«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИМӘ УЛ ҺУРНАҠ, УЛ ЯЛҠАУ ҠОРТТАР КҮСЕ ГЕНӘМЕ?
+  - 


Күптән түгел берәү миңә ошолай өндәшеп ҡуйҙы: "Баҡтиһәң, февраль башында фән өлкәһендә эшләгәндәр һөнәри байрамын билдәләй икән. Кисә үлһәм, бөгөн белмәҫ инем (тора биргәс, һорай ҡуйҙы). Фән кешеләрен әйтәм, юҡ-бар нәмә менән булышып ваҡыттарын бушҡа үткәрмәйҙәр микән улар?.."
Шунан үҙ алдына, әммә миңә ишетерлек итеп өҫтәп ҡуйҙы: "Эштәренең һөҙөмтәһен бер күрергә ине..."

Һиҙеп торам, төплө яуап көтә ул минән. Шуға күрә мин, фән өлкәһендә шулай эшләйҙәр, былай эшләйҙәр, тип әйтергә ашыҡмайым. Бындай ҡоро яуаптан фәтеүә булмаясаҡ. Ул бушлыҡҡа ғына осасаҡ. Ә ниндәй миҫал килтерергә була? Уйлап-уйлап торҙом да, мин уға яуапты барыбыҙға ла таныш солоҡсолоҡ кәсебендә аңлатырға булдым. Ошо мәлдә кәңәшсем уфтанып ҡуйҙы. Бер балыҡ башын күпме сәйнәргә була, тигән уйы хатта йөҙөнә сыҡты. Ә шулай ҙа, мәйтәм, бына ошо һорауға яуап бир әле.
- Нимә ул һурнаҡ?
Кәңәшсем миңә, һурнаҡты ла белмәй икән был, тигән ҡараш ташланы ла ошолай яуап бирҙе.
- Һурнаҡ - ул ялҡау ҡорттарҙан торған бәләкәй күс. Ул июнь башында ағас олононда үҙенә оя таба. Әммә был ояны июль аҙағында ташлап сығып китә. Шуныһы аптырамалы, йәй буйы эшләмәй тик ята был ҡорттар. Балауыҙ һуҙмай улар, бал йыймай, бала тәрбиәләмәй. Ҡыҫҡаһы, ата ялҡауҙар. Хатта йүкә сәскә атҡан ваҡытта ла эшләмәйҙәр. Аптырарһың, ҡыҙыу эш мәлендә нисек сыҙап ял итеп яталарҙыр инде... Уның ҡарауы, осоуы шәп уларҙың. Кейәнән тегеләй-былай гөж килеп торалар. Уларҙың берҙәм геүләп осоуына хатта оҫта солоҡсо ла алданып ҡуя. Үҙегеҙ беләһегеҙ, биләм осоронда күсте ерҙән ҡарайҙар. Маңлайына усын ҡуйып, ҡорттарҙың геүләп осоуын күҙәтеп торған солоҡсо, Аллаға шөкөр, көслө күс ҡунған, тип ҡыуанып ҡуя. Әммә ул үҙенең алданғанын көҙ көнө генә асыҡлай. Тулы батман бал алырға өмөтләнгән солоҡсо... буш ояға текләп аптырап ҡала. Баҡтиһәң, һурнаҡ йүкә сәскә атып бөткәнсе ояны ташлаған була. Ялҡау ҡорттар, әҙәм ышандырып, ус аяһындай ғына балауыҙ һуҙғандар. Бер-ике семтем генә бал йыйған булғандар. Ә ояла ел уйнап тора. Ул буп-буш. Берәү әйтмешләй, әҙәм ыстырамы инде (бер аҙ тын ҡалып торғандан һуң ул минән һорай ҡуя). Йә, яуабым дөрөҫмө?
Мин уның менән ризалашып, башымды һелкеп ҡуям. Һе, тип эстән генә ҡәнәғәт йылмайып ҡуя минең әңгәмәсем. Ә шулай ҙа... Ә ни өсөн һурнаҡ бал йыймай? Ни өсөн балауыҙ һуҙмай? Нишләп бала тәрбиәләмәй? Һәм башҡаһы? Әммә был һорауҙарҙы мин уға бирмәйем. Сөнки уларҙы ишетеү менән әңгәмәсем көлөп ебәрер ине.
- Һуң әйтеп торам да инде мин уларҙы, ялҡауҙар, тип!
Ә шулай ҙа, тип уйлап ҡуям мин, бындай яуап үтә ябай. Сөнки тәбиғәттә бер нәмә лә бушҡа эшләнмәй. Шуға күрә лә һурнаҡтың да үҙ сере, үҙ тәғәйенеше бар. Ә ялҡаулыҡҡа килгәндә инде... Ул беҙгә, кешеләргә генә, хас сифат бит. Бына ошо мәлдән башланып китә лә инде фән кешеһенең эҙләнеү-өйрәнеү эштәре. Уны аҙна-ун көн эсендә генә тамамлап булмай. Ваҡыты менән ай ғына түгел, тотош йыл үтеп китә. Бына минең осраҡта ла һурнаҡ буйынсағы эш апаруҡ оҙаҡҡа һуҙылып китте. Кемдән генә уның тураһында һорашмайым, "арба" урынынан ҡуҙғалмай ҙа ҡуя. Сөнки һәр ваҡыт яуап бер үк - һурнаҡ ялҡау ҡорттарҙан тора! Ә шулай ҙа ныҡыша торғас, яуапты таптым мин. Хәҙер үҙемдең асышты һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм. Әлбиттә, минең һығымталар дөрөҫлөккә тап килмәүе лә бар. Шуға күрә, ниндәйҙер өҫтәмәләр булһа, уларҙы ихлас көтөп ҡалам.
Эштең айышына төшөнөр өсөн тарих төпкөлөнә, Боҙлоҡ дәүеренә, төшөп китәйек. Был һыуыҡ осорҙа күп йәнлек-бөжәктәр, шул иҫәптән бал ҡорто ла, үлеүгә дусар була. Бөгөн ғалимдәр ошолай фаразлай. Бына бер мәл Боҙлоҡ яйлап сигенә башлай. Тәбиғәт йылына. Яңынан урмандар барлыҡҡа килә. Ерҙең йылы өлөшөндә һаҡланып ҡалған бал ҡорттары урмандарҙы яңынан үҙләштерә башлай. Күстәрҙең ышаныслы "өйө" булып, ағас ҡыуыштары иҫәпләнә. Бер мәл күстәр алыҫ Европанан беҙҙең Башҡортостан урмандарына килеп етә. Күстәргә бейек Урал тауҙары Себер тарафтарына сығырға мөмкинлек бирмәй. Һөҙөмтәлә бал ҡорттары беҙҙең урмандарҙа туҡталып ҡалырға мәжбүр була.

Тарихҡа байҡау яһанык. Ә хәҙер минең эш һөҙөмтәләренә күсәйек.

1. Урмандарҙы үҙләштереү мәлендә һурнаҡ исеме алған күстәргә төп көс төшә. Уларҙы икенсе исем менән тәүге үтеүселәр тип атарға булыр ине. Сөнки улар урмандың әле үҙләштерелмәгән өлөшөнә тәүгеләрҙән булып оса. Һурнаҡтың төп маҡсаты - йәшәргә яраҡлы ағас ҡыуышы табыу һәм уны мөмкин тиклем йәшәрлек хәлгә килтереү. Бына шуға күрә һурнаҡ бал йыймай, балауыҙ һуҙмай, бала тәрбиәләмәй. Торлаҡты сүп-сарҙан таҙартыу еңел эш түгел. Шуға был мәлдә улар кейәнән геүләп осоп тора.
2. Һурнаҡ рәтләгән ағас ҡыуышы кәүерт тип атала.
3. Һурнаҡтарҙы осороусы тәғәйен бал ҡорто ғаиләләре була. Улар ырлыҡ тип атала. Бер ырлыҡтан сама менән унға яҡын һурнаҡ-күс айырылып сыға. Әгәр башҡа ҡорт ғаиләләре тәүҙә көслө, аҙаҡ көсһөҙөрәк күс айырһа, һурнаҡтарҙың көсө бер сама көсһөҙ була.
4. Тәүҙә һурнаҡ, ҡәҙемге күс һымаҡ, берәй ағас ботағына барып һырый. Унан бер нисә тиҫтә ҡорт урмандың әле үҙләштерелмәгән өлөшөнә торлаҡ эҙләү өсөн осоп китә. Был ҡорттарҙы шәйләк тип атайҙар. Шәйләк ҡорттар яңы урында йәшәргә яраҡлы ағас ҡыуышы таба. Һәм кире осоп ҡайтып, был турала һурнаҡҡа "еткерә". Һурнаҡ һырыған урынынан күтәрелә һәм табылған оя яғына ҡарай осоп китә.
5. Ниндәй алыҫлыҡҡа оса һурнаҡ? Ололар миңә, һурнаҡ ете тау аша китергә һәләтле, тип яуап бирҙе. Тимәк, борон бал ҡорттары йыл һайын сама менән 14 саҡырым урманды үҙләштергән булған.
6. Һурнаҡ табылған ояны мөмкин тиклем ипкә-һапҡа килтерә. Яртылаш әйҙерләгән "өйҙө" йәй аҙағында ташлап сығып китә. Әлбиттә, һурнаҡ үлмәй. Ул йәшәү өсөн икенсе бер ҡорт ғаиләһенә барып һыйына. Был ҡорт ғаиләһе аҫау тип атала. Ул икенсе йыл, башҡа ҡорт ғаиләләренән айырмалы рәүештә, бер көслө күс айыра. Унан бик һирәк ике күс сыға. Ошо көслө күс туп-тура кәүерткә табан оса. Уны ыңғай таба һәм унда йәшәп алып китә. Бәлки, тигән фараз бар, һурнаҡ ҡорттар үҙен һыйындырған ҡорт ғаиләһенә көҙ көнө үк кәүерт тураһында "һөйләйҙер". Ә, бәлки, тигән фекер бар, икенсе йыл йәй көнө һурнаҡ күсте кәүерткә хәтлем оҙатып баралыр. Кем белә инде...
Төп һығымта - бал ҡорто донъяһында һурнаҡ мөһим урын алып тора. Әгәр улар булмаһа, урмандың яңы өлөшөнә осҡан күстәрҙең ниндәйҙер бер өлөшө үлемгә дусар булыр ине. Ҡасан оя табаһың әле! Ҡасан уны рәтләйһең! Шул арала йүкә сәскә атып бөтөүе лә бар. Ә былай бик отошло - күстәр яңы урында торлаҡ эҙләп йөрөмәй. Яртылаш әҙер "өйҙә" йәшәп алып китәләр.
7. Кәүерттә йәшәп алып киткән күс мөсәл тип атала. Ул тәүге йәйҙә, башҡа ҡорт ғаиләләренән айырмалы рәүештә, балды ҡыш сығарлыҡ кимәлдә генә йыя. Шуға балауыҙҙы күп һуҙмай. Етәрлек кенә кимәлдә һуҙа. Мөсәлдең төп эше - "өйҙө" тулыһынса тәртипкә килтереү, уны оҙон ҡышҡа яраҡлы итеп әҙерләү.
8. Киләһе йылдарҙа урмандың үҙләштерелгән өлөшөндә буш ояларҙы эҙләү, уларға күстәр ҡуныу эше дауам итә. Был осраҡта йәшәргә яраҡлы "өйҙәрҙе" эҙләгән ҡорттарҙы шәйбәк тип атайҙар. Улар, шәйләк ҡорттарҙан айырмалы рәүештә, ағас ҡыуыштарын ғына түгел, ә урманда һыбай, йә арбала китеп барған солоҡсоно ла эҙләй. Шәйбәк ҡорттар солоҡсоно балта һабында йә батман тышында йәбешеп ҡалған бал-балауыҙ еҫенән таба, тигән фараз, бәлки, дөрөҫлөккә тап киләлер. Күп кенә солоҡсоларҙың, буш солоҡто (түмәр-умартаны) рәтләй башлауым булды, ҡорттар биләп тә алды, тип һөйләгәндәрен миңә йыш ишетергә тура килде. Моғайын, күптәрҙең, түмәр-умартаны күтәргән мәлдә үк уға күс килеп ҡунды, тигән хәбәрҙе үҙҙәре лә ишеткәндәре барҙыр...
9. Урмандың үҙләштерелгән өлөшөндә тәүге ҡышты уңышлы үткәргән бал ҡорто ғаиләһе - бала ҡорт, икенсе йыл уңышлы ҡышлағаны - шәшәк ҡорт, өсөнсө һәм унан күберәк ҡышты ҡышлағаны ҡара ҡорт тип атала.
Һурнаҡ буйынса эш тамам, тип әйтергә лә була. Һөҙөмтә һәйбәт, тип уйлайым мин. Сөнки кәм тигәндә лә өҫтәмә рәүештә ун асыш яһарға насип булды. Һүҙ ыңғайында бал ҡорто ғаиләһенең ҡайһы үҙенсәлектәре тураһында ла яҙып китеү урынлы булыр.
10. Әскернә тип үтә уҫал бал ҡорто ғаиләһен атайҙар. Уларҙы һәр кем ҡарай алмай. Ояны асыу менән был бал ҡорттары шул хәтлем ярһыйҙар, хатта ваҡыты менән улар бер аҙна буйына тыныслана алмайҙар. Әскернәне айырым кешеләр генә ҡарай ала. Бал ҡортоноң телен белә, тип әйтәләр ундай кешеләр тураһында.
11. Тексәйгән ҡорт. Бындай ҡорттарҙы миңә лә күҙәтергә тура килде. Бик ҡыҙыҡ күренеш. Ояны асыу менән бал ҡорттары кәрәҙ сите буйлап теҙелешеп баҫа башлай. Мин дә күреп ҡалайым, тигәндәй, һәр кеме алданыраҡ урын алырға тырыша. Рәттәре хатта тығыҙланып китә. Бына ошо ҡорттар һиңә тексәйеп ҡарап тик торалар инде. Һине сағырға уйламайҙар ҙа. Төтөн бирһәң, бер аҙға юғалып торалар былай. Әммә шунда уҡ тағы килеп кәрәҙ ситенә баҫалар һәм һиңә тексәйеп ҡарап торалар.
12. Төкөгән ҡорт һиңә һөжүм итә. Әммә саҡмай. Башы менән һинең ҡулыңа килеп төкөй ҙә кире осоп китә. Аҙаҡ тағы кире килеп төкөй.
Ошо урында мәҡәләмде тамамларға булдым. Яҙа башлаһаң, яҙыр нәмә күп инде ул. Моғайын, фән кешеһенең эш һөҙөмтәһен бер күрергә ине, тигән үтенесте үтәй алғанмындыр. Ә шулай ҙа бәғзе берәү: "Ә нимәгә ул бындай өйрәнеүҙәр, бындай асыштар?" - тип әйтеп ҡуйыр. Бындай өйрәнеүҙәр кәрәк шул, тип яуап бирер инем мин. Бына, әйтәйек, солоҡсолоҡ кәсебе - ул беҙҙең тарих, ул беҙҙең ғорурлыҡ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, үҙ тарихыбыҙға хөрмәт менән ҡарарға тейешбеҙ.

Әғләм ШӘРИПОВ,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.25 | Ҡаралған: 104

Киске Өфө
 

Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru