
Ишембай ҡалаһының бер яҡ ситендә бейек ҡойма менән уратып алынған ярайһы уҡ ҙур биләмә бар. Элегерәк уны халыҡ "ҡыҙҙар төрмәһе", "ҡыҙҙар колонияһы" тип йөрөтә ине. Һирәк-һаяҡ "колониянан ҡыҙҙар ҡасҡан, һаҡ булығыҙ", тигәнерәк иҫкәртеүҙәр ишетелеп ҡалмаһа, бейек ҡойма артында йәшәүселәрҙең нимә менән шөғөлләнеүе, нисек көн күреүе менән ҡыҙыҡһыныусы ла булманы...
Бөгөнгө көн мәғләүмәттәре
Бөгөн ҡойма артында йәшәгән ҡыҙҙарҙың тормошо һәр беребеҙҙең күҙ алдында тиерлек, интернет селтәрендә улар эшмәкәрлеген яҡтыртҡан мәғлүмәтте уҡып ҡына өлгөр. Ҡайҙа барып, ҡайҙа йөрөһәләр ҙә, фото һәм видеотчет учреждениеның сайтына урынлаштырыла, сөнки атай-әсәйҙәр ҡыҙҙарының ҡойма артындағы тормошон, башлыса, ошо сайт аша күҙәтеп бара. Бына улар территоряларында "Еңеү сирендәре" ултырта йә сәскә түтәлдәре эшләй, Махсус хәрби операция зонаһында йөрөгән һалдаттар өсөн маскировка селтәре үрә, кейем-һалым тегә йә окоп шәмдәре эшләй, теге бейек ҡойманы сюжетлы һүрәттәр менән биҙәй; бына уларҙың "Илһам" бейеү ансамбле йә вокалистары Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстарҙан еңеү яулап ҡайтып килә; шул уҡ ҡыҙҙар Мәскәү йә Санкт-Петербург, Орлов йә Майкоп, Татарстанда йә Белоруссияның Могилев ҡалаларында үткән төрлө конкурстар, фестивалдәр, олимпиадалар призерҙары йә еңеүселәре. Сығарылыш уҡыусылары, Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, Мәскәү гуманитар университетының Халыҡ-ара журналистикаһы факультетына уҡырға ингән, Санкт-Петербург ҡалаһында колледждар тамамлап, һайлаған һөнәрҙәре буйынса үҙ эштәрен башлаусылар ҙа бар икән араларында. Педагогтар командаһы менән тәрбиәләнеүселәр командаһының футбол йә волейбол ярыштарын ҡарағыҙ әле! Уларҙың спорт буйынса ла Рәсәй кимәлендәге уңыштары байтаҡ. Ә ҡайһы мәктәпкә бер көндә Рәсәй Геройы Степан Белов менән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зариповтың ҡунаҡҡа килгәне бар! Бер аҙнала уларҙа ошо типтағы учреждение етәкселәренең Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе эшләһә, тағы бер нисә көндән коллектив Рәсәй Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова менән Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы вәкилдәрен ҡаршы ала.
Тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү аҫтындалар
Ишембай ҡалаһында ҡыҙҙар өсөн ябыҡ типтағы махсус уҡытыу-тәрбиә биреү учреждениеһы тап ошо режимда йәшәй бөгөн. Учредителе - Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы. Рәсәйҙең төрлө төбәктә-ренән хоҡуҡ боҙған өсөн суд ҡарары менән килгән 11-18 йәшлек ҡыҙҙар реабилитация үтә унда. 50 йылдан ашыу эшмәкәрлек осоронда дүрт меңдән артыҡ уҡыусы реабилитация үткән, һуңғы йылдарҙа тәрбиәләнеүселәр араһында ҡабаттан хөкөм ителеүселәр юҡ. Ошо типтағы учреждениелар Рәсәйҙә барлығы ун биш, ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгәне - икәү генә. Уларҙың маҡсаты - ауыр хәлгә тарыған уҡыусыларға психологик, медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеү, уңышлы реабилитация шарттары булдырыу, социаль мөхиткә яраҡлашыу өсөн тейешле күнекмәләргә һәм оҫталыҡҡа өйрәтеү. Тәрбиәләнеүселәр төп дөйөм һәм урта белем ала. Уҡыу программалары ғәҙәти мәктәптәрҙең белем стандарттарынан айырылмай, тәрбиәүи эш пландары һәм уҡыусыларҙың дәрестән тыш көндәлек расписаниелары ҡыҙҙарҙың йәшәү режимын иҫәпкә алып төҙөлгән.
Ҡыҙҙарҙың тәртибе - тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү аҫтында. Контингенттың туҡтауһыҙ алмашынып тороуы уҡытыу-тәрбиә эшенә үҙ төҙәтмәләрен индерә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында уларҙың һәр береһенең холоҡтарын, мөмкинлектәрен өйрәнеп, учреждениеның уҡыу һәм тәрбиә системаһы маҡсаттарына һәм талаптарына ярашлы йәшәргә өйрәтергә кәрәк. Реабилитация үткән ҡыҙҙар суд ҡарары буйынса үҙҙәренә тәғәйен ваҡытты тултырып сығыуға (законға ярашлы, улар был учреждениела өс йыл ғына була ала) холоҡтарын төҙәтергә, донъяға икенсе кеше булып бағырға тейеш. Ә тормошто күп ваҡыт ҡара буяуҙар аша танып белергә өйрәнгәндәрҙе үҙгәртеүе, ай-һай, еңел түгел. Суд ҡарары юҡҡа ғына сығарылмаған бит уларға. Законға ярашлы, эш судҡа барып еткәнгә тиклем тәртиптәре йәшәгән ерҙәрендә төрлө кимәлдәге комиссияларҙа әллә нисә тапҡыр тикшерелгәндер, атай-әсәйҙәренә штрафтар ҙа һалынғандыр. Ундай балалар үҙгәрһен, хатта "яңынан тыуһын" өсөн нимә эшләргә һәм нисек эшләргә? Макаренконың "хеҙмәт терапия"һы үҙен аҡлаймы? Ниндәйерәк эш алымдары маҡсатҡа ярашлы? Был тәңгәлдә ниндәй тәжрибәләр бар? Рәсәй кимәлендә танылыу тапҡан махсус уҡытыу-тәрбиә биреү учреждениеһының асылыу тарихын, тәүге тәжрибәләрен барлайыҡ әле.
Тәүге аҙымдар һәм тәжрибәләр
РСФСР Һөнәрселек-техник белем биреү министрлыҡтары Дәүләт Комитеты бойороғо буйынса, 1973 йылда Ишембай ҡалаһы 64-се һөнәрселек училищеһы булараҡ асыла ул. Тәүге директоры Мөхөтдинов Рәшит Ғирфан улы етәкселегендә 300 балаға иҫәпләнгән уҡыу һәм производство корпустары төҙөлә. 1975 йылда училищеға директор итеп Хәбиров Фәрит Барый улы тәғәйенләнә. Ул етәкселек иткән дәүерҙә, тәрбиәләнеүселәргә дөйөм белем биреүҙән тыш, математика, физика, химия, биология фәндәренән, сит телдәр буйынса факультативтар, төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр ойошторола. Фәрит Барый улы ауыр холоҡло балаларҙы тәрбиәләү мәсьәләһен Макаренкоса хәл итә: ҡыҙҙар тегенсе-мотористка һөнәрен үҙләштерә башлай, мастерскойҙарҙа 140 эш урынына иҫәпләнгән ете конвейер сафҡа индерелә. Быларҙан тыш, ҡыҙҙар етмеш гектар ерҙә шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә, колхоз-совхоздарға йәшелсә үҫтереү, картуф ҡаҙыу кеүек миҙгелле эштәргә, ҡала эсендәге төҙөлөш эштәренә йәлеп ителә. Тәрбиәләнеүселәрҙең географияһы ла тап шул йылдарҙа киңәйә, училищеға Химки, Балашиха, Истра ҡалаларынан ауыр холоҡло ҡыҙҙар ҡабул ителә башлай. 1985 йылда был учреждение ҡала ҡарамағындағы 1-се һанлы профтехучилище итеп үҙгәртелә һәм, күп тә үтмәй, өлгөлө тәрбиә усағына әйләнә - республика кимәлендә "Юғары мәҙәниәтле училище" исемен яулай.
Фәрит Барый улы Хәбиров, алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ниәтенән, 1991 йылда егерме йылға яҡын алып барған педагогик күҙәтеүҙәрен, үҙенең һәм тәрбиәләнеүселәренең иҫтәлектәрен, хаттарын бергә туплап, "Минең бәхетле йылдарым" тип аталған китап сығара. Өс мең дана баҫылған йыйынтыҡ сыҡҡан йылында уҡ таралып бөтә. Туплаған тәжрибәһен китап итеп йомғаҡлап ҡуйыуға өлгәшкән Фәрит Барый улының эшен 1995 йылдан алып Нафиҡов Ғаяз Садыҡ улы дауам итә. Был йылдарҙа ҡыҙҙар өҫтәмә рәүештә штукатур, маляр һөнәрен үҙләштерә, Фәрит Барый улы башлаған сәскә үҫтереү, училище биләмәһен йәшелләндереү дауам итә. 2008 йылдан башлап училищеның тәрбиәләнеүселәре махсус уҡытыу-тәрбиә биреү учреждениелары араһында федераль кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша башлай, Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаларында призлы урындар яулай. 2001, 2007, 2011 йылдарҙа, атамаһы бер-нисә тапҡыр үҙгәртелеп, һуңғыһында федераль кимәлдәге дәүләт бюджет учреждениеһы статусын ала. Әммә ул йылдарҙа, нисек кенә булмаһын, ҡала ситендә урынлашҡан "ябыҡ типтағы" был учреждениеның тормошо ҡала халҡы өсөн, ысынлап та, ябыҡ булды.
Үҙгәрештәр тарихы
2018 йылда учреждениеның директоры итеп Шаһиева Гүзәл Ғайса ҡыҙы тәғәйенләнде. Ул етәкселек итә башлағандан алып алты йыл эсендә булған үҙгәрештәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Ҡала халҡы менән учреждение биләмәһен айырып торған теге ҡойманың бейеклеге генә шул килеш, ҡалған бөтә нәмәгә зауыҡлы, хәстәрлекле хужабикәнең ҡулы ҡағылған. Һәр ерҙә нур уйнай, ҡунаҡ көткәндәге һымаҡ тәртип, таҙалыҡ, бөхтәлек. Бөтә нәмә ялтырап, көлөп, йылмайып тора. Һәр стенд, һәр биҙәлеш, һәр декор еренә еткереп уйланылған. Хәйер, әйҙәгеҙ, Гүзәл Ғайса ҡыҙының учреждениеның ишеген асып ингән йылдан... юҡ, көндән башлайыҡ.
Эшен күптән тутығып бөткән, шығырлап торған тимер карауаттарҙы алмаштырыуҙан башлай ул. Карауаттар менән бергә ҡара-һоро түшәк кәрәк-яраҡтары, карауат япмалары ла яңыртыла. Сағыу төҫтәрҙән ҡыҙҙар йәшәгән бүлмәләргә йән кереп ҡала. Уҡыу, спорт, мастерскойҙар өсөн тәғәйенләнгән махсус костюмдар, алъяпҡыс-яулыҡтар, хатта ҡыҙҙарҙың эске кейемдәренә тиклем үҙгәртелә. Улар кейемдәренә генә түгел, үҙҙәренә ҡарап һоҡланып туя алмайҙар. Матур кейемле ҡыҙҙарҙың прическалары ла матур булырға тейеш! Дәрестән тыш эшмәкәрлектәрен ойоштороу иҫәбенә ҡыҙҙарға парикмахер һөнәрен үҙләштереүҙе лә ойоштороға кәрәк, тигән идея шулай тыуа. Ғәмәли дәрестәрҙә ҡыҙҙар прическаларҙы тәүҙә бер-береһенә яһайҙар, һуңынан балалар приютына, ҡарттар йортона йөрөп, оҫталыҡтарын камиллаштыралар. Был тәжрибә һуңынан училищела киң йәйелдерелгән "Изге йөрәктәр" волонтерҙар хәрәкәтенең бер йүнәлеше итеп үҫтерелә. Һаулыҡтары сикләнгән балалар өсөн байрам саралары ойоштороу ҙа - волонтерҙар ҡарамағында. Ярҙамға мохтаждарға ҡулыңдан килгән тиклем ярҙам итеү, шул эшеңдән ләззәт алыу ҡыҙҙарҙың күңелен бөтәйтә. Училищеға килеп эләккәнгә тиклем тормоштоң әсеһен байтаҡ татып өлгөргән һөмһөҙ генә ҡыҙҙар, үҙҙәренә ҡарата ошондай хәстәрлекле мөнәсәбәттән, ышаныстан, үҙҙәренең кемгәлер кәрәклеген тойоуҙан, матурлыҡты күрә, баһалай һәм, иң мөһиме, уны үҙ ҡулдарың менән тыуҙырырға өйрәнеүҙән бер-ике йыл эсендә үҙгәреп, балҡып китәләр!
Был үҙгәреш артабан төрлө кимәлдә нығытыла. Хәҙер инде ҡыҙҙарға ете һөнәр буйынса белем бирелә: тегенсе, штукатур, маляр, парикмахер, официант, горничная, ландшафт дизайнеры. 6 йүнәлеш буйынса ойошторолған 12 түңәрәк эше киң йәйелдерелгән. "Мөғжизәле мастерок", "Маникюр әлифбаһы", "Мин - видеомонтажер", "Йәш фотограф", "Этностиль" ("Милли буяуҙар" проекты), хореография, вокал, театр түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәрҙең ябай ҡыҙыҡһыныуҙары Рәсәй кимәлендәге төрлө конкурстарҙа танылыу алған. Телестудия эше ойошторолған. "SUVU-life" майҙансығы булдырылған, уның базаһында журналистика менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн тотош мәктәп ("Медиа-старт" проекты) эшләй. Быларҙың барыһы ла үҙ эштәренең оҫтаһы булған педагогтар, тәрбиәселәр етәкселегендә ҡыҙҙар ҡулы менән башҡарыла.
Һөҙөмтәлә...
Социаль партнерҙар менән һөҙөмтәле эш - Гүзәл Ғайса ҡыҙының иң эшлекле алымдарының береһе. Был эште яйға һалыуҙың ыңғай яҡтары бик күп. Ике яҡлы Килешеү сиктәрендә ниндәй генә эштәр эшләнмәй! Береһенән береһе ҡыйыуыраҡ идеяларҙың һәм проекттарҙың тыуып тороуы һәм тормошҡа ашырылыуы - тап ведомство-ара эшмәкәрлектең киңәйеүе һөҙөмтәһе ул. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университеты менән оҙайлы эш тә үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Ҡыҙҙар араһында, үҙ ҡалаларына ҡайтып, медколледждарҙа уҡып йөрөүселәр байтаҡ. Ҡыҙҙар-ҙың артабанғы яҙмыштарын күҙ уңынан ысҡындырмау ҙа килешеүҙәр ярҙамында яйға һалынған: Волга буйы федераль округындағы 11 төбәктең бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәре реабилитация үтеп, тыуған ҡалаларына, үҙ ғаиләләләренә ҡайтарылғандарҙы мәктәпкә урынлаштырыу, йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү мәсьәләләрен контролдә тотасаҡ.
Ҡыҙҙарҙың һәм педагогтарҙың учреждение атҡарған проекттары сиктәрендә алған тәжрибәләре - мәңгелек. Тәжрибә, үҫтерелеп, киңәйтелеп, камиллашып, яңы офоҡтар яулай. Мәҫәлән, өс йыл элек асылған оҫтаханалар һәм оранжерея ысын мәғәнәһендә әкиәт донъяһына әйләнгән хәҙер. Оранжереяла ҡыҙҙар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем биләмәләрен йәмләп ултырыусы аллы-гөллө сәскә түтәлдәре өсөн үҫентеләр тәрбиәләй. Оранжереяның үҙе ожмахтың бәләкәй генә бер өлөшөлөр, моғайын: унда ҡыш көнө лә әллә ниндәй экзотик сәскәләр үҫә, ҡоштар һайрай, ҡыҙҙар ҡулы менән эшләнгән шарлауыҡ-шишмә сылтырап аға... Оранжерея түгел был - һарай, әкиәт һарайы! Ҡыҙҙарҙың күңелдәрендә ҡояш балҡый! Ҡояш нуры уларҙың йөҙҙәрендә лә сағыла. Ғаиләләрендәме, урамдамы, ҡағылып-һуғылып, төрлө бәләләргә тарыуҙары арҡаһында ҡанаттары ҡайырылған ҡошсоҡтарҙы хәтерләткән ҡыҙҙарҙың йөрәк яралары төҙәлгән, күңелдәре бөтәйгән.
Өс йыл эсендә "Беҙ бергә!" девизы аҫтында әллә күпме изге эштәр башҡарып, бер ғаилә ағзаларына әйләнеп бөткән ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен бәхетле итеп тойған ерҙе ташлап киткеләре килмәй, илай-илай хушлашалар улар. Уларҙың хушлашыу хаттары буйынса "Үҙебеҙҙең ҡулдар менән төҙөгән бәхет" тип аталған яңы педагогик поэма яҙырға мөмкин. Бынан һуң ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән төҙөгән бәхеттәрен емерергә берәүгә лә юҡ ҡуймаҫ. Әйткәндәй, учреждениеның стенаһында: "Ояларынан осоп төшөп имгәнгән ҡошсоҡтар беҙҙең ҡулдарҙа осорға өйрәнәләр" тигән яҙыу тора. Ҡанаттары ҡайырылып, имгәнгән ерҙәренән ҡабат нығынып, осорға өйрәнеп сыға бит улар. Уларҙың был биләмәлә өлгәшкән уңыштарына, эшләгән һығымталарына, тормош ҡаршылыҡтарын һәм үҙ-үҙҙәрен еңергә өйрәнеүҙәренә ҡарап, бер генә уй килә: осоу тәмен - ирек тәмен, ирек ҡәҙерен бер татыған ҡыҙҙар юғарыраҡ үрҙәргә, иркенерәк киңлектәргә ҡарап осор, тормош дауылдарына бирешмәҫ.
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА