«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯМАН АҘЫҠ ҮҘЕҢДЕ АШАЙ
+  - 


Юҡҡа ғына сир ҙә, дауа ла ризыҡ аша инә, тимәгәндер боронғолар. Шуның өсөн бөгөн беҙгә, магазин кәштәләре төрлө ымһындырғыс тәм-томдан һәм төрлө ризыҡтан һығылып торғанда, бигерәк тә уяу һәм сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки яман аҙыҡ ашаһаң, ул яйлап һинең үҙеңде ашай башлай икәне бер кемгә лә сер түгел.

Аҡ май. Май 82,5 проценттан да кәм булырға тейеш түгел. 72,5 процентлы май - транс-май, йәғни водород менән тарҡатылған түбән сифатлы үҫемлек майы. Әгәр ҙур процентлы май таба алмайһығыҙ икән, үҫемлек майы ашау файҙалыраҡ. Тотош ҡап йәки килограмы менән транс-май ашағансы, бер-ике ҡалаҡ тәбиғи аҡ май ашағыҙ.
Транс-май ҡушылған аҙыҡ-түлек организмдың стрестарға ҡаршы тороуын кәметә, депрессия хәүефен арттыра. Бындай ризыҡтарға маргарин, йомшаҡ майҙар, аҡ һәм үҫемлек майҙары ҡатнашмаһы, таҙартылған (рафинированный) үҫемлек майҙары, майонез, кетчуп, фас-фуд продукттары, фри картуфы, әҙерләү өсөн транс-майҙар ҡулланылған башҡа ризыҡтар, кондитер изделиелары - торттар, пирожныйҙар, печеньелар, крекерҙар, әҙерләү өсөн кулинар майы ҡулланылған башҡа ризыҡтар, снектар - чипсылар, попкорн һ.б. туңдырылған ярымфабрикаттар инә.
Пластик һауыттағы еңелсә тоҙланған сельдь балығы бары тик майҙа ғына һаҡлана. Бер ниндәй һеркәлә лә, шарапта ла һаҡланмай. Әгәр май юҡ икән, тимәк, утропин өҫтәлгән. Бөтөн донъяла утропин, бик зарарлы өҫтәмә тип танылып, ҡулланыуға тыйылған (аммиак менән формальдегид ҡушылғанда барлыҡҡа килә).
Еңелсә тоҙланған ыуылдырыҡ. Ыуылдырыҡ - оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ түгел. Тик туңдырылған йәки күп итеп тоҙ ҡушылған саҡта ғына уның ғүмере "оҙая". Шуға күрә, тышында "еңелсә тоҙланған ыуылдырыҡ", тигән яҙыу булһа, тимәк, уға йә утропин, йә лимон кислотаһы ҡушылған. Икенсе нәмәләр ҙә ҡушылыуы ихтимал, әммә һөҙөмтәлә барыбер формальдегид барлыҡҡа килә.
Краб таяҡсалары. Атамаһынан айырмалы, таяҡсаларҙа бөтөнләй краб ите юҡ, ул бары тик соя ҡушылған краб эссенцияһы ғына. Ә 1993 йылдан алып уны етештереүселәр "ароматизаторлы краб таяҡсалары" тип билдәләргә тейеш ине.
Арахис. Петуния гены индерелә. Ныҡ ағыулы матдә. Бөжәктәр арахисты ашамай.
Сит илдән индерелгән картуф.
Какао.
Консерваланған йәшел борсаҡ.
Консерваланған кукуруз. Кукуруз таяҡсалары һәм татлы киҫәксәләр. Әгәр кукуруз таяҡсалары һәм киҫәксәләре һатып алаһығыҙ икән, улар татлы булырға тейеш түгел. Сөнки производствола шәкәр ҡулланылмай, ул 140 градуста яна. Уның урынына шәкәрҙе алмаштырыусы матдәләр, был осраҡта цикломат ҡулланалар.
Ароматизаторлы бутҡалар. Бөтә ароматизаторҙар ҙа - хатта тәбиғигә оҡшаштары ла - химик сәнәғәт продукттары. Шуға күрә уларҙы ашамау хәйерле.
Леденец. Барбарис. Хәҙер уларҙы эшләү өсөн көслө химик эссенция ҡулланыла. Быны ябай тәжрибә ярҙамында ла асыҡларға мөмкин. Әгәр кәнфитте бер аҙ һыулап, өҫтәл япмаһы өҫтөндә ҡалдырһағыҙ, ул уны лагы менән ҡуша тишәсәк. Хатта пластик һауыттар ҙа тишелә, ә ашҡаҙанығыҙ нишләргә тейеш?
Джемдар. Мармеладтар. Әселәндереүгә ҡаршы көслө матдәләр ҡатнашмаһы. Бер ваҡытта ла сейәне нисек булған, шул көйө һаҡлау мөмкин түгел. СССР заманындағыһы менән хәҙерге мармеладтың бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Былар барыһы ла - химия сәнәғәте мөғжизәләре.
Тиҙ бешеүсе туҡмастар, иреүсе аштар, картуф иҙелмәһе, бульон кубиктары, "Юпи" һәм "Зуко" кеүек һуттар. Былар барыһы ла организмға зыян килтереүсе химия.
Сей килеш ыҫланған колбасалар һ.б. генно-модификацияланған соянан эшләнә. Сосиска, сарделька, бешерелгән колбаса, паштеттар һ.б. - туң май, эс майы, сусҡа тиреһенән яһала. Колбаса изделиеларының 40 проценты ошо ҡатнашмаларға тура килә. Был осраҡта тәбиғи продукт тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Саҡ ҡына муйын ите һәм бер килограмм гель алына ла, төн буйы махсус машинкала эшкәртелә. Таңға ҙур киҫәк "ит" барлыҡҡа килә. Уның составында ысын ит ни бары 5 процент ҡына булыуы мөмкин, ҡалғаны инде - гель (каратинин, тәм көсәйтеүселәр, төҫ биреүселәр). Бындай "ит"кә алһыу төҫтө махсус лапма ярҙамында төҫ биреүсе ҡатнашма бирә. Әгәр витриналағы лапманы һүндерһәгеҙ, төҫтөң йәшел булыуын күрерһегеҙ.
Бөгөн берәү ҙә элекке кеүек ыҫламай. Махсус ыҫлыу шыйыҡсалары ҡулланыла, уларҙың составында шул уҡ формальдегид бар.
Оҙаҡ һаҡланған (2 айҙан ашыу) һөт ризыҡтары. Ике аҙнанан да оҙаҡ һаҡланған һөт продукттарын ҡулланырға ярамай.
Асептик ҡаптар - антибиотиклы ҡаптар.
Ҡарбуз. Үҫкәндә зарарлы ашламалар менән ашландырылыуы уны ашаусыны ағыуланыуға беренсе кандидат итә.
Борос (миҙгел ваҡытынан тыш). Генно-модификацияланған продукт.
Төрөлгән кекс һәм рулеттар. Составтарына ҙур күләмдә стабилизатор һәм консерванттар булыу арҡаһында был продукттар айҙар буйына боҙолмайынса һаҡлана.
Кәнфиттәр. 90 процент шоколад - бөтөнләй шоколад түгел (буяуҙар, алмаштырыусылар ҡушылмаһы).
Шоколад батондары. Тәмле һәм асығыуҙы баҫыусы шоколад батондары ҙур калорияға эйә булыу менән бер рәттән, төрлө буяуҙар һәм ароматизаторҙарға ла бай. Ҙур күләмдә шәкәр һәм төрлө химик ҡушылмалар булыуы ҙур калориялыҡ бирә һәм ҡабат-ҡабат ашағы килеү теләген тыуҙыра.
Сит илдән килтерелгән, тәмләткестәр ҡушылған сәйҙәр. Бер ниндәй ҡушылма булмаған, артыҡ нәмәләр йөҙөп йөрөмәгән натураль сәй эсегеҙ. Ароматлаштырылған сәйҙәргә лимон, әфлисун йәки башҡа кислоталар ҡушыла. Өйрәнеү шунда уҡ барлыҡҡа килә. Беҙгә организмдан барлыҡ кислоталарҙы сығарырға кәрәк.
Таҙартылған һәм тәмләтелгән үҫемлек майҙары. Уларҙы салаттарға ҡулланырға ярамай. Фабрикалар производство өсөн сығарған бындай майҙар аш эшкәртеү системаһына бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй, киреһенсә, ундағы бөтөн процестарҙы быуып тора.
Газландырылған татлы эсемлектәр. Улар организмға зарарлы матдәләрҙе тиҙерәк таратыу өсөн шәкәрҙең, газдарҙың һәм химияның ҡушылмаһынан ғибәрәт. Кока-кола, мәҫәлән - эзбиздән һәм тутты бөтөрөүҙән иң яҡшы сара. Ҡышын һатылған баҡса еләге. Бер тин файҙаһы булмаған ризыҡ. Унда бер генә витамин да юҡ.


"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.25 | Ҡаралған: 56

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru