«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯБАЙ КЕШЕНЕҢ УҢАЙҺЫҘ ФЕКЕРҘӘРЕ
+  - 

Советтар Союзының Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны тар-мар итеүенә 80 йыл тулыуға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә был ҙур тантананы матур итеп үткәрергә әҙерләнә.

Парадты, йыр-бейеүҙәрҙе һәм башҡа сараларҙы, һис шикһеҙ, һәр кем көтөп ала. Стәрлетамаҡ ҡалаһында 55 йыл ғүмер итеү осоронда күп парадтарҙы (1 һәм 9 майҙа, 7 ноябрҙә ) күрергә тура килде, һайлауҙарҙа даими ҡатнашам. Репродукторҙарҙан, ғәҙәттә, гел рус йырҙары, марштары ғына ағыла. Һайлау участкаһындағы яуаплы иптәштәргә: "Нишләп башҡортса йыр яңғыратмайһығыҙ?" - тиһәң, сит планетанан төшкән кешене күргән кеүек ҡабул итәләр.
Илебеҙҙә нисәмә халыҡ бар, һәр ҡайһыһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Күпме геройҙарыбыҙ, Дан орденының тулы кавалерҙары бар. 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы үҙен данға күмде, легендаға әүерелде. Шуға күрә Бөйөк Еңеү көнөндә халыҡтар үҙ туған телендә лә йырҙар ишетергә өмөт итә. Мин дә башҡортса телмәрҙе бик рәхәтләнеп тыңлар инем. Ҡала башлыҡтары: "Нишләп иртәрәк әйтмәнегеҙ, хәҙер әҙерлек эштәре башланды бит инде", - тиер. Ошондай "ваҡ" мәсьәләләргә иғтибар итеү хужаларҙың эше түгелме ни?
Һуғыш ваҡытында, тыныс замандарҙа сыҡҡан, халыҡ яратҡан йырҙарыбыҙ бихисап. "Шайморатов генерал" мәшһүр халыҡ йырҙарыбыҙ менән бер рәттә торорлоҡ. "Почтальон", "Котелек" (Н.Нәжми, З.Исмәғилов), "Ҡайҙа һеҙ, яуҙаштарым?", "Ел Ерәнем" (Н.Иҙелбай, З.Исмәғилов), "Еңеүселәргә дан" (Р.Ниғмәти, З.Исмәғилов), "Батырҙар йыры" (Н.Нәжми, З.Исмәғилов), "Башҡорт гвардеецтары" (Я.Ҡолмой, Т.Кәримов), "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа" (М.Кәрим, С.Садыҡова) - һуғыш тураһындағы йырҙарҙың бер өлөшө генә былар.
Башҡорт - ғәскәри халыҡ. Рус дәүләтенең барлыҡ яуҙарында ҡатнашып, дан-шөһрәт ҡаҙанған һәм тарихҡа бик күп ғәскәри йырҙарын яҙған. Улар - "Ҡаһым түрә", "Любизар", "Порт-Артур", "Эскадрон", "Әрме", "Перовский", "Циалковский", "Кутузов", "Байыҡ", "Карауан-һарай" һәм башҡалар. Беҙ телһеҙ халыҡ түгел. Руссаға күсеп барған бала-сағаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ байрамдарҙа үҙ телендә йыр ишетһә, моғайын, уларҙа әсә теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуыр ине. Махсус хәрби операцияһы маҡсаттарының береһе булып рус телле халыҡтарҙы яҡлау тора. Был яуҙа башҡорттар ҙа бик ихлас ҡатнаша. Бәлки, беҙҙең дә оло байрамдарҙа үҙ еребеҙҙә, Башҡортостанда, әҙме-күпме булһа ла үҙ йыр-моңобоҙҙо ишетергә хоҡуғыбыҙ барҙыр?
Илле йылдан ашыу заводтар төҙөгән, уларҙы йүнәткән хеҙмәт ветераны мин. Минең һымаҡ уйлаған кешеләр юҡ түгелдер.

Риза ХӘЛИЛОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.25 | Ҡаралған: 120

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru