«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ФАКУЛЬТЕТ БЫЛ!
+  - 


Быйыл Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) башҡорт теле факультеты ойошторолоуға - 95 йыл, башҡорт теле, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына 35 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаларға арнап ойошторолған байрам алдынан факультетта бөгөн эшләп йөрөүсе бер нисә уҡытыусыға мөрәжәғәт иттек:

Хәҙисә СОЛТАНБАЕВА, филология фәндәре докторы, профессор:
Мин уҡытыусылар династияһынан. Атайыбыҙ Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы ине, әсәйебеҙ балаларға математиканан белем бирҙе, алдынғы уҡытыусы булды. Уларҙың өлгөһөндә беҙ, балалары ла, ошо һөнәрҙе һайланыҡ. Беҙҙең өйҙә әҙәби мөхит, китап культы көслө ине. Республикала башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙың барыһын да алдыра инек. Китап уҡырға яраттым. Әҙәбиәткә булған һөйөүем, телгә булған ҡыҙыҡһыныуым минең ошо факультетты һайлауыма этәргес булды. Өфө мине маяҡ кеүек бала саҡтан үҙенә тартып торҙо, тик унда ғына уҡыйым, тигән теләк көслө ине миндә. Ә Өфөлә иң юғары уҡыу йорто минең өсөн ул Башҡорт дәүләт университеты ине. Ошо уҡыу йортон һәм ошо факультетты һайлағаныма бер ҡасан да үкенгәнем булманы, киреһенсә, әле лә һөйөнөп бөтә алмайым.
Был факультетта минең студент йылдарым үтте, был - һәр кем өсөн иң матур осор, йәшлек осоро. Байтаҡ йылдар төрлө урындарҙа эшләгәндән һуң, мине яҙмыш тағы ла ошо яратҡан уҡыу йортома алып килде, тик хәҙер инде икенсе сифатта, уҡытыусы сифатында. Элекке уҡытыусым, беҙ университетта уҡыған осорҙа факультет деканы булып эшләгән күренекле ғалим Марат Вәли улы Зәйнуллин, мине башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһына эшкә саҡырҙы. Марат Вәли улы етәкселегендә кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡланым. Ошо көнгә өлгәшелгән бөтә уңыштарым өсөн мин остазыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул бик көслө ғалим һәм күп яҡлы шәхес ине. Тағы шуныһы минең өсөн ҡыуаныслы: университетта уҡыу йылдарында төплө белем һәм тормошта дөрөҫ йүнәлеш биргән хөрмәтле уҡытыусыларым Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов, Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов, Нәғим Хажиғәли улы Ишбулатов, Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовтар менән бергә иңгә-иң терәшеп, уларҙың йылы мөнәсәбәтен, ярҙамын тойоп эшләү бәхете тейҙе миңә.

Айгөл СӘҒИТОВА, филология фәндәре кандидаты, доцент: Башҡорт дәүләт университетына килгәнгә тиклем миңә урау-урау юлдар үтергә тура килде. Шуға ҡарамаҫтан, белем тауҙарына үрләргә тигән уйым бер ваҡытта ла һүрелмәне һәм, 1995 йылда бер туған һылыуым Гөлназ Ғәни ҡыҙы менән Башҡорт дәүләт университетына килеп, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, башҡорт филология һәм журналистика факультеты студенттары булып та ҡуйҙыҡ. Бында мин башҡорт-ғәрәп төркөмөн һайланым, һәм 5 йыл буйы ошо төркөмдөң старостаһы булдым. Беҙҙең төркөм бәләкәс кенә булһа ла, бик көслө ине, шуға күрә 3 фән кандидаты сыҡты: Әлфирә Нурислам ҡыҙы Бәхтийәрова, Айһылыу Ғәлинур ҡыҙы Вәхитова һәм мин. Шулай уҡ башҡа төркөмдәштәр ҙә үҙ юлдарын тапты.
Беҙҙе 5 йыл буйы ғәрәп теле серҙәренә Рәшит Ғүмәр улы Ғилманов, Валентина Ивановна Аллакаева өйрәтте. Артабан ғәрәп теле белгесе булып китеүемә, әлбиттә, улар сәбәпсе булды, рәхмәт уларға. Факультетҡа ғәрәп теле уҡытыусыһы итеп эшкә лә уҡытыусым Рәшит Ғүмәр улы саҡырҙы. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлағас, киләсәгем фән менән бәйле икәне асыҡ ине инде, һәм мин артабан юлымды аспирантурала дауам иттем. Бына хәҙер инде 25 йылға яҡын факультетыма тырышып хеҙмәт итәм, барлыҡ уҡытыусыларға, факультетыбыҙҙың деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаға оло рәхмәтемде еткерәм. Факультетыбыҙ үҫешә, яңынан-яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килтерә, яңы быуын студенттар тәрбиәләнә, тормошомдо факультетһыҙ күҙ алдыма килтерә лә алмайым.

Илшат ЯНБАЕВ, филология фәндәре кандидаты, доцент: Беҙҙең студент йылдарыбыҙ ҡыҙыҡ ваҡиғаларға бай осорға тура килде. Ни өсөн ҡыҙыҡлы осор тип әйтәм, сөнки элек СССР составында булған республикалар, союздаш, автономиялы республикалар, үҙбилдәләнеш юлына төшөп, үҙҙәренең киләсәген үҙҙәре хәстәрләргә булып киттеләр. Бөтә өлкәлә лә ҙур үҙгәрештәр башланды, милли үҙаңдың уяныу осоро булды ул, шуға күрә беҙ СССР осоронда тыйылып торған темаларҙы үҙләштерә, революцияға тиклемге осор тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланыҡ. Элек тыйылған китаптар, монографиялар, ҙур-ҙур хеҙмәттәр баҫылып сыҡты. Хәҙерге быуын студенттарына ҡәҙимге булып күренгән материалдар беҙҙең өсөн яңылыҡ булды. Бына шул ваҡытта уҡыныҡ беҙ. Беҙҙең осор өсөн тағы бер бөгөнгөнән айырмалы күренеш - егеттәр күп килде уҡырға. Ҡыҙыҡһыныу ныҡ көслө булды тарих, филология, туған тел менән, сөнки республика бит үҙаллылыҡ яуланы, халыҡтың күҙе асылды, шуға егеттәр милли рух менән һуғарылған мөхиткә уҡырға килеп инделәр, күптәре армиянан һуң ине.
Беҙ уҡыған осорҙа факультетыбыҙҙа республикаға ғына түгел, ә илгә билдәле ҙур ғалимдар эшләне. Минең кандидатлыҡ диссертацияһының етәксеһе профессор, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, билдәле прозаик Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов булды, шуға ла уның ҡул аҫтында эшләү ҙур бәхет ине. Марат Вәли улы Зәйнуллин - билдәле телсе, шулай уҡ профессор, филология фәндәре докторы. Ул башта Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы булды, аҙаҡтан академик итеп һайланды, декан булды, утыҙ йылға яҡын беҙҙең факультетты етәкләгәне. Тағы билдәле шәхестәрҙән Эрнст Фәйзрәхмән улы Ишбирҙин - телсе ғалим; Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов - телсе ғалим, шулай уҡ профессор, фән докторы; Рафаил Ғәйнетдин улы Аҙнағолов - педагогия фәндәре докторы, профессор; Нәғим Хажғәли улы Ишбулатов - филология фәндәре докторы, профессор. Һәр береһенең ҙур-ҙур хеҙмәттәре яҙылды, һәр береһе фәндә ҙур эҙ ҡалдырҙы. Бына ошондай остаздар тәрбиәләне беҙҙе.

Рәзил ШӘМСЕТДИНОВ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.25 | Ҡаралған: 78

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru