«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АШҠАҘАР" - МӨХӘББӘТЛЕ РАДИО
+  - 


Был көндәрҙә үҙенең ун биш йәшен билдәләгән "Ашҡаҙар" радиоһын хаҡлы рәүештә "Мәҙәни канал" тип атайҙар. Эфир тулҡындарында күңелгә хуш килерлек тапшырыуҙар, радио фонданан йыр һәм һүҙ сәнғәте өлгөләрен тыңларға һәм, әлбиттә, бөгөнгө ҡаҙаныштары тураһында тулы мәғлүмәт алырға була. Бына шундай рухи хазинаны туплау, халыҡҡа еткереү буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барыла был редакцияла. "Ашҡаҙар" радиоһының баш мөхәррире Рәйсә Рәйес ҡыҙы ҠАЗБУЛАТОВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Рәйсә Рәйес ҡыҙы, "Ашҡаҙар" радиоһының 15 йыллығына арнап, бик йөкмәткеле китап донъя күрҙе. Эфирҙы тик башҡорт телендә генә яңғыратып торған радионың тыуыу, гөрләтеп эшләп китеү тарихы бик үҙенсәлекле. Шул тарихты һәм уның бөгөнгө эшмәкәрлеген китапта сағылдырыу ауыр булманымы?

- Китап сығарыу идеяһы ҡапыл тыуҙы, тиһәм, дөрөҫ булыр. "Ашҡаҙар" радиоһының 15 йыллығын билдәләү ниәтендә тәүҙә эфирҙа "Аҙымдар" тапшырыуын астыҡ. Сентябрҙән башланды ул. Унда һәр йәкшәмбе радиоға нигеҙ һалған, уны ойоштороуҙа ҡатнашҡан, ҡасандыр эшләп киткән, бөгөн ең һыҙғанып хеҙмәт иткән ижадсыларҙың иҫтәлектәрен бирә барабыҙ. Иҫтәлектәр арыу ғына йыйылып киткәс, ниңә баҫма вариантын да сығармаҫҡа, тигән уй килде. 15 йыл эсендә матбуғатта ла күп кенә мәҡәләләр донъя күргән, фотолар ҙа күп йыйылған. Шуларҙың иң-иңдәренән ыҡсым ғына ҡулъяҙма тыуҙы. Күберәк иҫтәлектәр йыйыу, радио тарихын шәхестәр күҙлегенән барлау китаптың төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Иҫтәлектәр рәсмилектән азат, йылы, уҡымлы, шәхси кисерештәр, уңыштар, хәл-ваҡиғалар менән бәйле булһын, тип уйлағайным. Шулай килеп сыҡты ла. Шәхестәрҙең радиоға бик үк ҡағылышлы булмаған фекерҙәрен дә ҡалдырҙыҡ. Сөнки улар яҙмышындағы факттар - уҡыусы өсөн шулай уҡ ҡыҙыҡлы. Йәнә яҙмаларҙа буласаҡ журналистарға, мөхәррирҙәргә, алып барыусыларға, тауыш режиссёрҙарына, башҡа радио хеҙмәткәрҙәренә ҡулланма булырлыҡ фекерҙәр, профессиональ кәңәштәр бар.

Ун биш йыл әллә ни күп ваҡыт түгел дә һымаҡ, ләкин һәр осор үҙенең ниндәй ҙә булһа асыштары, боролоштары, шулай уҡ унда эшләгән кешеләре менән иҫтә ҡала...

- Радионы ойоштороуҙа 2010-2016 йылдарҙа "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директорының радио тапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәров менән "Ашҡаҙар" радиоһының тәүге баш мөхәррире Миләүшә Ҡасим ҡыҙы Ғәлиева-Йәғәфәрованың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уларҙы юҡҡа ғына "Ашҡаҙар"ҙың атаһы менән әсәһе тип атамайҙар. Тап улар каналдың концепцияһын, маҡсаттарын билдәләүгә, йөкмәткеһен булдырыуға күп көс һалған. Эфирға бирелгән һәр йырҙы шәхсән үҙҙәре тыңлап һайлауы, Миләүшә Ҡасим ҡыҙының радио биҙәлеше өсөн шиғыр китаптарын "ҡосаҡлап" йоҡлауы - оло хөрмәт уята торған факттар. Эштәренә фанаттарса бирелгән кешеләр яратып тыуҙырған "Ашҡаҙар"ҙы. Тормош бит, коллектив та, етәкселәр ҙә алмашынып торған. Ләкин береһе лә ваҡытлыса килдем тип эшләмәгән. Һәр береһе моңло радионың тулҡындары тынмаһын өсөн йөрәк йылыһын, оҫталығын, фантазияһын һалған. Был иҫтәлектәрҙә лә сағыла.
Бөгөн дә коллективта бик көслө, тәжрибәле журналистар эшләй. Барыһы ла тип әйтерлек "Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ. Күптәре радионың тәүге көндәренән алып хеҙмәт итә. Урал Ниғмәтуллин, Фәнүзә Баһауетдинова, Фәрзәнә Аҡбулатоваларҙың ҡаҙаныштарын һанамай, исемдәрен атау ҙа етә. Сығарылыш мөхәррире Гөлдәр Шәрипова ошо йылдар эсендә үҙен эфирҙы, редакция эшен шәп ойоштороусы, координациялаусы итеп күрһәтте.
и Һәр радио үҙенең "тауыштары" менән айырылып тора. Был йәһәттән мәҙәни каналға тоғролоҡ һаҡлаған сәнғәт оҫталары ла бар...
- Тап шулай, һәм "Ашҡаҙар"ҙың алтын тауыштары тураһында айырым әйтеп китергә кәрәктер. Халыҡ артистары Нурия Ирсаева менән Олег Ханов инде ун биш йыл тоғро тыңлаусыларыбыҙҙы иртә таңдан уята, көн буйы оҙата бара. Ҡанатлы фекерҙәр, күңелде үҫтерер шиғри юлдар, афоризмдар тап улар тауышы менән яңғырай. Яңы миҙгелдән уларға билдәле актерҙар Светлана Хәкимова менән Салауат Юлдашбаев тауыштары өҫтәлде.

"Ашҡаҙар" радиоһы халҡыбыҙ өсөн тағы нимәһе менән ҡиммәт һәм ҡәҙерле?

- Тәү сиратта алтын фондта тупланған алтын яҙмаларҙы һаҡлауы һәм тыңлаусыға ишеттереүе менән ҡиммәт ул. "Ашҡаҙар" - Башҡортостан радиоһының төп вариҫы тип әйтергә тулы хоҡуғыбыҙ бар. Сөнки фонд яҙмалары тулы кимәлдә тик беҙҙең эфирҙа ғына яңғырай. Ә фонд өсөн тәүге яҙмалар 1951 йылда эшләнә башлаған. 75 йылға яҡын арауыҡта радио архивында 50 меңдән ашыу яҙма тупланған. Шуларҙың биш меңгә яҡыны - әҙәби әҫәрҙәр: проза, поэзия, спектаклдәр. Бер мең ярымы - музыкаль һәм тематик тапшырыуҙар. Ә йырҙар һәм музыкаль әҫәрҙәр 30 меңдән күберәк. Беҙ уларҙы һайлап, теге йәки был датаға тура килтереп, ҡайһы ваҡыт ҡабат монтажлап, тауыш сифатын яҡшыртып, тыңлаусыға еткерәбеҙ.
Һәр осорҙоң үҙ проекттары, тапшырыуҙары, акциялары, традициялары булған. Мәҫәлән, һәр эш көнөндә эфирға сыҡҡан "Беҙҙең донъя", "Сәсмәүер", "Илһам", "Ижади портрет" проекттары, репортаждар тәүге көндән бөгөнгәсә йәшәп килә. Төрлө йылдарҙа "Матбуғат", "Үткәндәр һағында", "Мәңгелек моң", "Музыка донъяһы", "Атылған йондоҙ", "Тарихнамә", "Тыуған төйәк", "Мәҙәни майҙан", "Ике йондоҙ" тапшырыуҙары, "Халыҡ әйтһә", "Премьера", "Халыҡ лаҡаптары", "Етегән" рубрикалары сыҡҡан. Уларға яңылары өҫтәлә: "Бер ауылдың тарихы", "Ырыуың кем?", "Башҡортостан бында башлана", "Ябай тел менән", "Алтын фондтан - алтын яҙмалар", "Ашҡаҙар"ҙа - премьера!", "Ҡурай иле", "Уйна, гармун!" һәм башҡалар. Республика Милли китапханаһында "Бәйләнештә" селтәренә тура трансляция менән ойошторолған "Онотолмаҫ осрашыуҙар"ҙы халыҡ шулай уҡ яратып ҡабул итә. Тематик көндәр һәм аҙналыҡтар ҙа тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Ҙур проекттарҙың береһе - "Ашҡаҙар моңдары" фестивале тамашасы күңелен тиҙ арала яулап алыуын әйтергә кәрәктер. Был проект күпме таланттарҙың исемдәрен асты, уларға ҙур сәхнәгә сығырға мөмкинлек бирҙе. Был изге эш артабан да дауам итерме?

- Эйе, "Ашҡаҙар моңдары" фестивале халыҡ йырҙарын башҡарыусы һәүәҫкәр йырсылар араһынан иң оҫталарын ҙур сәхнәгә сығарҙы, радионың мәртәбәһен күтәрҙе, киңерәк танытты. Тәүге йылда уҡ конкурс төбәк-ара кимәлгә сыҡты, унда Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәһе маһирҙары ҡатнашты. Матур башланғысты артабан даими нигеҙҙә дауам итергә ниәтебеҙ.
Хәҙер мәғлүмәт сығанаҡтары күп. "Ашҡаҙар" исемле моңло, рухлы радионың барлығын төрлө акциялар, проекттар менән халыҡтың иҫенә төшөрөп торорға, иғтибар үҙәгендә булырға кәрәк. Коллективта матур йолалаларға, матур осрашыуҙарға нигеҙ һалынған. Халыҡ менән аралашыу социаль селтәрҙә лә әүҙем бара. Киләсәктә иң яҡшы әҙәби әҫәрҙәре, башҡорт эпостарын халыҡҡа еткереү йүнәлешен тағы ла йәнләндереп ебәрергә теләйбеҙ. Радионың алтын фондындағы байлыҡты файҙаланып, заманса форматта саралар үткәреү идеяһы ла бар. Ижад өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ. Бары теләк һәм милли мәҙәниәтебеҙгә мөхәббәт һәм ихтирам ғына кәрәк.

Тыңлаусыларҙың бер үтенесен дә иҫкә төшөрөргә кәрәктер. Улар "Ашҡаҙар"ҙы юғары йышлыҡта иркен тыңлау мөкинлеге булһын ине, тиҙәр.

- Был беҙҙең дә иң ҙур хыялыбыҙ - ФМ-дың юғары йышлыҡтарына, киңерәк аудиторияға сығыу. Яңылыҡ түгел, был мәсьәләне элек тә бер нисә тапҡыр күтәргәндәр. Тамсы тама-тама таш тишә. Ныҡышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирер тип өмөтләнәбеҙ. Әле лә Башҡортостандың интернет булған һәр ауылында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә "Ашҡаҙар"ҙы тыңлау мөмкинлеге бар. Һәм тыңлайҙар ҙа, кире бәйләнештәр шул хаҡта һөйләй. Тимәк, юбилей йылында үткәндәрҙе барлап, иң матур, һөҙөмтәле алымдарҙы ҡулланып, яңыларын үҙләштереп, артабан тоғро тыңлаусыларыбыҙға хеҙмәт итергә генә ҡала!

ШУЛАЙ ИТЕП...
Яратып эшләнгән эш кенә уңышлы һәм емешле була. "Ашҡаҙар"ға халыҡ моңдарына ғашиҡтар, телгә, әҙәбиәткә, сәнғәткә, ил, ер, халыҡ яҙмышына битараф булмағандар килә. Алтын фондта тупланған алтын яҙмалар ҙа тап шундай заттар тарафынан тыуҙырылған, улар - оло һөйөү емеше. Тимәк, "Ашҡаҙар"ҙы мөхәббәтле радио булғаны өсөн яраталар.


"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.25 | Ҡаралған: 80

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru