«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф В.А. Перовский
(1851 - 1857 йылдарҙа икенсе тапҡыр губернатор булған)

Перовский үҙенең беренсе идаралығы ваҡытында ла башҡорттарҙы игенселеккә йәлеп итеү маҡсатында ашлыҡ магазиндары астыра; йән башына икешәр бот алынған ашлыҡ башҡорт аҙыҡ-түлек капиталы иҫәбенә алына һәм һәр йылһайын сәсеү алдынан таратыла, көҙ еткәс ошо уҡ тиклем ашлыҡ кире ҡайтарылырға тейеш булһа ла, был сара ла һөҙөмтәһеҙ ҡала.
Коканд походынан һуң Перовский батша ғали йәнәптәренән хәрби хеҙмәттә булған башҡорттарҙан талап ителгәндәрҙе еңеләйтеү өсөн түбәндәге льготалар индереүҙе һорай: 1) Ырымбур линияһынан Һырдаръяға тиклем ауыр йөк ташыусы башҡорт нарядын бөтөрөргә, бының өсөн килешеү хаҡына ирекле йөк ташыусыларҙы ялларға; 2) башҡорттар хәрби хеҙмәттә булған саҡта уларҙы туҡландырыу һәм кәрәк-яраҡ өсөн 70 мең һумға тиклем аҡса бүлергә; 3) башҡорттарға бүтәндәр менән бер тигеҙ һалынған земство сборын йән башына 20 тин көмөшкә кәметергә, ә уның айырмаһын берләштерелгән сбор иҫәбенә ҡапларға; 4) аҡрынлап булһа ла башҡорттар өсөн рус мәктәптәре, даими эшләүсе дауаханалар асырға һәм барса башҡорт ғәскәрендә кантон идаралыҡтары өсөн таш биналар һалдырырға. Был сығымдар өсөн 105 мең һум күләмендәге сумманы берләштерелгән сборҙан түләргә.
Был сараларҙың береһе генә файҙалы булып сыға: далаға транспорт йөрөтөүҙән азат ителгән башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте ҡыҫҡара бирә. Иҫәнғол ауылында дауахана төҙөлгән; ул ауылда ат заводы эшләгәнгә генә әһәмиәтле булып ҡала, бында эшләгән башҡорттар һәм ат ҡараусылар, йәй көндәрен 150 кешегә тиклем, ошонда дауалана; айырым башҡорт идаралығы булған саҡта ауылдарҙан да хроник сирлеләр шул дауаханаға ебәрелә; идаралыҡ бөтөрөлгәс, дауахана ташландыҡ хәлгә килә һәм 1890 йылда янып юҡҡа сыға.
Кантон идаралығы өсөн таш бина 2-се кантонда, Сәйетҡол ауылында төҙөлә, әммә унда бер ҡасан да бер нәмә лә булмай һәм, моғайын, шулай уҡ юҡҡа сыҡҡандыр.
Мәктәптәрҙең хатта ки проекттары ла эшләнмәй.
Башҡорттарға ҡарата бер мәлдә барлыҡҡа килгән ҡарашынан сыҡмайынса, граф Перовский һәр бер осраҡта ла уларҙың айырым һәләттәре һәм боевой сифаттары хаҡындағы фекеренең ғәҙел булыуын раҫларға тырыша. 1853 йылда рус-төрөк һуғышы башланғас, хәрби хәрәкәттәр театрына Ырымбур һәм Урал ғәскәрҙәренән икешәр казак полкын ебәреү хаҡында Петербургтан бойороҡ килә. Перовский башҡорттарҙан торған полктарҙы һуғышҡа йәлеп итеү хаҡында тәҡдим индерә, уларҙың Ырымбур казактарынан бер нисек тә ҡайтыш булмауын белдерә. Шунан һуң батша ғали йәнәптәренән дүрт башҡорт полкын ойоштороу, уларға етәкселек итеү өсөн штаб офицерҙарынан полк командирҙарын, йөҙ баштарын регуляр кавалерияның обер-офицерҙарынан тәғәйенләү хаҡында бойороҡ килә; унан тыш, һуңғыларынан бер нисәшәр кеше полктарға субалтерн-офицерҙар урынына ҡуйыла. Ырымбур һәм Орск өйәҙҙәре башҡорттарынан ике полк - 1-се һәм 3-сө - һуғыш барған ваҡытта Ырымбурҙан сығып, Балтика корпусы составына индерелә, һәм бер сотня кавалерист Ревель янында инглиз десантын кире ҡағыуҙа ҡатнаша, ҡалған сотнялар һәм барса 3-сө полк бер урында ҡала, сөнки дошман бер ҡайҙа ла күренмәй. 1854 йылдың декабрендә йә иһә 1855 йыл башында тағы ла ике полк ебәрелә, әммә улар Воронежға һәм Һарытауға етеүгә солох иғлан ителә.
Ошо полктарҙы ойошторғанда яңы формалағы мундирҙарҙы тегеү өсөн пособие ҡарала, аҡ черкескалар алына, был башҡорттарҙың үҙҙәренә бик ҡиммәткә төшә. Бер рядовойҙы әҙерләр өсөн ун кеше аҡса йыя; улар кавалеристы сбруйлы яҡшы ат, аммуниция, эске кейем, итектәр һәм башҡа ваҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә тейеш була. Күптәр уларға күп түләүҙәр һалыныуы тураһында әсенеп һөйләй ине, ә башҡорттарҙан булған урындағы начальниктарҙың үҙҙәренең вазифаларын уҫал ниәттә файҙаланыуы хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ: уларға кешеләрҙе теге йәки был эшкә сиратһыҙ тәғәйенләү хоҡуғы бирелгән, сөнки бындай сиратлап хеҙмәткә барыу башҡорттарҙа булмай, улар эшсе командалар составында хеҙмәткә ҡыҫҡа ваҡытҡа саҡырыл. Был осраҡта кемде тәғәйенләү мәсьәләһен кантон начальнигы үҙе хәл итә, был да кешеләрҙең мөлкәти хәленә ҡарап башҡарыла. Берәүҙәр хеҙмәттән азат ителә, бының өсөн начальникҡа түләнә, ә башҡалар хәрби хеҙмәт ауырлығын татый.
Был ваҡытта башҡорт полктары хәрби яҡтан әллә ниндәй файҙа килтермәй, ә халыҡ өсөн хәрби хеҙмәт һиҙелерлек ауырлыҡтар тыуҙыра. Уларҙы нарядҡа йөрөтөү башҡорттарҙың, казактар кеүек үк, хеҙмәткә һәр саҡта ла тейешле рәүештә сыға алыуы, йәғни үҙ ҡоралдары һәм аттары булыуы хаҡындағы фекергә нигеҙләнә.
Әгәр ҙә ул саҡта башҡорт полктарының нисек ойошторолоуы хаҡында белгән булһалар, һәр бер хеҙмәткә барыусы башҡорттоң йәмғиәттең оло ярҙамына мохтаж булыуы күренер ине. Тимәк, башҡорттарҙы казактар менән тиңләп булмай, сөнки һуңғылары һәр саҡта ла талап ителгән хеҙмәткә үҙ иҫәбенә, башҡаларҙың ярҙамынан башҡа бара.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.25 | Ҡаралған: 45

Киске Өфө
 
Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru