
Маңлайҙан ағып төшкән һалҡын тир күҙҙе томалай. Снаряд умырып алған бурбайҙан аҡҡан ҡан берцыға тула. Бронежилеттың күнегелгән ауырлығы аҙым һайын арта бара, яурындарҙы баҫа. Яралы кейек һымаҡ аҡтыҡ көсө менән һаман алға ынтылған яугир үҙенең тоҙаҡта икәнен, ҡулсаның ҡотолғоһоҙ ҡыҫыла барғанын тоя. Әммә үлемесле хәүеф янағанда ҡайҙандыр тәрәндән, күҙгә күренмәгән тамырҙарҙан ҡалҡып сыға торған ҡеүәт уны туҡтауһыҙ алға ҡыуалай. Ә аусының аҙымдары еңел: гүйә, аяҡ аҫтындағы ҡырсын таштарҙы ҡыштырҙатып, океан ярына иртәнге күнекмәгә сыҡҡан. Шлемына беркетелгән видеокамера "кешегә һунарҙы" төшөрөп бара. Пальмалар аҫтында, төнгө океанға текләп, хәмер уртлай-уртлай, дуҫтарын көнләштереп һөйләргә хәтәр мажара... Ул ҡорбанын талсыҡтырып, "тиреһен боҙмай" ғына тереләй алырға ниәтләй, шуға күрә ашыҡмай: "урыҫҡа һунар"ҙың һәр минутынан кинәнес ала. Шуныһы йәл: ҡорбаны ҡарт айыу һымаҡ килбәтһеҙ, пантера һымаҡ сос, төлкөләй хәйләкәр, арыҫлан һымаҡ хәүефле булһа, фильм ҡыҙығыраҡ булыр ине. Хәйер, "айыу" дошмандарына ҡаршы ҡаһарман торҙо, автоматында патрондары бөткәнгә тиклем ҡамауҙан йырып сығырына өмөтөн юғалтманы. Тик бушҡа ғына. Күп тә үтмәҫ, ул һөрлөгөп йөҙтүбән барып төшөр. Шул саҡ аусы автоматы менән төрткөләп, уны салҡан әйләнергә мәжбүр итер, аяғы менән түшенә баҫыр, ә камера мәрхәмәт ялбарған ҡыҙғаныс күҙҙәрҙе эре планда төшөрөп алыр. "Veni, vidi, vici"! Килдем, күрҙем, еңдем! Был тамашаға шундай атама бирергә булыр ине!
Ә яугир үҙенә һунарҙың ахыры етеп килгәнен аңлай. Тирә-яҡта атыш һирәгәйҙе. Тимәк, дошман әҙерләгән тоҙаҡ ныҡлап томаланды. Хәйер, һалдат һаман һайлай ала: әсирлек йә үлем! Хурлыҡлы әсирлеккә ҡарағанда үлем - ҡотолоу. Ә ҡотолоу яҡын - ҡул һуҙымында. Тик ҡаймыҡҡан яурын бәләкәй сумкалағы һуңғы гранатаны алырға ирек бирмәй, һәлберәп торған ҡулдың көсө юҡ. Пуля, брониктан үтмәһә лә, ҡаты имгәткән. Шуға күрә бер минутҡа ғына, хатта яртыһы ла баштан ашҡан, туҡтап аулаҡта ҡалырға кәрәк. Саҡ ҡына... Саҡ...
Күҙ ҡырыйы менән тыҡрыҡты абайланы. Аяҡтар шунда ҡайырылды. Эргәлә янып торонбаштары ғына ҡарайып ҡалған йорт, баҡсала снаряд ярсыҡтары сәрпәкләгән ағастар, ҡойма ҡалдығы... Ҡойма бейек түгел, бил тәңгәле. Башында бер ниндәй ҙә уй юҡ яугирҙың, ә кәүҙәһе тартылған кереш һымаҡ көсөргәнеп, үҙен-үҙе шул ҡойма аша ырғыта. Ҡоймаға һыйынып сумкаһын ҡапшай. Ҡалтыранған бармаҡтары менән асырға маташҡан арала аусы килеп тә еткән: өҙөк-өҙөк һулышы ишетелә, аяҡ аҫтында быяла ярсығы, кирбес ватыҡтары шығырҙай. Яп-яҡын, ауыр, уҡшытҡыс еҫе борҡой - амфетамин, ахыры. Арыу-талыу белмәүенең сәбәбе шунда!
Автоматтың затворы шыҡылданы. "Бөтәһе лә бөттө!" Шул саҡ алыҫ түгел граната шартланы. Пулемет ата башланы. Тимәк, кемдәрҙеңдер һаман да ҡаршы торорға форсаты бар! Аусының рацияһы телгә килергә маташып ҡыштырҙаны ла ҡолаҡ ярғыс сәрелдәү ишетелде: "Джон! Джон! Һелп ми! Һееелп!" Ҡысҡырыусының тауышы, тамағына ҡан тығылғандай, мөлкөлдәп өҙөлдө. Тертләп туҡтаған эҙәрләүсенең икеләнгәнен тойоп, яугир ҡапыл ҡалҡынды ла ихата аша ярым емерек һарай яғына ынтылды. Ҡорбанынан бындай етеҙлек көтмәгән аусы автоматынан атып ебәреүгә ул, кемдер аяҡ салып йыҡҡандай, мәтәлләп барып төштө. Ошо уны үлемдәнме, хурлыҡтанмы йолоп алды. Пулялар ямғыры, өҫтөнән һыҙғырып үтеп, һарай таҡталарына барып ҡаҙалды. Күпмелер һеңгәҙәп ятты яугир... Тыҡрыҡтан күмәк аяҡтарҙың йүгерешеп уҙғанын, пулемет тыҡылдағанын, граната шартлағандан һуң тынып ҡалғанын, аҡырышҡан, һүгенгән тауыштарҙы ишетеп, яйлап үҙенә килде. Бер мәлде көслө ҡулдарҙың кейеменән матҡып тотоп, һарай эсенә һөйрәгәнен тойҙо.
- Тереме? - тип һораны таныш тауыш. Башҡортсалап...
- Теремен, - тип шыбырҙаны яугир. - Ипләп, егеттәр. Яурын ҡаймыҡҡан.
Салҡан әйләндереп һалдылар.
- Һыу...
Башын ҡалҡытып һыу эсерҙеләр.
- Һеҙ иҫән... - тип ҡыуанып шыбырҙаны яугир. Һарай тишек-тошоҡ булһа ла, тыштан ингәс, күҙ күрмәйерәк тора. Ул арала тилбер ҡулдар тәнен ҡапшай.
- "Шырмый"...
- Эйе, "Даян" абзый. "Мамай" ҙа, "Тарпан" да, "Геродот" та бында. Хөрмәт абзый "двухсотый", минән башҡалар "трехсотый"...
Ауылға тәүгеләрҙән булып өсәрләп-өсәрләп ингән ике төркөм ине был.
- Ә беҙ һеҙҙе һәләк иттек тип уйлағайныҡ. - Бронежилетын систереп маташҡан "Шырмый"ҙың ҡанға еүешләнгән йәбешкәк кейеменә ҡағылып һиҫкәнде.
- Минең ҡан түгел... - тине егет уны һүҙһеҙ аңлап. - Хөрмәт абзыйҙыҡы.
- Мин "Торба"ға абынғанмынмы ни?..
"Эйе, ул", тип баш һелктеләр.
- Шунда йығылмаһаң, бөтә пулялар ҙа һинеке булыр ине.
- Беҙгә тоҙаҡтың төбөнә үк инергә ирек биргәндәр. Һеҙҙең төркөмдәр килеп, атыш башланғас, беҙ тылда тороп ҡалдыҡ. Башта ҡыҙыуға тура килде. Аҙаҡтан һеҙгә әүрәнеләр. Һеҙҙең алыш арҡаһында ошоғаса именбеҙ. Боекомплекттар бөткәс, беҙгә йәшенергә ваҡыт бирҙегеҙ, - тип һүҙгә ҡушылды "Мамай", ҡанлы берцыны һаҡ ҡына систереп. - "Тарпан"ға ныҡ эләкте, "Геродот"тың башы яралы, һөйләшә алмай.
- Бурбайҙан ҡаның ныҡ аҡҡан. Ыштан балағың лысма, - тине "Мамай".
- Абзый, йәй уртаһында кем балаҡлы ыштан кейеп йөрөй инде, - тип бурылданы "Шырмый".
- Йырт та ҡуй! - тип ыңғырашты яралы.
- Әйтеүе еңел. Хатта ныҡ! СССР заманынан тороп ҡалғандыр был!
Быға тиклем ҡырын ятҡан килеш һарай стенаһындағы ярыҡтан урам яғын күҙәткән "Геродот", шымығыҙ, тигәнде белдереп ҡул һелтәне.
- Теге бәрей килә. - Сабир ярыҡтан ҡарай һалды ла ишек янында һөйәп ҡуйылған һәнәккә тотондо.
Бая эшен теүәлләргә өлгөрмәгән аусы кире әйләнеп килгән. Автоматын әҙер тотоп, һаҡ ҡына атлай. Атып төшөрөлгән кейекте еҫкәнеп эҙләгән һунар эте шикелле тирә-яғына ҡарап, туҡтап-туҡтап ала. Йөҙтүбән йығылған яугирға аяғы менән тибеп ҡараны, шул уҡ ваҡытта һарай тирәһен дә байҡаны.
- Нимә, ҡорбаныңа ҡарап туймайһыңмы? - Күрше йорт яғынан кирбес, быяла ватыҡтарына шатор-шотор баҫып, бер дәү әҙәм килде лә мәйетте әйләндереп һалды. - Ҡаны аҡҡан ғына, - тип һыҙғырып ҡуйҙы. - Монголоид.
- Үлтергәнемә ышанып бөтмәгәйнем, - тине быныһы, көслө акцент менән. - Тереләй ҡаптырмаҡсы инем. Кейн яраланып саҡырғас, быны ашығыс ҡына тишкеләнем дә, унда йүгерергә тура килде.
- Һәйбәт эш, - тип хупланы дәү әҙәм. - Бәхете - дөмөккән. Ярай, күңел асырға былай ҙа байтаҡ ҡаптылар, - тип хахылдап ҡуйҙы. - Русняға һунар хәтәрме? Инде шәп кино буласаҡ! - тип ымланы ул шлемдағы камераға. - Күңелеңде киң тот, кино дауам итә. Боҫоп ятҡандарын төтәҫләп сығарғанда күрерһең әле. Хәҙергә эләккәндәрен ҡурайыҡ.
Уның һүҙен ҡеүәтләгән һымаҡ, урам яғынан аҡырышҡан, һай-һайлап ҡысҡырған тауыштар ишетелде. Тамашанан ҡоро ҡалмаҫ өсөн был икәү шунда йүгерҙе. Ҡойма яғына барып еткәс, аусы кире боролоп, һарай яғына автоматтан оҙон очередь бирҙе. Ә алдан барған хохолдың:
- Я балдею... - тигән ҡәнәғәт тауышы килеп етте.
- Уфф, - тын да алмай ҡатып ҡалған Сабир тәрән һуланы. - Рәхмәт инде, Хөрмәт абзый, беҙҙе тағы ла ҡотҡарҙың.
- Һиҙә был бәрей!
- Әгәр ҙә был гоблин килеп сыҡмаһа, танауын тығыр ине, бында еҫкәнеп...
- Йөҙө ҡотһоҙ, зәғифтеке кеүек... - тине яугир. - Атмайынса байтаҡ эҙәрләп килде.
- Метамфетамин, - тип яуапланы Байсар. - Уларҙың йөҙө шулай ҡотһоҙлана, һаҫыҡ еҫ аңҡып тора. Чечняла осраштырҙылар. Бөтәһе лә наркота аҫтында, улар әле арыу-талыу белмәй, эйфорияла. Күрҙегеҙме, ниндәй һиҙгер. Бер нисә әшнәһен эйәртеп, теләһә ҡайһы ваҡытта әйләнеп килеүе бар.
Ул арала бер-бер артлы ике ҡабат һаңғырау ғына атыу ишетелде: кемдер үҙәк өҙгөс әрнеп ҡысҡырып ебәрҙе. Эс-бауырҙарҙы аҡтарып, һеңерҙәрҙе һурып сығарырлыҡ, йән эйәһен яратылғандан алып оҙатып килгән мәңгелек ғазап ине был ауаздарҙа.
- Мин беләм шикелле был егетте, - ярыҡтан күҙен алмаған Сабир ап-аҡ булып был яҡҡа әйләнде. - Яңыраҡ килгәйне... Шаян... Тубығына аттылар шикелле...
Аҡырышҡан, һүгенгән, хахылдаған, тағы ла әллә ниндәй имәнес ауаздар дауам итте: "Слава Украине!", "Слава Украине!" Ҡабатла!"
- Унда беҙҙекеләр байтаҡ... - тине "Мамай".
- Тоҙаҡҡа күп эләктерҙек, тине бит хохол. Их, беҙҙең арттағылар ергә тигеҙләһенсе был ауылды.
Күп ҡан юғалтыуҙанмы, ауыртыуҙы баҫҡан укол касафатынанмы, яугир тәне таралып, ойоп барғанын тойоп, ҡалҡынып ултырҙы.
- Туғаным, - тип өндәште ул Сабирға. - Анау бәләкәй сумканы алып бир әле. Беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, егеттәр. - Уның тауышында тыныс тәүәккәллек тойоп, барыһы ла шымды. - Мин әсир төшөргә йыйынмайым.
Бөтәһенең дә мейеһен кимергән хәүеф әйтелде. Бер килкегә шым торҙолар.
- Һуңғы патрон? - "Мамай"ҙың һорауында үкенес тә, әсенеү ҙә бар.
- Һуңғы граната... - Һаман да ҡырын ятҡан яугир ҡулындағы бәләкәй сумкаһына ымланы.
Һуңғы граната яҙмышты һайлау мөмкинлеге бирә ине. Үлем - әсирлек ғазабынан ҡотолоу. Байсар Чечнялағы хеҙмәттәшен иҫенә төшөрҙө. Засадаға эләгеп, яралы килеш әсирлеккә төшкән егетте ай ярым тигәндә осраҡлы ғына ҡотҡарып алдылар. Киң яурынлы, мыҡты, көләс егет тере мәйеткә ҡалғайны. Тәнендә ҡағылырлыҡ урыны юҡ, күм-күк.
Дуҫ инеләр, тағы бер егет менән госпиталгә хәл белергә барҙы. "Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, егеттәр. Абай йөрөгөҙ. Тотҡонда геройҙар юҡ. Иртәме-һуңмы, һәр кемде һындыралар, - тине һалдат. - Бер генә айырма: кем күпмегә түҙә? Бөтәһен дә һындыралар. Үҙеңдең кемдеңдер аяулы балаһы булғаның, "кеше ғорур яңғырай", тип аҡыл һатҡаның язалай башлағандың тәүге сәғәтендә үк онотола. Бер генә нәмәне төшөнәһең: һин буҡ тулы тире ҡапсыҡ ҡына. - Ауыр һүҙҙәренән былайыраҡ, үлек күҙҙәре менән аша ҡарап, ирен ситен ҡыйшайтып йылмайыуы ҡурҡыныс ине. - Тәнеңдең түҙгеһеҙ ауыртҡанын, ул ауыртыуҙың аҡылдан шаштырырлыҡ ғазабын бер минутҡа ла онотмайһың. Ә ғазаплаусы нисек итеп ауырттырырға белә, аҡыртыуынан ләззәтләнә. Һинең хәлдә ҡалһа, үҙенең дә тап ошолай үрһәләнәсәген белгәнгә күрә айырыуса ярһып ғазаплай".
Һәйбәт егет ине. Шул тиклем йәл булды: госпиталдә саҡта уҡ үҙенә ҡул һалған. Хеҙмәттәштәрҙең күбенеһе быға ғәжәпләнгәйне: нишләп улай - азатлыҡҡа сыҡты, һауығып килә, тиҙҙән дембель. Шунда командирҙары, утты-һыуҙы кискән хәрби офицер, әйткәйне: "Бер сик бар. Шул сикте аша атлап үтеп, һин тере ҡала алаһың, әммә йәшәй алмаясаҡһың". Ул саҡта Байсар был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлап та етмәгәйне. Әле иһә үҙенең тап ошо сиккә килеп еткәне тураһында уйланы.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА