«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ КИНОҺЫ ДОНЪЯ КИМӘЛЕНӘ СЫҒА АЛЫРМЫ?
+  - 


"Башҡорт киноһы" тигән төшөнсә бармы ул? Билдәле кино режиссеры, продюсер Айнур АСҠАРОВ һәм шулай уҡ киң танылыу алған режиссер-документалист, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, "Башҡортостан" киностудияһының баш режиссеры Вилүрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА менән әңгәмә ҡороп, беҙ ошо һорауға яуап эҙләнек. Һөйләшеү республика кинематографияһына ҡағылышлы киҫкен мәсьәләрҙе лә урап үтмәне.

Башҡорт киноһына нигеҙ һалыусылар тураһында бер нисә һүҙ әйтеп китһәгеҙ ине...

Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы:
25 майҙа Башҡортостан киностудияһы үҙенең 35 йыллығын билдәләй. Уны ойоштороусыларҙың береһе - Әмир Абдразаҡов. Үҙе әйтеүенсә, ул ғүмере буйы кино төшөрөүсе булырға хыяллана. Ырымбур өлкәһенән Өфөгә килгән егет, осраҡлы, тип әйтергә лә мөмкин, Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағоловтар менән бер төркөмдә Мәскәүҙең Театр сәнғәте институтына (ГИТИС) эләгә. Уны тамамлап ҡайтҡас, ике генә йыл академтеатрҙа эшләй. Уйнаған ролдаре бәҫле булһа ла, сәхнәнән китеп, республика телевидениеһына эшкә урынлаша. Ул ваҡытта телевидениела кино редакцияһы була. Әмир ағайҙың иң тәүге, иң матур эштәренең береһе - "Өмөт" фильмы. Унан күреүебеҙсә, ағай, ысынлап та, киностудия тураһында хыялланып, ҡасандыр ул килеп сығыр, тигән өмөт менән йәшәй. Мөмкинлектәр сикле булһа ла, сериалдарға тотона. "Бөртөкләп йыйыла алтын", "Кинйә" фильмдары шулай тыуа. "Улар өҫтөндә эшләгәндә, телевидение сиктәренә һыймай башланым", - ти ул хәтирәләрендә. Ысынлап та, көндәлек яңылыҡтар, төрлө тапшырыуҙар сығарырға кәрәк, кино, тип ҡолас йәйеп тормайҙар унда. Әмир ағай инженер Әхнәф Тимербулатов менән туғыҙ ай буйы мәҙәниәт министрының ишеге төбөнән китмәйҙәр. Ҡыуып сығарһалар, икенсе көнөнә тағы баралар. Шулай Әмир ағайҙың ныҡышлығы, тырышлығы менән 1990 йылда киностудия асыла.
Башҡорт киноһына Малик Яҡшымбәтов индергән өлөш шулай уҡ ҙур ғына. Ул Ҡаҙағстанда йәшәгән еренән, ҙур фильмдар төшөрәм, тигән хыял менән ҡайта ата-бабалары төйәгенә. Ашхабадта "Көмөш ярым ай" Халыҡ-ара кинофестивалендә беренсе премия алған "Азатлыҡ ҡапҡаһы" 90-сы йылдарҙа халҡыбыҙҙың йөрәген ҡуптарҙы. Әмир ағай башҡорт киноһының башланғысында торһа, уны үҫтереүҙә Малик Яҡшымбәтовтың хеҙмәте шаҡтай ҙур.
Айнур Юлай улы: Вилүрә Иҫәндәүләтова, Булат Йосопов, Айсыуаҡ Йомағоловтар - башҡорт кинематографтарының тәүге плеядаһынан һуң килгән икенсе быуын вәкилдәре, тип әйтер инем. Беҙ - өсөнсөләр. Башҡортостан кинематографы тип аталған йорттоң нигеҙе ҡорола һаман. Ул ҙурая, нығына. Уны беҙ ҙә ҡорабыҙ, әйтәйек, коммерция киноһына нигеҙ һалабыҙ. Башҡорт кинематографияһын Рәсәй, бөтә донъя кимәленә сығарыу - беҙҙең төп миссия. Ни өсөн, нигеҙ, тием, сөнки ул өйгә әйләнмәгән әле.

Һеҙҙең кинорежиссура өлкәһенә ылығып китеүегеҙ ниҙән башланды? Һеҙҙе таныулы иткән ижад емештәрегеҙгә ентекләберәк туҡталып үтәйек...

Айнур Юлай улы:
Мин кинематографҡа актер һөнәре аша килдем. Кем ул актер? Ул - театрға, режиссерға бойондороҡло кеше. Уның профессиональ үҫеше, танылыу яулауы сәхнә тирәһендәге тағы бик күп башҡа сәбәптәргә бәйле. Ә мин иректе яратам, кемгәлер, нимәгәлер бәйле булғым килмәй. Бәлки, ошо характерым кино өлкәһенә ылыҡтырғандыр ҙа. Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университетына уҡырға индем. Уҡып йөрөгән саҡта, 2010 йылда, "Башҡортостан" студияһында "Еңмеш" фильмын төшөрҙөк. Киң танылыу яулаған, төрлө фестивалдәрҙә приздарға иң күп лайыҡ булған эшем ул. Сценарийын бала саҡ хәтирәләре буйынса үҙем яҙҙым. Әле лә ҡарайҙар, рәхмәт әйтәләр. Сөнки унда һәр кем үҙен күрә. Башҡорт киноһына һәйкәл үк булмаһа ла, уның иҫтәлекле бер таҡтаташы, тип әйтергә була "Еңмеш"те.
2017 йылда төшөрөлгән тәүге тулы метражлы "Өфөнән һөйөү менән" фильмын да халыҡ яратып ҡаршы алды. Ул касса йыйымы буйынса милли кинолеталар араһында иң уңышлыһы һанала. Комедия жанрында ҡоролған, киң тамашасы өсөн тәғәйенләнгән фильмда йәшлек романтикаһы ла, милли колорит та бар. Иң мөһиме - күптәр баш ҡалабыҙ Өфөнө ҙур экранда яңынан асты.
Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы: Мин - документалист. Сергей Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематография институтын тамамлап ҡайтҡас, оҙаҡ йылдар Башҡортостан телевидениеһында кинорежиссер булып эшләнем. Халыҡ ижадына арналған тапшырыуҙар әҙерләү, телевизион фильмдар төшөрөү тәжрибә туплау йәһәтенән ҙур ижади багаж бирҙе. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан эшләнгән социаль клиптарым 2008 йылда ТЭФИ - төбәк Бөтә Рәсәй милли телевизион бәйгеһенең премияһына лайыҡ булды.
Кинодокументалист булараҡ төшөрөлгән тәүге фильмым - "Төпһөҙ хазина" ("Золотое дно"). Баймаҡ районындағы Түбә алтын приискаһының һуңғы алтын ҡаҙыусылары - ундағы төп геройҙар. Кемеһенең аяғы юҡ, кемеһенең тештәре ҡойолоп бөткән, кемеһе хроник сирле. Хәҙер, шахта ҡаҙып, ғүмеребеҙ бәхетһеҙлектә үтте, тип илашырҙар инде, тигән уйым яңылышҡа сыҡты. Беҙ рәхәт йәшәнек, эш хаҡыбыҙ юғары булды, шифаханаларға йөрөнөк, миҙалдар бирҙеләр, һабантуйҙар үтеп торҙо, тип шаҡ ҡатырҙылар. Хатта Сталинға рәхмәт әйттеләр. Бөтәһе лә кешенең эске торошонан шул. 90-сы йылдар ине, фильм кинотаҫмаға яҙылды. Уйын жанрында тәүге эшем - балалар өсөн "Ап-аҡ ҡарҙар" ҡыҫҡа метражлы фильмы.

Ә хәҙер проблемалар тураһында фекер алышайыҡ. Сәнғәтебеҙҙең ошо өлгөһөн - башҡорт киноһын донъя аренаһына түгел, исмаһам, ил кимәленә сығарыу өсөн беҙгә нимә етмәй? Сценаристармы, оператор-монтажсылармы, әллә актерҙармы? Әллә башҡа сәбәптәрме?

Айнур Юлай улы:
Киностудиябыҙ бар ҙа ул, ләкин нәфис фильмдар аҙыраҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш ниндәйҙер аныҡ системаға һалынмаған. Бер проект өҫтөндә эшләйһең, икенсе йыл, артабан ни булырын белмәйһең. Режиссерҙарҙың береһе лә алға ҡарап, ике, өс, биш йылға план ҡора алмай. Мәҫәлән, грант алаһың да, йыл буйы эшләйһең, 30 декабргә фильмды төшөрөп бөтөрөргә кәрәк. Ә 1 ғинуарҙан нимә көтә һине - уныһы билдәһеҙ. Юлға һалынған ысын киностудия эше былай булырға тейеш түгел. Ҡайҙа атлайбәҙ, ҡайҙа барабыҙ, ниндәйерәк фильмдар төшөрәбеҙ, хөкүмәт беҙгә ниндәй план ҡуйған - быларҙың барыһын да алдан белеп торорға кәрәк. Шунһыҙ үҫеш юҡ. Папкамда ун уҡ булмаһа ла, алты-ете проект ята. Тик Башҡортостан ундай ҙур кино төшөрөргә әҙер түгел әле.
Бәләкәс кенә фильмда ла, титрҙарын ҡараһаң, йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша. Уларҙың һәр кеме, бәләкәсме-ҙурмы, үҙ өлөшөн индерә. Эш иң кәмендә бер йыл тирәһе бара, унан инде ижад емеше халыҡ ҡарамағына сыға. Әгәр ул башҡортса икән, аудитория сиклерәк. Беҙҙең халыҡ аҡсаһын сығарып түләргә лә ашҡынып бармай әле, ҡасан ғына бушлай ҡарарбыҙ инде, саҡырыу ҡағыҙҙары бирерҙәрме икән, тип көтөп йөрөй. Барып ҡарағас та әле: "Ух, шәп! Башҡорттарым, ғорурланам! Яҡшы төшөрөлгән!" - тип әйтеү урынына, иң тәүҙә, әлбиттә, тәнҡитләргә керешә. Бер-беребеҙҙе ошолай төпәләп торһаҡ, бер ваҡытта ла алға бармаясаҡбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта, ыңғай миҫал булараҡ, Рәсәйҙә яҡут киноһы феноменын әйтеп үтергә мөмкин. Яҡуттар киноны күп төшөрә, тиҙәр. Күп төшөрөүҙән дә бигерәк, улар үҙҙәренең фильмдарын күп ҡарайҙар. Һорау тигән нәмә бар икән, тимәк, тәҡдим дә эргәлә генә йөрөй. Әгәр һәр башҡорт, 200 һум түләп, беҙҙең картиналарҙы ҡараһа, йүгереп йөрөп эшләйәсәкмен. Онлайн кинотеатр асып, унда үҙем төшөргән фильмдарҙы һалдым. Ҡыҫҡа метражлыһына - 50, тулыһына 100 һум хаҡ ҡуйҙыҡ. Башҡортса "Өс таған" да бар. Бер ай эсендә уны ике кеше ҡараған - 200 һум аҡса эшләнем килеп сыға. Башҡорт фильмы беҙгә кәрәкме-юҡмы, тигән һорауға яуап бына ошонда ята ла инде. Бындай мөнәсәбәт ҡанаттарҙы ҡайыра ҡайһы саҡ. Бәлки, халҡыбыҙ совет заманынан бушҡа өйрәнгәндер һәм һаман шунан арына алмайҙыр. Мәҫәлән, мине йыш ҡына театрҙарға премьераға саҡыралар. Ләкин билетте мотлаҡ һатып алам. Төрлө сараларҙа, ҡул эштәре бүләк итәбеҙ, тиһәләр ҙә, аҡсаһын түләйем. Был бит һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, уның хаҡы бар, тим. Шулай баһалау кешене ҡанатландыра, үҫтерә хатта.
Был әйткәндәр башҡорт киноһына һорау тыуҙырыуға ҡағылды. Һис шикһеҙ, башҡорт киноһының үҙ баҙары булырға тейеш. Һорауға ҡыҫҡа ғына итеп яуап биргәндә, беҙгә иң элек аҡса етмәй, тип әйтер инем.
Икенсе проблема - ул фильмды прокатка сығарыу. Әйтәйек, "Өфөнән һөйөү менән" картинаһын Учалыла, Белоретта, Салауатта һәм башҡа ҡайһы бер урындарҙа халыҡҡа күрһәтә алманыҡ. Сөнки кинозалдар яҡшы аҡса килтергән Голливуд һәм Мәскәү фильмдарына өҫтөнлөк бирә. Бәләкәй ҡалаларҙы кинофикациялау дәүләт программаһы сиктәрендә Кино фонды аҡсаһына республикала биш тиҫтәгә яҡын кинотеатр асылды. Ошо мәсьәлә буйынса беҙ "Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир Әминев менән республика Башлығы Радий Хәбировта ла булдыҡ. Был эштә ҡатнашлығым да бар, тик, ғәжәп, прокатка эләгеүе ауыр. "Пятерочка", "Магнит", "Ашан" кеүек супермаркеттар селтәрендә урындағы тауар бик сикле булған кеүек, беҙгә лә Рәсәй кинопрокатына инеп китеүе - үтә лә сетерекле мәсьәлә. Барһаң, ҡарарбыҙ, Мәскәү ни тиер, тиҙәр. Көлкө! Туҡтағыҙ, ниндәй Мәскәү? Кинотеатрҙар селтәрен булдырып беҙ йөрөнөк, ә хәҙер беҙгә шулай тип өндәшәһегеҙ. Тағы яҡут ҡәрҙәштәр тәжрибәһенә килһәк, унда хәл бөтөнләй башҡа. Уларҙың кинотеатрҙары үҙҙәренең режиссерҙары, шул уҡ Степан Бурнашев фильмдарын хатта Голливуд блокбастерҙарынан өҫтөнөрәк ҡуя. Талаш-тартыш аша улар эште шулай ҡорҙо һәм бөгөн Яҡутстанда прокатта төп урынды яҡут киноһы алып тора.
Беҙҙә кинола төшөрөрлөк башҡорт актерҙары юҡ тип уйлай инем, ә "Өфөнән һөйөү менән" өҫтөндә эшләгәндә был фекеремдең яңылыш икәнен аңланым. "Медиастарт" креатив индустрия үҙәге менән берлектә "Киностарт. Актерская база Республики Башкортостан" тип аталған актерҙар базаһы булдырҙыҡ. Уға дүрт йыл самаһы инде. Республиканың барлыҡ профессиональ театрҙарын ҡарап сыҡтыҡ һәм актерҙарҙың видеовизиткаларын төшөрҙөк. Базаға 740 актер, меңдән ашыу видео һәм 3 меңдән ашыу фото индерелде. Хәҙер республикала кинопроекттар өсөн актерҙар һайлау күпкә еңелерәк. Күҙгә-күҙ ҡарашып кастинг ойоштороп, театр сайттарын ҡарап, ваҡыт сарыф итәһе түгел. Интернетҡа инәһең дә, кәрәкле типажды һайлап алаһың. Актерҙар үҙҙәре рәхмәт әйтә беҙгә, сөнки уларҙы үҙәк киностудиялар үҙ фильмдарына йәлеп итә башланы.
Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы: Эйе, кинематографта бөтәһе лә сығымдарға бәйле. "Башҡортостан" киностудияһы - ул дәүләт учреждениеһы һәм беҙ хөкүмәт заданиеһы буйынса эшләйбеҙ. Билдәле кешеләр, мөһим ваҡиғалар төп тематиканы тәшкил итә. Әлбиттә, финанс та бүленә. Үкенескә, уның иң күп өлөшө коммуналь түләүҙәргә китә. Тулы метражлы картинаға ла йылда аҡса бирелмәй. Өмөт гранттарға ҡала, тик ул да бит - лотерея. Әллә отаһың, әллә юҡ.
Айнурҙың әйткәндәренә ҡушылам: кинопрокат бәкәлгә һуға. Райондарҙа, бәләкәй ҡалаларҙа 500 урынлы һәйбәт креслолар ҡуйылған йылы, матур кинозалдарыбыҙ бар. Тик уларҙа беҙҙең фильмдар күрһәтелмәй. Башҡорт киноһына нишләп урын булмаҫҡа тейеш? Уйлап ҡараһаң, беҙ теләнселәп йөрөрөгә тейеш түгелбеҙ ҙә баһа. Үрҙә әйтеп киткән минең "Ап-аҡ ҡарҙар" әллә ҡасан онотолдо, кеше уның бар икәнен дә белмәй хәҙер. Ауылдарға йөрөгәндә йыш ҡына, һеҙҙең фильмдарҙы ҡайҙа ҡарарға була ул, тип һорайҙар. Элекке һымаҡ, уларҙы клубтарҙа күрһәтергә кәрәк. Хаҡы ла түбәнерәк булһын. Презентациянан һуң документаль таҫмаларҙың архивта саңланып ятыуы йәнде әсетә. Яҙыусылар китапты уҡыусыға барып етһен тип яҙа. Йырсы ни өсөн сәхнәгә сыға - үҙенең моңон башҡаларға биреү ниәте менән. Беҙ, документалистар, ниндәйҙер проблема күтәрәбеҙ, тарихты күрһәтеп, пропаганда алып барабыҙ, быларҙы күберәк кеше күрһен тип тырышабыҙ.
Кадрҙарға килгәндә, уларҙы, әлбиттә, ситтән саҡырып та алырға мөмкин. Мәсьәлә, әлеге лә баяғы, аҡсаға барып төртөлә. Был осраҡта ҙур сығымдар хаҡында һүҙ бара. Шуға белгестәрҙең үҙебеҙҙеке булыуы яҡшыраҡ. Икенсенән, режиссерҙар, продюсерҙар, яҡтыртыусылар, ҡораусылар кәрәк. Киноны тауышһыҙ йә тейешенсә яҡтыртмайынса ла төшөрөп булмай. Бер кеше быларҙың барыһын да үҙ өҫтөнә ала алмай. Үҙем сценарий яҙам, үҙем төшөрәм, көйөн һалам, актер урынына ролдәрҙе уйнайым, минән дә бөйөгөрәк бер кем юҡ, тип хыялланып йөрөгән вундеркиндтар осрай ул ҡайһы саҡ. Тик улар бәләнән башҡа бер ни ҙә килтермәй. Һәр кем үҙ урынында булырға тейеш. Заманында Малик Яҡшымбәтов ярҙамы менән кадрҙарҙы Алма-Атаға ебәреп уҡытып алғандар. Беҙҙе лә, Башҡортостандан бер төркөм йәштәрҙе (11 кешене), 1993 йылда Мәскәүгә ебәрҙеләр. Улар араһынан бөгөн Рияз Исхаҡов менән икебеҙ генә режиссер һөнәре буйынса эшләп йөрөйбөҙ.

Халыҡ, ҡасан Салауат Юлаев, Алдар батыр кеүек геройҙарыбыҙ тураһында кино төшөрөлөр, ҡасан "Урал батыр"ҙы экранлаштыралар инде, тип көтә...

Айнур Юлай улы:
Күптәр, ҡасан Урал батырыбыҙ тураһында кино була, ҡасан Салауатты, Алдар батырҙы экранда күрәбеҙ, тип һорай, әлбиттә. Диванда ултырып, хәбәр һөйләү еңел ул, үҙебеҙҙең фильмдарҙы күргегеҙ килһә, әүҙемерәк булырға кәрәк, тип әйткем килә халҡыбыҙға. Проект өсөн эш хаҡынан аҡса бирер инегеҙме, тип тә һорау урынлы булыр. Продюсер күҙлегенән сығып фекер йөрөткәндә, милли кино бөгөн һорау менән файҙаланмай беҙҙә. Икенсенән, башҡорттар - бик консерватив халыҡ. Ошо көндәрҙә донъя кимәлендәге тректар араһында иң юғары урындарға сыҡҡан "Әй Йола" төркөмөнөң "Һомай" композицияһын тәүҙә нисек ҡабул иттеләр? Һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәй, "һарай"мы, "һорай"мы, улай йыр булмай, башҡорттар улай һөйләшмәй, беҙҙеңсә түгел, һәм башҡалар, һәм башҡалар. Аҙна-ун көндән йыр, дан ҡаҙанып, билдәлелек яулап кире әйләнеп ҡайтҡас ҡына, эйе, үҙебеҙҙеке, тип ризалаштылар. Миҙалдың ике яғы булғандай, тәнҡит тә кәрәк ул. Тик яңылыҡты бик ауыр ҡабул итеүебеҙ барыбер ҙә насар. Әйтеп үткәйнем инде, халыҡ үҙ аҡсаһы менән проектта ҡатнашырға ла әҙер түгел. Әйҙә, ошо арала краудфандинг (үҙ аҡсаларын йәки башҡа ресурстарын бергә берләштергән кешеләрҙең, донорҙарҙы, коллектив хеҙмәттәшлеге. Ред.) асайыҡ та, ҡарайыҡ: халыҡ, әйтәйек, Алдар батыр тураһында фильм төшөрөүҙә үҙ аҡсаһы менән ҡатнашырға әҙерме икән? Үҙ теләген, хыялын тормошҡа ашырыуҙы кем күпмегә баһалай икән, 100 һумғамы, 500-гәме? Әллә бер айлыҡ эш хаҡын, пенсияһын бирергә әҙерме? Һәр кем шәхсән күпме иғәнә индерә ала, ошо турала яҙһағыҙ ине редакцияға, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Бәлки, ошо рәүешле дөйөм фекер формалашыр һәм халҡыбыҙ араһында киң таралып, матур һөҙөмтәгә килтерер. Мин, мәҫәлән, кофе эскем килһә, барам да, күпмелер түләп, уны һатып алам. Башҡорт киноһын да ҡоро һүҙ менән генә төшөрөп булмай. Ғөмүмән алғанда, аҡса бары ысын һорауҙы, ихтыяжды күрһәткән бер билдә бит ул. Һүҙ ҙә юҡ, батырҙарыбыҙ Салауат, Алдар, генерал Шайморатов тураһында фильмдар сығырға тейеш. Бәлки, Мортаза Рәхимов хаҡында ла. Әйткәндәй, әҙер "Ил ағаһы Мортаза" проектыбыҙ ята ул. Беренсе Президентыбыҙҙы тулы һәм объектив күрһәтәбеҙ тиһәк, уның халыҡ аҡсаһына төшөрөлөүе шарт. Һис шикһеҙ, "Урал батыр"ҙы ла экранға сығарыу зарур.
Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы: "Урал батыр" фильмы булырға һәм ул донъя кимәленә сығырға тейеш, тибеҙ. Ә уның өсөн бит күпме хеҙмәт һалырға кәрәк! Ярай, бәләкәй генә бюджетҡа төшөрҙөк тә икән, ти. Башҡорт киноһы ҡайҙа, тип һөрәнләгән кешеләр миңә сат йәбешәсәк: нишләп һин "Урал батыр"ҙы улай төшөрҙөң, башҡортҡа оҡшамаған ул, нишләп Кафтау артына бармай, Ирәндек буйында ғына йөрөттөң, нишләп Айға менеп төшмәнегеҙ, тип. Мелл Гибсон "Храброе сердце"һын ҡалайтып эшләп ҡуйҙы, Салауат тураһында ла фильм шулай булырға тейеш, тиҙәр. Бындай ҙур темаларҙы бөгөн уйланың да, иртәгә төшөрҙөң түгел шул. Режиссер уны күңелендә биш, хатта ун йыл йөрөтөүе ихтимал. Ижад емеше ҡапыл ғына шытмай бит ул, һыҙландырып, төн йоҡоларыңды алып, ғазаптарҙа тыуа. Мәңгелек ҡиммәттәр һалынған ул фильмды, ниндәй телдә эшләнеүенә ҡарамай, бөтәһе лә аңларға тейеш - кино экрандың мөғжизәһе шунда ла инде. Эйе, үҙ халҡыңды донъяға танытыуҙың иң көслө ысулы ул кино.
Килешәм, бушҡа өйрәткән совет заманы әллә ҡасан үткән. Яңыға күнергә, бөгөнгө ысынбарлыҡты ҡабул итергә ваҡыт инде. Ысынлап та, айлыҡ пенсиямды һалам, сыҡһа, киноға әбейемде, бала-сағаларымды, ейән-ейәнсәрҙәремде алып барам, тиеүселәр булырмы икән? Башҡа берәү, аҡсамды ла бирмәйем, ҡарамайым да, тип әйтһә лә, аптырайһы түгел. Халыҡ талап ҡуйһа, юғарылағы ағайҙар ҙа уйланыр: был киноны шул тиклем һорайҙар, халыҡтың күңеле шул тиклем тулышҡан, әйҙә, ярҙам итәйек, тиерҙәр, бәлки, һәм боҙ ҡуҙғалыр.
Башҡорт киноһы булһын, телебеҙҙе һаҡлайыҡ, телебеҙҙе яҡлайыҡ, тип хәбәр һатабыҙ. Ә ауылға ҡайтһаң, балаларҙың бөтәһе лә русса һөйләшеп йөрөй. Шунан нисек тел һаҡланһын! Беҙҙең теләктәр һәм ысынбарлыҡ аймылышып киткән түгелме? Кино сәнғәте - тел һаҡлау ҡоралдарының береһе булһын да икән, ти. Ә мәктәп? Иң башта мәктәп тора бит, телде унда өйрәнәләр. Аудитория булмаһа, кино ла булмаясаҡ. Тәрәндән уйлаһаң, мәсьәлә бына ҡайҙа барып төртөлә. Башҡортса һөйләшкән, исмаһам, тағы бер-ике быуын тәрбиәләй алырбыҙмы икән? Бөгөнгө ысынбарлыҡтан сығып фекер йөрөтһәң, был да бик икеле.

Башҡортостан Башлығы Керчь аты тураһында кино төшөрөргә кәрәк, тигән фекер әйтте. Ул кино, моғайын, беҙҙең данлыҡлы Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһарманлығы тураһында булырға тейештер бит инде? Ғөмүмән, башҡорт халҡының яугирлыҡ тарихы, мәҫәлән, 1812 йылғы француз һуғышы тураһында ла кино кәрәк. Һеҙгә, башҡа кинорежиссерҙарға эш күп...

Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы:
Әлегә Мәҙәниәт министрлығы тарафынан киностудияға документаль фильм төшөрөү бурысы йөкмәтелде. Уның концепцияһы өҫтөндә эш, эҙләнеүҙәр бара. Үкенескә, ветерандар, тере хәтер йөрөтөүселәр китеп бөттө, ваҡиғалар ҙа алыҫлашҡандан алыҫлаша бара. Фильмды нисек килтереп сығарырбыҙ - был ҙур һорау булып ҡала. 2000 йылда Керчь аты тураһында Сәрүәр Сурина менән телеочерк эшләгәйнек. "Толпар атым - уң ҡанатым" тип аталды ул. Ат исеменән, уның теле менән күңел кисерештәрен асырға тырыштыҡ. Яугир ат тарихы, ысынлап та, тетрәндергес. Миәкә районының Илсеғол ауылындағы "Большевик" колхозы Орлов тоҡомло был атты Өфөнән һатып ала. Дөйөм хужалыҡта бер йыл тирәһе генә эшләп ҡала ул, һуғыш башлана. Керчь яу ҡырында башынан аҙағына тиклем була. Ике тапҡыр яралана. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡанда һуңғыһы уңалып та бөтмәгән ине, тинеләр ул саҡта иҫән ветерандар. Һуғыш еңеү менән тамамланғас, Башҡорт кавалерия дивизияһының аттарын Кавказға оҙаталар. Фәттәхов фамилиялы майор, "Керчь, башҡорттоң яу аты тарихы булып, Башҡортостанға ҡайтһын ине", тигән үтенес менән Буденныйға хат яҙа. Рөхсәт итәләр. Тауар составында Дим тимер юл станцияһына оҙатылған атты Илсеғолдан килеп ҡаршы алалар. Дәүләкәнгә тиклем алып ҡайтып, артабан "полуторка" машинаһына тейәйҙәр. Ләкин Керчь, кәртәләрҙе емереп, ергә һикерә һәм, кешнәп, баҫыуҙар аша тыуған ауылы яғына ҡарап саба. Илсеғолға таңда барып инә. Урамдар буйлап йөрөп сыға һәм һуғышҡа ҡайҙан киткән, шул ҡапҡаға барып төртөлә.
Әлбиттә, фильм ат тураһында ғына булмаясаҡ, Керчь - образ ғына. Уның аша Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһарманлығын, кеше менән ат - ир-ат мөнәсәбәттәрен, уларҙың яугирлығын сағылдырған психологик һәм фәлсәфәүи картина тыуыр, тип ышанам. Ни өсөн башҡорт тәбиғәте менән атҡа шул тиклем яҡын, ни өсөн һәр икенсе халыҡ йыры ир-атҡа бағышланған? Ошо һорауҙар ҙа яуап көтә. Башҡорттар Рәсәй алып барған барлыҡ һуғыштарҙа ла иң алғы һыҙыҡта булған, иң ауыр саҡтарҙа аттары уларға тоғро ҡалған, ташлап китмәгәндәр. Атҡа дан йырлау бөгөнгө көндә бик дөрөҫ ул.
Айнур Юлай улы: Әгәр Керчь тураһында нәфис фильм төшөрөлһә, ул Стивен Спилбергтың "Боевой конь" киноһынан ҡайтыш булмаҫҡа тейеш. Минең уйымса, иң мөһиме, нимә тураһында буласаҡ ул? Керчь - ул өҫтө, формаһы ғына, ә эстәлеге һуң? Дуҫлыҡ тураһындамы, әллә экрандан батырлыҡ данланамы? Ошо юҫыҡта бер фекергә килгәс кенә фильмға тотонорға мөмкин.

Һөйләшеүҙе йомғаҡлап әйтер һүҙегеҙ...

Айнур Юлай улы:
24 апрелдә кинопрокатҡа "Йәй. Ҡала. Мөхәббәт" ("Лето. Город. Любовь") фильмы сыҡты. Ул - ете Өфө режиссерының дөйөм эше. Картина 17-24 апрелдә Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара кинофестивалдең "Прожектор" программаһында күрһәтелде. Фестивалдарҙә ҡатнашыу - милли кино үҫеше өсөн бик мөһим. Шуны ла әйткем килә: фильмдар бик оҙаҡ йәшәй. Эйе, ҡыйбатҡа төшәләр, ләкин йылдар үтә килә, улар үҙҙәрен тулыһынса аҡлай.
Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы: Тарковскийҙың әйтеүе буйынса, һәр бер кино ижадсыһының папкаһында бөгөндән төшөрә башларҙай сценарийҙар ятырға тейеш. Улар беҙҙә бар, тик мөмкинлектәребеҙ сикле.
Фильмға һалған уй-фекерҙәреңде халыҡҡа еткерә алһаң, ул уны эләктереп алып, балаларына күндерә икән - шул була беҙҙең хеҙмәт емеше. Кино сәнғәтендә эшләү профессия ғына түгел, ә миссия ул.

Шулай итеп...
Башҡорт киноһы бар һәм беҙҙең алдыбыҙҙа уны бөтә Рәсәйгә һәм донъяға танытыу маҡсаты тора. Бының өсөн нимә етмәй? Билдәле режиссерҙарыбыҙ, республикала кино сәнғәте үҫеш юлында һәм бөгөн уның башында торған мэтрҙарға алмашҡа өсөнсө быуын килде, ти. Кадрҙар мәсьәләһе киҫкен торһа ла, уны хәл итеп була һәм бының юлдары билдәле. Һорауға яуап һәм әңгәмә барышында әйтелгән төп фекер - заман һулышына ярашлы, милли кино ла, башҡа өлкәләр кеүек үк, тик коммерциялашыу юҫығында ғына үҫешә ала.
Һеҙ, гәзитебеҙҙе яратып уҡыусылар, бының менән килешәһегеҙме? Әйҙәгеҙ, баҫмабыҙ битендә ошо турала бәхәс ҡорайыҡ һәм хәҡиҡәтте бергәләп асайыҡ.

Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.25 | Ҡаралған: 38

Киске Өфө
 

Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru