«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТ ТАРХАНДАРЫ ҺӘМ ДВОРЯНДАРЫ
+  - 

Этнограф Рим Янғужин Башҡортостанға тарханлыҡ институты татар-монголдар тарафынан индерелгән тип ҡарай. Уныңса, ысынлап та, Сыңғыҙ хан, Батый хан яуҙарынан һуң айырыуса Алтын Урҙа ханлығы дәүерҙәрендә Башҡортостанда ла тарханлыҡ ныҡлы тамыр ебәргән булырға тейеш. Легендалар, шәжәрәләр һөйләүенсә, башҡорт ырыу башлыҡтарының, атаҡлы аҡһаҡалдарының байтағы бейлек, тарханлыҡ дәрәжәләре алған, уларға өҫтәмә льготалар бирелгән. Яһаҡ-һалымдарҙан ҡотҡарылғандар.
Рәсәй дәүләтенә ҡушылғас та башҡорттарҙың юғары ҡатламы тарханлыҡ дәрәжәләрен һаҡлаған. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, башҡорт ырыу башлыҡтары урыҫ аҡ батшаһына үҙ ихтыярҙары менән баш һалырға барғанда тәхет эйәһе исеменән үҙ ерҙәрен үҙҙәре биләмәгә ярлыҡтар яҙҙырып алғандар, тарханлыҡ, бейлек дәрәжәләрен яңырттырғандар. Мәҫәлән, бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян ырыуҙары шәжәрәһендә яҙылыуынса, "үҫәргән ырыуынан Бикбау кенәз, бөрйән ырыуынан Иҫке бей кенәз, ҡыпсаҡ ырыуынан мишәүле Ҡарағужаҡ кенәз, тамъяндан Шәғәли кенәз - мәҙкүр дүрт бейҙәр Ҡаҙан шәһәренә барып, Иван Грозныйға мәғлүм булдылар. Ҡайдыр башҡорт йәмәғәттәренә ихлас хеҙмәт итеүҙәре менән ҡабул итеп, рәғиәтлеккә (дәүләт халҡы итеп) алғандан һуң тарханлыҡ дәрәжәләрен ҡәрәм (хөрмәт) итеп, үҙҙәренә наград итеп грамота илә ерҙәрен вә һыуҙарын үлсәтеп бирмәклеккә илтимас илә ғариза ҡылдылар" ("Башкирские шежере". Уфа, I960, 71-се бит).
Тарханлыҡ дәрәжәһе ырыу башлыҡтарына түрәлек хоҡуғын да биргән. Уларҙың күбеһе ырыуҙарының башлығы булып хеҙмәт иткән, күп кенә льготаларҙан файҙаланған. Тарханлыҡ дәрәжәһе нәҫелдән нәҫелгә күскән. Тархандар аҡ батшаның урындағы таяныстары булып, уға тоғролоҡ һаҡлаған. Һуғыш-фәлән сығып китһә, Рәсәйҙе яҡлап яуға күтәрелгән, ырыуҙаштарынан атлылар отрядтарын туплаған, сик буйы һаҡтары хеҙмәтен үтәшкән.

Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
"Башҡорт халҡының рухи донъяһы" китабынан.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.25 | Ҡаралған: 476

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru