Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
|
|
ЯҠЛАУСЫ ЛА, ЯРҘАМСЫ ЛА
|

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров - һайлаусыларының фекерен ишеткән, халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләрҙе уңышлы хәл иткән, закондарҙы камиллаштырыуҙа һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәткән егәрле депутат, тынғыһыҙ шәхес ул. Уның йәмғиәттең төрлө өлкәһенә ҡағылышлы ҡануниәттәр инициативалары, социаль һәм иҡтисади проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән башланғыстары тураһында бер нисә миҫалға туҡталып үтәйек.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау
Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, намыҫһыҙ һатыусылар йыш ҡына һатып алыусыларҙың башын бутай, өгөтләү һәм аңлашылмаған терминдар арҡаһында кәрәкмәгән сығымдарға дусар итә. Өҫтәмә хеҙмәттәр һәм тауарҙар йыш ҡына автосалондарҙа, кредит юллағанда, интернет аша самолетҡа һәм поезға билет һатып алғанда, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләгәндә көсләп тағыла. Кешеләр автоматик рәүештә страховкалау, смс-хәбәр кеүек өҫтәмә түләүле хеҙмәттәрҙең тәҡдим ителеүен хатта һиҙмәй ҙә ҡала. Халыҡты бындай хәлдәрҙән ҡурсалау маҡсатында "Һатып алыусыларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау тураһында"ғы Федераль закондың 16-сы статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Бынан ары өҫтәмә тауарҙарҙы (хеҙмәтте) тәҡдим итеү бары тик килешеү төҙөлгәндән һуң һәм һатып алыусының ризалығы менән генә мөмкин буласаҡ. Әгәр ҙә һатыусылар был ҡағиҙәләрҙе боҙһа, уларға 40 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
Баҫма матбуғатҡа ярҙам
Гәзит һәм журналдарҙың тиражы йылдан-йыл кәмеүе бер кемгә лә сер түгел. Сәбәптәре төрлө, шул иҫәптән почта хеҙмәтенең етерлек кимәлдә эшләмәүе лә быға йоғонто яһай. Был проблема ла депутат Зариф Байғусҡаровты борсой. "Бөгөн гәзит-журналдарҙы йортҡа килтереү почта өсөн иҡтисади яҡтан отошло түгел, шул сәбәпле баҫмалар уҡыусыға ваҡытында еткерелмәй, - ти Зариф Закир улы. - "Почта элемтәһе тураһында"ғы Федераль законға индерелгән үҙгәрештәрҙә матбуғат баҫмаларын алыҫ райондарға, бәләкәй ауылдарға еткереү өсөн матди ярҙам саралары ҡаралды. Был аҙым гәзит һәм журналдарҙы таратыу буйынса эште яҡшыртырға тейеш".
Шулай итеп, 1 сентябрҙән үҙ көсөнә инәсәк яңы законға ярашлы, "Социаль әһәмиәтле ваҡытлы баҫмалар" төшөнсәһе индерелә. РФ Хөкүмәтенә гәзит-журналдарҙы социаль әһәмиәтле баҫмаға индереү критерийҙарын раҫлау буйынса, ә РФ Цифрҙар министрлығына федераль, төбәк һәм район (ҡала) баҫмалары исемлеген төҙөү буйынса вәкәләттәр тапшырылған.
Гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡының күп өлөшөн почта хеҙмәте тәшкил итеүе билдәле. Һөҙөмтәлә гәзит һәм журналдар ҡыйбатлана, һәм ауыл халҡы яратҡан баҫмаларына яҙыла алмай ҡала. Законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, "Социаль әһәмиәтле" тип һаналған гәзит һәм журналдарҙы килтереү өсөн матди ярҙам ойоштороласаҡ, яҙылыу хаҡын кәметеү мөмкинлеге тыуасаҡ, шулай уҡ почтальондарҙың эш хаҡы артасаҡ.
Почта бүлексәләрен яңыртыу
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров "Рәсәй почтаһы" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры менән эшлекле осрашыу барышында почта бүлексәләрен яңыртыуға аҡса бүлеү мәсьәләһен ыңғай хәл итә. Һөҙөмтәлә 2022-2023 йылдарҙа Башҡортостанда 55 ауыл почта бүлексәһе федераль аҡсаға капиталь ремонтлана. Атап әйткәндә, Хәйбулла, Федоровка, Көйөргәҙе, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында күләмле эштәр башҡарыла. 2024 йылда республикала 14 почта бүлексәһе капиталь ремонтлана, улар араһында Мәләүез районының Первомайский ауылы айырылып тора. Бынан тыш, 7 почта элемтәһенең модуль бүлексәләре ҡуйыла.
Депутат райондарҙа халыҡ менән осрашҡанда почта проблемаһы йыш күтәрелә. Үтенестәр иғтибарһыҙ ҡалмай: яңыраҡ "Рәсәй Почтаһы"ның генераль директоры менән тағы ла килешеп, Бөрйән районының - Ырғыҙлы, Ейәнсура районының - Үрге Муйнаҡ, Башҡорт Үргене, Арсенов, Йылайыр районының - Юлдыбай, Стәрлебаш районының - Ҡарағош, Баҡый, Күгәрсен районының - Мәҡсүт, Баймаҡ районының - Йомаш, Күмертау ҡалаһының Маячный ауылдары бүлексәләре 2025-2026 йылдарҙа модернизациялау программаһына индерелгән. Капиталь ремонттан һуң был почта бүлексәләре халыҡҡа бихисап хеҙмәттәр тәҡдим итә аласаҡ: Күп функциялы үҙәк өсөн документтар ҡабул итеү, банк хеҙмәте, шулай уҡ дарыу һәм көнкүрештә тәү кәрәкле тауарҙар һатыу.
Мигранттарға ҡарата яңы талаптар
Рәсәйҙә мигранттарға ҡарата талаптар көсәйтелде. Сит ил граждандары йыш ҡына хәйләле юлдар ҡуллана. Мәҫәлән, ваҡытлыса йәшәү ваҡыты тамамланыуға барғанда, ялған документтар әҙерләп, сик аша сыға һәм шундуҡ илебеҙгә кире инә. "Ялған документтар әҙерләүгә булышлыҡ итеүселәр өсөн енәйәт яуаплылығы кәрәклеген асыҡ билдәләнек", - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала депутат Зариф Байғусҡаров.
Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһы гражданлығы алыр алдынан сит ил кешеләренә тәүҙә хәрби комиссариатта иҫәпкә торорға кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ алдаҡ ысулдар менән никахҡа инеү ҙә контролгә алына - элек мигранттар Рәсәй кешеһе менән никахҡа ингәс тә гражданлыҡ алған булһа, хәҙер улар кәмендә 2-3 йыл законлы никахта йәшәргә тейеш.
248-се Федераль законға ярашлы, полицияға мигранттарҙы илдән ҡыуыу вәкәләте тапшырылды. Быға тиклем был суд ҡарары буйынса ғына мөмкин ине. Был сара мигранттарҙы ҡыуыу буйынса оператив саралар (хатта ял һәм байрамдар көнөндә лә) күреү өсөн ҡабул ителә.
"Башҡа илдәрҙә "Әсәлек капиталы" кеүек ярҙам сараһы юҡ, шуға күрә сит ил граждандары өсөн ул "тәмле киҫәк"кә әүерелде. Илебеҙҙә бала табып, "Әсәлек капиталы"н алып, кире үҙ иленә ҡайтып китеүсе ҡатын-ҡыҙҙар артты. Хәҙер бындай осраҡтар ҙа туҡтатыла - законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, "Әсәлек капиталы"на Рәсәй граждандары ғына хоҡуҡлы", - ти Зариф Закир улы.
Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай
Депутат Зариф Байғусҡаров һәр саҡ халыҡ менән бергә, уларҙың тын алышын, аһ-зарын ишетә. Күптәр уның ярҙамы менән яҙмыштарын ыңғай яҡҡа үҙгәрткән: кемдер ашығыс медицина ярҙамы алып, ғүмерен һаҡлаған, икенселәр хоҡуҡтарын тергеҙгән, ауыр тормош шарттарына дусар булғандар проблемаларынан ҡотолған. Ҡалын-ҡалын папкаларҙағы мөрәжәғәттәр - һәр береһе кеше яҙмышы, рәхмәте. Ысынлап та, ул - халыҡ депутаты.
Күптән түгел Зариф Байғусҡаровҡа Йылайыр районынан Махсус хәрби операция биләмәһендә ике улын юғалтҡан әсә мөрәжәғәт итә. Был осрашыуға һәләк булған улдарының ҡатындары һәм балалары ла килә. Тәрән һағыш һәм өмөт менән баҡҡан әсә өсөнсө улын хәрби хәрәкәт ҡыҙыу барған яҡтарҙан сығарыуҙа ярҙам итеүҙе һорай. Әлбиттә, әсә йөрәге башҡа юғалтыуҙарҙы кисерә алмаҫ ине. Зариф Байғусҡаров РФ Оборона министрлығы етәкселеге менән бәйләнешкә инә. Тиҙҙән яугирҙы ашығыс рәүештә Силәбе өлкәһендәге хәрби часҡа күсерәләр. Уға бер нисә көнгә тыуған йортона отпускыға ҡайтыу мөмкинлеге лә бирелә.
Депутаттың граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға һәм халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән хеҙмәте, ҡабул ителгән закондар һәм башланғыстар кешеләргә тиҙ үҙгәреүсе донъяла үҙҙәрен яҡланған һәм мәғлүмәтле итеп тойорға ярҙам итә.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 20.02.25 | Ҡаралған: 48
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|