«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӘГЕНДӘ ТЕЛ ҠӘҘЕРЕН ҺАҠЛАУСЫ ҒАЛИМӘ ЛӘ, МӨҒӘЛЛИМӘ ЛӘ УЛ
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы АБДУЛЛИНА.

Әңгәмәбеҙ башында үҙегеҙ, нәҫел-нәсәбегеҙ хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп әйтеп үтһәгеҙ, урынлы булыр: уҡыусыларыбыҙ заманыбыҙҙың арҙаҡлы заттарының тәржемәи хәле менән дә ҡыҙыҡһына бит.

- Боронғо этник тамырҙарыма килгәндә, мин - данлыҡлы юрматы ырыуы ҡыҙымын, ошо хаҡта ғорурланып әйтә алам. Шағирәбеҙ Әнисә Таһирова маҡтап яҙған Һикәҙе йылғаһы һыуын һыулап үҫкәнмен, тыуған ауылым - Маҡар, ул - бик ҙур тарихлы боронғо ауыл. Әүәл районыбыҙ Ишембай түгел, Маҡар районы тип аталып йөрөтөлгән. Әйтергә кәрәк, районыбыҙҙа күп кенә билдәле шәхестәр тыуып үҫкән, йә иһә бында килеп уҡыған. Мәҫәлән, киң билдәле ғалимыбыҙ Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев, Советтар Союзы Геройы Зөбәй Төхвәт улы Үтәғолов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, шағир, әҙәбиәт белгесе Вафа Әхмәҙиев, микробиолог, медицина фәндәре докторы, профессор Зәйнулла Ғәбиҙуллин, физика-математика фәндәре докторы, профессор Камил Вәлеев (уның әсәһе Сара Ә.З. Вәлидинең бер туған һеңлеһе) беҙҙең мәктәптә белем алған. Маҡарҙа үҙ ваҡытында эшселәр мәктәбе лә була, урындағы халыҡ уны ФЗО тип атаған.
Мин ошо мәктәптә уҡыған йылдарҙа күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар йыш уҙғарыла ине, мәктәбебеҙҙең үҙенсәлекле рухи аураһын уҡыусылар ҙа тоя ине. Йәштәр алдында юғары маҡсаттар ҡуя белгән, һәр яҡтан өлгө булырлыҡ, уларҙың киләсәк тормошона рухи йүнәлеш бирерлек шәхестәр булыуы фарыз. Шәхсән ниндәйҙер бер билдәле кеше булырмын тип уйламаным, әммә ошондай шәхестәргә ҡарап, үҙ тормошомда ла күп нәмәгә өлгәшеп була икәнен күҙаллай инем.

Һеҙҙең затығыҙҙа уҡымышлы, зыялы шәхестәр ҙә булғандыр, әҙәм балаларының күп сифаттары нәҫелдән бирелә бит.

- Атайым яғынан олатайым Сәйфулла Ғәбитов Маҡар ауылындағы май заводында мастер булып эшләгән, ауыл мөхите өсөн завод исемен йөрөткән предприятиела эшләү үҙе бер мәртәбә һаналғандыр ул саҡтарҙа. Әллә ни тиклем уҡыу эләкмәһә лә, грамоталы кеше була, уның ғәрәп графикалы яҙмалары ла бар ине. Сәйфулла олатайымдың 6 балаһы ла, һөнәри уҡыу йорттарын тамамлап, тормошта үҙ урындарын таба. Оло ҡыҙы Фәүзиә башланғыс кластарҙа уҡыта, икенсе улы Абдулла оҙаҡ йылдар дауамында Маҡар урта мәктәбенедә директор булып эшләй, уҡытыусыларҙың II Бөтөн Союз съезына делегат булып һайлана. Бына шул бабайыбыҙ, съезд делегаттары алдында ҡурайҙа уйнап, боронғо башҡорт көйҙәренең береһен йырлап та күрһәтә. Уның шундай баҙнатлы, ҡыйыу булыуының сәбәптәре лә билдәле: ни тиһәң дә, 17 йәшендә генә фронтҡа алынып, армия хеҙмәтендә 8 йыл йөрөп ҡайтҡан кеше була. Бабайым һөйләүенсә, тыуған яҡтарын, ғәзиз туғандарын һағынған саҡтарында ватыҡ самолет фюзеляжынан киҫеп алынған алюмин көпшәнән үҙе эшләп алған ҡурайында уйнап, һағышын баҫ-ҡан.
Абдулла бабайым минең рухи остаздарымдың береһе булды. Ул үҙе тәүҙә Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында белем алһа, һуңынан Ырымбур педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Мәктәптә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү предметтарын уҡытты. Һәр бер дәрес политинформация менән башланып китә торғайны, "Правда" гәзитенән алынған мәғлүмәттәр хаҡында һөйләп, башҡаларға аңлатыуым хәтеремдә ҡалған. Икенсе бер уҡыусы "Комсомольская правда" гәзитенә байҡау эшләй. Бер яҡтан, беҙҙе гәзит уҡыуға ылыҡтырһалар, икенсе яҡтан, ошо рәүешле аҙмы-күпме сәйәси тәрбиә лә ғәмәлгә ашырылған. Шул уҡ "Йәмғиәтте өйрәнеү" дәрестәрендә үҙебеҙҙе лә ил һәм донъя кимәлендә барған хәл-ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар итеп тоя инек. Бабайым мине район кимәлендә уҙғарылған предмет олимпиадаларына йөрөттө, уларҙа ҡатнашыу беҙҙең өсөн фекерләү, камиллашыу мәктәбе булғандыр, тим.
Атайыма килгәндә, ул, олатайымдың иң кесе улы булып, 1939 йылда донъяға килгән. Уның ғүмере буйына ҡабатлап әйтеп йөрөгән бер һүҙе иҫемдә: "Эх, атайҙың ниндәй булғанын бик күргем килә ине". Мин үҙем дә атай ҡыҙымын, ул мине бик яратып үҫтерҙе, ҙур өмөттәр бағланы. "Ни эшләп малай булып тыуманың икән, иң ышаныслы кешем булыр инең", - тип әйтер ине. Атайым мине маҡсатлы тормош юлына баҫтырыусы булды, шуға күрә уға бик рәхмәтлемен. Ул колхозда ябай шофер булып эшләне, оҙайлы командировкаларҙа йөрөп, ҙур илебеҙҙе айҡап-байҡап сыҡҡан кеше. Матур итеп гармунда уйнаны, шиғырҙар яҙҙы. Тик уның йәшлеге һуғыштан һуңғы йылдарға тура килеп, юғары белемгә эйә булыу мөмкинлеге булмай. Шуға күрә үҙенең 4 балаһын уҡытыу, белемле кеше итеү өсөн барыһын да эшләне. Аллаһҡа шөкөр, дүртебеҙ ҙә юғары белем алып, зыялы шәхестәр рәтенә баҫтыҡ.

Һеҙ билдәле ғалимә, тел белгесе булараҡ, ғилми тикшеренеүҙәр алып бараһығыҙ, бер үк ваҡытта вуз уҡытыусыһы сифатында башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика өлкәләре өсөн кадрҙар әҙерләйһегеҙ. Эшегеҙҙең ғәмәли яғының мөһимлеген бер кем дә инҡар итмәй. Тел даирәһе бик киң, лингвистар ниндәйҙер бер айырым темалар буйынса тикшеренеүҙәр алып барып, бик күп ғилми мәҡәләләр, монографиялар баҫтырып сығара. Ә ябай кешеләр, ғәҙәттә, ғилми эштәр менән ҡыҙыҡһынмай, ғалимдар яҙғанды уҡып та бармай. Тел ғилеме "саф фән", ғалимдар өсөн генә кәрәкме, уның әһәмиәте нимәлә һуң?

- Тел теорияһы - лингвистика фәненең нигеҙе. Төрки телдәре һәм, ғөмүмән, донъя телдәре араһында башҡорт теле лә айырым бер урын биләй. Шуға күрә башҡорт тел ғилемен, төрки һәм бар донъя лингвистикаһы рәтенә индереп, айырым тел тәғлимәте итеп ҡарау фарыз. Башҡорт теле өлкәһендәге теоретик тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр уны фәнни яҡтан яҡтыртыу һәм нигеҙләү өсөн кәрәк. Әлбиттә, тел теорияһын ғалимдар яҙа, уны бар тәрәнлегендә шул уҡ лингвистар, тел белгестәре аңлай һәм ҡуллана. Әйтәйек, йыһан киңлектәрен өйрәнгән ғалимдарҙың космос тураһындағы теоретик тикшеренеүҙәре һәм һығымталары ни өсөн кәрәк тип, бер кем дә дәғүә белдермәй бит. Башҡорт теленең теорияһы, йәғни тәғлимәте, уның килеп сығышына һәм тарихи эволюцияһына асыҡлыҡ индерә, ә был туған телебеҙҙе фәнни яҡтан бар донъя кимәленә сығарыу мөмкинлеген бирә.
XXI быуаттағы башҡорт тел ғилеме, XIX - XX быуаттарҙа уҡ башланған тикшеренеүҙәрҙе яңы кимәлдә дауам иткән хәлдә лә, элеккеләренән күпкә айырылып тора. Ни өсөн? Тел йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе сағылдыра, уның менән бергә үҫешә, уны өйрәнеүсе лингвистика фәнендә шулай уҡ яңы алымдар ҡулланыла, яңы теоретик һығымталар эшләнә. Уларҙы филологик белеме юғары кимәлдә булмаған кешеләргә лә аңлатып була, ә был тикшеренеүсе ғалимдарҙың ошондай ихтыяжы булыуы менән бәйле. Шәхсән морфология, морфонология, морфемика буйынса белгесмен. Ябай уҡыусыларға, студенттарға, мәктәп һәм вуз уҡытыусыларына ошо өлкәләргә ҡараған тикшеренеү һөҙөмтәләрен еткереп була - бының өсөн махсус ҡулланмалар һәм дәреслектәр сығарырға тура килә. Әлбиттә, аңлайышлы булһын өсөн, ҡулланылған терминдарҙы, теоретик һығымталарҙы бер ни тиклем ябайлаштырыу, үҙгәртеберәк биреү фарыз. Әгәр шулай эшләмәйһең икән, ғилми тикшеренеүҙәреңдән артыҡ фәтеүә булмаясаҡ.

Был осраҡта тел уҡытыу методикаһы мәсьәләләренә иғтибарлы булыу кәрәктер. Ғилми сығанаҡтарға таянып, өйрәнелгән телдең үҙенсәлектәренә уҡыусылар иғтибарын йүнәлтә алыу йәһәтенән, үҙебеҙҙең башҡорт телен уҡытыуҙа ла оригиналь алымдар ҡулланып булалыр бит?

- Эйе, була, әлбиттә. Миҫал килтерәйем. Мин һеҙҙән "Башҡорт телендә нисә килеш бар?" тип һораһам, "алтау" тип яуап бирәсәкһегеҙ. Рус теле грамматикаһына яраҡлаштырып ҡабул ителгән, күнегелгән методика буйынса шулай. Студенттарыма ла һөйләйем: һеҙ үҙ уҡыусыларығыҙға ла ошо 6 килеш тураһында ғына аңлатма бирәһегеҙ икән, ошо 6 һаны уларҙың аңына һеңеп ҡаласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ғалим-филолог Радик Зарипов башҡорт телендә 19 килеш формаһы булыуы хаҡында яҙа. Мин үҙем 19 уҡ тип иҫәпләмәһәм дә, 13 килеш формаһын ҡабул итәм. "Ә телебеҙҙә башҡа бер килештәр бармы икән?" тип һораһаң, улар ғәжәпкә ҡаласаҡ. Мәктәптә килештәрҙе өйрәнгәндә бына ошо хаҡта ла уҡыусыларға аңлайышлы ғына итеп әйтеп үтергә була. Ошондай миҫалдар килтерәһең икән, уҡыусыларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна, уларҙың бер-икеһе булһа ла тәрәнерәк фекерләй башлай, уҡытыусыһына һорауҙар бирә.

XI быуаттың төрки телдәре белгесе, ошо өлкә буйынса энциклопедик мәғлүмәт эйәһе булған Мәхмүт Ҡашғари 20 төп төрки телдәре араһында башҡорт телен дә атап киткән, тимәк, телебеҙҙең бай тарихы бар. Шуға күрә тел уҡытыу өлкәһендәге тағы ла бер мәсьәләгә ҡағылышлы һорау: мәктәп программаларына ярашлы, уҡыусыларҙы телебеҙҙең килеп сығышы, тарихы менән таныштырыу ҡаралмаған, ә был мөһим проблема түгелме ни?

- Эйе, быныһы дөрөҫ. Әммә мәктәп уҡытыусыһы, теге йәки был тема менән бәйләп, артыҡ төпкә төшмәйенсә, тел тарихына ҡағылышлы моменттарҙы ла аңлатып китә ала. Был осраҡта тел уҡытыусыһының үҙенең мәғлүмәтле булыуы мөһим. Ә беҙҙең факультетта студенттар тел тарихын мотлаҡ өйрәнә, был предметты яҡшы әҙерлекле белгестәр уҡыта. Беҙҙең факультетты тамамлап, мәктәп системаһында эшләп йөрөгән уҡытыусыларыбыҙ тел тарихы буйынса белемдәрен ҡуллана ала икән, быны хупларға ғына ҡала. Әммә был осраҡта мәктәптә генә, уҡыусылар, уҡытыусыларыбыҙ ғына түгел, ғалимдарыбыҙҙың да телебеҙҙең боронғолоғона тейешле баһа биреп еткермәүе хаҡында әйтеп үтеү кәрәк. Ә ошондай боронғолоҡ билдәләре телебеҙҙә ярылып ята бит - быны күреү, белеү һәм баһалай алыу бик мөһим. Шул уҡ Ҡашғари тураһында уҡыусыларға аҙ ғына булһа ла мәғлүмәт бир - был уларҙың зиһененә уйылып ҡаласаҡ, ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.
Билдәле булыуынса, ошо ғалим төрки халыҡтары йәшәгән ерҙәргә сәйәхәт иткән, уларҙың тел айырымлыҡтарын өйрәнгән. Башҡорт теле хаҡында мәғлүмәтле булғас, уның башҡорттар менән осрашҡан булыуын фаразларға ҡала. Бында беҙҙең өсөн бына нимә бик мөһим: 1000 йыл әүәлерәк үк башҡорт теле айырым бер тел булып танылған. Ошо мәғлүмәтте тарихҡа индереп, теркәп ҡалдырған өсөн генә лә беҙ Мәхмүт Ҡашғариға рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Һеҙ бер матур идея бирҙегеҙ әле: башҡорт теле буйынса олимпиадалар уҙғарғанда ниндәй боронғо тел белгесенең башҡорт телен 20 төп төрки телдәре иҫәбенә индереүе хаҡында. Шундуҡ яуабын таба алмаһалар ҙа, аҙаҡтан уйланасаҡтар, белешмә эҙләйәсәктәр. Башҡорт теленең фонетикаһына, фонологияһына бәйле темаларҙы өйрәнгәндә телебеҙҙәге тамаҡ һәм тел-теш ярҙамында хасил булған өндәрҙең боронғолоғона, башҡа бер телдәрҙә һаҡланмауына уҡыусыларҙың иғтибарын йүнәлтергә кәрәк. Боронғо кешеләрҙең телдәрендә иң элгәре һуҙынҡы өндәрҙең өҫтөнлөк итеп, тора-бара уларға төрлө тартынҡы өндәр ҡушылыуы һөҙөмтәһендә тәү һүҙҙәрҙең хасил булыуы механизмын балаларға аңлатып була. Дәрестәрҙә ябай ғына миҫалдар нигеҙендә морфемика - һүҙ яһалышы хаҡында әңгәмә ҡороп була: мәҫәлән, һуҡмаҡ, туҡмаҡ, суҡмар, ҡоймаҡ һ.б. һүҙҙәрҙең нисек яһалыуын уҡыусылар үҙҙәре лә тиҙ төшөнә башлай.
Уҡытыусыларыбыҙ һәр бер дәрескә, ниндәй генә тема ҡаралмаһын, тел менән бәйле ҡыҙыҡлы элементтар индерә ала икән, ул уҡыусыларға ыңғай йоғонто яһай. Бына элегерәк ғалимыбыҙ Р.Ф. Ишберҙиндың "Ҡыҙыҡлы грамматика" тигән китабы популяр булды, бына ошондай әсбаптарҙы, яңынан баҫып сығарып булһа ла, ҡулланыу фарыз.

Тел ғилеме өлкәһенә ҡайтһаҡ, беҙ яңынан-яңы фән кандидаты һәм докторы исеменә дәғүә иткән ғилми диссертацияларҙың, айырым хеҙмәттәрҙең, монографияларҙың күбәйә барыуына шаһитбыҙ. Был, әлбиттә, башҡорт тел ғилеме өсөн ҡыуаныслы күренеш. Шул уҡ ваҡытта телебеҙҙең фундаменталь проблемаларына иғтибар аҙайғандай тойола. Башҡорт телен донъя лингвистикаһы кимәленә күтәргән Николай Дмитриев, Жәлил Кейекбаев кеүек ғалимдар башлаған фундаменталь тикшеренеүҙәрҙең дауамы булырмы икән?

- Минең шәхси фекерем ошондай. Телдең, ул даими үҫеш кисергән хәлдә лә, билдәле бер сиктәре һәм ҡалыптары бар. Ҡасандыр уның теоретик нигеҙҙәре билдәләнгән, заманында фундаменталь ғилми тикшеренеүҙәр уҙғарылып, тейешле һығымталар эшләнгән икән, уны ҡайтанан ҡарау кәрәкме һуң? Әлбиттә, ваҡыты-ваҡыты менән тел теорияһын тәнҡит күҙлегенән ҡарап сығыу хилафлыҡ түгелдер, әммә беҙҙең корифейҙарыбыҙ Николай Дмитриев һәм Жәлил Кейекбаевтың башҡорт теле һәм төрки телдәре буйынса яҙған ғилми хеҙмәттәрен фән кандидаты йә иһә докторы исемдәренә дәғүә иткән диссертацияларҙа тикшереү мораль яҡтан дөрөҫ булмаҫ ине, тип уйлайым. Ә хәҙерге осорҙа башҡорт теле буйынса алып барылған ғилми тикшеренеүҙәрҙең темалары, бәлки, тарыраҡ булып күренәлер, шулай ҙа бына нимәгә иғтибар итергә кәрәк: фонология йә иһә морфемика өлкәләрендә ниндәйҙер бер яңылыҡ табыу мөмкин дә түгелдер, әммә тел лексикаһы, терминология буйынса ғилми тикшеренеүҙәр әле лә бик актуаль, һәм тап шул проблемаларға арналған ғилми хеҙмәттәргә ерлек бар. Уйлауымса, шул уҡ Мәхмүт Ҡашғариҙың XI быуатта яҙылған "Диван лөғәт ат-Төрк" энциклопедик һүҙлеге буйынса ниндәйҙер яңы ғилми тикшеренеүҙәр уҙғарыуҙың, диссертациялар яҙыуҙың кәрәге юҡтыр.

Башҡорт әҙәби теле уҙған быуаттың 20-се йылдарында уҡ формалаша башланы, уның өс диалекты ентекләп өйрәнелгән. Һуңғы йылдарҙа төньяҡ-көнбайыш диалектына ярашлы яҙма тел булдырыу, дәреслектәр баҫыу хаҡында һүҙ ҡуйыртыла. Ошо хаҡта үҙ фекерегеҙҙе әйтеп китһәгеҙ ине.

- 2020 йылда беҙ БР Башлығы грантын отҡайныҡ, шуға ярашлы төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ҙур экспедиция ойошторҙоҡ. Экспедиция ағзалары барлығы 418 ауылда булып, урындағы халыҡ менән аралашып ҡайтты. "Уҙған быуаттың 70-се йылдарынан бирле ғалимдарҙың беҙгә килеп, беҙҙең һөйләште өйрәнеп йөрөгәне булманы. Бына һеҙ ҡалай башҡортса таҙа, матур итеп һөйләшәһегеҙ", - тип тә әйтеүселәр булды. Мин уларға яуаплайым: "Һеҙ ҙә башҡортса һөйләшәһегеҙ бит, тик үҙегеҙҙең һөйләшегеҙҙә", - тим. Шунан үҙ яғымдың диалектына күсеп, "Анта, мынта, йөрөп ята шунта", - тип көлдөрөп тә алам. Башҡорттар, ниндәй генә диалектта һөйләшһәләр ҙә, бер-береһен аңлай бит инде. Башҡорт әҙәби теле шулай уҡ барыһы өсөн дә аңлайышлы. Тик бер ҡайҙа ла: "Ни эшләп беҙҙең һөйләштә дәреслек сығарылмай ул?" - тип һораған бер генә кеше лә булманы. Мин, телсе ғалим булараҡ, шул уҡ төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында өҫтәмә ҡулланмалар ғына сығарып булыр ине, тигән фекерҙәмен. Унан һуң, дәүләтебеҙҙең Мәғариф тураһындағы ҡануниәте һәр бер предмет буйынса бер генә, берҙәм дәреслек булыуын талап итә. Башҡорт әҙәби теле, дәүләт теле һәм туған тел булараҡ, ике төрлө була алмай. Факультетыбыҙҙа төньяҡ-көнбайыш райондарҙа тыуып үҫкән студенттар ҙа уҡый, һәм улар саф башҡорт әҙәби телендә бик таҙа һөйләшә лә, уҡый-яҙа ла белә.

Республикабыҙ мәктәптәрендә башҡорт теле байтаҡ йылдар буйына дәүләт теле булараҡ та уҡытыла. Әммә был мәсьәлә буйынса ла хәл ителеп бөтөлмәгән проблемалар бар, атап әйткәндә, шул уҡ уҡытыу концепцияһы, дәреслектәр буйынса ла.

- Эйе, был өлкәлә проблемалар булыуын инҡар итеп булмай. Әммә хәҙер Мәғариф министрлығы ошо предмет буйынса дәреслектәр әҙерләүгә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу тәжрибәһе ҙур булған, барса етешһеҙлектәрҙе күрә белгән уҡытыусыларҙы, теоретик белемле ғалимдарҙы һәм методистарҙы йәлеп итә. Башҡорт теле буйынса методистарыбыҙҙың роле ҙур бында - улар барса ижади эшмәкәрлеген тап ошо өлкәлә һынаған, танылыу тапҡан шәхестәр. Улар - БР-ҙың Мәғарифты үҫтереү институтында, университеттарыбыҙҙа эшләгән абруйлы ғалим-методистар. Дәреслек Мәғариф министерлығында махсус булдырылған Уҡытыу-методик советында тикшерелеп хупланғас ҡына баҫыуға тәҡдим ителә. Беҙҙә әҙерләнгән дәреслектәр Рәсәйҙең берҙәм федераль реестрына индерелде, мәктәптәрҙә рәсми рәүештә раҫланмаған дәреслектәрҙе ҡулланып булмай. Дәғүәләр бар икән, ата-әсәләрҙән, уҡытыусыларҙан, уларҙы бик ентекле рәүештә нигеҙләп, дәреслек авторҙарына еткерә алыу кәрәк.

Башҡорт дәүләт теле аҙнаһына бер сәғәт кенә уҡытылғас, уны предмет булараҡ уҡытыу концепцияһын төптән үҙгәртеү кәрәктер бит?

- Эш бер концепцияла ғына түгел. Барыһы ла уҡытыусының шәхесенән тора, бер сәғәт эсендә лә ул уҡыусыларын күп нәмәгә өйрәтә ала. Әлегә башҡа бер мөмкинлек юҡ. Әле хәтеремә төшә, нисек итеп Стәрлетамаҡ мәктәптәренең береһендә уҡыта башлаған осором. Дипломым буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһымын. 1995 йыл. Башҡорт телен барса мәктәптәрҙә уҡыта башлаған мәл. Бер ниндәй ҙә әҙер программалар, дәреслектәр, ҡулланмалар юҡ. Мин шуны аңлай инем: уҡыусыларымды ҡыҙыҡһындыра, әүрәтә алһам, уңыш ҡаҙанасаҡмын. Айыуҙы бейергә өйрәткән кеүек булды инде. Дәрт-дарман, көслө эмоциялар булһа, хатта йырлап, бейеп тороп башҡорт теленә башҡа милләт балаларын да өйрәтеп булыуына үҙ тәжрибәмдә инандым. Эш башлаған йылымда уҡ "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашып, лауреат та булдым.

Башҡорт теле орфографияһына ҡағылышлы проблемалар булыуы хаҡында әйтеп үтмәйенсә булмай. Мәрхүм ғалимыбыҙ Рәшит Закир улы Шәкүров та башҡорт теленең орфография ҡағиҙәләрен ҡайтанан ҡарау зарурлығы менән килешкәйне.

- Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында ла ошо хаҡта һөйләшеү булды. Орфография өлкәһенә ҡараған һорауҙар күп йыйылып киткән, уларҙы ваҡытында хәл итеү фарыз. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология комиссияһының яңы составы ошондай мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ. Орфография ҡағиҙәләре тел ҡанунына торошло, һәм уларҙың мотлаҡ үтәлеүенә өлгәшеү кәрәк. Уҙған йылдың декабрендә 70 муниципалитет сәркәтиптәрен йыйып, кәңәшмә уҙғарылды. Төп бурыс - алтаҡталарҙың, урам исемдәренең, төрлө күрһәткестәрҙе эш режимының һ.б. башҡорт телендә дөрөҫ яҙылыуын тәьмин итеү. Кем нисек теләй, шулай яҙыуға сик ҡуйылырға тейеш.

Быйыл башҡорт теле факультеты ойошторолоуға - 95 йыл, яңыртылған башҡорт теле, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына 35 йыл тулды. Әйтергә кәрәк, баш-ҡорт телен фән булараҡ өйрәнеү, башҡорт теле уҡытыусыларын әҙерләү йәһәтенән ошо факультет өлгәшкән ҡаҙаныштарҙы һанап бөтөп тә булмаҫ ине. Йөҙәрләгән башҡорт шағирҙары, яҙыусылары, журналистары, фән кандидаттары һәм докторҙары Башҡортостаныбыҙҙың төп университетының ошо факультетын тамамлаған. Был изге эстафетаны факультеттың хәҙерге быуын уҡытыусылары дауам итә.

- Беҙҙең факультет университеттың ябай ғына бер өлөшө түгел, ул белем биреү, фәнде үҫтереүгә генә иғтибар йүнәлтмәйенсә, шәхестәр тәрбиәләүсе, хатта ниндәйҙер кимәлдә сәйәси аңды ла формалаштырыусы берәмек, сөнки тап ошонда республикабыҙ өсөн байтаҡ ҡына милли кадрҙар әҙерләнә. Элекке Башҡорт дәүләт университетының (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының) башҡорт бүлеген тамамлағандар араһында бихисап дәүләт эшмәкәрҙәре, фән әһелдәре, мәғариф алдынғылары, әҙәбиәт һәм тел ғилеме, фольклор буйынса абруйлы белгестәр, журналистар, көнсығыш телдәре буйынса тәржемәселәр һәм башҡа һөнәр эйәләре булыуы ғәжәп түгел. Бында хатта атҡаҙанған һәм халыҡ артистары ла уҡып сыҡҡан! Факультетта барлығы 10 тел уҡытыла. Тәржемәселәр әҙерләүгә лә иғтибар артты: башҡортсанан рус теленә һәм руссанан башҡортсаға, башҡорт теленән тура инглиз теленә һәм киреһенсә, рус теленән инглиз теленә һәм инглизсәнән руссаға тәржемә итергә өйрәтәбеҙ. Унан башҡа факультетта көнсығыш телдәренән төрөк, ҡытай, япон, фарсы, ғәрәп һәм корея телдәре уҡытыла. Студенттар ошо 6 телдең өсөһөн үҙҙәре һайлап өйрәнә, башҡалары менән ҡыҙыҡһынған хәлдә түләүле курстарға йөрөй ала.

Башҡортостандың киң матбуғат саралары өсөн милли кадрҙар әҙерләүҙә проблемалар ҙа юҡ түгелдер?

- Журналист һөнәрен һайларға теләгән абитуриенттарға ҡытлыҡ юҡ. Әммә ошо бүлектә уҡыу түләүле, был үҙе үк башҡорт мәктәптәрен тамамлаусылар өсөн ҙур кәртәгә тиң. Улар журналистика бүлегендә түләүле нигеҙҙә уҡырға теләк белдермәй. Журналистар форумында башҡорт журналистарын әҙерләүгә бюджет урындары бүлеү хаҡында һорау күтәрелгәйне, шул саҡта республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың күрһәтмәһе менән 10 урын булдырылғайны. Беҙҙең факультетта башҡорт журналистикаһы бүлегендә әлеге мәлдә ни бары 10 студент уҡый. Әммә 2022 йылдан һуң ошо маҡсатта бюджет урындары бүленмәне. Ошо 10 студенттың барыһы ла тиерлек йә телевидениела, йә радиола эшләп йөрөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытлы матбуғат сараларында эшләргә атлығып тороусылар юҡ, уларҙың береһе лә гәзит, журнал редакцияларын һайламаны. Бында эш хаҡтарының бик түбән булыуы ла бәкәлгә һуға. Шулай ҙа башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат сараларының киләсәге булыр, улар өсөн милли кадрҙар әҙерләүгә лә дәүләт иғтибары артыр тиергә ерлек булһын.

Шулай итеп...
Халҡыбыҙҙың күп быуатлы боронғо тарихы бар, боронғолоҡ аңҡып торған гүзәл теле бар. Ер йөҙөндә халҡыбыҙ йәшәй икән, уның милли асылына тиң теле лә йәшәр. Был ата-әсәләребеҙҙең, уҡытыусыларыбыҙҙың туған телебеҙҙең халҡыбыҙ яҙмышы өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген аңлауынан да тора. Башҡорт балалары бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың гимнға торорлоҡ "Туған тел" шиғырын киләсәк быуаттарҙа ла ғорурланып яттан һөйләр, тигән ышаныстан яҙмайыҡ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.25 | Ҡаралған: 68

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru