
Гәзитебеҙҙә "Башҡорт Википедия"һы тураһында уҡыным да, ниңәлер, бик күптән ҡараған фильм иҫемә төштө (исемен дә, авторын да онотҡанмын инде). Бик ҡурҡыныс фильм ине ул. Йәшлектә һирәк-һаяҡлап нервыларҙы "ҡытыҡлап" алғым килеп, ҡурҡыныс фильмдар ҡарай торғайным.
Ул кинола бер ир кешене, ғәйебе булмаһа ла, ғәйеп тағып, төрмәгә ябалар. Ир үҙен аҡлар шаһиттар, дәлилдәрҙе үҙе генә һәм иректә генә эҙләп була икәнен аңлағанға күрә, төрмәнән ҡаса, әммә тотола. Фильмдың аҙағында был ирҙе иң ҡаты режимлы төрмәгә ябалар. Ул төрмә бейек ҡая башында урынлашҡан, ә тирә-яғы - тәрән упҡын. Һәр тотҡон айырым, ҡалын бүрәнә стеналы ҡумтала ултыра. Унда ризыҡ бирер өсөн кескәй генә тәҙрә уйылған. Мине иң ныҡ тетрәндергәне шул булды: күҙҙәре генә күренеп торған тәҙрәнән тотҡон ир: "Эй, Хоҙайым, мин бында! Мине юғалтма!" - тип ҡысҡыра. Ул фильмдың аҙағы ошолайыраҡ тамамланды: тотҡон ошо ағас ҡумтаһы менән бергә упҡынға атылды һәм селпәрәмә килгән ҡумтаның бүрәнәләренә тотоноп, көслө ағымлы йылға буйлап ағып китте. Йылға уны ирекле йәшәгән бер илгә алып барып еткерҙе һәм ул ир ғүмеренең аҙағынаса ирекле йәшәне...
Бына был Википедияны ла аҙ һанлы милләттәрҙең "Беҙ бында! Беҙ барбыҙ!" тип ҡысҡырыуына оҡшатам мин. Шул уҡ ваҡытта был оло йәштәге инәйегеҙҙең күңелендә шом да бар: википедиясылар юҡҡа яфаланмаймы, интернетҡа күпләп вирустар һөжүм итә башлаһа, бөтә мәғлүмәттәрегеҙ ҙә юйылып бөтмәҫме, хеҙмәтегеҙ бушҡа китмәҫме?
Шулай ҙа ҡағыҙға яҙылған мәғлүмәт ышаныслыраҡ һымаҡ тойола миңә. Хатта бәләкәй генә бер һөйләм яҙып һалынған ҡағыҙ киҫәге лә күп йылдар үткәс ғүмер китабыңдың бер битен, бер ваҡиғаһын иҫеңә төшөрөүе мөмкин. "Культура" каналының "Линия жизни" тапшырыуында бер артист та шул хаҡта иҫкә алып үтте: "Архивымды аҡтарғанда бер ҡағыҙға тап булдым, - тип башлап китте ул. - Ул открыткала, тулҡынланып яҙғанғалыр инде, ауыш-тыуыш хәрефле яҙма һаҡланған: "Ҡәҙерлем, һине әсәй булыуың, ә үҙемде атай булыуым, ҡыҙыбыҙҙың тыуыуы менән ҡотлайым", - тип яҙылған ул ҡағыҙға. Был үҙем яҙған, һарғайып бөткән хатты уҡып, күҙҙәрем йәшләнде. Мин ул йыраҡ көндөң бөтә шатлығын ҡабат кисерҙем. Ул бәхетле мәлдең йылы ла, айы ла, көнө лә теркәлгәйне унда. Ә биш йылдан һуң, икенсегә улыбыҙ тыуғас, ҡатыныма телефон аша смс-ҡотлау оҙаттым. Ул ҡотлауҙы ҡатыным юйғандыр инде һәм уны ҡабат уҡып та булмаясаҡ..."
Бына шулай. Ҡул менән яҙылғанға барыбер ҙә бер нимә лә етмәй һымаҡ тойола миңә. Мин өлкән быуын булған өсөн, интернет донъяһы ят булған өсөн генә әйтмәйем был һүҙҙәрҙе. Ҡағыҙҙан уҡылған һүҙҙең күҙҙәр өсөн дә, мейе өсөн дә, йөрәк өсөн дә файҙаһы ҙур булыуын ғалимдар ҙа раҫлай һәм был турала "Киске Өфө"лә лә яҙылғайны.
Интернетҡа төбәлеп ултырыусыларға тағы шундай һорау: "Гәзит, журналдар уҡыйһығыҙмы?" Әлбиттә, "Уҡымайбыҙ!" тип яуап бирәсәкһегеҙ. Етмәһә, яуабығыҙҙа бының менән ғорурланыу, ә компьютер менән эш итә белмәгән ололарҙан мыҫҡыллы көлөү ҙә һиҙемләнәсәк. Юҡҡа ғына улай итәһегеҙ. Интернетта нимә уҡығанығыҙҙы беләбеҙ бит беҙ: ундағы дөрөҫлөгө өсөн бер кем дә яуап бирмәгән имеш-мимештәрҙән ауырыуға һабышҡандар тураһында ла ишетеп-күреп йөрөйбөҙ. Шуға ла көсөгөҙҙө, аҡылығыҙҙы илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн файҙалы башҡа эштәргә йүнәлтһәгеҙ, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Миңә һеҙ пареллель донъяла йәшәгән кеүек күренәһегеҙ...
Фәүзиә ЯХИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА