«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 


2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕШЕ ИЖАДСЫ БУЛА АЛА
+  - 


Боронғо дини китаптарҙа (Тәүратта, Ҡөрьән-Кәримдә) әҙәми затты Аллаһы Тәғәлә бар иткән тигән мәғлүмәт бар. Тәүратта Аллаһ Әҙәмде ер туҙанынан (из праха земного) яһауы хаҡында әйтелһә, Ҡөрьән-Кәримдә тәү бабабыҙҙың балсыҡҡа бер тамсы һаҫыҡ (еҫле) һыу ҡушып хасил ителеүе тураһында бәйән ителә. Кешелек ул замандарҙа организмдың химик һәм биологик составы тураһында мәғлүмәтһеҙ булғас, ер туҙаны йә иһә балсыҡ, еҫле һыу төшөнсәләре ҡулланыла. Ғөмүмән, дини китаптар бик образлы тел менән яҙылған, беҙ уның беренсе ҡатын ғына күрәбеҙ. Ә ошо образлы мәғлүмәттәр артында ниндәй күренештәр, төшөнсәләр булыуын һәр кем асыҡлай алмай. Шуға күрә дини сығанаҡтарҙы бер әкиәти әҫәрҙәргә тиңләп ҡараусылар етерлек әле.

Миҫал өсөн Тәүратта Аллаһтың әҙәми затты үҙенең образына тура килтереп яһауы хаҡында әйтелә. Шуға күрә Аллаһтың үҙен дә кеше (аҡ һаҡаллы ҡарт) рәүешендә һүрәткә төшөрөүселәр була. Ә Әҙәмдең Аллаһ образына тура килеүе ниҙе аңлата һуң? Аллаһ - йыһандың Бөйөк Аҡылы, урта быуат философтары уны Абсолют Рух, тип тә атай. Ул - йыһандағы барса нәмәне хасил иткән Бөйөк Ижадсы. Тимәк, әҙәм балаларына ла, аҡылын ҡулланып, ижад итеп йәшәү мөмкинлеге бирелгән, тап ошо фекер кешенең Илаһи затҡа оҡшаш булыуын аңлата ла инде.
Ә беҙҙең мөхиттә кемдәрҙе тәү нәүбәттә ижад итеүсе итеп ҡарайҙар? Бына улар - шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, артистар, композиторҙар, башҡа сәнғәт әһелдәре. Эйе, быны инҡар итеп булмай, әле һаналып киткән һөнәр эйәләре үҙ өлкәләренең ижади кешеләре булараҡ танылыу таба, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә. Ә башҡа кешеләр ижадсы була алмайҙармы һуң? Яуап бер - аҡыл-зиһене үҫешкән һәр кем, үҙенең тәбиғи үҙенсәлектәренә һәм һәләттәренә ярашлы, ижад юлына сыға ала. Ошо фекерҙе дәлилләп тороу ҙа кәрәкмәй, был - аксиома.
Әйҙәгеҙ, үрҙә әйтелгәндәрҙең хаҡ икәнен күрһәткән миҫалдар килтерәйек. Үтә лә ябай тип иҫәпләнгән һөнәр - ҡәҙимге балта оҫтаһы. Уларҙың барыһы ла бер ҡалып менән эшләгәндәй тойола. Әммә шундай балта оҫталары бар - улар һалған өйҙәр, тәҙрә ҡапҡастары, ҡапҡалар шундай итеп эшләнгән, әйтерһең дә, күҙҙең яуын алырҙай сәнғәт әҫәре! Был - ижад емеше.
Йәнә бер миҫал. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ябай урам һепереүсе ижад эйәһе була аламы? Була икән. Бынан бер нисә йыл элек Үҙәк телевидениенан Мәскәүҙең бер урам һепереүсеһе тураһында телетапшырыу күрһәткәйнеләр. Ни өсөн уны тапшырыу геройы иткәндәр? Ул үҙенә беркетелгән ихатаны гөл-баҡсаға әйләндергән: бығаса йәшеллек булмаған ихатала сәскә клумбалары эшләткән, ағас-ҡыуаҡтар ултырттырған, ихатаны уның чертеждары буйынса коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өр-яңынан үҙгәртеп ҡорған; балалар өсөн яңы уйын майҙансығы эшләнгән; бинаның стеналары, ишектәре матур итеп буятылған, подъездар ремонтланып, стеналарына биҙәктәр төшөрөлгән; сүп һауыттарына сәскәләр төшөрөлгән, улар өсөн айырым мөйөш эшләнгән һ.б. Былар барыһы ла ябай урам һепереүсе башланғысы менән башҡарылған. Ошондай урам һепереүсене нисек итеп ижади шәхес тип әйтмәйһең инде?
Иҡтисадта, ауыл хужалығында һәм сәнәғәттә Совет власы йылдарында үҙ өлкәһендә яңылыҡ индереүселәр, уйлап табыусылар, йәғни рационализаторҙар хәрәкәте киң тарала, улар индергән яңы ысулдар, приборҙар, инструменттар һ.б. етәкселек тарафынан хуплана һәм яҡшы баһалана. Бына бер миҫал. Ябай ауыл егете Ғәзимулла Хәйбуллин Өфөлә токарь һөнәрен үҙләштерә, 1969 йылдан 1992 йылға тиклем "Гидравлика" заводында эшләй. Оҫта токарь булыуы өҫтөнә рационализаторлыҡ менән мауыға. Авиация двигателдәренең гидравлик системаһын етештереү буйынса тиҫтәләгән шәхси тәҡдимдәрен индерә, уларҙы үҙенең эшендә һынай. Һөҙөмтәлә ул индергән алымдар СССР-ҙың башҡа предприятиеларында ла ҡулланыла башлай. Г.Х. Хәйбуллинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Табиптар араһында ла ижади эшмәкәрҙәр бик күп, был иң элгәре ғалим-табиптарға ҡағыла. Алтын ҡуллы хирургтар, иҫ китмәле, ғәйәт ҡатмарлы опрерациялар яһап, кеше һаулығын төҙәтә, үлемдән ҡурсалай. Улар шул уҡ хирургия өлкәһендә яңы алымдар уйлап таба, үҙҙәренең чертеждары буйынса яңы инструменттар эшләтә.
Уҡытыусы - йәмғиәт һәм дәүләт өсөн иң кәрәкле, ил киләсәген билдәләүсе һөнәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе ҡалыплашҡан методтар сиктәренән сыҡмай, һәр дәресе шаблон буйынса уҙа. Тик белем биреүгә ижади ҡараған уҡытыусылар ғына үҙ эшендә яңы алымдар ҡуллана, уларҙың шәхси уҡытыу системаһы барлыҡҡа килә. Ошондай педагогтарҙың уҡыусылары уҡытыусыларын ныҡ хөрмәт итә, уларҙың уҡыу мотивацияһы шул тиклем көслө, яратҡан уҡытыусылары менән дәрестән һуң ҡалып, сәғәттәр буйына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған темаларҙы өйрәнә. Алдынғы уҡытыусыларҙың педагогик ижад емештәре - республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара предмет олимпиадаларында еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар. Педагог-новаторҙарҙың киң билдәлеләренең береһе, беҙҙең яҡташыбыҙ, химия уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Агадуллина ине. Уның йөҙҙән ашыу уҡыусыһы Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә химия буйынса олимпиадаларҙа еңеүсе йә иһә призер булды. Уға Башҡортстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы исеме бирелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй мәғарифының белем биреү системаһында уҡыу пландары, программалары унификацияланды, барса уҡытыусылар ҙа бер үк дәреслектәр, бер үк дидактик методтар ярҙамында уҡытырға мәжбүр була. Етмәһә, эш хаҡы түбән булыу сәбәпле, педагог 1,5 - 2 ставкаға эшләй, ә бындай көсөргәнешле эш ижадҡа ваҡыт та, көс һәм теләк тә ҡалдырмай.
Ижад итеү - ул ниҙелер уйлап табыу, ҡайһы өлкәлә булһа ла ниндәйҙер яңылыҡ индерә алыу. Әлбиттә, бының өсөн кешенең аң-зиһене үҫешкәнлеге, фекер тәрәнлеге һәм киңлеге лә мөһим. Ижадта теләк-мотивацияның роле ҙур, үҙеңдең тормошоңда һәм эшеңдә яңынан-яңы маҡсаттар ҡуя белеү фарыз. Йәнә шул: тәбиғи һәләттәрең бар икән, уларҙы үҫтереү өсөн бик күп нәмәләрҙе өйрәнергә, туҡтауһыҙ уҡырға һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырырға һәм көс һалырға кәрәк була. Балаларҙың ижади мөмкинлектәрен бәләкәй сағынан уҡ асыу, уларҙы ниҙелер уйлап табырға өйрәтеү, һәр кемдең ниҙелер булһа ла яңырта ала икәндәренә инандырыу хаҡында ҡайғыртырға һәм, иң мөһиме, уларҙы үҙ йәше мөмкинлектәре сиктәрендә ижади түңәрәктәргә йәлеп итеү бик тә урынлы булыр тип ышанайыҡ. Балаларҙы ижади эшкә ни тиклем иртәрәк өйрәтәһең, ул һуңынан шул тиклем ҙур ҡаҙаныштарға илтәсәк.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.25 | Ҡаралған: 49

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru