![](up/photos/_2025/0525/yal.jpg)
2024 йылдың октябрь аҙағында Өфөлә этнотуризм буйынса IV Халыҡ-ара форум үтте. Был - Башҡортостанда туризмдың йылдам үҫешен күрһәткән бер билдә. Һуңғы осорҙа республикабыҙ Ваҡиғалар туризмы өлкәһендә "Russian Event Awards" Халыҡ-ара премияһының I дәрәжәһенә өлгәште, шулай уҡ Тверь ҡалаһында үткән "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы һәм "Йыл Маршруты" Бөтә Рәсәй туристик премияһына лайыҡ булды. Ғөмүмән алғанда, бөгөн был тармаҡ беҙҙең республикала һәм тотош Рәсәйҙә ҡеүәтле индустрия булараҡ формалашыу мәлен кисерә. Ошо хаҡта һәм үҙе етәкләгән ойошманың эшмәкәрлеге тураһында "Урал батыр" туроператоры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Айгөл Рәсим ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
"Урал батыр" туроператоры исеменән үк ойошманың этнотуризмға яҡын тороуы тураһында ишаралай. Ни өсөн был йүнәлешкә айырым иғтибар бүләһегеҙ?
- Ойошма ғаилә бизнесы булараҡ барлыҡҡа килә. Кинйә Сәғит улы Күскилдин нигеҙ һала уға. Эҙләнеүҙәр, төрлө проекттар аша 2014 йылда ул башҡалар бик үк ҡағылмаған этнотуризм темаһын күтәреп сыға. Шул рәүешле "Урал батырҙың алтын билбауы" маршруты тыуа. Төбәгебеҙҙең хозур тәбиғәтен, тарихын, этнографияһын үҙ эсенә алған, уйланылған бай тематикалы күп көнлөк турҙар ойоштороу һөҙөмтәле була. Ул Өфөнән башланып, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ғафури райондары аша үтә. "Урал батыр" эпосы ваҡиғаларының башы Учалы районында һаҡланһа, Бөрйәндә халҡыбыҙҙың үлемһеҙ ауыҙ-тел ижады Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Йылҡысыҡҡан күлендә һынланған. Ҡая таштар, ҡуйы урман, йылға-күлдәр, үткән дәүерҙәр эҙен һаҡлаған ҡомартҡылар һәм тәүтормош заманын һүрәтләгән боронғо халыҡ ижады, бер-береһен тулыландырып, туристар алдында Башҡортостандың камил бер образын тыуҙыра, уны бөтә донъяға таныта. Ә "алтын билбау"ға килгәндә, маршрут Көньяҡ Уралдың алтын ятҡылыҡтары киң таралған Белорет, Учалы, Баймаҡ райондары аша үтә, республикабыҙҙың ер аҫты хазиналарына ла бай булыуын күрһәтә. Ғөмүмән алғанда, беҙҙә туризмдың үҫеш өҫтөнлөгө нәҡ ошо этно йүнәлешендә ята, тип уйлайым. Сит өлкәләрҙән туристы иң элек Башҡортостандың тәбиғәте ылыҡтыра. Килгәс, ул милли аштан ауыҙ итә, милли кейемде кейеп ҡарарға ынтыла, уның нисек эшләнеүе менән ҡыҙыҡһына, милли кәсеп серҙәре тураһында белешә. Кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, күн әйберҙәр эшләү, ҡымыҙ бешеү, солоҡсолоҡ - барыһы ла уның өсөн ҡыҙыҡ.
Туризм өлкәһендә эшләгән башҡа бик күп фирмаларҙың береһе булараҡ, "Урал батыр" туроператоры миҫалында Башҡортостанда тармаҡтың һуңғы осорҙағы үҫеш юлын күҙалларға мөмкиндер...
- Һәр бизнес даирәһендәге кеүек үк, туризм да үҙе үҫешә һәм йәнәш тармаҡтарға этәргес бирә. Туҡланыу, ҡунаҡханалар сервисы кимәле туристар ағымы артҡан һайын юғарыраҡҡа күтәрелә. Мәҫәлән, "Мәктәп туризмы" программаһына инеп китеү өсөн балаларҙы өс йондоҙло ҡунаҡханаларҙа йоҡлатыу талабы ҡуйыла. 2020 йылда төбәктә тейешле шарттар тыуҙырған 50-гә яҡын ҡунаҡхана иҫәпләнеп, улар ҙа сертификат алмай эшләй ине. Туризмдың йылдам үҫешә башлыуы эшҡыуарлыҡтың был өлкәһенә ыңғай йоғонто яһаны. Хәҙер сәйәхәтселәрҙе яҡшы урындарҙа йоҡлатыу проблемаһы юҡ. Туҡланыу индустрияһы ла бик тиҙ яңы шарттарға ҡулайлаша. Элек ресторан-кафелар стандарт меню менән генә сикләнһә, бөгөн улар милли ризыҡ та тәҡдим итә. Милли колорит, төбәк тематикаһына арналған сувенирҙар эшләү киң ҡолас ала. Райондарҙа туристарҙы хеҙмәтләндереү үҙәктәре, базалар асыла, милли кәсептәр тергеҙелә. Шулай итеп халҡыбыҙ аҡса эшләүҙең яңы юлын үҙләштерә, урындағы иҡтисад яңы һулыш ала. Республикала профессиональ гидтар мәктәбе формалаша. Был өлкәлә инде сертификатһыҙ эшләп булмай. Һуңғы йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө нефть техник университетта һәм башҡа уҡыу йорттарында гид һөнәре буйынса өҫтәмә белем бирә башланылар.
Туризм - ул күп төрлө һәм күп тармаҡлы. Һеҙҙең фирма тағы ниндәй йүнәлештәр буйынса эшләй?
- Үҙебеҙҙе "туроператор" тип атап, фирманың үҫеш йүнәлешен билдәләгәнбеҙ. Йәғни клиенттарға ялды республиканың барлыҡ туристик мөмкинлектәренән сығып тәҡдим итәбеҙ. Был иһә - Башҡортостандың күпселек шифаханалары һәм турист базалары менән ныҡлы бәйләнешебеҙ булыуына ишара. Шуға ла мауыҡтырғыс, һәр кемдең күңеленә хуш килерҙәй турпрограммаларыбыҙ бар. Әйткәндәй, беҙҙең шифаханалар ситтә бик юғары баһалана. Социаль туризм өлкәһендәге дәүләт программаларында әүҙем ҡатнашабыҙ һәм, әлбиттә, үҙебеҙ турҙар, Ағиҙел, Инйәр йылғалары буйлап кәмәләрҙә сәйәхәт, йәйен дә, ҡышын да тәбиғәткә походтар ойошторабыҙ.
Башҡортостан халҡы әүҙем ялға ылығамы?
- Эйе, хатта ауыл кешеләре лә хәҙер тәбиғәткә сығып ял итергә әүәҫләнде. Ойошҡан туризм хеҙмәте менән дә файҙаланалар. Республикабыҙҙа иҫ киткес матур урындар шул тиклем күп, әлеге мобиль заманда уларҙы барып күреү өсөн һәр кемдең мөмкинлеге бар. Мин үҙем Башҡортостанды турфирмала эшләй башлағас астым. Уға тиклем нисектер форсат теймәне. Хәҙер йәй көндәрендә Бөрйәнгә ун тапҡыр барып урамаһам, күңелем булмай. Сөнки Бөрйән бит ул - көс биргән, рухландырған урын, унан мин илһамланып, эшкә дәртләнеп ҡайтам гел.
Эшегеҙҙә республика ярҙамын тояһығыҙмы?
- Туризм бөгөн - эшҡыуарлыҡтың тос бер тармағы. Уны заманса көйләү йәһәтенән Башҡортостан етәкселеге мөһим саралар күрә. Туризмды үҫтереү концепцияһы, дәүләт программалары ҡабул ителгән. Былтыр республикала "Торатау" этнокомплексы, "Янғантау" геопаркында "Салауат төйәге" тарихи-мемориаль паркы асылды. Шишмә районында, Тура хан мавзолейы янында, Күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәге эшләй башланы. Улар - туристарҙы ылыҡтырыр урындар. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған туризм өлкәһе хеҙмәткәре" исемен булдырыу тураһында тәҡдиме лә тармаҡҡа иғтибарҙың юғары кимәлдә икәнен күрһәтә. Ковид пандемияһы, әле килеп санкциялар эске туризмдың йылдам үҫеүенә этәргес булды. Ошо трендты иҫәпкә алып, республика туристар өсөн мөмкин тиклем ҡулай шарттар тыуҙырырға тырыша, турфирмаларға төрлө ярҙам күрһәтә.
Айгөл Рәсим ҡыҙы, гәзит уҡыусыларға һеҙҙең турала белеү ҙә ҡыҙыҡлы булыр ине...
- Сығышым менән үҙем Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылынанмын. Ә уҡыған һөнәрем буйынса, мин - педагог. Туризмға килеүемә быйыл биш йыл була - бәләкәй генә үҙенсәлекле юбилей инде. "Урал батыр" фирмаһында эшләй башлауым, уны етәкләүем яҙмыштың ҡушыуы булғандыр. Мәктәптә уҡығанда "Урал батыр" эпосы миңә ауыр бирелә ине, ә хәҙер үлемһеҙ халыҡ ижады өлгөһөн яңынан өйрәнәм, тип әйтергә лә мөмкин. Сөнки этнотур ойоштороу өсөн эпос мотивтарын бик яҡшы белергә кәрәк. Яңы эшемә башкөллө сумдым, бөгөн унан башҡа үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым...
Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА