«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ДҮРТ КӘҢӘШ
+  - 

Ҡасандыр бер ваҡыт гонаһлы кеше йәшәгән. Ул үҙенә нисек кенә гонаһ эшләмәҫкә һүҙ бирһә лә, яман ғәҙәттәре уны һис ташлап китмәгән. Һәм бына ул юғары белемле һәм Исламға ҡәтғи эйәреүсе берәй кешене табып, уның менән кәңәшләшергә ҡарар итә. Уға Ибраһим бин Әтһәмгә барырға кәңәш биргәндәр. Гонаһлы кеше Ибраһим бин Әтһәмгә килеп, былай тип үтенгән:
- Мин үҙемдең насар ғәҙәттәремдән бер нисек тә арына алмайым. Миңә башҡаса гонаһ эшләмәҫкә кәңәш бирсе.
- Мин һиңә дүрт кәңәш бирәм. Әгәр ҙә һәр ваҡыт уларҙы иҫеңдә тотһаң, ул сағында Аллаһ Тәғәлә һиңә насар ҡылыҡтан ҡотолорға ярҙам итер, - тип яуаплаған Ибраһим бин Әтһәм.
Был кеше бик шатланған һәм иғтибар менән тыңлай башлаған:
- Һиңә беренсе кәңәшемде бирәм, - тип башлаған Ибраһим бин Әтһәм. - Һин ҡайҙа ғына булһаң да, нимә генә эшләһәң дә, Аллаһ Тәғәлә һине күреп тора.
- Минең икенсе кәңәшем: әгәр һин ниндәйҙер гонаһ эшләйһең икән, һин Аллаһ биргән аҙыҡты ашама, - тип дауам иткән ул.
Һәр бер кәңәштән һуң Ибраһим бин Әтһәм бер ни тиклем ваҡыт кәңәштәрҙең гонаһлының йөрәгенә барып етеүен көтөп торған.
- Ә өсөнсө кәңәш ниндәй? - тип һораған кеше.
Ибраһим бин Әтһәм тыныс тауыш менән әйткән:
- Минең өсөнсө кәңәшем шул: һинең тағы ла гонаһ эшләгең килһә, иҫеңә төшөр, бөтә донъя һәм унда булған бөтә нәмә Аллаһ Тәғәләнеке. Әгәр ҙә инде һин яңынан гонаһ эшләһәң, ул сағында һис нисек тә Аллаһ биләмәләрендә ҡалма, шунда уҡ үҙеңә икенсе урын эҙлә.
Гонаһлы кеше ишеткән кәңәштәрҙән тотлоға башлай:
- Нисек инде, ҡайҙан башҡа урынға китәйем, бит бөтәһе лә Аллаһтыҡы.
Ибраһим бин Әтһәм уның күҙенә тура ҡарап, ҡысҡырып ебәргән:
- Был бит рәхмәтле була белмәү! Мәрхәмәтһеҙлек! Һин уның биләмәләрендә йәшәйһең, һәм һин үк Уға ҡаршы барырға теләйһең.
Әйтелгән һүҙҙәр гонаһлы кешене ныҡ тулҡынландырған, һәм ул дүртенсе кәңәште һораған.
- Үлем сәғәте еткәс, Ғазраил фәрештә һинең йәнеңде алырға киләсәк, һин шул ваҡытта уға әйт: "Эй, Ғазраил! Һин ваҡытһыҙ килдең, һин гонаһтарыма тәүбә итеп бөткәс кил. Әлегә миңә Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға һәм Уның ғәфү итеүен һорарға кәрәк", - тип яуап биргән Ибраһим бин Әтһәм.
- Улай булмай инде! Мин нисек Ғазраилдан быны һорай алам? Ул миңә килгәндән һуң, мин инде бер ни ҙә эшләй алмаясаҡмын.
Ибраһим бин Әтһәм үҙенең нәсихәтен тамамлап, былай тигән:
- Эй, кеше! Беләһең бит, Аллаһ Тәғәлә һине күрә. Ул биргән нәмә менән туҡланаһың. Уның биләмәләрендә йәшәйһең. Үлем фәрештәһе килгәндә унан көтөп тороуҙы һорай алмаясаҡһың. Шуға ла әле Ғазраил (ғәләйһи-ссәләм) килмәҫ борон тәүбә ит. Ҡолға нимә ҡушылған, шуны эшлә. Аллаһ Тәғәләгә яҡынайырға, яҡшы әҙәпле һәм ғибәҙәт ҡылыусыларҙан булырға тырыш.
Ишеткән дүрт кәңәш гонаһ ҡылыусыны тулҡынландырған һәм ул ҡысҡырып илаған. Үҙенең гонаһтарына тәүбә иткән һәм шул көндән башлап гонаһ эшләүҙән туҡтаған. Бөтә йәне һәм йыйылған мөлкәте менән Ислам хаҡына хеҙмәт итә башлаған. Ул үҙенең элекке шулай уҡ гонаһлы таныштары менән аралашыуҙы туҡтатҡан, Ибраһим бин Әтһәмдең уҡыусыһы булып киткән һәм үҙенең белемен камиллаштырған. Элекке гонаһлы булған мөхитте алыштырып, тиҙҙән изге эштәр башҡара башлаған.

Мөршиҙә УЙСАЛ.
"Хаҡ динемдә беренсе аҙымдарым" китабынан.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.25 | Ҡаралған: 288

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru