
Башҡорттоң милли булмышын, донъяға ҡарашын, рухи асылын сағылдырған "Урал батыр" эпосы - йәш быуынды тәрбиәләүҙә иң ҡеүәтле, үҙенсәлекле халыҡ педагогикаһы ул. Уны күңеле аша үткәргән кешенең рух камиллығына, аҡыл ҡеүәһенә шикләнеү мөмкин түгел. Мәңгелек ҡиммәттәрҙең асылына төшөндөргән, донъяны бары тик изгелек, рухи берҙәмлек ҡотҡарыуына инандырған тәрән мәғәнәле эпосты белеү - һәммәбеҙҙең мөҡәддәс бурысы.
Ошо бурысты тормошҡа ашырыуҙы күҙҙә тотоп, Учалы районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева ағинәйҙәрен "Урал батыр" эпосын яңынан уҡып, ундағы хәҡиҡәти һүҙҙе ныҡлап аңға һеңдереп, яттан да һөйләп бәйге тоторға саҡыра ла инде. Әле өлкән йәштәгеләрҙе бындай ярышҡа йәлеп итергә бер кем батырсылыҡ итмәгән ошо ниәте тураһында башта Мәрзия Сәғит ҡыҙының үҙенән һөйләтәйек әле. "Һеҙ башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, "Урал батыр" эпосы менән яҡындан танышһығыҙ һәм уны ысынлап та халҡыбыҙҙың иң аҫыл ҡомартҡыһы тип иҫәпләйһегеҙме?"- тигән һорауҙы төбәнек бәйгене ойоштороусыға.
- Әлбиттә! "Урал батыр" беҙҙең боронғо халыҡ булыуыбыҙҙың бер күрһәткесе, башҡорт халҡының борондан ошо ерҙә йәшәүен раҫлаусы документ, - тип һөйләп китте Мәрзиә Сәғит ҡыҙы. - Аҫыл ҡомартҡыбыҙ манаслы, олонхолы халыҡтар араһында тиңлек ғорурлығыбыҙ. Ә Учалы - Урал батырҙың бишеге ул. Бала саҡтан ололарҙың "Уралға бесәнгә барам. Уралда утын әҙерләйем. Малдарыбыҙ Уралда ята", тиеберәк һөйләшкәнен ишетеп үҫтем. Йәнбикә йылғаһы бар беҙҙә. Урал йылғаһы ла таш ярып беҙҙән баш ала. Уралдың гүре балҡып торған, тора-бара алтынға әйләнгән, ти. Беҙҙең район алтын һәм йәшмә билбауы бит. Урал батыр, әлбиттә, бер урында ғына тормай, ил-донъя гиҙә. Донъяла биш ил барлығын белеүе тураһында ла әйтелә эпоста.
Ғөмүмән, мин халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларына, тарихына битараф түгелмен. Уҡытыусылыҡ бурысы ла иңемә яуаплылыҡ һалғандыр. Хәтеремдә, бер заман уҡыусылар араһында үткәрелгән "Урал батыр" эпосын ятҡа һөйләтеү буйынса республика конкурсы тураһында май аҙағындараҡ Өфөгә барғанда ишетеп ҡайттым. Үҙебеҙҙең мәғариф бүлегенә барып, ошо хаҡтағы хатты таптырып, алтынсы класты тамамлаған уҡыусым Алина Бакирова менән эпостың 1000 юлын ятлап, июнь айында конкурсҡа барҙыҡ. Республикала икенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста ҡатнашыусыға ана шул 1000 юлды ятлау шарты ҡуйылғайны. Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты, ҡурай менән бүләкләнде уҡыусым.
Беҙ бына нисәмә йылдар инде "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән башҡорт халҡының хәтергә генә күсә яҙған күпме ҡомартҡыһын тергеҙҙек, хатта беҙҙең ағинәйҙәр киләсәк быуынға ер-һыу атамаларын өйрәтеп ҡалдырыу эшенә лә беренселәрҙән булып тотондо. Әле килеп шулай уҡ өлкәндәр араһында беренселәрҙән булып "Урал батыр" эпосы буйынса уникаль проектты тормошҡа ашырырға батырсылыҡ иттек. Ағинәйҙәр менән эпосҡа арналған сара үткәреү күңел төбөндә күптән яралғайны. Һәр ағинәй, һәр башҡорт эпостың йөкмәткеһе менән таныш булырға, ундағы аҡылды йөрәгендә йөрөтөргә тейеш, тигән уйҙамын. Шуға ла Учалы ағинәйҙәре араһында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, эпосты өйрәнеү һәм популярлаштырыу, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу буйынса фәнни-ғәмәли конференция үткәреү тураһында күптән хыяллана инем. Конкурс программаһын фәнни-ғәмәли конференция рәүешендә төҙөүгә күп көс һалдым. Сараны февраль аҙағында уҡ планға индереп, үткәреү урынын, ваҡытын 11 апрелгә билдәләп ҡуйғайныҡ. Әле беҙҙең ошо ниәтте ҡеүәтләгәндәй, интернет селтәрендә Ринат Рамаҙановтың "Һомай" йыры килеп сыҡты. Бер ваҡытҡа тура килеүе - үҙе мөғжизә! Изге уйҙар, изге теләктәр йыһанда шулай берләшәлер ул...
...Шулай итеп, билдәләнгән көндә Учалы районы ағинәйҙәре Ҡобағош ауылына "Урал батыр" эпосы - боронғоларҙың аманаты, әйтер һүҙе" тип аталған сараға йыйылды. Ҡобағош ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусыларының Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгәндең һунарҙан ҡайтыу күренешен бик матур итеп сәхнәләштереүен ҡарағандан һуң, ижади бәйге башланып китте. Тәүҙә эпосты кем кемдән яҙып алғанлығы, нисегерәк яҙылыуы тураһында белешмә бирелде. Артабан эпостың мәңге актуаллеген юғалтмаҫ шиғри юлдарын девиз итеп алған Балбыҡ, Әүешкүл, Килмәк, Миндәк, Уральск, Көсөк-Маяҡ, Мәҫкәү, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол (Зәйнәкәй), Ҡобағош ауылдары ағинәйҙәре командалары үҙҙәре менән ихлас таныштырҙы. Шунан иһә эпостың үҙҙәренә тәғәйен бүлеген үҙ һүҙҙәре менән бәйән итте. Икенсе өлөш үҙенә күрә бер ғилми-ғәмәли коференция төҫөн алды. Бирелгән һорауҙарға яуап бирә бара, эпоста сағылдырылған төп һүҙ, Уралдың тәү маҡсаты, үткән юлында нимәгә төшөнгәне, Шүлгәндең яуызлыҡ юлын һайлауының сәбәбе, кешелек эволюцияһының үҫеше, Уралдың кешелеккә ҡалдырған васыяттары тураһындағы хәҡиҡәт асылды. Һәр ауыл ағинәйенең шул тиклем тырышлыҡ һалып, эпосты еренә еткереп өйрәнгәненә шаһит булынды. Тимәк, ошо сарала ғына бишәр кешелек туғыҙ команданан 50 кеше эпосты бик яҡшы белә, тигән һығымта яһалды.
Конкурс дүрт турҙа үтһә лә, ағинәйҙәр һынатманы, үҙҙәренең матур, рухлы сығыштары менән ҡыуандырҙы. Өс өлөштән, туғыҙ бүлектән торған эпостың йөкмәткеһен матур итеп асып һала алды. Эпос йөкмәткеһен яҡшы итеп телдән дә, яттан да һөйләү, ижади ҡараш, актерлыҡ оҫталығы, сәхнә телмәре, музыкаль биҙәлеш - коллективтар тап ошо критерийҙар буйынса баһаланды ла инде.
Бүләкләү тантанаһында сәләмләү һүҙе менән Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Белорет районының "Урал" гәзите баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова сығыш яһаны һәм "Урал батыр" эпосын пропагандалауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән, ошо сараны үткәреүгә күп көс һалған Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мәрзиә Сәғит ҡыҙы Солтанбаеваға ҙур рәхмәттәр белдереп, Диплом тапшырҙы. "Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлау" номинацияһында Уральск ҡасабаһынан Динә Кәримова бүләкләнде. "Халҡым мираҫы - ҡобайыр" номинацияһында Әүешкүл ауылы ағинәйҙәре менән бер команда булып килгән Комсомольск ҡасабаһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Айгөл Сәғитова менән Гөлшат Шәһиева ла Дипломға лайыҡ булды. Килмәк ауылы ағинәйҙәре - III урынға, Мәҫкәү ауылы ағинәйҙәре - II урынға, Ҡобағоштар I урынға лайыҡ булды.
Ололар хәтере шиғыр ятларға эшкинмәй, тигән фекер бар. Ошоно инҡар итеп, сараның бер өлөшө эпостан өҙөк ятлауға ла бағышланды. Һәр команданан берәүме, бер нисәүме үҙенә бирелгән бүлектән өҙөк ятлап һөйләне. Был өлөш ифрат матур килеп сыҡты. Эпосты яттан һөйләүселәр айырым баһаланды. III урын Балбыҡ ауылынан Рәсилә Мусинаға, Көсөк-Маяҡ ауылынан Гөлсирә Ғариповаға, II урын Миндәктән Миңзифа Сәхәүетдиноваға, Әүешкүлдән Әлфинә Иҫәкәноваға бирелде. I урынға Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолдан Гөлнара Исламова лайыҡ булды. Шулай уҡ Ураҙ мәктәбе уҡыусыһы - Ҡобағош ауылы ҡыҙы Гөлиә Ғатауллинаға ла I урын бирелде. Әлбиттә, 4500 самаһы шиғри һәм 20-ләп сәсмә юлдан торған фәлсәфәүи, ҡатмарлы әҫәрҙе ятларға йөрьәт иткән һәр бала маҡтауға лайыҡ. Гөлиә 600 юлды бер тынала, һис бер яңылышмай һөйләне лә бирҙе.
Урал батыр үткән юлды барлап, илебеҙҙә барған Махсус хәрби операция, изге бурыстарын үтәүсе ир-егеттәребеҙ, сарала ҡатнашыусы ике ағинәйҙең һәләк булған уландары Әмир Ғамир улы һәм Тимур Абрар улының батырлыҡтары иҫкә алынды. Әсәйҙәргә район башҡорттары ҡоролтайы исеменән бүләк- күстәнәстәр тапшырып, батыр уландар тәрбиәләгәндәре өсөн оло рәхмәт еткерелде.
Шулай итеп, ниндәйерәк һығымталар эшләнде? "Һәр халыҡ үҙенең ҡомартҡыларын һаҡлау, таратыу өҫтөндә эшләй, беҙ нимә эшләй алабыҙ?" тигән һорау ҙа ҡуйылғайны. "Исмаһам, был эпос, ундағы хәҡиҡәти һүҙ тураһында ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә аңлатып һөйләй алабыҙ, һәр өләсәй-олатай ошо бурысты үтәргә тотонорға тейеш хәҙер", - тине ағинәйҙәр. Ҡоролтай рәйесе Мозафар Харис улы Әүеш тауы итәгенә "Урал батыр" эпосынан алынған һүҙҙәр яҙылған баннерҙар ҡуйырға вәғәҙәләне. Шулай уҡ был сараны киңерәк масштабта ҡабатлап, бар республиканың оло быуыны өсөн өлгө итеүгә өлгәшергә кәрәк, тип тә әйтте ағинәйҙәр. Юҡһа, йәш быуын беҙҙең һымаҡ түгел хәҙер, тип зарланабыҙ, ләкин йәш быуын беҙҙең ата- бабалар һымаҡ булһын өсөн улар аҡылын тапшырырға ла кәрәк бит әле. Бының иң яҡшы алымы, әлбиттә, эпостағы аҡылды йәш быуын күңеленә ныҡлап һеңдереү. Учалы ағинәйҙәре бына шул бурысты атҡарыу юлында.
С. МИНҺАЖЕТДИНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА