«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АҒАСТАРҘЫ ҠЫРҠҠЫЛАРҒА ВАҠЫТ
+  - 

Емеш ағастарын ҡасан ҡырҡыу яҡшыраҡ? Быны йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында башҡарырға мөмкин, әммә быны яҙ көнө эшләү уңайлыраҡ. Шулай тип аңлатты "Башинформ " агентлығына Башҡорт дәүләт аграр университетының үҫемлекселек, үҫемлектәр селекцияһы һәм биотехнологиялар кафедраһы доценты Азат Вәлитов. Уның кәңәштәре баҡсасыларға файҙалы булыр, моғайын.

- Яҙын ағастарҙың ҡарт һәм ауырыу ботағын ҡырҡһаң, емештәре ҙурыраҡ була, уңыш 30-70 процентҡа арта, ағастың һыуыҡҡа сыҙамлығы ла күтәрелә. Бынан тыш, уларҙы ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан эшкәртеү еңелерәк.
Ваҡыттан тыш, башҡа нескәлектәр ҙә бар. Ағасты киҫергә тотонор алдынан эш ҡоралдарын дезинфекцияларға кәрәк. Юғиһә, инфекция йоҡторорға мөмкин.
Йәш ағастарҙы артыҡ ныҡ киҫмәгеҙ. Ауырыу, һынған, ҡороған ботаҡтарын ғына алығыҙ. Шулай уҡ ботаҡтарҙың структураһын һаҡлау өсөн бер йыллыҡ үҫемлектәрҙе ҡыҫҡартырға мөмкин.
Тотош ҡырҡылырға тейешле ботаҡтың төбө ҡалмаһын өсөн, уны түңәрәкләп кенә алығыҙ. Әгәр ботаҡ ҡалын булһа, ҡабығын зарарламаҫ өсөн аҫҡы яҡтан, шунан һуң өҫтән ҡырҡығыҙ.
Ағастың бөрөһөнә бысаҡ менән теймәҫкә тырышығыҙ. Бөрөһөн ҡалдырып киҫеү өсөн эргәләге ботаҡ яғынан 45 градусҡа ҡыйшайтып, секатор менән ҡырҡығыҙ. Бысаҡ араһы 1-2 мм түбәнерәк, ә икенсеһе 1-2 мм юғарыраҡ урынлашһын.
Ҡарт ботаҡтарҙы ҡырҡҡандан һуң туҡландырығыҙ. Һүҙ, тәү сиратта, азотлы ашлама тураһында бара - улар йәш үҫентеләрҙең үҫеше өсөн кәрәк. Мәҫәлән, ағас төбөнә тупраҡҡа тиреҫ (1 квадрат метрға 45 кг) йәки тауыҡ тиреҫе (12 кг) индерергә мөмкин.
Органика урынына минераль ашлама ҡулланырға ла мөмкин. Мәҫәлән, аммофос, аммиак селитраһы йәки карбамид (мочевина).
Азотлы ашламаларҙы бер юлы түгел, ә ике тапҡыр ҡулланырға кәңәш итәм. Яртыһын - апрелдә, икенсе өлөшөн июнь башында һалығыҙ.
Азоттан тыш, ҡырҡылған ағастарға фосфор кәрәк, сөнки ул сәскә атыуҙы көсәйтә, шулай уҡ калий мөһим. Ул емеш сифатын яҡшырта һәм һыуыҡҡа сыҙамлылығын арттыра. Фосфорҙы яҙын, ә калийҙы көҙөн һалығыҙ.
Ашлама һалғас, 1 квадрат метрға 2-3 күнәк иҫәбендә һыу ҡойоғоҙ. Икенсе көндө тупраҡты йомшартығыҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.25 | Ҡаралған: 476

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru