
Яҙғы баҡса эштәре - ул күңелле һәм шул уҡ ваҡытта бик яуаплы.
Эште башлар алдынан иң тәүҙә баҡсаның хәл-торошон ҡарап, тикшереп сығығыҙ. Ағас-ҡыуаҡтарҙың тәүге япраҡтары сыҡҡансы, уларға санитар эшкәртеү үткәрегеҙ, йәғни ҡырҡҡылағыҙ. Был эш өсөн иң уңайлы ваҡыт, әлбиттә, марттың икенсе яртыһы йәки апрель башы. Һынған, ҡороған ботаҡтарын әле лә алырға һуң түгел. Күптәр үҫемлектең дөйөм сәләмәтлеген яҡшыртырға булышлыҡ иткән ошо эшкә бик илтифат итмәй.
Шулай уҡ апрелдә ағас тамырҙарының тирә-яғын таҙартыу ҙа файҙалы. Яҙ көнө тупраҡтағы ямғыр һыуы ағастың тамыр системаһына зыян килтермәһен өсөн, тирә-яғындағы тупраҡтың өҫкө ҡатламын киптереү сараларын күрергә кәрәк. Уңдырышлыҡты арттырыу маҡсатында органик ашлама ҡулланырға кәрәк, мәҫәлән, компост, торф кеүек материалдарҙы файҙаланырға мөмкин.
Нимәне ҡайҙа ултыртырға кәрәк, уларҙың участкаларын, түтәлдәрен алдан билдәләгеҙ. Иртә сәскә ата торған мимоза, нарцисс һәм ләлә сәскәләре ултыртығыҙ. Улар баҡсағыҙҙы яҙғы матурлыҡ менән байытып ҡына ҡалмай, күңелегеҙҙе лә күтәрер. Сәскәс тә ашлама индерегеҙ, шул ваҡытта сәскәләре ҙурыраҡ һәм матурыраҡ булыр.
Дөйөм алғанда, яҙғы баҡса эштәре - ул ғәжәйеп процесс, ул ниндәйҙер кимәлдә кешене рухландыра, күңелен яҡты, матур уйҙар менән байыта. Мин үҙем нимә генә ултыртһам да, йәйге, көҙгө миҙгелдә ала торған уңыш мөмкинлектәрен күҙ алдына килтереп, дәртләнеп-илһамланып йөрөйөм.
Апрелдә помидор һәм борос үҫентеләрен тәрбиәләү өсөн мөһим ваҡыт. Үҫенте ерҙәренә ашлама индерелә. Көн йылы булһа, теплицаға ултыртырға мөмкин. Һыуыҡ торһа, стакандарға күсерегеҙ. Помидорҙар өсөн температура режимын мотлаҡ тоторға кәрәк. Мул уңыш алыу өсөн агротехник сараларҙы үтәү мөһим. Теплицалағы түтәлгә органик ашламалар, мәҫәлән, компост, торф ҡулланып, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырырға мөмкин.
Борос йылы ярата. Йылы һәм дымлы урында яҡшыраҡ үҫә.
Апрелдә шалҡан ултыртырға мөмкин. Был культура талапсан түгел һәм тиҙ өлгөрә. Орлоҡтар +2 - +4 градуста шытып сыға ала, ә үҫемлектәре -5 градусҡа тиклем ҡырауҙы күтәрә. Шалҡанды органика менән алдан ашламаланған йомшаҡ тупраҡҡа сәсәләр, ул ҡуҙаҡлы культураларҙан һуң яҡшыраҡ үҫә. Түтәлгә йылы һыу ҡоялар, орлоҡто 1-1,5 см тәрәнлеккә ултырталар. Тәүге япраҡтары барлыҡҡа килгәс, ғәҙәттә, шытып сыҡҡандан һуң 7-10 көн үткәс, үҫемлек араһында 3-4 см ҡалдырып һирәгәйтәләр. 10-12 көндән һуң арауыҡты 6-8 см тиклем арттырып, икенсе тапҡыр һирәкләйҙәр. Тамыраҙыҡ барлыҡҡа килгән осорҙа күп һыу һибегеҙ.
Шулай уҡ редис, салат, төрлө тәмләткес йәшелсә, кишер, шпинат, сельдерей, бер аҙҙан йылы һөйөүсе рукколаны сәсергә мөмкин.
Орлоҡтарҙың (петрушка, сельдерей, шпинат, кинза) шытып сығыуын арттырыу өсөн уларҙы шытып сыҡҡансы йылы, дымлы урында ҡалдырырға, ә һуңынан һыуыҡта сыҙамлылығын арттырыу өсөн 5-7 көнгә һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Рәттәрҙе яҡынса 6 сантиметр алыҫлыҡта эшләргә, орлоҡтар араһын 5-15 сантиметр (киләсәк үҫемлектең ҙурлығына ҡарап), тәрәнлеген 1 сантиметр эшләгеҙ.
Картуф орлоғон алдан әҙерләгеҙ: ике аҙна самаһы йылы урында (18 градус) тотоғоҙ. Уларҙы дымлы ағас онтағы, торф йәки ҡом һалынған бейек булмаған йәшниктәргә һалырға мөмкин. Артабан картуфты яҡты, йылы (13 - 15 градус) бүлмәгә күсерегеҙ.
Һуған орлоғон йылыраҡ урынға сығарып ҡуйығыҙ. Ауырыу күҙәнәге барлыҡҡа килмәһен өсөн, уны 30 градус температурала 2-3 көн киптерегеҙ. Һуңынан уны ултыртҡансы 18 - 20 градуста һаҡлағыҙ.
Һәр баҡсасының үҙенең уңыш сере бар, әлбиттә. Был кәңәштәр ҙә шартлы ғына. Уңыш ултыртҡан кешенең ҡулына ғына түгел, һауа торошона ла бәйле.
Шулай ҙа барығыҙға ла мул уңыш алыуығыҙҙы, үҫтергән йәшелсә-емештәрегеҙҙе иҫән-һау ашауығыҙҙы теләйем.
Ильвира ЗАҺИҘУЛЛИНА.
Көйөргәҙе районы.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 18 - 24 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА