«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БУЛЫР ИЛДЕҢ БАЛАЛАРЫ БЕР-БЕРЕҺЕНӘ БАТЫР ТИЕР
+  - 


23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан халҡыбыҙҙың бик күп тарихи сығанаҡтарҙа теркәлгән, уны бер кем дә инҡар итә алмаған боронғо һәм бай яугирлыҡ тарихы тураһында бер кәлимә еткерәйек әле уҡыусыларыбыҙға. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй. Унан һуң, тарихи хәҡиҡәтте һәр йәш быуын өсөн ҡабатлап, иҫкә алып тороу фарыз.

Яҡшы белә булырһығыҙ, 922 йылда ғәрәп хәлифе Әл Моҡтадирҙың Булғар ханлығына килгән илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙлан үҙенең юлъяҙмаларында башҡорттарҙың яугир халыҡ булыуын, үҙҙәренең биләмәләренә рөхсәтһеҙ бер кемде лә индермәүен билдәләп үтә. Был ғына түгел, Урта Азия, Төркөстан тарафтарында иртә урта быуаттар дәүерҙәренән бирле Башҡорт илен яҡшы беләләр, Көньяҡ Уралға сауҙа юлдары һәр саҡ асыҡ була. Мәҫәлән, тарихсыбыҙ Ә.-З. Вәлиди Туған ғәрәптәрҙең мамлюктар дәүләте ғәскәрендә дан ҡаҙанған башҡорт сардарҙарын исемләп һанап сыға. Дунай буйҙарына мадъярҙар менән күсеп киткән башҡорттар ҙа венгр королдәренә ғәскәри хеҙмәткә алына, улар XIII быуатта Паннонияға тиклем килеп еткән монгол ғәскәрҙәренә ҡаршы тороп, Европа илдәре халыҡтарын ҡырылып бөтөүҙән ҡурсалай. 1223 йылда Калка йылғаһы буйында монгол атлылары рус кенәздәре дружиналарын һәм ҡыпсаҡтарҙы тар-мар итә һәм кире үҙ илдәренә ҡайтырға сыға. Әммә еңелеү белмәҫ монгол яугирҙарын Итил (Волга) буйының һул ярында берләштерелгән башҡорт, булғар ғәскәре ҡаршы ала; бик ҡаты алыштан һуң монголдарҙың бик аҙҙары ғына ҡасып ҡотола.
Популяр тарихсы Лев Гумилев башҡорттарҙың 1220 йылдан 1235 йылға тиклем Сыңғыҙ хан ғәскәренә даими һөжүм итеп тороуы хаҡында яҙа. Евразия далаларында, Төркиәлә, Иранда, Кавказда, Киев Русендә башҡа бер халыҡ та ул саҡта иң ҡеүәтле тип һаналған монгол армияһына шул тиклем оҙайлы ваҡыт дауамында ҡаршы тора алмай. Әлбиттә, бөйөк хан һәм уның вариҫтары башҡорттарға ҡарата үҙенсәлекле сәйәсәт алып бара: шундай көслө, яугир халыҡҡа монгол етәкселәре хөрмәт менән ҡарай, күпмелер ваҡыт үтеүгә үҙҙәренең союздашы итеүгә өлгәшә. Башҡорт шәжәрәләрендәге легендар Майҡы бей хандың иң яҡын кешеләренең береһе булып таныла, бәғзе бер ырыуҙар үҙҙәренең орандарын, ағастарын, ҡоштарын Сыңғыҙхандың үҙенән алған, тип иҫәпләнә. Нисек кенә булмаһын, Алтын Урҙа заманындағы Башҡорт иле биләмәләре билдәле кимәлдә үҙаллылыҡҡа өлгәшкән, быны хәҙерге заман терминына яраҡлаштырып, автономияға хоҡуҡ тип әйтергә була. Алтын Урҙа тарҡалып, ваҡ ханлыҡтар хасил булғас та, башҡорттар яугир хеҙмәтенән баш тартмай: ҡайһы бер ырыуҙар Себер хандарын үҙ хандары итеп ҡабул итһә, Ҡаҙан ханлығына хәрби хеҙмәткә ялланған башҡорттарға билдәле бер ерҙәрҙе файҙаланыу рөхсәт ителә, шуға күрә элек көнсығыш тарафында көн иткән ҡайһы бер башҡорттарҙың бер үк исем менән аталған "кесе" олоҫтары көнбайышта, Ҡаҙан ханлығына ҡараған ерҙәрҙә лә барлыҡҡа килә.
Рус дәүләте составына ингәндән һуң башҡорттарға батшалар алып барған хәрби походтарҙа ҡатнашыу мотлаҡ була. Хәрби хеҙмәт яугирҙан ҙур физик көс, таһыллыҡ, ҡорал менән оҫта эш итә алыуҙы, алыш барышында арҡадаштарын ҡурсалай белеүҙе талап итә. "Батыр яуҙа һынала" тигән әйтем билдәле. Хәрби походтар, яуҙар батырҙарҙы тыуҙыра. Башҡорттар Рәсәй алып барған һуғыштарҙа даими ҡатнаша, ә уларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Мәҫәлән, мәшһүр Алдар батырҙы белмәгән башҡорт юҡтыр ул. Алдар Иҫәкәев - 1695-1696 йылдарҙа Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашып, батша Пётр I ҡулынан дәүләт наградаһы һәм тарханлыҡ грамотаһы алған яугир. Заманында ҡаршы ике яҡ алышҡа инер алдынан һәр яҡ үҙ батырын ғәскәр алдына сығарған. Бындай шәхси алышҡа иң көслө, иң йылғыр, ҡурҡыу белмәҫ яугир сыҡҡан. Был алышта йә еңәһең, йә дошман яугиры ҡулынан һәләк булаһың. Башҡорт Алдар үҙенә ҡаршы сыҡҡан черкес батырын еңеүгә өлгәшә, быны күреп торған рус яугирҙары дәртләнеп-рухланып яуға ташлана. Алдар Иҫәкәев бер үк ваҡытта - Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәткән дипломат, күп телдәр белгән дәүләт эшмәкәре. Ул - халҡының азатлыҡ һөйгән асылына тоғро шәхес. 1812 - 1814 йылдарҙа башҡорт полктары Ватан һуғышында ҡыйыу алышып, Рәсәйгә баҫып ингән француз армияһын тар-мар итеүгә булышлыҡ итә. Йөҙәрләгән башҡорт батырҙары Рәсәй ордендарына һәм миҙалдарына лайыҡ була. Уларҙың исем-шәрифтәре тарихи документтарға теркәлеп ҡалдырылһа, яугирҙар командирҙарының береһенә - Ҡаһым түрәгә арнап, бик матур тарихи йыр ҙа сығарған.
XX быуат та немец фашизмы йөҙөндә СССР тип аталған ҙур илебеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғы-хәсрәт, тиҫтәләрсә миллион совет кешеләренә үлем һәм ғәриплек, ауыл-ҡалаларҙы харабаларға әйләндергән һуғыш ғәрәсәтен алып килә. Рух ныҡлығы, халыҡтар берҙәмлеге, иҫ китмәле фиҙакәрлек, бығаса күрелмәгән шәхси ҡаһарманлыҡ һөҙөмтәһендә яуыз дошман илдән ҡыуыла һәм үҙ өңөндә дөмөктөрөлә. Башҡортостаныбыҙҙың бик күп улдары яу яландарында мәңгегә һуңғы төйәген таба. Генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың данлы 112-се Башҡорт атлылары дивизияһын, меңәрләгән летчиктарҙы, танкистарҙы, артиллеристарҙы, рядовой уҡсыларҙы, автоматсыларҙы, пулеметсыларҙы, ғөмүмән, республикабыҙҙан мобилизацияланып һуғышҡа алынған 710 меңдән ашыу яҡташтарыбыҙҙы, ауыр яраларҙан һәләк булып ҡалған 300 мең фронтовиктарыбыҙҙы һис бер икеләнеүһеҙ Башҡортостан батырҙары рәттәрендә күрәбеҙ. Улар хәҙер күптән фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскән заттар. Тик уларҙы килер быуындар ҙа үҙ хәтерҙәрендә ҡәҙерләп һаҡлаһын ине. Тап үҙебеҙҙең "Урал батыр эпосында әйтелгәнсә:

"Ир бөтһә лә, ил бөтмәҫ,
Ил батыры - батырҙан,
Батыр ирҙән тыуыр ул;
Атанан күреп, уҡ юнып,
Өлкәндән күреп, яу ҡыуып,
Ил эсендә үҫер ул,
Утын-һыуын кисер ул.
Батырҙан батыр тыуғанда,
Бер быуын тип һаналған
Илдә ғүмер үтер ул".

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.25 | Ҡаралған: 47

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru