
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев журналистар менән матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Мэр иң тәүҙә ҡала хакимиәте бинаһында урынлашҡан Ситуация үҙәгенең баш ҡалабыҙҙың хәл-торошон ваҡытында белеп тороп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итә алыу өсөн яңы мөмкинлектәр асыуы хаҡында һөйләп, оло экранда сағылдырылған ҡала күренештәренә, графиктар һәм диаграммаларға аңлатмалар бирҙе.
- Элегерәк был ябай ултырыштар залы булһа, хәҙер ошо үҙәктә ҡалабыҙҙың төрлө системаларынан реаль ваҡыт арауығында алынған мәғлүмәттәр ағымын туплау һәм анализлау ойошторола. Уның төп маҡсаты - ҡалала килеп тыуған ситуацияларҙы һәм хәл-ваҡиғаларҙы оператив рәүештә теркәү, ҡала инфраструктураһы менән идара итеүҙең һөҙөмтәлелегенә өлгәшеү. Әйткәндәй, көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар була ҡалһа, граждандар шәхсән ошо үҙәккә мөрәжәғәт итә ала, - тине ҡала башлығы.
Ратмир Мәүлиев билдәләүенсә, былтыр республикабыҙ баш ҡалаһында байтаҡ ҡына социаль объекттар төҙөлә йә иһә реконструкциялана, парк һәм скверҙарҙың яртыһынан күберәге төҙөкләндерелә, Көнсығыш сығыу юлы, Зинино юл үткәргесе сафҡа индерелә, Шакша күпере ремонтлана. Шулай уҡ оҙонлоғо 117 саҡрым (уның 35-е урман аша үтә) булған "Өфө муйынсағы" проекты буйынса күләмле эштәр башҡарыла. Был эштәр баш ҡаланы тағы ла күркәмерәк итә.
Былтыр, мәҫәлән, Өфөгә килеүсе туристар һаны 50 процентҡа артҡан. Баш ҡалабыҙ ваҡиғалы туризм ҡалаһы булып танылыу тапһа, 2025 йылда уға "Балалар туризмы баш ҡалаһы" исеме бирелә. "Меморандум" граффити фестивале сиктәрендә ҡалабыҙға һәм уның тарихына бәйле 78 граффити төшөрөлә. Салауат Юлаев проспекты аша һалынған күперҙәрҙә һәм юл үткәргестәрҙә махсус архитектура-нәфис яҡтыртҡыстар монтажлана.
Ҡала хакимиәте башлығы артабан журналистарҙы 2025 йылда 17 программа буйынса ниндәй эштәр башҡарыласағы хаҡында ҡыҫҡаса белешмә менән таныштырҙы. Улар ошолай исемләнгән: "Өфө 450", "Өфө - балалар өсөн", "Туристик Өфө", "Сәләмәт Өфө", "Йәшел Өфө", "Тарихи Өфө", "Ҡаршылыҡһыҙ Өфө", "Асыҡ Өфө", "Спортлы Өфө", "Өфө - бизнес өсөн", "Яҡты Өфө", "Игелекле Өфө", "Таҙа Өфө", "Комфортлы Өфө", "Мәҙәни Өфө", "Өфө - МХО өсөн" һәм "Цифрлы Өфө". Ошо программаларҙың ҡайһы берҙәре буйынса ҡала башлығының фекерҙәре менән таныштырып китәбеҙ.
"Ҡаланы тик ҡул менән генә йыйыштырһаҡ, ул бер ваҡытта ла таҙармаҫ". Яңы технологиялар заманында бар нәмәне лә эшсе ҡулдары менән генә ваҡытында башҡарып булмай. Мәҫәлән, биналар эргәһендәге территорияларҙы таҙартыумы, уларҙың фасадтарының тышҡы күренешен яңыртыумы, төҙөкләндереү эштәренең барышын күҙәтеүме, уларҙағы етешһеҙлектәрҙе теркәүме - быларҙы яһалма интеллект технологияларын ҡулланып эшләп була. Әлегә ҡайһы бер нәмәләр ҡул режимында башҡарыла, әммә беҙ ағымдағы йыл дауамында күҙәтеү һәм контролдә тотоуҙы автоматик режимға күсерергә тейешбеҙ.
"Йәшел Өфө" - был трендты үҫтерәбеҙ һәм киләсәктә лә үҫтерәсәкбеҙ". Өфөнөң 450 йыллығына ҡалабыҙҙа 45 мең ҙур ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу күҙалланһа, уларҙың һаны 49 меңгә етте. Тағы ла бер сағыштырыу: 2024 йылда 264 серей башлаған һәм күрекһеҙ ағас киҫеп алынһа, улар урынына 382 йүкә ағасы ултыртылды, уларҙың сифатын ил кимәлендә иң яҡшыларҙан тип әйтеп була. Мобиль (күсереп йөрөтөп булған) йәшелләндереүгә иғтибарҙы арттырасаҡбыҙ, аҡрынлап бер йыллыҡ сәскәләрҙе күп йыллыҡтары менән алмаштырыуҙы күҙаллайбыҙ. Ҡалабыҙҙың һәр районында яңы аллеялар, йәшелләндерелгән яңы территориялар хасил буласаҡ.
"Беҙҙең команда өсөн электр транспорты - үҫештең мөһим векторы. Беҙ уны һаҡлайбыҙ. Беҙ уны үҫтерәбеҙ. Беҙ уға инвестициялар һалабыҙ". Өфөлә электр транспорты потенциалы - бик ҙур. Әле линияларға сығарылған трамвайҙар хаҡында ыңғай баһа бирәләр. Техника яңы һәм уны көйләп алырға ла кәрәк, әммә сентябрҙә ҡала линияларына 69 яңы трамвайҙың барыһы ла сығарыласаҡ. Ҡалабыҙҙың көньяҡ өлөшөндә эштең нисек барыуына ҡарап, уның төньяғында ла шундай уҡ эштәрҙе башҡарыу күҙаллана.
"Беҙҙең бурысыбыҙ - балаларыбыҙ өсөн шарттар булдырыу. Улар ошо ҡалала йәшәйәсәк, эшләйәсәк һәм уның менән идара итәсәк". Хәҙер Өфөлә балалар өсөн яңы социаль объекттар төҙөлә, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре асыла. Әлеге көнгә буш торған йә иһә һөҙөмтәһеҙ ҡулланылған биналарҙа 7 яңы өҫтәмә белем биреү үҙәге эшләй башланы. Балаларға үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарау, үҙҙәре оҡшатҡан төп түңәрәккә йөрөй алыу мөмкинлеген бирергә кәрәк. Бәләкәй саҡтарында яңылыша бирһәләр ҙә, улар киләсәктә дөрөҫ юл һайлай аласаҡ.
"Өфөнөң тарихи үҙәге беҙҙең һәм ҡалабыҙға килгән ҡунаҡтарыбыҙҙың өмөттәрен аҡлай алырға тейеш". Баш ҡалабыҙҙа ошо мәсьәлә буйынса әүҙем эш алып барыла, һәм беҙ туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ. Иң беренсе бурыс - "ҡунаҡ" урамдары маршруттарын берҙәм сылбырға тоташтырыу, бында балалар коляскалары менән йәйәү йөрөү, йә иһә велосипедта йөрөү өсөн комфортлы шарттар булдырыу. Әлбиттә, ҡала үҙәгендәге йорттарҙың фасадтарын яңыртыу талап ителә. Әле мәҙәни мираҫ объекттары иҫәбенә ингән биналарҙың фасадтарын ремонтлау буйынса ҡала программаһы раҫлауға ҡуйылған.
"Игелекле Өфө" - ҙур һәм күләмле социаль проект, беҙ уны тормошҡа ашыра башланыҡ та инде". Программаның иң мөһим өлөшө - ауыр тормош шарттарына дусар булған, торлаҡһыҙ ҡалған граждандарға ярҙам итеү. Беҙ уларҙы ташлап ҡуя алмайбыҙ. Әлеге көнгә улар өсөн туҡландырыу, йыйыныу, сәстәрен алыу, документтарын тергеҙеү, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, "Алға" транспорт картаһы менән тәьмин итеү пункттары булдырылған. Торлаҡһыҙ ҡалған һәм ярҙамға мохтаж кешеләр менән эшләү өсөн ҡалабыҙҙа махсус үҙәк булдырыу тураһында уйлайбыҙ.
Йәнә, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коворкинг үҙәген булдырыу идеяһын ғәмәлгә ашырасаҡбыҙ. Был уларҙы социализациялау, реабилитациялау һәм социаль мөхиткә яраҡлаштырыу йәһәтенән бик мөһим, сөнки бындай үҫмерҙәрҙә үҙҙәренә, киләсәк тормоштарына ыңғай ҡараш формалаштырыу өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк.
Өфөлә "Кеше эҙләйем" тигән акцияны ике тапҡыр ойошторҙоҡ. Өфө кешеләре хужаһыҙ ҡалған йорт хайуандары өсөн ике тонна аҙыҡ йыя алды, өс тиҫтәгә яҡын эт яңы хужаларын тапты.
"Игелекле Өфө" программаһының тағы ла бер йүнәлеше - ай һайын изге эштәр марафонын уҙғарыу. Ул йәрминкәләр форматында ойошторола. Балалар ҡулдары менән эшләнгән төрлө әйберҙәр: сувенирҙар, открыткалар, башҡа нәмәләр менән балалар баҡсалары, мәктәптәр һатыу итәсәк, йыйылған аҡсалар хәйриә ярҙамы өсөн ҡулланыласаҡ. Марафон 1 мартта Ленин исемендәге майҙанда старт ала.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА