, яңынан алып уҡыһам, унда Буранбай сәсәнде таба алманым. Йәғни тарихи документтар бар, әммә унда Буранбай үҙе юҡ, дөрөҫөрәге, кәүҙәһе генә бар, эске кисерештәре, күңел донъяһы, моңо тойолмай. Ул вариантты юҡҡа сығарҙым да, өр-яңынан яҙырға ултырҙым. Яҙыуы еңел булманы. "Буранбай" йырының аһәңе шул тиклем тәьҫирле, уны тоймайынса әҫәрҙең бер юлын да яҙа алманым. Механик рәүештә яҙырға ултырһаң, әҫәрҙең эсенә, туҡымаһына инә алмай яфаланаһың. Хәҡиҡәтте алдап булмағандай, яһалма кәйеф-тойғо менән өҫтәл артына ултырыуым да бер ниндәй һөҙөмтә бирмәне. Әгәр ҙә ныҡыша башлаһам, Буранбай сәсән әҫәрҙән мине дыһырлатып ҡыуып сығарҙы. Был, үҙенә күрә, тәһәрәтләнмәйенсә намаҙ уҡырға ярамай, тигән һымаҡ килеп сыҡты.
Кемдер, бәлки, тағы тарих, тағы үткәндәр, тип инҡар итер романды. Тарихын белмәгән милләттең киләсәге юҡ, тиергә ҡала ундайҙарға. Архив документтар менән эшләгәндә, ун туғыҙынсы быуат баштары ваҡиғалары эсенә инеп киткәндә, ниндәй уй-тойғолар кисерҙең, ваҡыт аша сәйәхәт ниндәй уйҙарға һалды?
- "Киләсәкте тоҡандырыр өсөн үткәндең көлөнән ҡуҙ эҙләйем" тигән тажик яҙыусыһы Саҙритдин Айни. Беҙҙең күпселек проблемаларыбыҙ тарихыбыҙҙы белмәүҙән, үткәнебеҙгә әһәмиәт бирмәүҙән, тарихтағы хаталарыбыҙҙан һабаҡ алмауҙан килә. Ҡараңғыла һәрмәнәбеҙ ҙә, утыбыҙҙы һүндерергә тырышыусыларҙы ғәйепләп әрләйбеҙ. Яҡтылыҡ сығанағыбыҙ тарихыбыҙҙа бит.
Тарихи документтарҙы өйрәнгәндә шуны аңланым: хәҙер егерме беренсе быуат башы һәм уны ун туғыҙынсы быуат башы менән сағыштырһаң, бер нәмә лә үҙгәрмәгән. "Кем үҙенең үткәнен белмәй, уны яңынан кисерергә мәжбүр" тигән Будда. Беҙ һаман да бер үк тырманың башына килтерәбеҙ ҙә баҫабыҙ. Тырма һабы маңлайыбыҙға "шаҡ" итеп ҡалғас ҡына иҫебеҙгә киләбеҙ ҙә ул, әммә күпкә һуңлайбыҙ. Әгәр ҙә тарихи һабаҡтар алынһа, кешелек тәүбәгә килеп, күп кенә тетрәнеүҙәрҙән азат булыр ине. Мәшһүр Шәйехзада Бабич шиғырындағыса, "Тупраҡ алһаҡ, ҡалабыҙ, тупраҡ беҙҙең анабыҙ" тигән аңлау бөгөн дә актуаль булып ҡала килә.
Мәшһүр Буранбай сәсән тураһында романға тотоноуың осраҡлы түгел. Үрҙә әйтеп үтелде инде, һин - уның нәҫеле. Ижадыңдың инеше ҡайҙан? Баймаҡ районы Буранбай ауылы феноменын нисек аңлатыр инең?
- Буранбай сәсәнгә бәйле документтар, легенда-риүәйәттәр шул тиклем күп, әле "Ағиҙел"дең ике һанында баҫылған һәм баҫыласаҡ (2-се һанында) өлөшө тәүге китабымды тәшкил итә. Тәүге китапта ваҡиғалар, асылда, үҙебеҙҙең ерлектә бара. Унда документтарҙан тыш, легенда-риүәйәттәрҙе лә, фольклор әҫәрҙәрен дә файҙаландым. Тарихи-фәлсәфәүи әҫәр булғас, художестволы деталдәргә фәлсәфәүи ҡараш та талап ителде. Әйтәйек, әҫәрҙең "Без-без итеп һурабыҙ", "Сапмай хәле юҡ", "Йәшерен йырым бар", "Кәкере ҡайындар", "Уйҙар ҡамауында" тигән бүлектәрендә Буранбай сәсән шәхесенең үҙе йәшәгән заманы күҙлегенән әле уҡыусыға таныш булмаған сифаттарын асырға ынтылдым да инде. Уҡыусы нисек баһалар?
Икенсе китабымды сәсәндең ҡаҙаҡ далаһына бәйле тормошона арнармын тип уйлайым. Хоҙай насип итһә. Бының өсөн Ҡаҙағстанға командировкаға бармайынса ла булмаҫ. Әнүәр ағай миңә юҡҡа ғына фатиха бирмәгәндер тием, Үтәбай ҡартатайым Буранбай сәсәндең туғаны булғас, был әҫәргә мин үҙебеҙҙең нәҫел китабын, шәжәрәмде яҙғандай тотондом.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ауылдашым, мәшһүр шағир Рәйес Түләк менән икебеҙҙең берлектә сығарған китабыбыҙға яҙған баш һүҙендә шулай тигәйне: "Әхмәр Үтәбай менән Рәйес Түләк - бер үк ауылдың йылы тупрағында аунап, бер үк һуҡмаҡтарҙа йүгереп йөрөп, бер үк йылғала һыу инеп, бәләкәстән дуҫ булып үҫкән кешеләр. Уларҙың сабый һуҡмаҡтары Баймаҡ еренә уйылған, тыуған ауылдары - Буранбай, эскән һыуҙары, йөҙөргә өйрәнгән йылғалары - Һаҡмар. Яҙмышыңда ошо өс һүҙҙең - Һаҡмарҙың, Буранбайҙың, Баймаҡтың бергә килеп үрелеүе - башҡорт балаһы өсөн ни тиклем оло бәхет. Күпме аҫыл йырҙарыбыҙҙа йырланған Һаҡмар буйҙарында тиңдәшһеҙ эпосыбыҙ "Урал батыр" яҙып алынған, халҡыбыҙҙың ер һәм азатлыҡ өсөн туҡтауһыҙ көрәшендәге күпме дәһшәтле ваҡиғалар ҡайнаған, һәр ҡарыш ере батырҙарҙың ҡайнар ҡаны һәм арҙаҡлы ҡурайсыларҙың, йырсыларҙың, сәсәндәрҙең моңо менән һуғарылған Баймаҡ тупрағында, милләтебеҙҙең ҡаһарман шәхесе, моң шишмәһе булған Буранбай шәжәрәһе тамырланған, уның исемен йөрөткән. Буранбай тигән ауылда тыуып үҫеү - кеше өлөшөнә яҙмыш тарафынан бирелгән ғүмерлек ҡыуаныс бит ул..." Ижадыңдың инеше ҡайҙан, тигән һорауыңа халыҡ шағирынан да шәберәк итеп әйтеп булмаҫтыр.
Буранбай феноменына килгәндә, 2018 йылда "Ватандаш" журналы башланғысында "Буранбай ауылы феномены" тигән темаға сара үткәйне ауылыбыҙҙа. Унда беҙ, Өфөлә йәшәгән буранбайҙар, тыуған ауылыбыҙға ҡайттыҡ. Был хаҡта мәҡәлә шул уҡ йылдың 7-се һанында баҫылып сыҡты. Уны табып уҡый алаһығыҙ. Шәхсән үҙемә килгәндә, мин тыуған ауылым Буранбай феноменында биш фактор күрәм.
Төп сәбәп "Буранбай" йырындалыр. Уның аһәңендә илаһилыҡ бар. Буранбай сәсәндең замандашы Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев Буранбайҙы баҡсалағы һандуғасҡа тиңләгән. Йыш ҡына: "Ниңә шундай ауыл була тороп, клубығыҙ иҫке?" - тиҙәр. Мин уларға, Ишмөхәмәт сәсәндең һүҙенә таянып: "Һандуғас бер ваҡытта ла сыйырсыҡ ояһына инмәй..." - тип яуап бирәм.
Тарихи фактор. Ни өсөн Буранбай эҙәрлекләүҙәргә дусар булған? Батша державаһы башҡорт ерҙәрен межалаған, йәғни ерҙәрҙең сиктәрен билдәләгән. Буранбай ерҙе һаҡлау өсөн Кинйәбулат ауылын дүрт өлөшкә бүлгән, йәғни "бәпәйләткән". Был урындарҙа ауыл һалынып ята, тип межалай алмағандар, шуның өсөн дә Буранбай эҙәрлекләүҙәргә дусар булған. Буранбайҙың миҫалына башҡа старшиналар ҙа эйәргән. Ул саҡта беҙҙең ауылдан хәҙерге Ғәҙелбай, Манһыр, Әпек, Яңы Кинйәбулат (хәҙерге Беренсе Этҡол ауылының Ҡышлауар йылғаһының һул ярында ултырған өлөшө), Буранбай (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) ауылдары бүленеп сыҡҡан. Әйткәндәй, башҡорт донъяһының Мөжәүир хәҙрәт феномены Буранбай ауылына бәйле, хәҙрәттең ата-олаталары Манһырға хәҙерге Буранбай ауылынан күсеп килгән.
Йәнә бер фактор - башҡорт йәмғиәтенең һаҡланыуы. Бер генә миҫал. 1914 йылда Билал Азаматов Ватан һуғышынан Зоя (Зөләйха) тигән поляк ҡыҙын эйәртеп алып ҡайта. Ҡыҙ Ислам динен ҡабул иткәнсе, башҡортса һөйләшергә өйрәнгәнсе, күрше Ямаш ауылында йәшәгән. Ауылға уны имтихан бирҙертеп кенә үткәргәндәр. Ауылыбыҙ халҡы дин менән традицияны бөгөнгө көнгә тиклем алып килеп еткергән. Беҙҙең ауылда дини йола менән милли йолалар бер-береһенән айырылмай, киреһенсә, бер-береһен тултырып килә.
Тағы ла бер мөһим нәмә - Таңһылыу еңгәй Аралбаева хеҙмәте. Ауылдан сәнғәт оҫталары сыға икән, ул - Фәттәх Аралбаевтың ҡаҙанышы. Егермегә яҡын ҡурайсыбыҙ, йырсыбыҙ, бейеүсебеҙ республика конкурстарында еңеү яулаған икән, Фәттәх Аралбаевтың хеҙмәте сағылышы был. Ә Фәттәхте башҡа туғандары менән бергә аталары, атаҡлы ҡурайсы, йырсы Фәррәх ағай менән әсәләре Таңһылыу еңгәй тәрбиәләне. Беҙ бәләкәй саҡта уларҙың малайҙары, уйынды өҙөп, иҙән йыуырға, һыу ташырға тип ҡайтып китә торғайны. Таңһылыу еңгәй улдарын егәрле, намыҫлы итеп тәрбиәләне, ул мәктәпте Фәттәх тә үтте.
Тағы ла бер сәбәп. Көслөгә һәр ваҡыт һыйыналар. Бер заман беҙҙең ауылға сыңғыҙҙар күсеп килә башланы. Дауыт олатай Әбйәлилов хатта ҡыш көнө өйөн трактор менән һөйрәтеп алып килде. Һығымта: насар ергә күсенмәйҙәр.
Бына Буранбайҙың феномены ҡайҙа ул! Атай-олатайҙарыбыҙҙың боронғо традицияларын һаҡлап ҡалыу ҙа феноменға тиң. Мәҫәлән, Мөхлис олатайым Үтәбаев (ҡартатайымдың бер туған ҡустыһы) алдында берәү ҙә симешкә сиртергә, тәмәке тартырға, уның юлын ҡыйырға ҡыймай торғайны.
Өфө ҡалаһының Ә. Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Әхиәт ҡусты Ғәйетбаевтың да фекере бик үҙенсәлекле яңғыраны был сарала: "Элек-электән Абдрахман, Фәррәх, Ғүмәр, Азамат олатайҙар ҡурайҙа һыҙҙырып уйнай, йырлай торғайны. Миңә шул саҡта ҡурай тетрәткес музыка ҡоралы булып тойола ине. Беҙҙең ауылдан Зәйнулла Раев тәүгеләрҙән булып музыка мәктәбендә уҡыны. Йыш ҡына концерт ҡуя инек, шунда буранбайҙар гел беренсе урын ала торғайны. Хәҙерге ваҡытта сәнғәт училищеһы, институты тамамлаған профессиональ ҡурайсылар араһында иң күбе - беҙҙең ауыл егеттәре.
2007 йылда беҙҙең ауылдан һикһәндән ашыу кеше килеп, Өфөнөң хәҙерге "Торатау" конгресс-холл бинаһында тотош концерт программаһы менән сығыш яһаныҡ. Был сара ауылдаштарыбыҙ өсөн дә, Өфө, республика халҡы өсөн дә оло ваҡиға булып ҡалды. Концертты һаман да һағынып иҫкә алалар. Буранбай феноменының тағы бер сәбәбе: ауылыбыҙ халҡының итәғәтле булыуынан да киләлер ул. Насар ғаиләлә бала йырламай бит ул.
Һин, Әхмәр, блогер булараҡ та танылыу алғанһың. "Бәйләнештә" селтәрендәге битеңдә ун меңгә яҡын дуҫың бар. Дуҫтар һаны 10 мең менән сикләнмәһә, бәлки, уларҙың һаны тағы ла күберәк булыр ине. "Мең дә бер күҙәтеүем", үҙенә күрә, табыш та, интернет өсөн ҡулай айырым бер жанр ҙа...
- "Блогер" һүҙен яратмайым. Нисектер ул һүҙ миңә "болғаусы", "болғар" тигәндәй яңғырай. "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларыма килгәндә, уларҙың башланғысы - "Киске Өфө" гәзитенең "Бер кәлимә фекер" рубрикаһында. Ул рубрикала, башлыса, беҙ баш мөхәррир Гөлфиә Янбаева менән яҙыштыҡ. Гөлфиә апай шул яҙмалары нигеҙендә 2013 йылда "Елле фекерҙәр елгә осмаһын" тигән китабын сығарҙы.
Интернет хаҡында айырым әйтеп үткем килә. Уның барлыҡҡа килеүен мин кешелек донъяһындағы эволюцияға тиңләр инем. Әлбиттә, интернет донъя кимәлендә мәхшәр уты тоҡандырыуға ла һәләтле. Әммә һәр бер ыңғай күренештең кире яғы булған кеүек, кире күренештең дә ыңғай яҡтары бихисап. Мәҫәлән, мин шул уҡ "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларымды алып барам, минең меңдәрсә уҡыусыларым, үҙ аудиториям, авторҙарым, дәғүәселәрем, дуҫтарым бар. Шул уҡ ваҡытта мин социаль селтәргә сираттағы күҙәтеүемде яҙып ҡуйыу менән Америкала булһынмы, Хәйбуллаламы, Африкаламы, Сахалиндамы йәшәгән бер башҡорт кешеһе шундуҡ уны уҡып, шундуҡ үҙенең мөнәсәбәтен, фекерен белдерә ала. Беҙ ошо мөмкинлекте милләтебеҙҙе ойоштороу өсөн һис нигә алыштырғыһыҙ сара икәнлеген дә аңларға һәм файҙаланырға тейешбеҙ. Бындай мөмкинлек беҙгә әгәр ҙә ХХ быуатта бирелһәме!
Тағы бер табышың - "Ашҡаҙар" радиоһында яңғыраған "киптерелгән роман" жанрына ҡараған яҙмаларың. Улар хаҡында нимә әйтерһең?
- "Мең дә бер күҙәтеүем" һымаҡ, "Киптерелгән роман" яҙмалары башланғысы - шул уҡ "Киске Өфө" гәзитендә. "Киптерелгән роман" тигән төшөнсә минеке түгел, Ғәбит Садиҡовтыҡы. Гәзиттә мин һандан-һанға "Милли идеяға торош" тигән рубрика алып барҙым. Был рубрикала тәрән мәғәнәгә эйә булған башҡорт халыҡ мәҡәлдәренә һәм әйтемдәренә аңлатмалар яҙҙым. Был яҙмаларымды бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙ итте һәм дәрестәрендә файҙаланды. Хәҙер ҙә файҙаланалар. Мәрхүмә Рәсимә апай Ураҡсина минең ошо яҙмалар нигеҙендә дәрес программалары төҙөргә лә хыялланды, тик өлгөрә алманы. Миҫал өсөн ике генә әйтемгә ҡыҫҡаса аңлатма биреп үтәм.
Әйтәйек, "Дошманыңдың бысағы менән кейеҙ киҫ". Тура мәғәнәһендә дошманының бысағы менән кейеҙ киҫеп тороусыны күҙ алдына килтерһәң, бик көлкө тойола. Ә әйтем аҫтына һалынған мәғәнәһе шунда: кейеҙ киҫкәндә бысаҡ үтмәҫләнә. Тимәк, "дошманының бысағы менән кейеҙ киҫеүсе" кеше уның дошманлығын юҡҡа сығарып дуҫы итә. Сөнки дошманын еңгән кеше түгел, дошманын дуҫы иткән кеше көслө.
Икенсеһе - "Ата-әсәйеңдең ҡәбере убала булһын". Был йәшәү маҡсатын, тормош программаһын билдәләүгә тиң һүҙҙәр. Ни өсөн тигәндә, кемдәрҙе убаға ҡуялар? Билдәле, хандарҙы, батшаларҙы. Тимәк, кеше ата-әсәһен шул тиклем, баҡыйлыҡҡа күскәс тә, убаға ҡуйырлыҡ итеп ҡәҙерләргә бурыслы. Кеше үҙен дә хан балаһы кимәленә еткерерлек итеп тоторға, шул кимәлгә өлгәшергә бурыслы. Халҡыбыҙҙың мәҡәл-әйтемдәренә һалынған тәрән йөкмәткеле мәғәнәләрҙе беҙгә асырға ла асырға әле.
Һуңғы йылдарҙа балаларға матур башҡорт исемдәре ҡушыу йолаға әйләнеп бара. Үкенескә, диңгеҙ аръяғында йәшәгән халыҡтарға, кино геройҙарына хас яңғырауыҡлы, ләкин беҙҙең ҡолаҡҡа ятышһыҙҙары ла йыш осрай. Ә һинең ҡыҙыңдың исеме Тамсы. Мәғәнәле, матур, үҙебеҙсә. Мин ундай исем йөрөткән башҡа кешене белмәйем. Бер генә һүҙҙән торған иң тос әҫәрең түгелме икән ул? Әмир, Әбйәлил улдарың да, үҙеңә оҡшап, ижад кешеләре...
- Шәп әйттең, Рәсүл. Ҡыҙым Тамсы - минең бер генә һүҙҙән торған романым да. Ҡыҫҡалыҡҡа килгәндә, минең бер генә һүҙҙән торған шиғырым да, "Бер юллыҡ шиғыр" тигән уйҙырманамәм дә бар. "Ҡыҫҡара барған шиғырҙар" тигән шиғырҙар циклымымда иһә һәр строфа һайын юлдар һаны берәүгә кәмей бара, шул уҡ ваҡытта йөкмәтке тосая. Циклдың һуңғы юлы: "Ейәнем - эй, йәнем"
Беҙҙең халыҡта, асылда, ғәрәп һәм фарсы телдәренән килеп ингән исемдәр өҫтөнлөк итә. Һуңғы ваҡытта, һин әйткәнсә, диңгеҙ аръяғынан үҙләштерелгәндәре лә осрай башланы. Ә бит Ислам дине килгәнсе лә беҙ исемһеҙ булмағанбыҙ. Шуға күрә саф үҙебеҙсә, башҡортса ҡушылған исемдәребеҙ булған һәм уларҙың күбеһе әле лә һаҡланып ҡалған. Тамсы - ана шундай исемдәрҙең береһе. Уны ревизия мәғлүмәттәрендә лә осратҡайным.
Донъяла исем һәм есем тигән төшөнсәләр барлығын яҡшы беләбеҙ. "Исеменә күрә есеме" тигән әйтем исем менән есем берҙәмлеге хаҡында. Ошо уҡ формуланы бер үк ваҡытта логика ҡануны буйынса "Есеменә күрә исеме" тип тә бороп әйтә алабыҙ. Улыма - Әбйәлил, ҡыҙыма Тамсы исеме ҡушып, был исемдәрҙең уларҙың үҫеше, уңышҡа өлгәшеүе өсөн нисек йоғонто яһағанына шаһит булғандан һуң, мин балаға ҡушылған исемдең шәхес формалашыуында ролен бик яҡшы тоям.
Балаларымдың исемдәре иң тәүҙә әҙәби әҫәрҙәремдең персонаждары булып яҙылды, аҙаҡ уларға ҡуштым. Өлкән улым Әмирҙең исеме "Мөғжизәле планета" тигән хикәйәмдә бар. Бер туған ҡустымдың исеме лә Әмир булды, ул бик иртә донъялыҡтан китте. Әхиәт ҡустым Ғәйетбаевтың тиҫтере, дуҫы, класташы ине ул. Шул тиклем илгәҙәк, шаян, мөләйем ҡустым, әгәр ҙә иҫән булһа, мотлаҡ шағир йә актер һөнәрен һайлар ине. Әллә шуға микән, Әмир улым да сәнғәт юлынан китте. Бөгөн ул - Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры. Үткән йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булып ҡыуандырҙы.
Әбйәлил улымдың исеме иң тәүҙә "Бер юллыҡ шиғыр" тигән уйҙырманамәмдә яңғыраш алды. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһын "Алтын миҙал"ға тамамлағас, Әбйәлил улым Санкт-Петербург урман хужалығы университетында уҡыны, унда ҡыҙыл дипломға лайыҡ булды. Артабан, урман хужалығында ике йыл эшләгәндән һуң, Әмир ағаһы юлынан китеп, Мәскәүҙәге М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына (институтына) уҡырға инде. Бөгөн ул - М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры.
Тамсы ҡыҙымдың исемен иң тәүҙә "Сәхрә" тигән хыялнамәмдә ҡулландым. Аҙаҡ, ҡыҙым тыуғас, әҫәремдән ул ысынбарлыҡҡа әүерелде.
Әхмәр, алтыш биш йыл ғүмер - ул күпме?
- Уҫал ғына итеп шаяртып әйткәндә, алтмыш биш йәш аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, бер өйрәнгәс, бер ни түгел. Кешенең физик, йәғни биологик һәм күңел йәше була. Йәғни кеше үҙен нисә йәшлек итеп тоя, ул шунсама йәштә лә. Күп кенә урындарға, ауылдарға, коллективтарға барып сыҡһам, ундағы кешеләр ҡапыл йәнләнеп китә һәм йышыраҡ килеүемде үтенә. Миндәге оптимизм, күрәһең, атай-олатайҙарымдың рухынан, тарихыбыҙҙан киләлер. Тормош бер туҡтауһыҙ өҫтөбөҙгә бихисап проблемаларын өйөп кенә тора. Хәл итеп кенә өлгөр. Ниндәй генә ауыр хәлдәргә, кисерештәргә тарығанда ла, үҙемде шундай инаныуға көйләп өйрәнгәнмен: минең атай-олатайҙарым ниндәйен һынауҙарға, фажиғәләргә дусар булғанда ла, бирешмәгәндәр. Тарихтың барлыҡ ҡаршылыҡтарын йырып сығып, нәҫелебеҙҙе, ырыуыбыҙҙы, халҡыбыҙҙы бөгөнгөгә алып килеп еткереп, ХХ быуат башында Рәсәйҙә тәүге булып республикабыҙҙы төҙөп, федератив ҡоролошҡа нигеҙ һалып, быуындар эстафетаһын дауам итеп, мине тыуҙырғандар. Минең барлығым, юғары белем алып республикабыҙҙың баш ҡалаһында йәшәүем, ижад итеүем, балалар үҫтереүем - былар барыһы ла атай-олатайҙарымдың рухи ҡаҙанышы һәм мин, уларҙың рухи эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булараҡ, ҡаршымда осраған ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар алдында бөгөлөп төшәм икән, был хәләтем уларҙың фиҙаҡәрлеген, ҡаһарманлығын юҡҡа сығарыуға тиң ғәмәл буласаҡ.
Барыһы ла - ауырлыҡтар ҙа, еңеллектәр ҙә, шатлыҡтар ҙа, ҡайғылар ҙа, хатта ғүмер ҙә - ваҡытлыса. Мәңгелек йәшәйеш хаҡына бик аҙына ғына түҙәбеҙ инде. Бер кешенең ғүмере, мәңгелек кимәле менән үлсәгәндә, секундтың триллиондан бер өлөшө лә түгел. Шул уҡ ваҡытта шул ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында бер кеше халҡының, кешелектең ғүмерен йөҙәр, меңәр йылдарға һуҙа, балҡыта ала. Ә ауырлыҡтар килеп тыуа икән - улары Хоҙайҙың һынауы!
Шуға күрә лә миңә алтмыш биш тулды, тип, ҡалған йылдарымды, айҙарымды, көндәремде, сәғәттәремде, минуттарымды, секундтарымды һанап, теге әкиәттәгесә, мейес башына менеп ятырға йыйынмайым.
Шулай итеп...
Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенә ҡайһы бер яңылыҡтар индерергә йөрьәт иткән әҙип ғүмеренең сираттағы үрен күләмле роман менән билдәләй. "Барыһы ла - ауырлыҡтар ҙа, еңеллектәр ҙә, шатлыҡтар ҙа, ҡайғылар ҙа, хатта ғүмер ҙә - ваҡытлыса" тиеүендә уның тормошто күргән, күпте белгән кешенең фәлсәфәүи ҡарашы ярылып ята. Быуындар сылбырын дауам итеп, атай-олатайҙар аманатына тоғро ҡалыу, үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү бурысы тураһында фекерләй һәм был юҫыҡта аҡһаҡалдарға хас һүҙ әйтә Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. "Буранбай" романының беренсе китабы "Китап" нәшриәтенең быйылғы эш планына индерелгән. Алла бирһә, әҫәрҙең икенсе өлөшө лә оҙаҡ көттөрмәй яҙылыр һәм донъя күрер, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Һәм... Яҙыусының яңы романынан өҙөктө "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына ла тәҡдим итәбеҙ.
Рәсүл БАЙГИЛДИН
әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА