«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ӘКИӘТЛЕ БАЛА САҠ!
+  - 

Әкиәт - бала саҡтың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Уның аша бала күңеленә туған тел байлығы һеңә, тормошто әсә теле аша, башҡортса ҡабул итеү формалаша, холоҡ әүәләнә.

Әкиәт һөйләү - меңәр йыллыҡ тарихы булған йола. Бала көнө буйы телевизорҙан йәнһүрәттәр ҡараһа ла, кис атаһы йә әсәһе һөйләгән әкиәттән баш тартмаясаҡ. Сөнки әкиәттә зәңгәр экрандар тәҡдим иткән әҙер образдар юҡ, уны тыңлағанда сабый хыялына ирек бирә, геройҙарҙы нисек теләй, шулай күҙ алдына килтерә, хатта әкиәттең аҙағы оҡшамаһа ла, бала уны үҙенең фантазияһын файҙаланып, үҙе теләгәнсә тамамлап ҡуя.
Туған тел аша рухлы, әхлаҡлы быуын тәрбиәләү, уларҙың телмәрен үҫтереү беҙҙең Өфө ҡалаһы Дим райо-нындағы 75-се "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһының төп бурысы булып тора. Бөтә яҡтан да уңайлы шарттарға эйә булған балалар баҡсаһы белемгә ҙур ынтылыш, теләк менән килгән балаларҙың ҡанаттарын нығыта, һәләттәрен үҫтерә һәм уңыштарға өлгәштерә.
Беҙҙә байрамдар, иртәлектәр тик башҡорт телендә үтә. Ҡайһы бер балаларға был ҡыйынлыҡ менән бирелһә лә, улар бик теләп туған телгә ылыға, йырлайҙар, шиғыр һөйләйҙәр. Һөҙөмтәлә бәләкәстәрҙең тел байлығы, хәрәкәтсәнлеге һәм отҡорлоғо арта. Кескәйҙәргә милли йолаларыбыҙҙы, байрамдарыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәтеп, башҡорт халҡының үткәненә, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ, халыҡтың рухи байлығына ихтирамлы ысын шәхес тәрбиәләйбеҙ.
Беҙ кескәйҙәрҙе баҡсаға килгән тәүге көндәренән үк тел серҙәренә өйрәтә башлайбыҙ. Төрлө һамаҡтар, шиғырҙар, әкиәттәр, йомаҡтар өндәрҙе дөрөҫ әйтеп өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Балаларҙы башҡорт халҡының йолалары, милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәнеп, уларҙың күңеленә сәнғәткә мөхәббәт уятабыҙ.
Шулай уҡ балаларға донья халыҡтарының әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү һәм сәхнәләштереү беҙҙең балалар баҡсаһының мөһим эшмәкәрлек йүнәлеше булып тора. Бала өсөн әкиәт - ул фантазия, уйҙырма ғына түгел, ул уның өсөн ысынбарлыҡ. Әкиәт аша йәшәйеш, мөхәббәт, башҡалар тураһында ҡайғыртыусанлыҡ хистәре менән таныштыра алабыҙ. Был хистәр балалар өсөн әкиәти, улырҙың аңдары өсөн аңлайышлы, әммә ләкин әхләҡ тәрбиәһе, ысынбарлыҡ булып ҡала. Әкиәттең эстәлеге, геройҙар образдары буйынса фекер алышып, сағыштырыу алымдарын ҡулланып, беҙ балалар менән анализ яһарға ла өйрәнәбеҙ.
Беҙ әкиәттәр сәхнәләштереп, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып, призлы урындар алабыҙ. Был сараларҙа ҡатнашыуҙа ата-әсәләрҙең дә ярҙамы бик ҙур. Улар костюмдар тегеүҙә, декорациялар әҙерләүҙә ихлас ярҙамлаша. Бына шулай итеп әкиәт илендә сәйәхәт иткәндә балалар тормош тәжрибәһе туплай, социаль күнекмәләр ала.

Илүзә ХАЖИӘХМӘТОВА,
тәрбиәсе.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.25 | Ҡаралған: 540

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru