
Республиканың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусылар араһында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре ветераны, СССР-ҙың атҡаҙанған осоусыһы, 2024 йылда 90 йәшен тултырған полковник Зөбәйер Сабир улы Иҫәнғолов айырым урын алып тора.
З.С. Иҫәнғолов 1934 йылдың 26 авгусында Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында донъяға килә. Атаһы Сабир Хафиз улы 1943 йылда Сталинград өсөн барған алышта батырҙарса һәләк була. Һуғыш бөтөүгә бандиттар әсәһенең дә ғүмерен ҡыя, 4 бала үкһеҙ етем ҡала. "Артабанғы өс йыл һеңлеләрем һәм ҡустым өсөн ҡайғы баҫҡан, аслыҡ-яланғаслыҡ кисергән, ҡыш һыуығы елеккә үткән осор булды", - тип яҙа Зөбәйер ағай үҙенең хәтирәләрендә. Шуға ҡарамаҫтан, ул 1945 йылда башланғыс мәктәптең 4 класын тамамлай. Хәҙерге быуын ҡолағына элһен тип, уның үҙ ауыҙынан ишеткән һүҙҙәрҙе килтерәм: "Ә һуғыш алдынан тормош ниндәй яҡшы ине. Яратҡан, шәфҡәтле атай-әсәйем, ниғмәттәр менән тулы яңы һәм матур йортобоҙ бар ине... Ғөмүмән, ауылда беҙҙең кеүек бәләкәстәр өсөн дә тормош "гөрләп" торҙо. Колхоз яҡшы эшләй. Кешеләр етеш йәшәй, ғәиләләр бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, йыр яңғырай, түңәрәккә төшөп бейеүҙәр... Беҙгә лә, балаларға ла, әҙ генә әсетелгән бал тәмләп ҡарарға рөхсәт итәләр. Йырлайбыҙ, бейейбеҙ, бүләккә 3 һәм 5 тинлек баҡыр аҡсалар төшә... Ә 5 тингә лавкала беҙҙең балалар усына һыйырлыҡ кәнфит килә..."
Зөбәйерҙе 1948 йылда Стәрлетамаҡ балалар йортона урынлаштыралар, ул быны "яҙмыштың бәхетле боролошо" тип атай. Оҙаҡламай атайҙары һуғышта һәләк булған балалар өсөн асылған Өфөләге 5-се балалар йортона күсерәләр һәм ул 9-сы башҡорт урта мәктәбенең (артабан - 1-се мәктәп-интернат, хәҙер - Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты) 5 класына уҡырға бара. Беҙ Марат ағайым менән 1947 йылдан уҡ ошо интернатта тәрбиәләнә инек инде. Зөбәйер ағай ағайым Марат менән дуҫлашып китте. Һуңғараҡ Зөбәйер ағайҙың һеңлеһе Гөлсөм дә интернатҡа килде, ә Альберт ҡустыларын Өфө янындағы Чесноковка балалар йортона урынлаштыралар. Зөбәйер ағай бишенсене "отлично"ға тамамлай һәм Артекҡа йүнәлтмә менән бүләкләнә, ләкин, лагерға һуңлау сәбәпле, илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә экскурсия төркөмөндә тороп ҡала. Мәскәүҙәге тәъҫораттарын бик ентекләп, еренә еткереп ҡуйын дәфтәренә яҙған ул. Шунда ул Совет авиацияһы көнөнә арналған сараны тамаша ҡыла, бәләкәй бер самолеттың һауала башҡа һыймаҫлыҡ тәкмәсләүен күреп, иҫе китеп аптырай, һоҡлана. Совет летчиктарының тыныс тормоштағы һәм һуғыштағы героик ғәмәлдәренә арналған фильмдар менән күптән таныш егеттең летчик-истребитель булыу хыялы тағы ла нығына, уға тынғы бирмәй башлай. Шунан ул Өфө аэроклубы түңәрәгенә яҙылырға ныҡлап ниәт итә. Беҙҙең мәктәптән тағы 67 егет унда яҙылырға теләк белдерә. Тик медицина комиссияһын өсәү генә үтә ала.
1954 йылда урта мәктәпте тамамлаған Зөбәйер Иҫәнғолов Өфө аэроклубы курсанты булып китә һәм 21 августа беренсе тапҡыр үҙаллы осош яһай. ЯК-18 самолетында осоу программаһын "отлично"ға тамамлап, сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырған егет Пенза өлкәһе Каменск ҡалаһындағы Хәрби-авиация мәктәбенә йүнәлтмә ала. 1956 йылда училищены тик "отлично" билдәләренә тамамлай.
Батайск ҡалаһында реактив МИГ-25 самолетында летчиктар әҙерлеге үткәс, лейтенант Зөбәйер Краснодар крайындағы Кущевскийҙағы полкка эләгә. Артабан Мәскәү хәрби округының Клин ҡалаһындағы ПВО дивизияһында, Калининградҡа хәтле Балтик диңгеҙе буйы ил сиген һаҡлаған Ригалағы ПВО корпусында, Баку округы ПВО-һының Пирсәғәт ҡалаһындағы эскадрильяла хеҙмәт итә, өлкән лейтенант дәрәжәһен ала. 1962 йылда Зөбәйер Сабир улы капитан булып китә. Күп тә үтмәҫтән - икенсе, ә киләһе йылдың яҙында беренсе класлы осоусылыҡҡа имтихан тапшыра. 1964 йылда ПВО истребитель авиацияһының яңы авиатехникаһын өйрәнеү үҙәгендә әҙерлек үтә.
Тауыш тиҙлегенән дә шәп осорға һәләтле яңы СУ-9 истребителен тулыһынса үҙләштергән офицерҙы Төркмән ССР-ның Красноводск ҡалаһына йүнәлтәләр. Унда ул 13 йыл хеҙмәт итә: инструктор күнекмәләрен үҙләштерә һәм осоуҙар менән идара итә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1972 йылда Юғары офицерҙар курсында уҡый. Реактив техникаһында эшләү осоро икегә ҡабатланыуын иҫәпкә алғанда, уның дөйөм эш стажы 40 йылға етә. Ғаилә ҡоронда, пенсияға сығыу ваҡыты һуҡты, тигән ҡарарға киләләр. Шулай итеп, СССР-ҙың атҡаҙанған осоусыһы полковник Зөбәйер Сабир улы 1977 йылда отставкаға сыға. Артабан Харьковтың 23-се һанлы училищеһында 12 йыл хәрби уҡытыу етәксеһе, мастер, уҡыу мастерскойҙары начальнигы һ. б. вазифаларҙа эшләй.
...Буласаҡ хәләл ефете менән Зөбәйер ағайҙың романы 1952 йылда беҙҙең детдомда башлана. Динә Зәкирова ҡустылары Радик һәм Земфир менән Өфөгә Ҡарлыман балалар йортонан күсерелә. Уларҙың Зөбәйер менән яҙмышы оҡшаш. Динәнең атаһы һәм оло ағаһы Харис та һуғышта һәләк булалар. 1943 йылда әсәһе донъя ҡуя, 6 бала үкһеҙ етем ҡала. Динә сит ил телдәре факультетын тамамлай, мәктәптәрҙә, училищеларҙа уҡыта, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Зөбәйер ағай демобилизацияланғандан һуң ғаилә Харьков ҡалаһында төпләнә. Яңы 1978 йылды яңы фатирҙа ҡаршылайҙар. 1986 йылда баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар, ә 1998 йылда хутор алып (40 сутый емеш-еләк һәм 40 сутый йәшелсә баҡсалары), был эшкә башкөллө сумалар. Шунан Мәскәүгә күсенәләр, яҙ хуторға ҡайтып эшләйҙәр. Ҡалған тормош ғүмер буйы шулай ыңғай барыр тип өмөтлөнеп йәшәйҙәр. Тик йылдан-йыл хужалыҡ эштәрен атҡарыу ҡатмарлаша, ил бөлә, тарҡала, яғыулыҡ менән хәлдәр насарая бара. Хуторҙы һатырға мәжбүр булалар. Балалар йортонда йәшәгән саҡтан дуҫ Венер Ғәлин (Мәскәүҙә йәшәй, ғалим, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты, орден кавалеры) тәҡдиме буйынса, Мәскәү янындағы Орехово-Зуево районында дача алып, ундағы өйҙө һәм баҡсаны яңыртып, йәшелсә-емеш үҫтерә башлайҙар. Үкенескә ҡаршы, 2010 йылдың майынан Иҫәнғоловтар тормошоноң яңы этабы башланды. 14 июлдә Динәнең мейеһенә ҡан һауа, ул телдән яҙа, уң яҡ кәүҙәһе бөтөнләй хәрәкәттән туҡтай. Ул 2013 йылда арабыҙҙан китте.
Нина ҡыҙҙары, Ленинградта институтты тамамлағас, нефь эшкәртеү заводының баш технологы булып эшләне, Салауат улдары атаһы һөнәрен дауам итеп, осоусылар училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәт урыны итеп Алыҫ Көнсығышты һайланы.
Алда иҫкә төшөргән Зөбәйер Сабир улының Альберт ҡустыһы Салауат нефть химияһы комбинатында эш башлай, армияла булғанда Мәскәү хәрби округында радиореле линияһын хеҙмәтләндерә. Хәрби әҙерлек отличнигы булараҡ, уны Мәскәү милицияһына эшкә саҡырып алалар. Бандиттарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән намыҫлы егеттең ғүмерен шул уҡ ҡан дошмандары ҡыя. Гөлсөм һеңлеһе, беҙҙең интернатты тамамлағас, Татарстан балалары төркөмөндә Мәскәүҙәге Щукин театр училищеһына уҡырға инә. Диплом алғандан һуң, татар әҙәби теленең бөтә нескәлектәрен үҙләштереп, Ғәлиәсҡәр Камал исемендәге Татар дәүләт академтеатрында эшләй башлай. Татарстан һәм Башҡортостан Республикаларының халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ була, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Бына шундай шәхестәрҙе тәрбиәләне, тәрбиәләүҙе дауам итә был көндәрҙә һикһән йыллығын билдәләгән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика Башҡорт гимназия-интернаты. Балалар йорто сағынан уҡ меңләгән етемде ысын кеше иткән, совет иленең донъяла бер ҡасан да ҡабатланмаҫ өлгөлө мөхитен булдырған уҡыу йортона мәңге рәхмәтлебеҙ.
Эрнст ЮЛБАРИСОВ,
интернат-мәктәпең 1957 йылғы сығарылыш уҡыусыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе,
техник фәндәр докторы,
Рәсәй тау фәндәре академияһы академигы.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА