«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨХӘББӘТЛЕ ЙӘШЛЕК ЗАЯҒА УҘМАҺЫН
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Әминә ЯХИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы драматург, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты:
Йәштәрҙең хәҙер ғаилә ҡорорға ашыҡмауы хәүефкә һала. Беҙҙең заманда 25 йәшлектәрҙең икешәр балаһы үҫер ине. Ултырып киткән "ҡарт ҡыҙ" мөһөрөнән ҡурҡтыҡ беҙ. Әле 30-35-те үтеп киткәндәр парһыҙ йөрөй бирә. Бының сәбәбе ниҙә?
Йәштәрҙең күбеһе беренсе сиратта белем ала һәм иғтибарын карьера үҫешенә йүнәлтә. Шулай уҡ тормошта үҙаллы булыу өсөн, аҡса эшләп, машина, фатир алыу бик мөһим, тип баралар. Бының өсөн күптәр Себер яҡтарына юллана, ҙур ҡалаларҙа эш таба. Йәштәр, шартына килтереп йәшәр өсөн, күңел асыу урындарына йөрөүҙе, сәйәхәттәр ҡылыуҙы, сит илдәрҙе күреүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Мин уларҙы аңлайым, тормош ҡороп, балалар тыуып, ғаилә мәшәҡәттәре баҫа башлаһа, бындай мөмкинлектәр һәр ваҡыт булмаясаҡ.
Икенсе яҡтан, йәштәр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә үҙгәреш кисерә - улар ирекле һәм бойондороҡһоҙ йәшәүҙе хуп күрә. Шуға ла партнерҙар араһында ваҡытлы осрашыуҙар ғәйепкә алынмай. Гражданлыҡ никахы менән йәшәүселәр йылдан-йыл ишәйә. Был осорҙа улар үҙҙәренең партнерҙарына юғары талаптар ҙа ҡуймай, әгәр бергә йәшәү ялыҡтырһа, тиҙ генә айырылышалар, икенсе пар эҙләйҙәр. Оло быуын вәкилдәре өсөн был - сәйер, ауыр ҡабул ителгән күренеш.
Йәштәрҙең ғаилә ҡорорға ашыҡмауының тағы бер сәбәбе - бала саҡта ата-әсәләренең айырылышыу трагедияһын кисереүе, йәки үҙ тиҫтерҙәренең, яратышып өйләнешеүенә ҡарамаҫтан, тиҙ генә айырылышыуы.
Интернет киңлектәренә күҙ һалһаң, "димселәр", "танышайыҡ" тигән сайттарҙа 30, хатта йәштәре 40-тан ашҡан ир-егеттәрҙең үҙҙәренә пар эҙләүен күрәһең. Яратҡан эше, машинаһы, йәшәргә йорто бар, тик тормош иптәше юҡ. Уның инде өйләнеп, балалар үҫтереп йәшәгеһе килә лә ул... Бындай сайттарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа осрай, ҡайһыларының ике-өс балаһы ла бар. Бына ошоларҙы күрһәм, "Сиңерткә менән ҡырмыҫҡа" басняһы иҫкә килеп төшә. Нисек кенә әйтһәң дә, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты шул.
Тормош бер урында тормай, элекке йолалар, ҡараштар үҙгәреп кенә ҡалмай, кешеләр ҙә хәҙер бит икенсе. Ҡалаларҙа ғына түгел, һәр ауылда йортҡа газ үткән, һыу индерелгән, компьютерҙар, смартфондар йәштәрҙең генә түгел, һәр баланың, шулай уҡ ололарҙың ҡулында. Кер һәм һауыт-һаба йыуыу машиналары, аҡыллы саң һурҙырғыстар менән ҡулланыусылар бик күп йорт мәшәҡәттәренән азат. Ҡала ерлегендә йәшәгән ир-аттар өсөн был бик уңайлы, элек ҡатын елкәһенә һалынған эштәрҙе уңайлы машиналар башҡара, ә инде йортта кран эшләмәһә, унитаз тығылһа, кер машинаһы боҙолһа, ир-егеттәрҙең кәрәге юҡ: телефондан шылтыратһаң, ундай эштәрҙе башҡарыусылар һә тигәнсе килеп етә, аҡсаң ғына булһын.
Хөкүмәт тарафынан йәш ғәиләләрҙе яҡлау өсөн бик күп программалар, проекттар ҡабул ителә. Улар күберәк декреттағы ҡатын-ҡыҙҙарға, беренсе, икенсе тыуған балаларға Әсәлек капиталы кеүек матди ярҙамдарҙан тора. Әлбиттә, бала тыуғас, һәр ғаиләнең сығымдары арта, уныһы инде - икенсе мәсьәлә. Яңы өйләнешкән йәштәрҙең төп проблемаһы иһә - бергә йәшәргә фатир булмауы. Ата-әсәһе хәллеләр - бәхетле, туйға уларға, ғәҙәттә, бүләккә фатир төшә. Өйләнешкән йәштәрҙең күберәге ҡуртымға алынған фатирҙа көн күрә. Ә инде бала тыуһасы?.. Әле тормошҡа күнегеп етмәгән йәштәр өсөн был - иң ауыр һынау. Башҡортостанда яҡшы түләүле эш урындары әҙ, ирҙең генә эш хаҡына өс кешене аҫырауы еңелдән түгел, ҡуртым өсөн ваҡытында иҫәпләшергә, ашарға, кейенергә кәрәк, баланың да сығымдары байтаҡ. Шул уҡ ваҡытта ял итке лә килә, уңайлылыҡ өсөн машинаһы ла булһын.
Совет осоронда эшселәр, йәш белгестәр өсөн ятаҡтар булыуы ҡайһылай ҙа яҡшы ине. Бер ойошмала эшләп, сиратҡа торһаң, бер нисә йылдан фатирлы ла булаһың. Хәҙер завод-фабрикалар, эшсе көстәр етешмәй, тип зарлана. Ниңә йәштәр өсөн элекке ятаҡтарҙы булдырмаҫҡа? Был уларҙың ҡулынан килә бит. Тыуған ерендә эш урындары булһа, ваҡытлыса торлаҡ мәсьәләһе хәл ителһә, йәштәр Себер яҡтарына, йәки ҙур ҡалаларға юлланмаҫ ине, бәлки, ваҡытында ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, бәхеткә сумып йәшәрҙәр ине.
Бөтә йәштәрҙе лә бер ҡалыпҡа һалып булмай, уларҙың араһында төрлөләре бар: ихтиярлылары, ихтыярһыҙҙары, үҙһүҙлеләре, маҡсатлылары, ваҡыт ағышына буйһонғандары, кеше һүҙенә ҡолаҡ һалыусылары, ата-әсәһенең әйткәненән үтмәгәндәре. Йәш саҡ - иң матур ваҡыт, мөхәббәтле, һөйөү-һөйөлөүгә сорналған осор, шуны иҫтә тоторға кәрәк, тип әйтер инем. Тик ул бик тиҙ үтә. Ана шул ваҡытта ғаилә ҡорған йәштәр бәхетлерәктер тип уйлайым.

"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.25 | Ҡаралған: 60

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru