«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫЙЫНДЫРЫУСЫ ҺӘМ БЕРЛӘШТЕРЕҮСЕ РУХИ ЙӘНТӨЙӘГЕБЕҘ БУЛҒАН ЛАНДШАФТ ТУРАҺЫНДА
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - география фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, ватан этнографияһы тарихы, этник һәм тарихи география, география һәм картография өлкәһендәге 170-тән ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы Айбулат Вәли улы ПСӘНЧИН.

Хөрмәтле Айбулат Вәли улы! Әңгәмәбеҙ башында үҙегеҙҙең нәҫел-нәсәбегеҙ хаҡында бер кәлимә мәғлүмәт биреп китһәгеҙ, урынлы булыр ине. Унан һуң, башҡорттарҙа Псәнчин фамилияһы һирәк осрай, ата-бабаларығыҙҙың береһенең исеме Бесәнсе булғанмы әллә?

- Фамилиябыҙға килгәндә, уны аныҡ ҡына асыҡлап булмай. Әгәр ата-бабаларыбыҙҙан кемдер йәйҙәрен бесән әҙерләп, шуны кәсеп итеп алһа, "Бесәнсе" ҡушаматының фамилия булып китеүе лә бар. Атайым Вәли Шәғәли улы Күгәрсен районының Дәүләтҡол ауылында тыуып үҫкән, сығышы буйынса ҡара ҡыпсаҡ ырыуынан, әсәйем - Лилиә Ғәбделбарый ҡыҙы Килмөхәмәтова Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылынан, Йомран тип тә әйтәләр, был ауылда күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тыуған. Улар йомран-табын ырыуына ҡарай.
Нәҫел-нәсәбебеҙҙә элек-электән уҡымышлы, зыялы заттар булып, үҙенә күрә бер династия барлыҡҡа килгән. Атайым буйынса олатайым Шағәли Псәнчин 112-се Башҡорт атлы дивизияһында һуғышта ҡатнашып, алған яраларынан госпиталдә вафат була, Одесса яғындараҡ туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Ул һуғышҡа тиклем ауылында уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләп өлгөрә. Әсәйем буйынса олатайым, шул уҡ дивизияла хеҙмәт итеп, һәләк булып ҡала. Атайымдың өләсәһе лә бик диндар ҡатын була, уҡый-яҙа белә, шәхсән ауыл ҡыҙҙарына һабаҡтар бирә. Зат-нәҫелебеҙҙә мәсет хеҙмәткәрҙәре булыуы ла билдәле, тимәк, улар ҙа уҡымышлы булған. Беҙгә туған тейешле кешеләр араһында ла уҡытыусылар була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ҙа һуғыштан ҡайтмаған.
Атайым Вәли Шағәли улы ла мәғрифәт һәм фән юлын һайлай. 1959-1961 йылдарҙа БАССР Мәғариф министрлығында дәреслектәр бүлеге мөдире булып эшләй. 1961 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле кафедраһы уҡытыусыһы вазифаһында эшләп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Атайым бик күренекле тел белгесе, төркиәтсе ғалим булараҡ танылыу тапты. 1984 йылдан алып 1993 йылға тиклем РФ Мәғариф министрлығының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалына етәкселек итте. Ул 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы, башҡорт мәктәптәре, педколледждар өсөн дәреслектәр, методик ҡулланмалар сығарҙы.
Өйөбөҙҙә атайымдың ҙур ғына шәхси китапханаһы булды, унда филология буйынса ғына түгел, тарихи китаптар ҙа байтаҡ ине. Бәләкәй сағыбыҙҙан үк ул Юлай ағайым менән икебеҙҙә туған телебеҙгә, халҡыбыҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу уята алғандыр, тим. Юлай ағайым да атайым өлгөһөндә тел белеме өлкәһен һайлап, филология фәндәре докторы дәрәжәһенә өлгәште, шулай уҡ төркиәтсе булараҡ та хеҙмәттәре байтаҡ. Беҙҙең фән юлын һайлауыбыҙҙа атайыбыҙҙың роле хәл иткес булды, тип әйтергә кәрәк.
Әсәйем Лилиә Ғәбделбарый ҡыҙы һөнәре буйынса библиограф булды, байтаҡ ваҡыт хәҙерге Ә.З. Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында, шул уҡ 20-се мәктәптә китапханасы, һуңынан БДУ-ла библиография бүлеге мөдире вазифаһында эшләне.

Һеҙ Өфө ҡалаһында тыуып үҫһәгеҙ ҙә, башҡортса бик матур һөйләшәһегеҙ. Ниндәй мәктәптә уҡынығыҙ?

- Билдәле булыуынса, 1970 йылда бер төркөм башҡорт зыялыларының юллауы буйынса Өфө ҡалаһында 20-се башҡорт мәктәбе асыла, ул әлеге көндә Ф.Х. Мостафина исемендәге Башҡорт ҡала гимназияһы тип атала. Атайым һөйләүенсә, балалар һаны етһен өсөн, Өфө буйлап йөрөп, ата-әсәләр араһында, балаларын шул мәктәпкә бирһендәр тип, өгөт-нәсихәт эштәре алып барыла. Ул саҡта мәктәптең интернаты ла була. Юлай ағайым да ошо йылда шул мәктәпкә 1-се класҡа уҡырға барҙы, мин үҙем дә ошо мәктәптә белем алдым.

Һеҙҙең бала саҡтағы Өфө менән хәҙерге баш ҡалабыҙҙы сағыштырғанда, ниндәй үҙгәрештәр күҙгә салына?

- Минең бала сағым уҙған быуаттың 70-се йылдарына тура килде. Ул саҡта Өфөлә башҡорттар әллә ни күп булманы. Урамдарҙа, йәмәғәт транспортында башҡортса аралашҡан кешеләр бик һирәк ине - ауылдарҙан вуздарға белем алырға килгән йәштәребеҙ ҙә, бәлки, урыҫ телле мөхиттә үҙ телдәрендә һөйләшеүҙән ҡыйынһынғандыр, оялғандыр. Хәҙер, Аллаһҡа шөкөр, автобустарҙа, трамвайҙарҙа туҡталыштарҙы башҡортса иғлан итәләр, туған телебеҙҙә яҙылған алтаҡталарҙы күрәбеҙ, туған телебеҙҙә иркен аралашабыҙ. Шуныһы ҡыуыныслы, баш ҡалабыҙҙа башҡорт телен ҡулланыуҙы үҙенә күрә бер заманса мода рәүешендә ҡабул итеү һәм үҫтереү буйынса байтаҡ ғәмәлдәр бойомға ашырыла, әммә был өлкәлә эшләйһе лә эшләйһе әле. Ҡала мөхитенә килгәндә, башҡорт милли һыҙатлы архитектура, аҡрынлап булһа ла, үҫешә башланы, күренекле шәхестәребеҙгә һәйкәлдәр һалына, биналарҙа таҡтаташтар ҡуйыла, музейҙар эшләй. Ғөмүмән, баш ҡалаға күсеп килеүсе милләттәштәребеҙ күбәйҙе, улар өсөн ҡала мәҙәниәте яңы мөмкинлектәр аса. Урбанлашыу, йәғни, ҡалалашыу халҡыбыҙ өсөн бер прогрессив фактор булып тора. Баш ҡалабыҙҙа башҡорт мөхите үҫешә бара, милли мәғарифҡа, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә, фән өлкәһенә, башҡорт матбуғатына иғтибар бермә-бер арта барҙы. 22 йыл дауамында "Киске Өфө" гәзите сығарыла - был үҙе генә лә бик ҙур ҡаҙаныштыр, тим

Ни өсөн географ һөнәрен үҙ иттегеҙ?

- Күрәһең, география, Башҡортостан географияһы, биология предметтары уҡытыусылары миндә ошо фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уята алғандыр. Ни тиһәң дә, мине мәктәбебеҙҙең география-биология буйынса йыйылма командаһы составына индерҙеләр, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнаша инек. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының география-иҡтисад факультетына уҡырға индем. Ғөмүмән, гуманитар йүнәлеш күңелемә, зиһенәмә яҡыныраҡ булғанғалыр, фән юлында ла ситкә тайпылманым: кандидатлыҡ диссертациямды Башҡортостанды географик яҡтан өйрәнеү һәм картографиялау буйынса тарихи сығанаҡтарҙы анализлауға арнаһам, география фәндәре докторы исеменә Рәсәйҙе этник картографиялау тарихын сағылдырған хеҙмәтем өсөн лайыҡ булдым.

Фән юлында ла остаздар, ғилми етәкселәр кәрәк. Уларҙы атап үтһәгеҙ ине.

- Мин ғилми стажировканы Мәскәүҙә, РФА-ның Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институтында үттем. Тәүҙә бер аҙ ваҡыт күренекле совет ғалимы, география фәндәре докторы, этнодемограф Соломон Ильич Бруктан һабаҡтар алдым, ул ауырып киткәс, тарих фәндәре докторы, этнолог, этник демография һәм картография өлкәһендә донъя кимәлендә танылыу тапҡан Павел Иванович Пучковтың лекциялары, семинарҙары ошо ғилми йүнәлеште өйрәнеү йәһәтенән бик фәһемле булды. Ғөмүмән, ошондай билдәле фән үҙәгендә ғилем эстәү үҙе бер ҙур бәхеткә тиңдер, тип уйлайым.

Һеҙ, Айбулат Вәли улы, ике ҡыҙыҡлы фән - география һәм тарихи этнология киҫешкән өлкәлә ғилми тикшеренеүҙәр алып бараһығыҙ, йәғни, этник география, картография проблемаларын тарихи процесстар менән бәйләп өйрәнәһегеҙ. Билдәле совет тарихсыһы, Евразия халыҡтарының боронғо һәм урта быуаттарҙағы тарихын бик ентекле өйрәнгән ғалим һәм популяр тарихи әҫәрҙәр авторы Лев Гумилевтың үтә ҡыҙыҡлы бер фекере бар: этностарҙың килеп сығышында, формалашыуында бер географик факт - тәбиғи ландшафт ҙур роль уйнай икән. Һеҙ ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Мин был фекер менән килешәм, уны хуплайым, тип әйтергә була. Нимә һуң ул этнос? Совет осоронан бирле этностарҙы, милләттәрҙе формалаштырыусы төп факторҙар сифатында билдәле бер ҡәүемдәр биләгән территория, традицион йәшәү рәүеше, тел һәм менталитет, милли характер берлеге күрһәтелеп килде, был билдәләмә хәҙерге фәндә лә инҡар ителмәй. Тимәк, ысынбарлыҡта кешеләр йәшәгән территориялағы ландшафтың этностар формалашыуында шулай уҡ бик мөһим урын биләүен иҫәпкә алыу фарыз. Ландшафтың, йәғни билдәле бер ҡәүемдәр көн иткән территорияның тәбиғи-географик үҙенсәлектәре йоғонтоһоноң бер нисә аспекты бар. Әңгәмәбеҙ барышында мин ошо хаҡта асыҡлама биреп китермен.
География факультетын тамамлағас, университетта стажер-тикшеренеүсе вазифаһында эшкә ҡалдым, шул саҡта уҡ тарихи география проблемалары менән ҡыҙыҡһына башланым. Бер аҙҙан мине күренекле башҡорт этнологы Раил Ғүмәр улы Кузеев үҙенә саҡырып алды һәм РФА Өфө ғилми үҙәгенең Урал халыҡтары бүлегенә (уға Археология һәм этнография музейы ла ҡарай) ғилми хеҙмәткәр вазифаһына эшкә алды. Хәҙер был ғилми учреждение РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Р.Ғ. Кузеев исемендәге Этник тикшеренеүҙәр институты тип атала. Ғалим-академик миңә тарихи этногеография проблемалары өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барырға фатиха бирҙе.

Тимәк, Р.Ғ. Кузеев, башҡорт халҡының боронғо һәм урта быуаттар тарихын, башҡорт ырыуҙарының килеп сығышын, этник үҙенсәлектәрен ентекләп өйрәнгән ғалим булараҡ, Башҡортостандың тарихи география мәсьәләләре буйынса ла тикшеренеүҙәр алып барыуҙы күҙаллаған...

- Эйе, тап шулай. Уның әйтеүенсә, үҙе лә ошондай ғилми проблемалар менән ҡыҙыҡһынған, улар буйынса методологик характерҙағы бер нисә бәләкәйерәк мәҡәлә яҙған, әммә төплөрәк тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн ваҡыты етмәгән. Ул миңә бына нимә тине: "Мин 50-се - 60-сы йылдарҙа уҙғарылған ғилми экспедициялар барышында, ялан (полевые) тикшеренеүҙәре алып барыу маҡсатында, барса Башҡортостанды йөрөп сыҡтым. Һиңә лә, буласаҡ географ-этнологҡа, Башҡортостан ландшафтын үҙ күҙҙәрең менән күреп, яҡшылап өйрәнергә кәрәк булыр. Ни өсөн, ниндәй сәбәптәр арҡаһында теге йәки был ырыу халҡы тап ошо географик ерлектә төпләнгән, уны үҙенә мәңгелек төйәк иткән - былар, тарихи этнография күҙлегенән ҡарағанда, үтә мөһим проблема булып тора".
Артабан ошо юҫыҡта тикшеренеүҙәремде дауам иттем. Башҡорттарҙың теге йәки был төбәккә килеп урынлашыуын тарихи-географик яҡтан тикшерә башлаһаң, уларҙың ниндәй ҙә булһа йылға һәм уның бассейны ерҙәрен төйәк итеүе асыҡ күренә. Ни өсөн? Һыу сығанаҡтары, шишмәләр, йылғалар малсылыҡ менән шөғөлләнгән ҡәүемдәр өсөн бик мөһим фактор булған: берҙән, ул ҡәҙимге йәшәйеш өсөн төп шарт булһа, икенсе яҡтан, һыу юлдары - үҙенә күрә еңел файҙаланып була торған бәйләнеш тотоу, коммуникация сараһы. Әлбиттә, был һәр бер кеше, кәмәгә ултырып, йылға буйлап ҡына теләгән еренә барып йөрөгән, тигән һүҙ түгел, ҡоро ерҙән дә юлдар була. Шулай ҙа тап йылға-күл буйҙарындағы дөйөм территорияла йәшәгән кешеләр төркөмдәре ырыу-ҡәбиләләр булып ойоша. Тарихи Башҡортостан ерлегендә табылған иң боронғо кеше тораҡтары ла йылға-күл буйҙарында урынлашҡан, мәҫәлән, Кушнаренко районының Кәрәкә йылғаһы буйындағы IV Иҫке Туҡмаҡлы торағы (IV Старо-Тукмаклинская стоянка), Әбйәлил районының Ҡарабалыҡты күле буйындағы Урта Түбә торағы (Мысовая) һ.б.

Һеҙ алдараҡ ландшафтың кешеләргә йоғонтоһоноң төрлө аспекттары булыуы тураһында әйтеп киткәйнегеҙ. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләп, асыҡлап китһегеҙ, бик урынлы булыр.

- Нимә һуң ул ландшафт? Л.Н. Гумилев әйткәнсә, ул барса тереклекте һыйындырған тәбиғи мөхит (русса - "вмещающий ландшафт"), уны туйындырыусы ландшафт тип тә нарыҡларға була. Иң элек ул - билдәле бер территориялағы ер һәм уның физик-географик үҙенсәлектәре. Икенсенән, шул ерҙәге үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы. Былары кешеләр өсөн аҙыҡ-түлек сығанағы: улар ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙе, уларҙың емеш-еләктәрен, тамырҙарын йыя, һунарға йөрөй, балыҡ тота. Әгәр кешеләр бер ландшафтан икенсеһенә күсеп китһә, башҡа бер үҫемлектәр үҫкән, икенсе бер хайуандар йәшәгән тәбиғәт зонаһына яраҡлашырға мәжбүр була. Теге йәки был социум, ҙурлығы буйынса ниндәй генә булмаһын, үҙенең йәшәүен дауам итеү һәм үҫешә алыу мөмкинлеген, беренсе нәүбәттә, аҙыҡ-түлекте етерлек кимәлдә таба алыу аша хәл итә. Иң боронғо, архаик хужалыҡ итеү ғәмәлдәре, бик күп мең йылдар үтеүенә ҡарамаҫтан, хәҙерге замандарға тиклем һаҡланып ҡалған. Был турала ғалим-этнолог Мирза Муллағолов үҙенең "Собирательство и рыболовство у башкир" (Өфө, 2007) тип аталған хеҙмәтендә биҡ ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп бәйән иткән.
Йәнә, тәбиғи ландшафтың ҡырҡа үҙгәреүе кешеләрҙең йәшәү рәүешендә, һөнәр-кәсептәрендә лә, үҫешә барған аң-зиһендәрендә һис шикһеҙ сағылыш тапҡан. Бына Шүлгәнташ мәмерйәһендә палеолит дәүере кешеләре, аттар һәм дөйә-ләрҙән башҡа, мамонт һәм оҙон йөнлө носорог, бизон һүрәттәрен төшөргән. Был, әлбиттә, Төньяҡ Евразияла күҙәтелгән һуңғы боҙланыу эпохаһы менән бәйле (был дәүер бынан 11,7 - 11,6 мең йылдар әүәл тамамлана). Тимәк, боҙлоҡтар осорона ҡараған ландшафт ошо архаик заманда йәшәгән ҡәүем кешеләренең тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәттәрендә, уларҙың беҙгә билдәһеҙ сакраль ҡараштарында һәм тойғоларында сағылыш тапҡан. Шулай уҡ палеолит эпохаһы кешеләренең төрлө хайуандарға һунар итә алыуы ышаныслы дәлилдәр менән иҫбатланған.
Алтайҙа табылған, Денисов кешеһе тип аталған гоминидтың һөйәк фрагменттарын тикшереү ошо типтағы антропоид заттарҙың бынан 200 - 73 мең йылдар арауығында мәмерйәләрҙә йәшәүен, үҫемлектәр һәм үҙҙәре тота алған ваҡ йәнлектәр менән туҡланыуын асыҡланы. Тимәк, архаик дәүер кешеләренең, һунарға йөрөп, аҙыҡ рационын ит менән тулыландыра алыуы үтә боронғо эпохаларға барып тоташа. Әйтергә кәрәк, һәр айырым ландшафта билдәле бер аҙыҡтар менән туҡланыу системаһы формалаша, һәм бындай айырмалыҡтар күп быуаттар дауамында һаҡланып ҡала.

Ландшафт үҙенсәлектәре боронғо кешеләрҙең формалаша барған аң-зиһенендә, ҡараштарында, инаныстарында сағылыш табалыр ул?

- Теге йәки был ландшафтҡа хас тәбиғи мөхит кешеләрҙең донъяны танып-белеү үҙенсәлектәрен, космогоник ҡараштарын, тик шул тәбиғи ландшафт менән бәйле менталь сифаттарын формалаштыра. Ерҙең төньяҡ ярымшарында йәшәгән кешеләр күк көмбәҙендә Етегән йондоҙлоғон, Тимер ҡаҙыҡ йондоҙон күрһә, көньяҡ ярымшарҙа Көньяҡ Арҡысаҡ (Әүернә) йондоҙлоғо күренә. Һәм ошо айырма төрлө этностарҙың мифологияһында төрлөсә сағылыш таба. Шулай уҡ теге йәки был йәмғиәткә хас булған ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, традициялар, билдәле бер йәшәйеш нормалары һәм ҡағиҙәләре ландшафт үҙенсәлектәре менән бермә-бер бәйле рәүештә хасил була. Ошоға дәлил итеп халҡыбыҙҙың "Урал батыр" эпосын килтереп була. Урал батыр образы, Урал тауҙары, Башҡортостан йылғалары һәм күлдәре халҡыбыҙ мифологияһының алыштырғыһыҙ бер өлөшөн тәшкил итә.
Ғөмүмән, тәбиғи мөхит, кешеләргә һәр даим, бер өҙлөкһөҙ тәьҫир итеп тороп, йәмғиәттең мәҙәни халәтен, рухи үҙенсәлектәрен билдәләүсе факторҙар иҫәбенә инә, ул хатта бер ни тиклем тел һөйләштәре, диалекттарҙың формалашыуына йоғонто яһай. Бына беҙҙең туған телебеҙҙең, өс төп диалекттан башҡа, тиҫтәнән ашыу айырым һөйләштәре бар. Ни сәбәпле? Башҡорт ырыуҙары заманында төрлө тәбиғәт зоналарында, төрлө ландшафта көн иткән. Шунлыҡтан, улар үҙҙәре йәшәгән тәбиғи мөхиткә хас әйбер-предметтарҙы, күренеш-ваҡиғаларҙы башҡа урындарҙа йәшәүсе төркөмдәр һөйләшендә булмаған һүҙҙәр менән нарыҡлай. Йәнә, миҫал өсөн Дағстан халыҡтары телдәрен иҫкә төшөрәйек. Унда ни өсөн диалекттар шул тиклем күп? Быға тау ландшафты "ғәйепле", сөнки айырым ырыу-ҡәбиләләр, тау түбәләрендәге һәм тарлауыҡтағы ауылдар араһында бәйләнеш тотоу өсөн ҡаршылыҡтар күп. Һөҙөмтәлә тау өҫтө кешеләренең һөйләшен тау аҫтағылары аңлап етмәүе бик мөмкин.

Үҙҙәре өсөн традицион булған ландшафттан икенсе бер географик зонаға күсеп килеүселәр була. Был уларҙың мәҙәниәтендә, көн итмешендә сағылыш табамы?

- Был осраҡта урындағы халыҡ менән күсеп килеүселәр мәҙәниәттәре араһында билдәле бер бәйләнештәр хасил булып, уларҙың һәр ҡайһыһында ниндәйҙер үҙгәрештәр башланыуы күҙәтелә. Күсеп килеүселәр яңы ландшафтҡа ла, күрше йәшәгән халыҡтың мәҙәни йоғонтоһона ла яраҡлаша башлай. Быны раҫлаусы миҫал итеп, XVII - XVIII быуаттарҙа Тарихи Башҡортостан территорияһына күсереп килтерелгән рус крәҫтиәндәрен күрһәтеп була. Башлыса, дәүләт крәҫтиәндәре яңы төҙөлгән заводтарға эшсе сифатында килтерелә, әммә улар завод эргәһендәге ҡасабаларҙа йәшәп, мал да аҫрай, баҡса ла үҫтерә. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, улар ҙа, башҡорттарҙан күреп, малдарын тибенлеккә сығара башлай, башҡорт милли аштарынан йөҙ бормай, ҡымыҙ эсеүҙең файҙалы булыуын төшөнә. Үҙ яғынан, башҡорттарҙың көнкүреш мәҙәниәтендә лә рус мөхитенән үҙләштерелгән билдәле бер үҙгәрештәр күҙәтелә: мәҫәлән, алты мөйөшлө өйҙәр һала башлау, өй тәҙрәләренә мал ҡарындыҡтары урынына быяла ҡуйҙыртыу, пәрҙәләр ҡуллана башлау, картуф, кәбеҫтә үҫтереү һ.б.

Бына нимәгә иғтибар итеү мөһим: халҡыбыҙ 5 тиҫтәгә яҡын ырыуҙан хасил булған, һәр береһенең үҙ атамаһы бар, ә башҡорт тип аталған айырым ырыу йә иһә ҡәбилә булмаған. Көньяҡ Урал аборигендарына күп быуаттар дауамында сит тарафтарҙан күсеп килгән бәләкәй һәм ҙур этник төркөмдәр - айырым ырыуҙар килеп ҡушыла барған һәм уларҙың барыһы ла уртаҡ башҡорт этнонимын ҡабул иткән. Төрлө ҡәүемдәрҙе берләштереүҙә Көньяҡ Урал ландшафты хәл иткес роль уйнаған, тип әйтеп буламы?

- Була, әлбиттә. Башҡорт халҡының килеп сығышын һәм формалашыуын асыҡлағанда Көньяҡ Уралда архаик дәүерҙәрҙән бирле йәшәгән этник төркөмдәрҙең дә башҡорт этногенезы факторҙарының береһе булыуын инҡар итә алмайбыҙ. Ултыраҡ тормошта йәшәүсе ҡәүемдәрҙән һәм күсмә ҡәбиләләрҙән ойошҡан халҡыбыҙ. Бына "Урал батыр" эпосында төп геройҙың антагонисы - уның бер туған энеһе Шүлгән образы бар. Шул уҡ ваҡытта ысынбарлыҡта Көньяҡ Уралда хәҙер бар донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе бар, ул таш быуаты, йәғни палеолит дәүеренә ҡарай. Был осраҡлымы һуң? Юҡ. Археолог Вячеслав Котов билдәләүенсә, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит дәүере һүрәттәре һәм башҡорт мифологияһы, башҡорттарҙың космогоник ҡараштары араһында туранан-тура бәйләнеш бар, был архаик дәүерҙәрҙә йәшәгән ҡәүемдәр һәм хәҙерге башҡорт мәҙәниәттәре араһында билдәле бер күсәгилешлек булыуына ла дәлил.
Халҡыбыҙҙың этник яҡтан күп компонентлы булыуын беләбеҙ, һәм бында бер генә лә хәүефләнерлек сәбәп юҡ. Шуның өсөн дә һуңғы осорҙа ырыуҙар хәрәкәте барлыҡҡа килде, йыйындар уҙғарыла, ырыуҙар ҡоро бар. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге осорға килеп еткән һәр ырыуҙың билдәле бер архаик тамырҙары бар һәм, ваҡыт төпкөлдәренә тәрәнгәрәк инә барған һайын, уртаҡ ата-бабалар булыуы асыҡлана. Быны этногенетик тикшеренеүҙәр ҙә раҫлай. Бына, мәҫәлән, беҙ миҫалға алған Денисов кешеһенә хас булған ҡайһы бер гендар япон халҡының 4-6 процентында табылған. Йәнә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменә иғтибар итәйек. Милли костюм матди-мәҙәни мираҫ составына инә, унда бик борондан килгән компоненттар бар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының барлығы 7 төрлө кейем комплексы булыуы билдәле. Бындай күп төрлөлөк шул уҡ ландшафтың да, этник сығыштың да йоғонтоһо менән аңлатыла. Ысынлап та, дала зонаһында йәшәүселәр менән урман-тауҙарҙы төйәк итеүселәрҙең кейем-һалымы араһындағы айырымлыҡтар күҙгә бәрелеп тора. Көньяҡ Урал быуаттар дауамында төрки сығышлы ырыу-ҡәбиләләрҙе, тере магнит һымаҡ, үҙенә тартып торған, уларҙы һыйындырыу, ҡурсалау, туҡландырыу мөмкинлеген биргән, һәм тап шул тәбиғи мөхиттә башҡорттарҙың уртаҡ традицион мәҙәниәте, һәр кемгә аңлайышлы теле, матди һәм рухи мираҫы формалашҡан.

Күренекле башҡорт этнологы, краниолог Ринат Мөхәмәт улы Йосопов башҡорттарҙың антропологик типтарын бик ентекләп өйрәнеп, объектив ғилми һығымталар эшләгәйне. Ошо ғалимыбыҙ билдәләүенсә, халҡыбыҙ составында 4 антропологик тип булыуы асыҡланған: улар субурал, понтий, аҡһыл европеоид, көньяҡ себер типтары тип атала. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Ринат ағай Йосоповтың һығымталары кире ҡаҡҡыһыҙ, улар археология фәненең асыштары менән дә раҫлана. Көньяҡ Уралда төрлө дәүерҙәрҙә йәшәгән ырыу-ҡәбиләләрҙе, урындағы топонимдар менән бәйләп, билдәле бер мәҙәниәт итеп ҡарайҙар. Ошо мәҙәниәттәрҙән ҡалған артефакттар уларҙың башҡа Азия ҡәүемдәре менән бик боронғо бәйләнештәре булыуына дәлил. Башҡортостан буйлап экспедицияларҙа йөрөгәндә ҡыҙыҡлы ғына микротопонимдар осрай ине: мәҫәлән, "Ҡаҙаҡ ҡасҡан", "Үзбәк һырты", "Ҡалмыҡ һырты" һ.б. Был ырыуҙар этнонимияһында ла сағылыш тапҡан: ҡырғыҙ, ҡыпсаҡ, унлар, һарт ырыуҙары, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡалмыҡ, төркмән, меркет, найман, ҡаңлы, ҡырғыҙ, нуғай, үзбәк аралары (аймаҡтары, түбәләре). Ландшафт һәм этногенез бәйләнештәрен киңерәк, тәрәнерәк масштабта ҡарау фарыз. Тарихи Башҡортостанда берҙәм этнос булып ойошҡан халҡыбыҙҙы Евразия кимәлендә ҡарарға тейешбеҙ. Киң ҡарашлы ғалим-этнолог Ринат Йосопов башҡорт халҡының этник составында һинд-иран компоненты булыуын объектив рәүештә дәлилләй алды. Беҙ әлегәсә ошо ғилми фактты тейешлесә баһалап еткермәйбеҙ.
Совет историографияһында СССР, хәҙерге Рәсәй территорияһында цивилизация үҙәктәре сифатында Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы, Алтай тарафтары ғына ҡарала ине. Башҡортостан археологы Анатолий Пшеничнюк етәкселегендәге экспедиция 1987-1988 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Илек районында Филиппов ҡурғандарын ҡаҙып асҡас, иртә сарматтарҙың 600-гә яҡын алтын-көмөш предметтары табыла. Был табыштар донъя кимәлендәге сенсацияға тиң булды. 2001 - 2003 йылдарҙа беҙҙең Археология һәм этнография музейы һәм Эрмитаж ойошторған "Евразияның алтын боландары" тип исемләнгән археологик күргәҙмә Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә, Нью-Йоркта, Миланда күрһәтелде. Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә, тотош Евразияла ошо ғәйәт бай археологик коллекцияға тиң булған башҡа бер боронғо ҡомартҡы комплексы юҡ.

Көньяҡ Уралда археологтар тапҡан артефакттар Евразияның көньяҡ илдәре халыҡтары мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнештәр булыуын дәлилләй аламы?

- Бик күп ҡаҙылма табылдыҡтар араһында Урта Азия халыҡтарына хас предметтар, шулай уҡ Ирандың сәсәнидтар эпохаһына ҡараған алтын-көмөш әйберҙәр булыуы ошоно раҫлай. Әммә мин бына нимәгә иғтибар итеүҙе мотлаҡ тиер инем: скиф-сармат ҡомартҡыларында табылған әйберҙәр урындағы алтындан ҡойолоп эшләнгән, тимәк, бында металлургия менән дә шөғөлләнгәндәр. Күренекле археолог Н.А. Мәжитов үҙенең ғилми хеҙмәттәрендә Көньяҡ Уралдың скиф-сармат донъяһы үҙәктәренең береһе булыуын иҫбатланы.
Мәҙәни, иҡтисади бәйләнештәрҙән тыш, беҙҙе Евразияның төрки халыҡтары менән телдәребеҙ яҡынлығы берләштерә. Мәҫәлән, шул уҡ нуғайҙар, балҡарҙар, ҡумыҡтар, ҡәрәсәйҙәр менән аралашҡанда тәржемәсе кәрәкмәй. 2 йыллыҡ әрме хеҙмәтем Ҡарәсәй-Черкес автоном округында үтте, частан сығып йөрөгән саҡтарҙа, ҡарәсәй ҡарттары менән осрашып, аралаша торғайным. Мин башҡортса, улар үҙ телендә һөйләй, әммә бер-беребеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ.
Йәнә, ландшафт мәсьәләһенә килгәндә, таулы зонала, бейеклек кимәленә ҡарап, ул үҙгәрә бара. Беҙҙең Башҡортостандың бейегерәк тауҙарында барса географик поястарға хас ландшафт үҙенсәлектәрен күреп, өйрәнеп була. Ландшафтҡа ярашлы, үҫемлектәр һәм хайуандар төрлөлөгө хасил була. Шуға күрә Үҙәк Рәсәй, Ҡаҙағстан студенттары географик зоналарҙы өйрәнеү маҡсатында беҙгә практикаға йыш килә. Бына беҙ Владимир Далде филолог, һүҙлек төҙөүсе булараҡ беләбеҙ, әммә ул Санкт-Петербургтағы Император академияһына биология фәне буйынса ағза итеп һайлана: Даль Тарихи Башҡортостандың үҫемлектәр донъяһын да бик ентекләп өйрәнгән.
Хәҙерге заманда тарих фәне дисциплина-ара гуманитар фәнгә әүерелде, тип әйтергә була. Археология, палеонтология, этнология, геология, география, биология (бигерәк тә ландшафтарҙы өйрәнеү), филология, радиометрия, генетика кеүек фәндәрҙең заманса ҡаҙаныштарын белеү һәм ҡулланыу ғалим-тарихсы өсөн бик мөһим.
Республикабыҙҙа һуңғы ваҡытта Башҡортостан фәнен Евразия кимәленә сығарыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды. Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәге асылыу ошоға дәлил. Ошо юҫыҡта ғәмәлгә ашырылған эштәрҙән яңы геопарктар асыу, Шүлгәнташта һәм Турахан кәшәнәһе янында тарих, археология, этнология, биология, йүнәлештәрен сағылдырған музей комплестарын булдырыу бик мөһим һәм фәһемле. Алдағы 5 йылда Евразия фәнни-белем биреү үҙәге сиктәрендә яңы гуманитар тикшеренеүҙәр күҙаллана. Яҡын киләсәктә Башҡортостан Евразия илдәре ғалимдарын, студенттарын, башҡа бер зыялыларҙы үҙенә тартып тороусы, ылыҡтырыусы ғилми-мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк тип, бик ышаныслы рәүештә әйтергә була. Бының өсөн беҙҙә бөтәһе лә бар: уникаль ландшафт, иҫ киткес тәбиғәт объекттары, геология, археология, этнология, фольклористика, генетика һәм башҡа фәндәр буйынса өлгәшелгән ҡаҙаныштар, музей комплекстары. Йәнә, Башҡортостан төрки, фин-уғыр, Көнсығыш славян халыҡтарының матди һәм мәҙәни мираҫын һаҡлаусы террритория булараҡ та халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереү йәһәтенән күп мөмкинлектәргә эйә.

Башҡортостандың гуманитар фәндәре өлкәһен Евразия масштабына, донъя кимәленә сығарыу юлында ниндәй проблемалар бар?

- Иң тәүге проблема - әлегә киң һәм тәрән белемле, яңы технологиялар менән эш итә алыусы йәш быуын ғалимдарының аҙыраҡ булыуы. 90-сы йылдарҙағы өҙөклөктән һуң фәнгә килеүселәр күбәйә бирҙе, әммә был проблеманы ваҡытында хәл итеү кәрәк.
Икенсенән, беҙҙең ғалимдарыбыҙ Тарихи Башҡортостан мөхитенән ситкәрәк сығып эшләп бармай әле. Ә Ҡаҙағстанда ошо йәһәттән күп нәмә ғәмәлгә ашырыла: уларҙың йәш ғалимдары сит ил архивтарында ҡаҙаҡтарға ҡағылышлы материалдарҙы эҙләп таба һәм өйрәнә, был гуманитар фәндәр өсөн үтә мөһим.
Өсөнсөнән, беҙҙең сит ил телдәрен яҡшы үҙләштергән ғалимдарыбыҙ бик аҙ. Фән өлкәһен үҙ итеүсе йәштәребеҙҙе әҙерләүҙә ошо мәсьәләгә етди иғтибар кәрәк. Мәҫәлән, беҙ әлегә тиклем Ватикан китапханаһында латин телендә яҙылған сығанаҡтарҙы өйрәнә алыуҙан мәхрүмбеҙ. Францияла иуезиттар ордены тарихы менән бәйле сығанаҡтарҙа Рәсәй тураһында мәғлүмәттәр булыуы билдәле. Ҡытай, фарсы, ғәрәп телдәрендәге сығанаҡтарҙа беҙгә билдәһеҙ материалдар булыуы мөмкин.

Һеҙҙең картография өлкәһенә ҡараған хеҙмәттәрегеҙ бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Ошо хаҡта ла әйтеп үтһәгеҙ ине.

- Башҡорттар йәшәгән территория сағылдырылған Урта быуаттар карталары тураһында күп яҙылды, улар интернет селтәрендә лә бар. Был карталарҙа халҡыбыҙ йәшәгән ер объектив рәүештә күрһәтелгән, быны гидрография ла күрһәтеп тора. Ағиҙел менән Ҡариҙел ҡушылған урындағы ярымутрауҙа төшөрөлгән ҡала символы янындағы яҙыу "Paskerti" тип уҡыла, Пициганиҙар картаһында төшөрөлгән Урал тауҙары янында ла шул уҡ һүҙ бар. Тимәк, был һүҙҙең башҡорттар биләгән территорияны ла, уларҙың Алтын Урҙа заманындағы ҡалаһын - административ һәм һөнәри үҙәк исемен дә белдергән, тип фараз итергә була.
Йәнә, 1737 йылда Санкт-Петербургта, Император академияһында француз картографтары Рәсәйҙең географик атласын баҫып сығара, ул үҫмер балаларға тәғәйенләнгән. Был картала ла әлеге Өфө ярымутрауындағы ҡала "Баскирь" тип билдәләнгән. Тимәк, Европаның яңыраҡ осорҙа йәшәгән картографтары урта быуаттарҙағы карталарҙы яҡшы белгән һәм уларға тиклемге картография традицияһын дауам иткән.

Шулай итеп...
Әңгәмәсебеҙ, икенсе быуын ҡала башҡорто Айбулат Вәли улын, киң ҡарашлы, тәрән фекерле, мәҙәниәтле бер шәхес булараҡ, хәҙерге башҡорт йәштәре өсөн өлгө итеп ҡуйырға була. Ул, объектив факторҙарға таянып, Урта быуаттарҙа баҫылып сыҡҡан географик карталарҙы ентекләп тикшереп, Көньяҡ Уралдың географияһы, тәбиғи мөхите менән халҡыбыҙҙың тарихи этногенезы араһында тығыҙ бәйләнеш булыуын фәнни яҡтан нигеҙләүсе географ һәм этнолог. Уға ғилми эшмәкәрлегендә яңы ҡаҙаныштар теләп ҡалабыҙ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 18 - 24 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.25 | Ҡаралған: 38

Киске Өфө
 

Кеше бөйөклөккә лә менеүсе, ҡурҡыныс түбәнлеккә лә тәгәрәүсе, замандың ҡаты һынауҙарына ла бирешмәүсе йән эйәһе икәнен онотмайыҡ.

(Ағинәй һүҙе).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru