«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТАУ ҺӘМ ҺУҢҒЫ ГРАНАТА - 3
+  - 


* * *

"Тарпан" позывнойы алған Байсарҙың - үҙенең әсенеше, үҙ ғәме. Үткәндәрен ҡабат-ҡабат барлай, барыһын да үҙе хәл иткән, уйлап эшләгән, тик күңел барыбер ҙә һыҙлана икән.
Мобилизация иғлан ителгән көҙ. Ишек ҡыңғырауын ишетмәгән, төн уртаһында кемдәрҙер ҡыҙып-ҡыҙып бышылдашҡанға уянды. Ҡолаҡ һалды. Ҡатыны менән ике туған ҡустыһын таныны. Аптырап китте, нимә булған икән? Тора һалып сыҡты. Туған ғына түгел, дуҫ та инеләр. Ҡосаҡлашып күрештеләр.
- Йәһәт кенә йыйын, - тине туғаны. Ауыҙ асырға ла ирек бирмәй, ашығып һөйләп китте. - Аҫта атай машинала көтөп ултыра. Тиҙерәк Ҡаҙағстан сигенә етергә кәрәк. Унда беҙҙе көтөп торасаҡтар. Иҫләйһеңме, бер олатай ике улы менән ҡунаҡҡа килгәйне. Атайым шулар менән һөйләшеп килеште. Эш табышалар, тәүге осорҙа уларҙа йәшәп торорбоҙ. Артыҡ нәмә кәрәкмәй, булған аҡсаңды йә картаңды, документтарыңды ғына ал. Оҙаҡҡа түгел бит, бола баҫылыу менән ҡайтырбыҙ.
- Мин кисә эштән һуң инеп, повестка алып сыҡтым.
- Нишләп улайттың инде? - тип көйөп китте туғаны. - Иң мөһиме, тере ҡалыу бит!
- Әллә, ҡасыу тураһында башҡа ла килмәне. Ҡартатайҙар ошолай ҡасып китһә, беҙ тыумаған да булыр инек. - Шунан тегенеһенең ҡапыл икеләнеп ҡалғанын күреп, өҫтәне: - Бындай ваҡытта һәр кем үҙе хәл итә. Алтын ваҡытыңды әрәм итмә, бар.
Ул арала ярһып, атай кеше үҙе килеп инде.
- Нимә һаман һуҙылаһығыҙ ул? - тип екерҙе. - Таң ата бит инде.
- Мин повестка алдым инде, ағай, - тине Байсар.
Тегеһе телефонынан Байсарҙың атаһына шылтырата һалды:
- Балаңды һуғышҡа ҡыуып алып китеп барғанда ни йәнең менән йоҡлап ятаһың?
Йоҡламай ине, ахыры, атаһы:
- Ҡыуып йөрөтөргә ул мал түгел, - тип ҡырыҫ ҡына яуап ҡайтарҙы. - Ир ҡорона ингән, быуыны нығынған - үҙе хәл итер. Һаулығым булһа, башҡаларға ыҙа булырмын, тип ҡурҡмаһам, үҙем дә барыр инем.
- Шулай уҡмы ни? Патриотһыңмы әллә? - тине ҡустыһы "патриот" һүҙенә мыҫҡыллы баҫым яһап.
- Патриот - илһөйәр тигән һүҙ түгелме һуң ул? Ҡасандан бирле илеңде яратыу оят бер нәмәгә әйләнде? - тине Байсарҙың атаһы. Мосафирҙар ҡул һелтәп сығып киткәс, ҡатыны һынаулы ҡарап:
- Бармай ҡалып булмай инеме? - тип һораны. Үҙеңде яратҡан, аҡыллы, сабыр, тоғро тормош юлдашың булыуы үҙе бер ҙур бәхет икәнен тағы ла бер тапҡыр тойҙо Байсар.
- Булмай, Сәкинә.
Бындай ваҡытта артығын өндәшмәй ҡатыны. Иренең холҡон күптән өйрәнеп бөткән. Әйттең ни, әйтмәнең ни, үҙе ниәтләгәнде эшләйәсәк. Хәләленең күҙ алдында яурындары төшөп, бәләкәсәйеп киткәнен абайлап, Байсарҙың эсе янып китте. - Беләһең бит, Сәкинә. Кеше ҡайҙа ла үлә. Тыуғанһың икән, әжәлдән боҫоп ҡалып булмай. Беҙ Чечнянан нисә кеше иҫән-аман ҡайттыҡ? Эй ҡыуаныштыҡ - тере ҡалдыҡ бит. Әле нисәүебеҙ иҫән? Икәүҙе авария алып китте, өсәү эскелеккә бирелеп, үҙҙәрен харап итте, берәү үҙенә үҙе ҡул һалды... Дауам итәйемме?
Ҡатыны, кәрәкмәй, тигәнде белдереп, ҡул һелтәне лә, аш бүлмәһенә йүнәлде.
- Нимәләр әҙерләргә кәрәк? Ҡасан магазиндарға йөрөйбөҙ?
Хатта, ҡасан юлға, тип тә һораманы. Ул, ОМОН-да булған замандарҙан алып, һәр ваҡыт әҙер хәленә күнеккәйне.

* * *

Байсарҙарҙың нәҫеле ҡалын. Аталарының ғаиләһендә генә лә ун бер бала. Ун бере лә иҫән. Һәр береһенең йәнә бишәр-алтышар бала. Әсәй урынында ҡалған, барыһын да һаман уҡмаштырып тота килгән иң өлкәндәре Нурия инәй Байсарға инселәп, аҡ ҡорбан салдырҙы ла бөтөн нәҫел-нәсәпте йыйып алды.
- Беҙҙең әсәйҙең бер туған ағаһы Мәмбәт Бәҙретдиновҡа һуғыш ваҡытында ике тапҡыр похоронка килгән, - тип башланы ул мулла Ҡөрьән уҡып, хәйерҙәр таратылып, килендәр өҫтәлгә аш ташыған арала. -Һуңғы тапҡырында мәктәптә уҡытҡан уҡыусыһы "Ағайҙы үҙ ҡулдарым менән ер ҡуйынына тапшырҙым", тип килеп һөйләгән. Шул хәбәрҙән һуң ун-ун биш көн үткәс, ағайымдан, Өфөлә госпиталдә ятам, тип яҙған хаты килгән. Ялан госпиталендә, үлгән, тип, үлектәр араһына һалҡынға сығарып һалғандар. Бер санитар әллә нисек абайлап ҡалған.
"Үлгәндән һуң", тип бирелгән Ҡыҙыл Байраҡ ордены, һуғыш бөтөп, егерме йыл үткәс килеп тапты. Тормошта мөғжизә күп. Чечня һуғышынан иҫән-аман урап ҡайттың, улым. Быныһында ла ата-баба рухы һаҡлаһын. Һаҡлар. Һин батырҙар нәҫеленән, - тип фатиха бирҙе. Ҡасҡалаҡтың исемен әйтмәй генә:
- Бөтә кеше лә ҡасып китә алмай. Ошонсама бала менән беҙ ҡайҙа китә алабыҙ үҙ илебеҙҙән? - тип күрше бүлмәлә сыр-сыу килгән ваҡ балалар яғына ымланы. - Һинең кеүек тоғролар ҙа күптер, улым. Иңгә-иң терәр ирҙәр табылыр, - тип үҙенең мөнәсәбәтен белдерҙе.
Күҙ ҡабағы аҫтынан һөҙә биреп, өнәмәй ҡарап ултырған ҡустыһының, ҡасҡындың атаһының, йөҙөн дә йыртманы. - Һәр кем ауыртмаған яғына ята. Бер кем бер кемгә кәңәшсе була алмай бындай мәлдә.
Ҡорбан ашында ҡара көйөп ултырған ағаһы, сығып барғанында яңғыҙын ғына тап итеп, тишә ҡарап, "Дүррәк икәнһең!" тип әйтеүҙән тыйыла алманы барыбер. "Әйттем бит, әйттем!" тип хаҡҡа сыҡҡанына эстән генә һөйөнөр хәҙер. Атайыма төбәп әйтеүҙән тыйылыр былай эске тантанаһын, нисек кенә булмаһын, ҡусты кеше бит".
Ошоларҙы күҙ алдына килтереп, Байсар ирекһеҙҙән көлөмһөрәп ҡуйҙы: "Ярай, исмаһам, бер кеше ҡәнәғәтлек алыр". Уйланы ла болоҡһоно: "Туған туғанына ҡаршы барыр заман",- тигәндәре ошо булалыр.
Зарланырлыҡ түгел инде, Байсарҙы яҙмыш аяны быға тиклем. Ике тапҡыр госпиталдә ятып сыҡты, бөтә ағзалары ла теүәл. Өс тапҡыр ҡайтып ураны. Ҡайтҡан һайын байраҡтар тотоп, гармун уйнап ҡаршы алдылар. Аяттан аятҡа йөрөттөләр.
Ҡорбандар арнап оҙаталар. Нәҫелеңдең таянысын күреү рәхәт. Ә атаһын инде әйтәһе лә түгел. Ирекмән булып китте, һәр ике ай һайын килеп урай. Бар кәрәк-яраҡты табалар, ташыйҙар. Блиндаж эшләр өсөн бүрәнәһенә тиклем тейәп килгәндәре бар. Тик нишләптер һуңғы ҡайтҡанында ҡатыны менән шул тиклем яратып, тырышып көткән донъяларын ташлап китеүе уғата ауыр булды. Аптырарлыҡ та түгел инде. "Уҙа барһа, ярты йыл йөрөлөр", - тигән уй менән киткәйнеләр. Бигерәк оҙаҡҡа һуҙылды. Башҡа төрлө уйҙар керә. Гел миңә лә ыңғай килеп тормаҫ...
Әле иң әсендергәне: оҙатҡанда улы айырыла алмай йонсоно, түгелеп илап ҡалды. Яралары ныҡлап төҙәлгәнсе ике айҙан ашып киткәйне шул. Ныҡ эҫенгән. Тәү киткәндә бәләкәйерәк булып ҡалған, әле инде беренсе класта уҡып йөрөгән бала күпте белә, күпте аңлай. Илла-алла менән өгөтләп алып ҡалғайнылар, олатаһының ҡулынан ысҡынды ла машина артынан йүгерә. Эй йүгерә, эй йүгерә! Барыр-барыр ҙа, арыһа, тороп ҡалыр, кире боролорға ярамай, тиһәләр ҙә, түҙмәне. Туҡтап, ҡосағына алып, йыуатып, үҙе лә эстән генә һыҡранып, саҡ ҡуҙғалдылар. Гонаһ шомлоғо, тигәндәй, ҡарап торған ҡатындарҙың: "Бала күңеле әллә бер-бер нәмә һиҙәме икән?" тип һөйләнеүе ҡолаҡҡа салынды ла эстә бер шырау һымаҡ ҡаҙалып ҡалды. Бала күңеле әллә ысынлап та һиҙенде микән? Сараһыҙлыҡтан да ҡыйыны юҡ. Ауыр итеп көрһөнөүенә эргәһендәге "Мамай": "Аңлайым, дуҫ", - тигәнде белдереп, өндәшмәй генә беләген ҡыҫты. "Улым илар инде", - тип бышылданы Байсар.

* * *

"Ә минең улым белмәҫ тә инде... Ул тип йән атҡан атаһының булғанын хатта белмәҫ тә, тип үкенәм". Бала, бала... "Бала бауыр ите", тигән булыр ине әсәһе. "Мамай" түш кеҫәһенә ҡәҙерләп һалып ҡуйған хатты сығарҙы. Тубығына һалып, һыйпап яҙҙы. Бында ҡараңғы, бер нәмә лә күренмәй ҙә, ул яттан белә. Бер уҡыусы бала яҙған: "Һаумы, ҡәҙерле һалдат! Исемеңде белмәһәм лә, гел һинең турала уйлайым. Өләсәйем һалдаттарға йөн ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләй. Әсәйем окопта яндырыр өсөн майшәмдәр ҡоя. Беҙ, класс менән маскировка селтәрҙәре үрешергә барабыҙ. Бөтәбеҙ ҙә һиңә һаулыҡ, ҡыйыулыҡ теләйбеҙ. Тиҙерәк еңеп ҡайт! Көтәбеҙ", - тигән. Үҙ малайы яҙған һымаҡ... Танк төшөргән, ҡыҙыл йондоҙсоҡ.
Кеҫәһенә ҡабаттан һалыр алдынан баланың исем-фамилияһын йыртып, ауыҙына ҡапты: был интернет заманында белеп булмай. Дошман ҡулына эләгеп, балаға зыян итеүе бар.

* * *

Башындағы уйын уйлап бөтөр-бөтмәҫтән эшкә тотонорға күнеккән "Шырмый" позывнойлы Сабирға буш ултырыу ҡыйын. Уй тигәне лә уның башҡаларҙыҡы һымаҡ талғын ғына аҡмай, сиңерткә һымаҡ әле бында, әле тегендә һикергеләй. Башта әсәһенең күптән ҡарау теймәгән өйөн күҙ алдына килтереп самаланы: стеналарын профнастил менән көпләргә кәрәк. Йылдың-йылы һылап йонсоу етер! Башын да ҡабаттан яптырғанда һәйбәт булыр. Рәшәткәләрҙе яңыртып баҡса ла эшләһәләр. Тик аҡсаны юллап ала алырҙармы? Яраланған өсөн түләнергә тейешле аҡсаһын саҡ юллап алған бер абзый үҙенә ярҙам иткән юристың телефонын әйткәйне бит. Шуны ағаһына нишләп ошоғаса бирмәне икән? "Юрый аяҡ салып, түбәнһетеп, бөтәһе лә элеккесә булырын шым ғына көтөп ултырыусылар күп тиҙәр бит урында. Ҡан түгеп алған тейеште ҡыйыу талап итеп, йолҡоп булһа ла алырға тура килә, тигәйне бит". Шунан уйы кәүҙәһе менән уны ҡаплаған "Торба" позывнойлы Хөрмәткә күсте. "Тышта эҫелә ята, берәй нисек хәстәрләргә ине. Ә нисек хәстәрләйһең? Бында ятып ҡалһа, уны ла тапмаҫтар микән? Ҡатыны аҡсаһын ҡалай юллап алыр?"
Ошондай мәлдә аҡса һанап ултырғаны йәнә оят кеүек тә. Тегендә тормош шул аҡсаға ғына терәлеп ҡалғас, ҡалайта алаһың? Нимә тиҙәр - "миллионерҙар" тиҙәр бит беҙҙе. Үәт бит! Ул миллиондар беҙ үлгәс кенә тәтерен уйламайҙар! Ялға ҡайтҡанында ауылға алып барып ҡуйған таксист иҫенә төштө.
- Идейныйҙар үлеп бөткәндер инде, - тине ул һөҙөп ҡарап.
- Нишләп улай тиһең, абзый?
-Һеҙҙекеләрҙе күп йөрөтәм. Мужиктар барыһы ла шул сараһыҙлыҡтан, аҡса өсөн йөрөлә инде, тиҙәр бит.
- Аҡсанан башҡаны белмәгәндәргә бүтәнсә аңлатып булмағас, шулай тиҙәр инде.
- Ваҡ ҡына булһаң да, әсе тешләй беләһең икән. - Таксист ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡуйҙы.
- Позывнойым "Ҡырмыҫҡа" бит.
- Үҙеңә бик тура килә! Йә һуң, аҡсанан башҡа нимә йөрөтә кешене?
- Беренсенән, аҡсаның кәрәклеген инҡар итеп булмай, шулай бит. Ашарға, эсергә, кейенергә кәрәк. Бына һин дә, диванда пульт ҡына тотоп ятмай, төнгә ҡаршы сығып киткәнһең. Тик һуғыштағы аҡса... Өҫтөңдә дрон жыуылдай, артиллерия дөмбәҫләй, авиация бомба ташлай. Американың спутниктары космостан һине ҡарап, ҡайҙа йәшенгәнеңә тиклем секунд һайын әйтеп тора. Һәр тарафтан, өҫтән дә, аҫтан да үлем һағалай - ә һин ҡурҡыуыңды еңеп, пулялар һыҙғырыуы аҫтында штурмға бараһың. Бының өсөн күпме аҡса кәрәк? Берәй ағзамды өҙөп алып зәғиф итһә, нисә һум мине ҡәнәғәтләндерер? Миллионды бит миңә үлгәс кенә бирәләр. Ә ожмахҡа мин бушлай ҙа инеп китермен тип өмөтләнәм.

(Дауамы. Башы 14-15-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.25 | Ҡаралған: 39

Киске Өфө
 

Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru