Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
|
|
ЯМАН ЭШЕНӘН КҮРМӘҪ КЕШЕНӘН КҮРЕР
|
![](up/photos/_2025/0525/yam.jpg)
• Украина Ҡораллы көстәре, Рәсәй биләмәләренә һөжүм итеп, үҙҙәренең енәйәти-террористик ғәмәлдәрен башҡарыуҙан туҡтамай. 1 февраль кис нацистар Курск өлкәһе Суджа ҡалаһындағы граждандар объекты - өс ҡатлы интернат бинаһын ракета утына тотто. Бында күпселек өлкән йәштәгеләр, инвалидтар, сирлеләр һәм йортһоҙ тороп ҡалған йөҙгә яҡын кеше йәшәгән.
РФ Оборона министрлығы мәғлүмәтенә нигеҙләнеп, Курск өлкәһенең губернатор вазифаһын башҡарыусы Александр Хинштейн был ракеталарҙың Украинаның Сумы өлкәһенән ебәрелеүен хәбәр итә. "Был нацистарҙың тағы бер тапҡыр йыртҡыслыҡ һәм кешелекһеҙлек йөҙөн фашланы",- ти ул һәм әлегә зыян күреүселәрҙең хәле тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәттәрҙең булмауын белдерҙе.
Украина Ҡораллы көстәре был һөжүмде Рәсәй ғәскәренә япһармаҡсы. Әммә уларҙың Суджаға ут асыуы сәғәте-минуты менән Рәсәй мониторинг каналында сағылып тора, шуға ла был енәйәти актты Рәсәй иңенә һалырға маташыуҙың мәғәнәһе юҡ; был бары нацистарҙың донъя йөҙөндә Рәсәйҙең абруйына тап төшөрөргә һәм яңыраҡ ҡына Рус Поречныйы тораҡ пунктында ҡылған йыртҡыслыҡтарынан иғтибарҙы ситкә йүнәлтергә маташыу ғына. Был хәлгә хатта Америка сәйәсмәне Эрл Расмуссен да битараф ҡала алманы: "Боевиктарҙың Суджалағы интернатҡа ут асыуы - Украина Ҡораллы көстәренең сираттағы бысраҡ һәм ауяһыҙ провокацияһы",- тип яҙҙы ул.
• Ә тап ошо мәлдә Британия менән башҡа Европа илдәре Украинаға "тыныслыҡ көстәре" ебәреү хаҡында уртаҡ фекергә килә алмай йонсой. Британия, Франция һәм Скандинавия илдәре был идеяны яҡлаһа ла, Германия менән тағы бер нисә ил быға ҡаршы, ә инде Балтик буйы илдәре һәм Польша Рәсәй менән сиктәш НАТО илдәренең хәрби һаҡлауһыҙ ҡаласағынан ҡурҡа. Вашингтон иһә Украинала президент һайлауҙары үткәреүҙе талап итә. Был йәһәттән Мәскәү менән оҙайлы тыныслыҡ килешеүе өсөн Украинаның яңы президенты яуаплылыҡ аласағы һәм ҡул ҡуйыуы күҙҙә тотола.
• Дональд Трамп бер нисә илгә ҡарата үҙенең сауҙа һуғышын башланы: 1 февралдә ул АҠШ-тың сауҙа партнерҙары тауарҙарына пошлина хаҡтарын арттырыу хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Шуға ярашлы, Ҡытайҙан килтерелгән тауарҙарға - 10 процент, Мексика өсөн - 25 процент һәм Канада өсөн энергия ресурстарына - 10, башҡа төр продукцияға 25 процент пошлина билдәләне. Оттаванан белдереүҙәренсә, Канада АҠШ-тан импортҡа шулай уҡ 25 процент яуап пошлинаһы иғлан итте, Мехико ла шундайыраҡ сара күрергә йыйына, ә Ҡытайҙың коммерция министрлығы белдереүенсә, Пекин ВТО ҡағиҙәләрен боҙған өсөн АҠШ-ҡа ҡарата юллау (иск) менән мөрәжәғәт итергә ниәтләй. Бынан тыш, ҠХР үҙ мәнәфәғәттәрен яҡлау өсөн башҡа төр яуап саралары ла эҙләйәсәк. Bloomberg агентлығы белдереүенсә, Канада менән Мексикаға ҡарата юғары сауҙа пошлиналары Төньяҡ Америкала нефть баҙары тотороҡлоғон өҙәсәк һәм бензинға хаҡ күтәрелеүгә килтерәсәк.
• Ниһайәт, Рәсәй властары вәкилдәре Бәшәр Әсәд режимы ҡолатылғандан һуң тәүге тапҡыр Сирияның баш ҡалаһына килде. Мәскәүҙе Рәсәйҙең бындағы ике хәрби базһы яҙмышы борсой, сөнки Латакиялағы Хмеймим авиабазаһы менән Тартустағы РФ Хәрби-Диңгеҙ Флотының матди-техник тәьминәт пункты Мәскәү өсөн бик мөһим , тип яҙа "Известия" гәзите. Рәсәй, яғы, Сирия Ғәрәп Республикаһының берҙәмлеген, территориаль бөтөнлөгөн һәм суверенитетын яҡлауы хаҡында белдереп, көрсөктән һуң илде аяҡҡа баҫтырыуҙа Сирия халҡына ярҙам итергә әҙер булыуы хаҡында хәбәр итте. Рәсәй делегацияһын Яҡын Көнсығыш һәм Африка илдәре буйынса РФ Президентының махсус вәкиле, Рәсәй сит ил эштәре министры урынбаҫары Михаил Богданов етәкләне. Сирия яғынан осрашыуҙа Сирия хакимиәте башлығы, илдең күсеү осорондағы президенты булған Әхмәд аш-Шараа һәм уның министрҙары ҡатнашты. Визит һөҙөмтәләре буйынса Дамаскиҙан хәбәр итеүҙәренсә, ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙә "аныҡ саралар ярҙамында Сирия халҡы менән үҙ-ара ышаныслы мөнәсәбәттәргә ҡайтыуҙа Рәсәйҙең роле" тураһында һүҙ барған. Шулар иҫәбендә компенсация һәм илде аяҡҡа баҫтырыуҙа булышлыҡ мәсьәләһе иғтибарҙы йәлеп итә. Сирияның яңы властары мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеүҙә "үткәндәге хаталарҙың иҫәпкә алыныуын, Сирия халҡының ихтыярын ихтирам итеү һәм уның мәнфәғәттәренә хеҙмәт итеү" мәсьәләләрен алға ҡуйған. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан күренеүенсә, элекке президент Бәшәр Әсәдте яңы власть ҡарамағына тапшырыу хаҡында ла һүҙ булған, имеш, ләкин Рәсәй яғы был хәбәр буйынса бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА
"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 06.02.25 | Ҡаралған: 74
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|