«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХЫ НЫҠЛЫ ХАЛЫҠТЫ БЕР НИНДӘЙ ТОРМОШ АУЫРЛЫҒЫ ЛА БӨГӘ АЛМАЙ
+  - 


Был шәхесте ҡылыҡһырлаған иң төп сифаты хаҡында һүҙ алып барғанда, моғайын да, тормошҡа оптимистик ҡарашын, принципиаль фиҙаҡәрлеген билдәләргә мөмкин булыр ине. Был сифаттарының тәүгеһе халҡының тарихын тәрән белеүенән, уның көсөнә ышаныуҙан килһә, икенсеһе халҡыбыҙҙың рухи ҡеүәтен тойоуҙан, милләтебеҙҙең, республикабыҙҙың киләсәге өсөн яуаплылығынандыр. Күренекле дәүләт эшмәкәре, арҙаҡлы ил ағаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хәләф Хәлфетдин улы ИШМОРАТОВ менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә һүҙ уның бала сағы, мәктәп һәм хеҙмәт йылдары хаҡында барҙы.

Хәләф Хәлфетдин улы, үҙенең бәхетле бала сағы булмаған кеше хәҙерге ваҡытта үҙенең бәхетле йәшәгәнен аңлай алмай, тиҙәр. Бала сағығыҙҙың иң бәхетле миҙгелдәре тип ниндәй ваҡытты әйтә алыр инегеҙ?

- Бала сағымды ысын мәғәнәһендә бәхетле тип әйтә алам, сөнки янымда әсәйем менән атайым булды. Ғаиләбеҙҙә балалар күп булыуға ҡарамаҫтан улар һәр беребеҙҙе үҙенең иғтибары һәм ихтирамы менән сорнай белде. Шул уҡ ваҡытта эшкә, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәргә, туғанлыҡ ептәрен һаҡлап ҡалырға ла өйрәттеләр. Улар беҙгә ҙур һәм фәһемле тормош дәресе бирҙе. Атайым 1924 йылда тыуған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, уларҙың быуынының 96 проценты яу ҡырында ятып ҡалған, 4 проценты ғына әйләнеп ҡайтҡан. Атайым өс тапҡыр яраланып, 1946 йылда тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, әсәйем менән ғаилә ҡоралар.
Ауылыбыҙҙа башланғыс ҡына мәктәп булыу сәбәпле ситтә уҡыныҡ. Миңә бигерәк тә ауырға тура килде, сөнки алты йәшемдә уҡырға барҙым. Ауылдан сығып киткәндә миңә ун йәш ине. Бишенсе класты Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡыным да, урта мәктәпте Ишембайҙың хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се һанлы гимназияһында тамамланым. Тормошомда яҡшы кешеләр, яҡшы уҡытыусылар осрауы менән дә бәхетлемен.

Тыуған ауылығыҙҙа йәшәгәндәге айырым иҫтәлекле ваҡиғаларҙы иҫегеҙгә төшөргәндә, ҡайһылары иң тәүҙә хәтерегеҙгә килә?

- Иҫләй китһәң, ундай ваҡиғалар бихисап инде ул. Дүрт йәшемдә Ғәлиә апайымдан хәреф танырға өйрәнеүем, шулай уҡ дүрт йәшемдә тәүге тапҡыр атҡа ултырыуым, тәүге тапҡыр ҡулыма салғы алып, бесән сабыуым - барыһы ла күҙ алдымда. Беҙҙең ауылда һуғыш ветерандары өс категорияға бүленә торғайны: фронтта алғы һыҙыҡта һуғышыусылар, хеҙмәт армияһында йөрөүселәр һәм әсирҙә булыусылар. Уставта яҙылмағанынса, алғы һыҙыҡта булыусылар тегеләрҙе үҙҙәренең төркөмөнә яҡын ебәрмәнеләр, улар үҙҙәре генә йыйылышып аралаша торғайнылар. Бер мәл беҙҙең өйгә Фәйзулла тигән бабай: "Советтар Союзының Оборона министры Родион Малиновский вафат булған", - тип илап килеп инде. Был ваҡиға ла хәтеремә ныҡ уйылған.
Әсәйемдең тыуған Берлек ауылынан Ғәйзулла тигән бабай әбейе менән ат менән беҙгә ҡунаҡҡа килә торғайнылар. Арбаларына күстәнәскә һарыҡ һалып алырҙар ине. Улар беҙгә килеп, атай-әсәйем, ауылдағы башҡа туғандарыбыҙ менән бер нисә көн ҡунаҡ булып, табын ҡороп, йырлашып ултырыр инеләр. Ғәйзулла бабайым Германияла әсирҙә булғанда күргәндәрен һөйләр ине. Ул немец фермерының хужалығында эшләгәндә хужаның ышанысын шул тиклем яулаған, тегенең тракторына ултырып, фермер ҡатыны менән ҡырҙарға сығып китә торған булғандар.
Башланғыс ҡына белеме булған бабайым урмансы булып эшләне. Уның әсәйемә: "Заһира, бына күрерһең, колхоз-совхоздар бөтәсәк. Тормош киренән элеккеһенә әйләнеп ҡайтасаҡ ул. Тормош ҡына түгел, боронғо кейемдәребеҙ ҙә, көйҙәребеҙ ҙә кире ҡайтасаҡ..."- тип һөйләүе ҡолаҡҡа инеп ҡалған.
Мин хәҙерге заман күҙлегенән сығып шуға аптырайым: башланғыс ҡына белеме булған бабай нисек итеп барыһын да алдан күрә белде икән? Ниндәй ғәйрәтле Советтар Союзының тарҡалыуын, колхоз-совхоздар бөтөүен дә нисек белде икән? Бала сағымдың хәтеремә иң ныҡ уйылып ҡалғандары бына ошолар. Шулай уҡ әсәйемдең олатаһының бик хәлле кеше булып, революцияға тиклем ике йөҙҙән ашыу солоғо булғанын да, 1921 аслыҡ йылын алдан күрә белеп, бал туплап, тупланмаһын ылау-ылау итеп Темәс баҙарына алып барып һатып, аҡсаһына он, көрпә, башҡа ризыҡ алып ҡайтып, Иҙел буйындағы Маҙалы, Ябаҡ һ.б. ауылдарҙа йәшәүселәргә бушлай таратып биргәнен һөйләгәндәре лә хәтеремдә.

Ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлағандан һуң Баймаҡ районына эшкә киләһегеҙ. Тормошоғоҙҙоң шул осорон иҫкә төшөргәндә иң тәүҙә ниндәй ваҡиғалар хәтерегеҙгә килә?

- Институтта уҡып йөрөгәндә практика ваҡыттарында Баймаҡты, Хәйбулланы күреп-белеп йөрөнөм. Шуға күрә, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына эшкә саҡырыу алғас, ризалаштым. Баймаҡ ере миңә оло тормош мәктәбе булды. Районда иҫ киткес эшһөйәр, илһө-йәр халыҡ йәшәүе рухи донъямды байытты. Янымда яҡшы уҡытыусылар булды. Иң беренсе нәүбәттә ул саҡтағы партияның Баймаҡ район комитетының беренсе секретары Хәкимов Милләт Ташбулат улын, комсомолда беренсе секретарь Сынбулатов Мир Хәмит улын, партияның район комитетында эшләгән Күсәбаев Буранбай Рәфҡәт улын, Йәнсурин Рауил Хөрмәт улын, Байсурин Әхәт Һиҙиәт улын әйтер инем. Улар минең комсомол етәксеһе булып китеүемдә ҙур роль уйнаны. Ярҙан этмәнеләр, ярҙам иттеләр һәм мин уларҙы тик ыңғай яҡтан ғына иҫкә алам.
Баймаҡ үҙенә күрә айырым бер ҡитғаны хәтерләтә. Унда урманы ла, тауы ла, һыуы ла, ер аҫтында Менделеев таблицаһының бөтә элементтары ла бар. Иң ҡыуандырғаны: унда йәшәгән халыҡтың ихлас, алсаҡ, ярҙамсыл булыуы. Улар миңә ситтән килгән кеше тип ҡараманы, бергәләшеп, ярҙамлашып эшләнек. Баймаҡ ерендә мин өйләндем, беренсе ҡыҙым тыуҙы, миңә был район халҡы фатиха биреп, Өфөгә эшкә оҙатты. Башта мине ВЛКСМ-дың Өлкә Комитетына саҡырғандарында ризалашмай йөрөй инем, шул саҡ Милләт Ташбулат улы саҡырып алып: "Теләһә кемде саҡырмайҙар һәм көн һайын саҡырып тормайҙар. Һин районда артыҡ кеше түгелһең, беҙгә лә белгестәр кәрәк, әммә саҡырғастары, бар", - тигәндән һуң ғына Өфөгә күстем.

Социаль тигеҙлеккә нигеҙләнгән социалистик ҡоролоштоң ыңғай яҡтары күп ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәшәп килдек-килдек тә, ҡапыл унан баш тарттыҡ та ҡуйҙыҡ. Баш тартмаһаҡ та, тиҙ генә ризалаштыҡ һымаҡ. Комсомол, партия мәктәбенең кадрҙар әҙерләү йәһәтенән дә роле ҙур булды. Комсомолда эшләгән кеше булараҡ, социалистик ҡоролош емерелеүен нисек кисерҙегеҙ?

- Йәйәү сәйәхәткә сыҡҡан кеше компасҡа ҡарап ориентир алған булһа, һикһәненсе йылдар аҙағында, туҡһанынсы йылдар башында мин үҙемде шул компасымды юғалтҡан кешеләй хис иттем. Ысынлап та, коммунистик тәрбиә алған быуын булараҡ, юғалып та, аптырашта ла ҡалдыҡ. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, Мәскәүҙә, Үҙәктәге партия органдарына оялаған ҡайһы бер бәндәләр барыһын юҡҡа сығарҙы. Уларҙың илде тарҡатыуы ҙур фажиғә булды һәм уның эҙемтәләрен быуаттар буйына татыясаҡбыҙ әле. Мин был ваҡиғаны халыҡ еңел ҡабул итте тип әйтмәҫ инем. Һис юғы, Ҡытайға ҡарап эш иткән хәлдә лә, илебеҙҙе лә тарҡатмаҫ инек, Кавказда ла, Урта Азияла ла, Украинала ла ҡан ҡойоштарға юл ҡуйылмаҫ ине. Юҡҡа ғына илебеҙ Президенты Владимир Путин, СССР-ҙың тарҡалыуын шәхси трагедиям, тип атамағандыр.
1996 йылда бөйөк ҡаҙаҡ аҡыны Абайҙың тыуыуына 150 йыл тулыуға саҡырғайнылар. Рәсми делегация составында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә бар ине. Аэропортта таможня үтә башлағас, Мостай ағай күңелһеҙ генә йөҙ менән: "Туғандаш Ҡаҙағстанда ошолайтып таможня аша йөрөрбөҙ тип бер ҡасан да уйламағайным. Бына ниндәй заманға килеп еттек," - тигәйне. СССР ҡеүәтле дәүләт, уны һаҡлап ҡалып була ине. Советтар Союзы менән бөтә донъя иҫәпләште, хәҙер килеп донъя масштабында лидерлыҡты юғалтҡас, беҙгә ҡараш та үҙгәрә. Быны бигерәк тә сит илгә сыҡҡанда һиҙәһең.

Һеҙгә алған белемегеҙ буйынса яҡын булған ауыл хужалығы тураһында бер һорау. Шартлы алғанда, әйтәйек, бер центнер игендең үҙҡиммәте биш мең һуң тора икән ти. Ә шул уҡ биш меңгә сит илдән ун центнер иген һатып алып була. Тимәк, беҙҙә иген үҫтергән кеше, нисек кенә эшләһә лә, бынан файҙа алмаясаҡ. Ни өсөн беҙҙең иҡтисад шундай хәлгә ҡуйылды икән? Ауыл хужалығы белгесе булараҡ, был хәлде нисек аңлатырһығыҙ?

- Борис Ельцин власта булғанда ауыл хужалығына ҡарата емерткес сәйәсәт алып барҙы һәм уның һөҙөмтәһен әле булһын татыйбыҙ. Колхоз-совхоз системаһы, мәҫәлән, башҡорт халҡының менталитетына тура килә ине. Беҙҙең халыҡ күмәкләп эшләп, тығыҙ аралашып йәшәгән, ергә лә коллектив мөнәсәбәт һаҡланған. Беҙҙең 40 процентҡа яҡын халыҡ ауылда йәшәй һәм урбанизация процесы дауам итәсәк. Тейешенсә техника, технология ҡулланылһа, ауылда йәшәгән 12-13 процент халыҡ ҡаланы туйындыра аласаҡ. Әммә урбанизация ауылдарҙы, милли мөхитте юҡҡа сығармаҫ тип әйтә алмайбыҙ. Был хәл мине һиҫкәндерә. Сөнки беҙҙең милли традицияларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ быға тиклем, асылда, ауыл ерендә һаҡланып килде. Күп шәхестәребеҙ ауылдан сыҡҡан һәм милләтебеҙгә рухи сығанаҡ булған шишмәнең яҙмышы күңелемде ныҡ ҡыра. Икенсенән, ниндәй генә булмаһын, беҙ элек ауылда етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлек менән туҡлана торғайныҡ. Ә бөгөн ауылдарҙа бер күңелһеҙ күренеш барлыҡҡа килде. Унда йәшәүсе ағайҙар һәм апайҙар ҙур ғорурлыҡ менән: "Малды бөтөрҙөк, картуф сәсмәйбеҙ", - тип күкрәк һуғып маҡтана. Улар үҙҙәренсә бының менән ҡалалағы кеүек еңел тормошҡа күстек тип уйлайҙарҙыр. Әммә йылдан-йыл яман шеш кеүек ауырыуҙарҙың күбәйеүе һәм йәшәрә барыуы иң беренсе нәүбәттә ризыҡҡа бәйле икәнен уйлап та ҡарамай инде улар.
Махсус хәрби операция беҙҙе "айнытты", йәғни беҙ ауыр һәм еңел сәнәғәт тауарҙары етештереү буйынса предприятиеларыбыҙҙың элек эшләгәндәре ҡыйралғандан һуң яңыларын барлыҡҡа килтермәүебеҙҙе әле килеп кенә аңланыҡ. Ризыҡтар буйынса ла бер нисә йылдан һуң "айнығыу" буласаҡ. Беҙгә ул мәлде көтөп тормайынса, әле үк натураль аҙыҡ-түлек етештереүгә, ауылдарҙа емерелгән күмәк һәм шәхси хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырыуға тотонорға кәрәк. Ул колхоз, совхоз тип аталамы, нисек кенә аталмаһын, ерҙә эшләүҙе туҡтатмаҫҡа ине. Ер шарында беҙҙең илдән бай ил, дәүләт юҡ. Әгәр ҙә хөкүмәтебеҙ ауыл хужалығын үҫтереүгә субсидиялар бүлһә, халыҡтың һаулығы ла яҡшырыр, демография мәсьәләһе лә ҡырҡыу тормаҫ ине.

Һеҙ демография хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, шуны ла әйтергә кәрәктер: һәр заманда, һәр дәүләттә ауыл демографик мәсьәләне хәл итеүсе урын да һаналған. Ҡалаларҙа ғаиләлә балалар һаны берәү-икәүҙән артмай, иң күбендә һәм һирәк осраҡта - өс бала. Ике бала булған осраҡта демографик үҫештең кимәле 0-гә тигеҙ, ни өсөн тигәндә, ике бала һан яғынан атай менән әсәйҙе алмаштырыусы ғына. Ә бит шул уҡ совет осоронда дәүләт ауылды ҡаланы туйҙырған өсөн генә түгел, дәүләттең стратегик мәсьәләһен - демографияны хәл иткән өсөн дә дотацияланы. Шулай түгелме?

- Ризамын, дөрөҫ фекер. Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу беҙҙең һымаҡ аҙ һанлы халыҡтар өсөн ифрат ҙур роль уйнай. Егерменсе быуатта донъяла 256, шул иҫәптән Рәсәйҙә 9 тел юғалған. Бөгөн беҙгә, башҡорттарға, ауылдарҙы һаҡлау милләтебеҙҙе һаҡлауға тиң бурыс. Агломерациялар барлыҡҡа килеүҙе туҡтатырға ине. Ни өсөн тигәндә, ауылдарҙа, райондарҙа халыҡ һаны кәмеү иҫәбенә ҡалаларҙа, шул иҫәптән Өфөлә халыҡ һаны арта. Өфө, Шишмә, Иглин райондарында ла халыҡ шул иҫәпкә арта. Ошо мөхиткә килеп эләгеүселәр икенсе, өсөнсө быуында телде белерме икән? Заманында Мортаза Ғөбәйҙулла улы төпкөл ауылдарҙа төҙөткән типовой мәптәптәрҙең буш тороуын шәхсән ауыр кисерәм.
Ауылдарҙы һаҡлау ил кимәлендәге проблемаға әүерелергә тейеш. Шул саҡта ғына беҙ сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү мәсьәләһен дә, демографик проблеманы ла хәл итербеҙ. "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге" тигән юҫыҡтан ҡарағанда ла, ауылдарҙы һаҡлау илдең хәрби ҡеүәтен нығытыу тип тә атала ала. Бөйөк Ватан һуғышында ла ниндәй көслө дошманды еңеп сығыуыбыҙ ауылдарҙы һаҡлау арҡаһында булғанлығын хәҙер килеп аңлайбыҙ. Ни өсөн беҙ хәҙерге мөмкинлектәр заманында әлегә тере булған ауылдарыбыҙҙы юҡҡа сығарырға тейешбеҙ һуң?..

Бер мәл Рәсәйҙең беренсе президенты Борис Ельцин "Мәҙәниәт көтөп торор" ("Култура подождет") тип әйткәйне. Бына һеҙ мәҙәниәт министры, шул йүнәлештә эшләгән премьер-министр урынбаҫары вазифаһында эшләгән кеше булараҡ, нисек әйтерһегеҙ: беҙ власть вертикалы урынлашҡанға тиклем тарих тарафынан республикабыҙҙың, милләтебеҙҙең мәҙәниәтен үҫтереү өсөн бирелгән мөмкинлекте тулыһынса файҙаланып ҡалдыҡмы?

- Беҙ мөмкин тиклем файҙаланып ҡала алдыҡ. Файҙаланып ҡына ҡалманыҡ, мәҙәниәтебеҙҙе артабан да үҫтерҙек. Мәҙәниәт министры булып эшләй башлағас, бер аҙна үтте, бер ай үтте, Мәскәү яғынан яңы министр менән танышып шылтыратыу ҙа, ҡыҙыҡһыныу ҙа булманы. Ахырҙа, Мәскәүгә үҙем шылтыраттым. "Яңы эш башланым, һеҙҙең менән күрешергә ине", тип һорағайным, миңә: "Һеҙ бит хәҙер үҙаллы республика, үҙегеҙ хәл итегеҙ", - тинеләр. Һис юғы, танышырға теләгем барлығын белдергәйнем, килегеҙ, тинеләр. Барҙым һәм миңә: "Нимә теләһәгеҙ, шуны эшләгеҙ", - тинеләр.
Мәскәүҙә шулай тип әйткәстәре, мәлде файҙаланып ҡалырға ҡарар иттек. Беҙгә тиҫтә йылдар буйына хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр асылды. Иң тәүҙә Сибайҙа, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта филармония асып ебәрҙек. Яңы театрҙар, шул иҫәптән "Нур" татар театры барлыҡҡа килде. Музейҙар астыҡ, боронғо исемдәрҙе кире ҡайтарҙыҡ. Бер мәл китапханалар, музейҙар һаны буйынса беҙ Рәсәйҙә лидерлыҡҡа килеп сыҡтыҡ. Республика төбәктәрендә яңы байрамдар тыуҙы. Сибайҙа - "Ирәндек моңдары", Октябрскиҙа - "Ҡурай", Нефтекамала төньяҡ-көнбайыш төбәк өсөн "Дуҫлыҡ моңо", Балаҡатайҙа - "Урыҫ таҡмаҡтары", Яңауылда "Гармун байрамы" конкурстары һәм байрамдары үткәрә башланыҡ. 2001 йылда Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, беҙҙә илебеҙҙең бөтә төбәктәренең министрҙарын йыйып, мәҙәниәт буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ул саҡта Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Михаил Ефимович Швыдкой ине. Өс көн эшләгәндән һуң мин уларҙы оҙатырға аэропортҡа барҙым. Министр янында өс урынбаҫары ҡатнашлығында һөйләшеү булды. Шунда мәҙәниәт министры: "Башҡортостан беҙгә шундай өлгө күрһәтте. Яңынан ярты йылдан беҙ алдағы кәңәшмәне ҡайҙа үткәрергә белмәйбеҙ. Сөнки киләһе төбәк Башҡортостанға ҡарағанда юғарыраҡ булырға тейеш. Беҙҙең был кимәлдәге төбәгебеҙ башҡаса юҡ", - тип, беҙҙең эшкә юғары баһа бирҙе. Был Рәсәйҙә күрелмәгән хәл ине.
БНЗС тресының данлыҡлы етәксеһе Михаил Старцев республикабыҙ суверенитетының 5 йыллығын үткәргән ваҡытта: "Беҙ республика суверенитетын яулағас, иң ҙур аҙымдарҙы мәҙәниәт өлкәһендә эшләнек", - тип сығыш яһағайны. Мин уның һүҙҙәренән шуны аңланым: рухи яҡтан юғары булған кешене, халыҡты бер ниндәй тормош ауырлығы ла бөгә, һындыра алмай. Иң ҙур байлығыбыҙ - рухиәтебеҙ.

Һеҙ телгә алғас, Михаил Швыдкойҙың беҙгә килгәндә әйткән бер һүҙе иҫкә килеп төштө. РФ мәҙәниәт министрын ул саҡта ниндәйҙер мәктәпкә алып барғандар ҙа, шунда ул: "Ситтән кешеләр килгәндә ҡоймаларҙы буяп, урамдарҙы һепереп, бөтә нәмәне әҙерләп була, әммә балаларҙың йөҙөндәге шатлыҡлы йылмайыуҙы ойоштороп булмай..." - тигән. Минеңсә, беҙҙең республикаға бирелгән баһа ла ул был фекер. Старцевҡа килгәндә, Башҡортостан Республикаһының Конституцияһын ҡабул иткәндә килеп тыуған сетерекле хәлдә ул депутаттарҙың берҙәмлеген, дөрөҫөн әйткәндә, республиканы һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итте. Шулай бит?

- Эйе, Михаил Старцев объектив ҡарашлы, төплө етәксе булды. Ә Михаил Швыдкойҙың фекеренә килгәндә, ул беҙҙең дөрөҫ юлда барыуыбыҙҙы ла раҫланы.

Тап һеҙ Башҡортостан мәҙәниәт министры, вице-премьер вазифаларын башҡарған саҡта халҡыбыҙ батыры Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар бығаса күрелмәгән төҫ алды. Быға нисек өлгәштегеҙ?

- Салауат Юлаев образы халҡыбыҙҙың рухи донъяһында ифрат ҙур роль уйнай, шуға күрә уның биографияһы, яҙмышы ғалимдарыбыҙҙы бөгөн дә ҡыҙыҡһындыра. Премьер-министр урынбаҫары булып эшләй башлағас, алыҫ Балтика буйында Палдиски ҡалаһындағы Салауат Юлаев һәйкәленең юҡҡа сығыуын ишетеп, ныҡ көйөндөк. Ниһайәт, 1997 йылдың көҙөндә составында яҙыусылар, журналистар, ғалимдар, артистар булған Башҡортостандың ҙур делегацияһы Эстония еренә аяҡ баҫтыҡ. Палдиски мэры Ян Мельдер менән әңгәмә алып барғанда беҙ Салауат Юлаевтың һәйкәлен, музейын тергеҙеү, уның исемендәге урамды кире ҡайтарыу тураһында һүҙ ҡуҙғаттыҡ. Ҡала башлығы был мәсьәләләрҙең ҙур ауырлыҡ менән хәл ителәсәген, үҙенең икеләнеүен әйткәс, уға: "Ян әфәнде, беҙ ҙә һеҙҙең кеүек аҙ һанлы халыҡ. Беҙ ҙә һеҙҙең халҡығыҙ тарихын ихтирам итәбеҙ. Эстон Республикаһының 1-се президенты Константин Пятс ҡырҡынсы йылдарҙа Өфөлә һөргөндә булған. Беҙ ул йәшәгән йорттоң урынына һеҙҙең менән берлектә мемориаль таҡтаташ асырға уйлайбыҙ. Ә беҙ һеҙҙән ҡаланың үҙәк урамдарының береһенә Салауат Юлаевтың исемен биреүҙе, уның музейын тергеҙеүҙе һорайбыҙ. Киләсәктә Эстония менән Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡ күперенә саң ҡундырмайыҡ", - тигән һүҙҙәрҙе әйттем. Ян Мельдер был мәсьәлә буйынса Таллин менән һөйләшергә вәғәҙә бирҙе.
Ысынлап та, бер нисә ай үткәс, беҙгә Эстонияның мәҙәниәт министры урынбаҫары етәкселегендә ҙур делегация килеп төштө. Беҙ уларға матур программа ойошторҙоҡ. Үҙебеҙ вәғәҙәләгәнсә, Коммунистик урамда Константин Пятс йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ астыҡ һәм эстон делегацияһының теләге буйынса фин-уғыр халыҡтары йәшәгән Мишкә, Ҡалтасы райондарында булдыҡ. Ошонан һуң боҙ ҡуҙғалды, Палдискиҙа батырыбыҙға арналған музей асыу буйынса республикабыҙҙың Милли музейы ең һыҙғанып эшкә тотондо. Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев исемендәге урам барлыҡҡа килде һәм Салауаттың рухы ҡалаға кире әйләнеп ҡайтты.
Быға тиклем Салауат көндәре батырыбыҙҙың тыуған районында һабантуй рәүешендә генә үткәрелеп килә ине. Сибай филармонияһының художество етәксеһе Альмира Ҡыуатованы, билдәле сценарист Сәрүәр Суринаны саҡырып, был сараны "Салауат йыйыны" тип атарға, уның форматын киңәйтергә ҡарар иттек. Шулай итеп, "Салауат йыйыны"на бер көн ҡалғанда беҙ Өфөләге опера һәм балет театрында Салауаттың тыуыуына 250 йыл тулыуға арнап, тантаналы ултырыш үткәрҙек. Унда Эстония делегацияһы ла ҡатнашты. Тантаналы ултырышта уларға ла һүҙ бирҙек. Ә инде Таллин опера театры солисы Виллу Вальтма башҡорт телендә "Уралым"ды йырлағас, барлыҡ халыҡ хайран ҡалды.
Икенсе көндә Салауат ерендә үткән "Салауат йыйыны" иҫ киткес матур, ғәжәйеп күренеш булды. Йыйылған халыҡ Салауаттың яҙмышын үҙенең йөрәге аша үткәрҙе. Екатерина Икенсенең баш күтәреүселәргә ҡаршы сығарған Указын уҡығанда бар халыҡтың күҙенә йәштәр тығылды. Ошо күренеште күҙәтеп торған Палдиски ҡалаһы мэры Ян Мельдер яныма килеп: "Эйе, Хәләф әфәнде, хәҙер мин Салауаттың башҡорт халҡы өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген аңланым", - тине.

Һеҙҙең мәҙәниәт министры, аҙаҡ Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары булып эшләгән йылдарығыҙ республикабыҙҙың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың дәүеренә тура килде. Ул дәүергә төрлөсә баһа бирәләр, республикабыҙ етәксеһен "открывашка" тип тә көлгән булдылар. Нисек кенә булмаһын, уның етәкселегендә республикабыҙ, халҡыбыҙ тарихта күрелмәгән күтәрелеш кисерҙе. Әле һыны һәйкәл булып ҡалҡты. Уның менән бергә эшләгән кеше булараҡ, эшмәкәрлегенә ниндәй баһа бирә алаһығыҙ?

- Әлбиттә, Мортаза Рәхимовтың эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирәм. Ул үҙенең эргәһенә көслө шәхестәрҙе туплай белде һәм улар тормоштоң төрлө этаптарын үткән, тәжрибә туплаған, бер һүҙ менән әйткәндә, утыҡҡан кешеләр ине. Беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән ун бер йылға яҡын бергә эшләнек. Башта шуны әйтер инем: Президент ул бер үҙе бер нәмә лә эшләй алмай. Уның көслө, эшлекле командаһы булырға тейеш. Сөнки ундай урындағы етәксе бөтә өлкәгә лә үтеп инеп, етәкселек итеп өлгөрә алмай. Президент стратегик йүнәлеште генә бирә, тактиканы хөкүмәт ағзалары билдәләй һәм эш алып бара. Мортаза Ғөбәйҙулла улы стратегик йәһәттән алдан күп нәмәләрҙе күрә белде. Унан һуң, коммунистик идеология юҡҡа сыҡҡас, халыҡтың күңелендә бушлыҡ барлыҡҡа килгәйне. Ә физиктар "Тәбиғәт бушлыҡты яратмай" тиҙәр. Шул саҡта халыҡҡа ниндәйҙер ориентир бирергә кәрәк булды. Беҙгә эште мәктәптәрҙән башларға кәрәк ине. Мәғариф министры итеп Фирҙәүес Хисамитдинова ҡуйылғас, уның менән бергәләп ул ваҡыттағы Премьер министр Рим Баҡыевҡа, шунан Мортаза Ғөбәйҙулла улына ла индек. Республикала уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләрен үткәреү идеяһы, "Яңы Башҡортостан гражданын тәрбиәләү" тигән маҡсат ошо рәүешле барлыҡҡа килде. Ғаилә кимәлендә лә Башҡортостандың киләсәк граждандарын барлыҡҡа килтерергә тейешбеҙ, тигән маҡсатты ла алға һөрөп, 1997 йылда мин 1998 йылды "Ғаилә йылы" итеп иғлан итеү тураһында ҡарар проекты, планы әҙерләнем. Бөгөн килеп айырым йылдарҙы иғлан итеү федераль кимәлдәге сараға әүерелде.
Әйткәндәй, Мортаза Ғөбәйҙулла улын "открывашка" тип әйтһәләр ҙә, иң мөһиме, ул "закрывашка" булманы. Булғанды ябырға, юҡҡа сығарырға күп аҡыл, көс кәрәкмәй. Ә асыуы, барлыҡҡа килтереүе һәр ваҡыт ауыр.

Владимир Путин: "Башҡортостанда бер тамсы һыуҙағы кеүек бөтә Рәсәй сағыла..." - тигән фекер әйткәйне. Был һүҙҙәргә ниндәй аңлатма бирер инегеҙ?

- Ул был һүҙҙәрҙе "Аҡбуҙат" ипподромында әйтте. Мин уның һүҙҙәрен йөрәгем аша үткәрҙем. Ни өсөн тигәндә, Ельцин ваҡытында беҙҙең республиканың ыңғай күренештәрен күрмәмешкә һалыштылар. Үҙәк телеканалдарҙа, радиола, гәзит-журналдарҙа беҙҙең хаҡта бер позитив мәғлүмәт күренмәне. Берәр етешһеҙ күренеш булһа, шунда уҡ төймәнән фил яһанылар. Берҙән-бер тапшырыу булды, уныһы ла "Киносәйәхселәр клубы"нда Юрий Сенкевичтың Башҡортостан тураһындағы бер сәғәтлек тапшырыуы. Уныһын да Сенкевичты саҡырып килтереп, үҙебеҙ ойошторҙоҡ. 1997 йылда беҙ Мәскәүҙә мәғлүмәт блокадаһын өҙөү маҡсатында Башҡортостан көндәре үткәрҙек һәм уны Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуға 440 йыл тулыуға арнаныҡ. Федерализм идеяһын алға һөрөү маҡсатына ла бағышланды был сара. Әммә унда Рәсәйҙең ул саҡтағы мәҙәниәт министры Юрий Сидоровтан, Мәскәү мэры Юрий Лужковтан тыш, Кремлдән бер етәксе лә килмәне. Был хәл ул ваҡыттағы федераль органдарҙың Башҡортостанға ҡарашын күрһәтеп тора ине. Шуға күрә Владимир Путиндың беҙгә килеп "Бер тамсылағы кеүек Башҡортостанда бөтә Рәсәй сағыла..." тип әйтеүе күңелебеҙгә май булып ятты һәм артабан да ошо йүнәлештә ыңғай эштәр булыр тигән өмөт уятты.

Владимир Путин тағы ла бер килгәнендә аэропортта Рәсәй армияһы составындағы башҡорт яугиры феномены хаҡында фекер әйткәйне. Башҡорт яугирының Махсус хәрби операцияла үҙ ғүмерен аямай һуғышыуы хаҡында ла күп һөйләйҙәр...

- Тарихҡа күҙ һалһаҡ, хазарҙар, бәшәнәктәр, сарматтар, савроматтар булған, әммә улар тарих арбаһынан төшөп ҡалған. Шул уҡ мәлдә улар менән бер үк ваҡытта йәшәгән башҡорттар әле булһын бар. Улар Геродот, Ибн Фаҙлан һәм боронғо һәм урта быуат ғалимдары, тарихсылары яҙмаларында сағылыш тапҡан. Шул замандарҙан алып тарих арбаһынан төшмәй, бөгөнгә тиклем һаҡланып ҡалыуыбыҙ рухи яҡтан көслө булыуыбыҙ хаҡында һөйләй. Башҡорттар күсмә халыҡ булған, тигән бер яҡлы ҡараш та бар. Әммә йәйләүгә сығыуҙы, ҡыш ауылға ҡайтыуҙы күсмә тормош менән бутарға ярамай. Әгәр ҙә ата-бабаларыбыҙ күсеп йөрөгән булһа, аныҡ ерлеккә бәйле бар донъяға билдәле "Урал батыр" эпосын тыуҙыра алмаҫ ине. Әгәр ҙә беҙ яугир рухлы булмаһаҡ, еребеҙҙе лә, илебеҙҙе лә, телебеҙҙе лә һаҡлап ҡала алмаҫ инек. Яңыраҡ мин Шүлгән мәмерйәһендә булдым. Унда хәҙер донъя кимәлендәге музей эшләй. Музейға тиклем асфальт юл, газ барып еткән, унда ҡайҙа йоҡлармын, ҡайҙа ашармын тигән проблема ла юҡ. Ә замандың иң алдынғы ҡаҙаныштарын ҡулланып эшләнгән музейҙың үҙенә килгәндә инде, унда барып ингән саҡта уҡ үҙеңдең боронғо халыҡтың вәкиле булыуыңа ғорурлыҡ тойғоһо кисерәһең.
Башҡорттар Рәсәйгә ҡушылғандан, Левон һуғышынан алып, бөгөнгө Махсус хәрби операцияға тиклем Рәсәй армияһының алдынғы сафында торған һәм тора. Гитлерҙың шәхси дошманы Илья Эренбург 1942 йылда "Красная звезда" гәзитендә башҡорттарҙың бер ваҡытта ла әсиргә бирелмәүе, сигенә белмәүе хаҡында яҙып сыға. Тәү ҡарамаҡҡа йыуаш ҡына булып күренгән егеттәр яуға ингәндә арыҫланға әүерелеүе хаҡында лә әйтеп үтә. Беҙ шуға ла һаҡланып ҡалғанбыҙҙыр. Беҙҙең тарихтағы хәрби ҡаһарманлыҡты, башҡорт яугиры феноменын илебеҙ етәксеһе бик дөрөҫ тотоп алған.

Кеше үҙен нисә йәштәмен тип иҫәпләһә, шул йәштә була, тиҙәр. Үҙегеҙгә нисә йәш бирәһегеҙ?

- Әлеге ваҡытта кешенең ғүмере йыл һайын өс айға артып бара, тиҙәр. Был ниндәй сәбәп менәндер, аңлатыуы ауыр. Быны ерҙең тирбәлеше үҙгәреүе менән дә бәйле тиҙәр. Элек өлкәндәрҙең һөйләшкәнен тыңлап ултырырға, фәһем алырға яраттым. Шунда уларҙың "Пенсияға сығып, пенсия ашарға насип булһа ине", тигән һүҙҙәр йыш ҡабатланды. Шул ваҡытта пенсияны ашай торған нәмәме икән тип тә күҙ алдына килтергәнем булды. Өлкән йәшкә етһәм дә, күңел барыбер йәш. Ә үҙемде хәҙер ҡырҡ йәшлек итеп тоям.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"65 йәшкә еткән саҡта тормошоғоҙҙа өлгәшкән иң ҙур уңышығыҙ тип нимәне иҫәпләйһегеҙ?" тигән һорау бирҙем Хәләф Хәлфетдин улына әңгәмәбеҙ аҙағында. "Беҙҙе атай-әсәйебеҙ булғанына шөкөр итә белергә өйрәтте. Хәҙер 65 йәшкә етеп, атайымдың йәшен дә үтеп киттем. Һуғыштан өс тапҡыр ҡаты яраланып ҡайтҡан атайым 59 йәшендә вафат булып ҡалғайны.
Ғаиләм менән ҡәнәғәтмен. Дүрт балаға ғүмер биреп, уларҙы үҙаллы тормош юлына баҫтырҙыҡ. Улар милләтебеҙҙең телен, тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен белгән ышаныслы вәкилдәре, тип әйтә алам. Ғорурланам. Икенсенән, шундай ҡатмарлы, һынылышлы 90-сы йылдарҙа, яңы быуат, яңы меңйыллыҡ башында Хөкүмәтебеҙ етәкселегендә эшләп, республикабыҙҙың үҫешенә өлөш индергәнмен икән, уның менән дә ғорурлана алам. Урамда йөрөгәндә тура баҫып атлап йөрөйөм, һәр кешенең күҙенә тура ҡарап һөйләшә алам, сөнки үҙемдең выжданыма тура килмәгән эштәр менән шөғөлләнмәнем", - булды уҙамандың яуабы.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.25 | Ҡаралған: 477

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru