
Ғәҙәттә, һыуһыҙ 3-4 көндән артыҡ йәшәп булмай, тиҙәр. Ә бына организмға күпме һыу кәрәклеге хаҡында ғалимдар күптән бәхәсләшә. Иң күп таралған кәңәш буйынса, кеше көнөнә 1,5 литр һыу эсергә тейеш, ләкин ни өсөн тап шул саҡлы һыу эсергә - был хаҡта бер ниндәй ҙә фәнни тикшеренеүҙәр һығымтаһы юҡ. Ә бына төрлө тормош хәлдәренә бәйле күпме һыу эсеү кәрәклеге тураһында ғалимдар, төрлө ғилми хеҙмәттәрҙе тикшереп, анализ яһаны. Уларҙың күҙәтеүҙәре JAMA Network Open медицина журналында баҫылып сыҡты.
Күп һыу эсеүҙең ниндәй яҡшы яҡтары бар һәм был кемдәр өсөн кәрәк? Иң тәүҙә, ябығырға маҡсат ҡуйғандар өсөн. 4 тикшеренеү эшендә 209 кеше ҡатнашҡан һәм улар көн һайын ашарҙан алда яртышар литр (иртәнге, төшкө һәм киске аш алдынан - бөтәһе 1,5 литр) һыу эсеп, был ысулды ҡулланмаусыларға ҡарағанда 44-100 процентҡа күберәк тән ауырлығын юғалтҡан. Йә иһә һыу эскән кешеләр ике тапҡырға тиҙерәк ябыға.
Һыу эсеүҙең файҙаһын күреүсе икенсе категория - бөйөрөндә таш булған кешеләр. 269 кеше ҡатнашҡан ике тикшеренеү эше биш йыл буйы дауам иткән. Табиб ҡушыуы буйынса улар кесе ярау күләме 2 литрға тулғансы таҙа һыу эсергә тейеш булған. Бындай режимды тотҡан пациенттарҙа таш барлыҡҡа килеү ике тапҡырға һирәк осраған. Кесе ярау күләме күберәк булған һайын, таш барлыҡҡа килтереүсе матдәләр тупланышы кәмерәк була һәм таш һирәгерәк осрай.
Ошоға тиклем тағы ла ғалимдар таҙа һыуҙы күберәк эсеү баш ауырыуы сирен (мигрень), кесе ярау юлдары инфекцияһын кәметә, шәкәр сирен һәм түбән ҡан баҫымын контролдә тоторға булышлыҡ итә, тигән фекерҙә булды. Мәҫәлән, ҡайһы бер тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, ҡабатланып тороусы баш ауырыуынан яфаланған осраҡта күп һыу ҡулланған өлкән йәштәгеләр өс айҙан һуң үҙҙәрен яҡшыраҡ тоя башлаған. Ҡанында глюкоза кимәле юғары булған кешеләр өҫтәмә рәүештә 4 стакан һыу эсеүҙең диабет мәсьәләһендә ярҙамын күргән, ә инде өҫтәмә рәүештә 6 стакан һыу эскән ҡатын-ҡыҙҙар кесе ярау юлдары инфекцияһынан арынған. Был тикшеренеүҙәрҙә шулай уҡ һыу эсеү ҡан баҫымы түбән булған йәш кешеләргә лә шифа бирә, тигән фекерҙәр килтерелә.
Был күҙәтеүҙәрҙе ҡайтанан тикшереү күпләп һыу эсеүҙең ике осраҡта ғына һөҙөмтәле булыуын раҫлаған: беренсеһе - кесе ярау юлдары инфекцияһы менән яфаланыусылар йыл буйына көн һайын 3 литр һыу эсеп, сирҙең киҫкенләшеүен ике тапҡырға кәметә алған. Был һыу менән улар инфекция тупланышының кәмеүенә килтергән һәм бактерияларҙың йыуылып төшөүен тиҙләткән. 2-се типтағы шәкәр диабеты менән сирләүселәргә иһә көнөнә һыу эсеү нормаһын бер литрға арттырыу шулай уҡ ҡандағы глюкоза кимәлен кәметергә ярҙам иткән. Үкенескә күрә, ҡалған осраҡтарҙа, йәғни баш ауырыу сире, түбән ҡан баҫымы осраҡтарында күпләп һыу эсеүҙең файҙаһы раҫланмаған. Күпселек табиптар фекеренсә, бер юлы күпләп һыу эсеүҙең бөйөрҙәргә ауырлыҡ килтереүе һәм уларҙың эшмәкәрлеген боҙоуы ихтимал. Күп һыу эсеүҙән ҡандағы натрий кимәле төшөп, был шешенеүгә килтереүе бар. Һыуҙы, ғәҙәттә, тән ауырлығына ҡарап, көнөнә 1,5-2 литр эсергә ҡушыла. Һыуҙы ултырған килеш, яй ғына йотомлап, ашарҙан алда эсергә кәрәк. Шул саҡта ул аш һеңдереү, бөйөрҙәр эшмәкәрлеген көйләй. Ниндәй осраҡта ла һыу эсеү мәсьәләһе буйынса табиб менән кәңәшләшеү мотлаҡ икәнен онотмағыҙ.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|