
Бала саҡтан бигерәк тә өләсәйҙәр, ҡартәсәйҙәр беҙгә артыҡ шатланырға, шашынырға, ҡысҡырып көлөргә, самаһыҙ иһаһайларға, бер һүҙ менән әйткәндә, бейбаштаҡланырға, үкереп иларға, үҙәк тартырға, үкһергә, кешегә рәнйергә, ҡарғарға, аҡырырға, екерергә, яуызлыҡ теләргә ярамағанлығы хаҡында ҡат-ҡат иҫкәртә торғайны. Быларҙы үтәүҙе улар беҙҙән талап итте, үтәмәгәндәргә аҡ тешен күрһәтеп барманы. Ошондай һәм ошоға оҡшаш барлыҡ тыйыуҙарҙы дөйөмләштереүсе һүҙ кеүек яңғырай "Артыҡ шатлыҡ һағыш килтерә" әйтеме. Хәйер, тик шатланыуға, ҡайғырыуға йә кешегә яуызлыҡ теләүгә генә ҡайтып ҡалмай был әйтем. Уның хаҡында төрлө юҫыҡта уйланһаң, кешене, милләтте, дәүләтте һәм кешелекте оҙон ғүмерле итерлек, милли идеяға торош асылына ла төшөнәһең.
Мин хеҙмәт иткән хәрби часта Гогодзе фамилиялы (исемен онотҡанмын) сәйер тәбиғәтле грузин егете бар ине. Ҡаҙанлыҡта мейессе булып хеҙмәт итте ул. Мунса яғыусы ла, сантехник та ине үҙе. Бер мәл уға яҡын туғаны вафат булып ҡалыуы тураһында телеграмма килде. Тыуған ере яҡын булғас, ҡайтып, туғанын һуңғы юлға оҙатып килде. Шунан һуң бик оҙаҡ ваҡыт ҡайғырып йөрөнө ул. Ҡырынманы ла, ашханаға ла йөрөмәне. Көндәр һәм төндәр буйына ҡаҙанлығында бер нөктәгә текәлеп ултырыр булып китте. Ял көндәре хәрби частың клуб мөдире һәм хат ташыусы үзбәк егете Иркин Инагамжанов отбойға тиклем клубында күңелле музыка ҡуйып, тирә-яҡҡа яңғырата торғайны. Гогодзе клубҡа барып, мөдире менән талашып, музыканы ла туҡтаттыра ине.
Совет Армияһы һалдатының үҙен сәйер тотоуы күпмелер ваҡыт үткәндән һуң штаб офицерҙарына барып еткәс, штаб начальнигы бер тапҡыр ғына уға ҡырынырға һәм ашханаға йөрөргә бойорҙо ла, ул тыңламағас, старшинанан ҡайышһыҙ шинель кейҙерттереп, гауптвахтаға оҙаттырҙы. Ундағы тәртип ҡаты, өс көндән һуң үҙен ипкә килтереп, ротаға әйләнеп ҡайтты һалдат. Уйсанлығы ҡалды барыбер.
Форсат сыҡҡанда ара-тирә Гогодзенан һәм башҡа грузин милләтле һалдаттарҙан грузиндарҙың траурға бәйле йолаларын һораштырғыланым. Баҡтиһәң, уларҙа яҡын туғаны вафат булғандан һуң оҙаҡ ваҡыт ҡайғырыу мәле була икән. Ул саҡта ир-аттар ҡырынмай, ҡатын-ҡыҙҙар ҡара кейем кейеп йөрөй, траур булған йылда зат-нәҫел араһында барлыҡ күңел асыу байрамдары, шул иҫәптән туйҙар кисектерелеп торола. Байрамдар һәм туйҙар туғандар араһында ғына түгел, тотош ауылдарҙа, ҡала ерендә булһа, айырым йорттарҙа ла һуңыраҡ ваҡытҡа билдәләнә. Ҡыҫҡаһы, был милләттә кешенең ҡайғыһына ҡарата айырыуса ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтелә икән. Улар матәм көндәрендә, ҡайһы берәүҙәр кеүек, һыҡтап та йөрөмәй, шул уҡ ваҡытта йылмаймай ҙа, көлмәй ҙә, бер тигеҙ хәләттә йөрөй. Хәйер, хәҙер был хәл уларҙа нисектер, һәр хәлдә, үткән быуаттың 80-се йылдарында тап шулай ине.
Ә беҙҙәге хәлдәр 80-се йылдарҙа ла, хәҙер ҙә күренекле шағир Рәйес Түләк әйтмешләй:
Бына, мәйет сыға тигән йорттан
Аҡ ебәккә төрөнөп туй сыҡты.
Ап-аҡ тиеп мин табынған ҡарҙар
Ирегәйне, күпме ҡый сыҡты,-
тигән кеүек. Хәҙер беҙҙә туйы ла, йыназаһы ла, ҡайғыһы ла, шатлығы ла, солохо ла, һуғышы ла, ағы ла, ҡараһы ла - барыһы ла бергә буталған, ҡайҙа нимә икәнлеген дә айырырлыҡ түгел. Берәүҙәр ҡайғынан һыҡтаған бер мәлдә, янындағы икенселәр туй үткәрә, берәүҙәр теттергән саҡта, уның күршеһе ҡайғы-хәсрәтенән йәненә урын таба алмай һыҡрай.
Үҙәк телевидениелағы ҡайһы бер шоу программалар аптырата. Уларҙа ҡатнашыусылар тик ғаилә эсендә генә ҡала торған проблемаларын, хатта тәндең билдән түбән өлөшөнә бәйле булған серҙәрен бар донъя алдында асып һалып, интимды урамға сығарып, үҙҙәрен рисуай итәләр, бер-береһенә эт ашағыһыҙ һүҙҙәр әйтеп талашалар. Ата-әсәһе бер туҡтауһыҙ ирешкән, талашҡан ғаиләләге балалар нисек булып үҫә тип уйлайһығыҙ? Бында ла шундай уҡ хәл: тотош ил халҡының психикаһы ҡаҡшай, талашыу-ирешеү кешеләр, ғаилә ағзалары мөнәсәбәтендә нормаға әүерелә. Был тапшырыуҙар унда күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн түгел (унда бик актуаль проблемалар ҙа күтәрелгән сүрәттә лә, Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашыуы шуға ишара), шәхесте, ғаиләне, йәмғиәтте, милләтте, һуңғы сиктә дәүләтте эске яҡтан тарҡатыу маҡсатында ойошторолғанға оҡшаған.
Беҙ көн һайын тиерлек балаларҙың, үҫмерҙәрҙең ҡанһыҙлығына, бәйелһеҙлегенә бәйле сәстәр үрә торорлоҡ ваҡиғаларҙың шаһиты булып торабыҙ. Бындай күренештәрҙең сәбәптәрен таба алмай, барлыҡ ғәйепте балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең үҙҙәренә япһарып, бот сабабыҙ. Әгәр ҙә янъял, иреш, талаш ошондай тапшырыуҙарҙа ҡәҙимге нормаға әүерелә икән, бәләләрҙең башы ҡайҙа икәнлеге билдәле. Баҡтиһәң, шоуҙа барған күп кенә ваҡиғалар сценарийға ҡоролоп, дөрөҫ булһа, унда интриганы сағыуыраҡ ҡорған ҡатнашыусыға гонорар ҙа түләйҙәр икән, тип ишеттем. Әгәр ҙә мин яңылышһам, үҙегеҙҙең дәғүәләрегеҙҙе белдерегеҙ. Беҙҙең Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында ла шуға оҡшашыраҡ шоу программалар ойошторорға маташып ҡаранылар. Килеп сыҡманы, сөнки беҙҙең халыҡтың менталитеты бөтөнләй башҡа төрлө шул. Беҙҙә ундай иреш-талашты театр сәхнәһендә берәр спектаклдең конфликты рәүешендә генә һынландырыу мөмкин.
"Артыҡ шатлыҡ һағыш килтерә" әйтеменең бер мәғәнәһе сама төшөнсәһенә лә бәйле. Һәр нәмәлә лә сама булырға тейеш. "Сама саманан артмай", тип тә әйтәләр. "Һимеҙ тәндә арыҡ йән", "Һимеҙлек ҡуйға ғына килешә" тигән әйтемдәр самаһыҙ туҡланыуҙы иҫкәртеүгә ҡоролған. Америкала, мәҫәлән, һәр икенсе кеше һимеҙлек менән яфалана, һәр өсөнсө үлем дә ошо сәбәпкә бәйле. Ҡабул иткәнгә тиклем ризыҡҡа беҙ хужабыҙ, ҡабул иткәндән һуң ул беҙгә хужа шул. Бер зыярат ҡапҡаһына: "Бында ятыусылар дөрөҫ туҡланмау, самаһыҙ ашау арҡаһында донъялыҡ менән хушлашты", - тигән һүҙҙәр яҙып киткәндәр. Кешене сама белмәү тойғоһо, нәфсе ҡоло булыуы харап итеүе, донъялыҡтан иртә алып китеүенә бәйле тағы ла әллә күпме миҫалдар килтерергә мөмкин булыр ине. Ә бит, төптән уйлап ҡараһаң, һәр бер һуғыштың, кешеләргә бәйле катаклизмдарҙың нигеҙендә нәфселек ята.
"Айыҡ тормош башланым" тигән китабымдың "Үтескә алынған шатлыҡ" тигән өлөшөндә мин бер тапҡыр араҡы эскән кешенең ҡырҡ көн һуҙымында балтаһы һыуға төшкән кешеләй бошоноп, шомланып йөрөүе хаҡында әйтеп үткәйнем. Нимәнелер артыҡ ҡулланғанда, артыҡ шашынғанда, илағанда, көлгәндә, ҡайғырғанда беҙ нәҡ ошо рәүешле алдағы ғүмеребеҙҙең ҙур өлөшөн үтескә алабыҙ шул. Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, тотош кешелек комфортлы йәшәү рәүешен маҡсат итеп ҡуйып, киләсәк быуындарҙың өлөшөнә инеп, ғөмүмән, кешелектең ғүмерен ҡыҫҡарта түгелме икән? Радиоканалдар аша туҡтауһыҙ, тәүлек әйләнәһенә концерттар барғанда, телеканалдар аша бер туҡтауһыҙ шоуҙар күрһәтелгәндә, шомланмаҫтай ереңдән шомланырһың. Ә бит беҙ ошо юл менән бәлә-ҡазаларҙы, тәбиғәт катаклизмдарын, донъя һуғыштарын үҙебеҙ тыуҙырабыҙ...
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА