
"Һуғыш эҙһеҙ үтмәй, йөрәктә йәрәхәттәре, яралары ҡала. Уларҙы тик ғаилә һәм тыуған яҡ ҡына дауалай ала". Иңенә 20 йылдан ашыу хәрби хеҙмәт һәм дүрт "ҡыҙыу" нөктә ваҡиғаларын йөкмәгән Әбйәлил районында йәшәүсе Илнур Ҡарабулатовтың фекере шулай.
Ул биология һәм химия уҡытыусыһы һөнәрен ала, әммә армияла хеҙмәт иткәндән һуң, Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм шул ваҡыттан алып уның тормошо хәрби хеҙмәт менән тығыҙ бәйле. Абхазия, Ҡарабах, Сүриә... 2022 йылдың февралендә был исемлеккә Махсус хәрби операция ла инеп китә.
Илнур Ҡарабулатов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаты, "Хәрби батырлыҡтары өсөн", "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән. "Махсус хәрби операция иғлан ителгән йылда Һамар өлкәһендә хеҙмәт иттем. Унан беҙҙе Донбасҡа, Чернигов йүнәлешенә, күсерҙеләр. Отделение менән етәкселек иттем. Биләмәгә ингәс, күнекмә үткәрелә, тип уйланыҡ тәүҙә. Бер кем дә Махсус операцияның Рәсәй тормошонда ҙур ваҡиға буласағын күҙалламаны. Ул саҡта Махсус хәрби операция зонаһында хәрби хәрәкәттәр булманы. Минск һөйләшеүҙәре бара ине. Әммә, билдәле булыуынса, Украина килеп тыуған мәсьәләне конструктив хәл итмәне. Ваҡиғалар артабан нисек үҫешеүен иһә беләбеҙ - Махсус операция башланды. Ауылдар һәм ҡасабалар буш ҡалды. Кешеләр өйҙәрен ташлап, Рәсәй төбәктәренә, ә кемдер Киевҡа китте. Оло йәштәгеләр генә ҡалды. Уларҙан бының сәбәбен һораныҡ. "Беҙҙең яҡтарға тыныслыҡ килеүен күрергә теләйбеҙ. Бында беҙҙең йорттар. Беҙгә бында йәшәргә кәрәк", - тинеләр. Хәлдәрен аңларға мөмкин, һәр кемдең һайлау хоҡуғы бар", - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ул.
Хеҙмәт иткән ваҡытта Ҡарабулатов, дуҫ булмаған илдәр Рәсәйгә ҡарата агрессияға күптән әҙерләнгән, тигән һығымтаға килгән. Уның әйтеүенсә, беҙҙең яугирҙар пилотһыҙ осоу аппараттарының өҫтөнлөктәрен һәм мөмкинлектәрен белә, әммә дрондар дошмандың һөжүм звеноларының береһе булыр тип уйламаған. "Минең уйлауымса, беҙҙең Ҡораллы көстәргә күптән пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу талап ителә. Беҙ уларҙың эшен Сүриәлә күрҙек. Ҡарабахта тап төрөк "Байрактары"ның конфликттың һөҙөмтәһенә йоғонто яһауын ишеттек. Хәҙер, әлбиттә, беҙҙә лә бик яҡшы белгестәр бар. Әммә фронттың тәүге айҙарында хәрби фәнде яңыса өйрәнергә тура килде. Шуға күрә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә баҫҡандарға яңы технологияларҙы өйрәнергә, шул тема буйынса материалдарҙы уҡырға, заман менән бергә атларға кәңәш итәм. Һуғыш яланында туранан-тура бәрелештәр булыуға ҡарамаҫтан, ҡаршы яҡтарҙың коптерҙар, артиллерия, ауыр хәрби техниканың теүәллегендә ярышыуы сер түгел. Һуғыш характеры күптән үҙгәргән һәм беҙ бөтәһенән дә көслөрәк булырға тейешбеҙ", - тип билдәләне Махсус операция ветераны.
Илнур Ҡарабулатов әйтеүенсә, ул һәр ваҡыт шаян һәм мәрәкәсел булыуы менән айырылған, әкиәт, көләмәстәр һөйләгән. Уға тәүҙә холҡо үҙгәрмәгән кеүек тойолған, әммә, асыҡланыуынса, яңылышҡан. "Дуҫтарым, таныштарым, класташтарым менән осрашҡанда минең уйсан, етди, бәлки, хатта һиҙелерлек ҡартайғанымды әйтәләр. Хәҙер мин хеҙмәт итмәйем, әммә Махсус операция күңелемдән китмәй. "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды Башҡортостан филиалының социаль координаторы булып эшләйем. Эш яуаплы, бурыстар күп. Минең ҡарамаҡтағылар араһында фронттан ҡайтҡан ветерандар күп. Уларға социализация, юридик, торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәбеҙ, янған документтарҙы тергеҙәбеҙ, дауаланыуға, шул иҫәптән шифахана-курортҡа ла урынлаштырабыҙ. Бынан тыш, ғәмәлдәге яугирҙарҙың ғаиләләренә, уларҙың оло йәштәге ата-әсәләренә ярҙам итәбеҙ. Яугирҙар үҙҙәренең туғандары менән барыһы ла яҡшы икәнен аңларға тейеш".
Илнур ҡатыны Нәрисә менән ике бала - 15 йәшлек Илмир улдарын һәм 10 йәшлек Алина ҡыҙҙарын тәрбиәләй. Ғаиләһе гарнизон ҡаласыҡтарындағы тормош менән таныш. "Минең балаларым офицерҙар һәм контрактсылар балалары менән бергә үҫте. Уларҙың барыһы ла аталарының һөнәре ябай түгеллеген аңлай. Илмир менән Алина ул саҡта бәләкәй генә булғанлыҡтан, минең оҙайлы юғалып тороуыма күнеккән. Командировкалар ваҡытында бер йыл, унан да оҙағыраҡ ғаиләмде күрмәгән саҡтар булды. Әммә ҡатынымдың нимә тойғанын яҡшы аңлайым. Бер, бәлки, ике-өс айҙан ҡайтам тип китәм дә, бер йылдан һуң ғына күрешәбеҙ. Нәрисә - минең өсөн ышаныслы тыл һәм ныҡлы терәк. Нәрисә бер тапҡыр ҙа һалдат ҡатынының ауыр өлөшөнә зарланманы. Улымдың да олатаһының һәм ҡартатаһының лайыҡлы вариҫы булып үҫеүе ҡыуаныслы. Уға бурыс, намыҫ һәм Ватанды һаҡлауҙың нимә икәнен аңлатырға кәрәкмәй. Әгәр Илмир минең юлды һайлаһа, ҡаршылыҡ күрһәтмәйәсәкмен.
Армия кешене күп нәмәгә өйрәтә. Атайым Диңгеҙ флотында хеҙмәт итте, олатайым Мөждәбә Ғилметдинов Бөйөк Ватан һуғышын үткән. Уның исеме Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандағы постаментҡа уйып яҙылған. Легендар маршал Жуков менән һөйләшкән, Брянск, Курск ҡалаларын азат иткән. Ҡустыларым да контракт буйынса хеҙмәт итте. Уртансыбыҙ Замир Сүриәлә бронетранспортер менән идара итте, мин командир булған подразделениела хеҙмәт үтте. Кесе ҡустым Рамазан Хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итте, шулай уҡ водитель.
Минеңсә, беҙ яҡшы тәрбиә алдыҡ. Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтов исемендәге Хәлил мәктәбе уҡытыусылары выждан буйынса йәшәргә һәм бурысты үтәргә өйрәтте. Быға үҫеп килгән быуын да өйрәнә. Улар тыуған илен яҡлай алыр, тип ышанам. Хәҙерге балалар аҡыллы, маҡсатҡа ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан, спорт менән әүҙем шөғөлләнә, тарихты өйрәнә. Мин быға улар менән батырлыҡ дәрестәре үткәргәндә, ярыштарҙа, башҡа сараларҙа осрашыуҙарҙа күп тапҡыр инандым. Беҙ фронтовиктар өлгөһөндә үҫтек, улар ҙа үҙ аталарының, туғандарының Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын күрә. Улар ҙа һынатмаясаҡ", - ти Илнур Ҡарабулатов.
Эдуард ҠУСҠАРБӘКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА