
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында еңеүгә өмөт, дошмандарҙы ҡырыуға дәрт өҫтәүсе йырҙар бөгөнгө көндә лә халыҡ күңелендә йәшәй. Әлбиттә, улар Бөйөк Еңеү көндәрендә йышыраҡ яңғырай. Беҙ йәшәгән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт теле булған рус телен башҡорттар ҙа ярата. Әммә Башҡортостаныбыҙҙың икенсе дәүләт теле - башҡорт теле лә беҙгә бик ҡәҙерле. Нимә генә тиһәк тә, рус телендәге ниндәй генә йырҙы ишетһәк тә, күңелебеҙҙә улар башҡорт телендә тәржемәләнеп, хәтерҙә ҡала. Быны аңлаһаҡ та, аңламаһаҡ та. Шуға күрә мин ошо күңелдәге йыр һүҙҙәрен шиғри башҡорт теленә әйләндерҙем.
Әйтергә кәрәк, йыр һүҙҙәрен башҡа телгә тәржемәләү - бик ауыр һәм рәхмәтһеҙ хеҙмәт. Сөнки шиғыр һымаҡ яҙылһа ла, был - йыр һүҙҙәре. Ә йыр һүҙҙәренең ныҡлы ҡануны - ритм һәм һуҙынҡы өндәр үҙ тәртибендә булырға тейеш, йәнә рифманы ла оноторға ярамай. Кем музыкант, белә инде, рус һәм башҡорт көйҙәренең ритматоникаһы башҡа. Башҡорт һүҙҙәрен тап рус ритмына тап килтереүе - үтә лә ҡатмарлы эш. Рус телендә һүҙҙәргә баҫым тәүге ижектәргә төшһә, башҡорт һүҙҙәренең баҫымы аҙаҡҡы ижектә. Тимәк, рус йырына тап килһен, был һүҙҙәрҙе тейешенсә һуҙып йырлап булһын өсөн бер һүҙҙең әллә нисәмә төрлө вариантын табырға, иң ҡыҙығы, баҫым тап килерлек ҡыҫҡа һүҙҙәр эҙләргә кәрәк. Шуға күрә лә бик популяр булһа ла, рус йырҙарын башҡорт теленә тәржемәләүселәр юҡ кимәлендә. Мин дә бының менән махсус рәүештә шөғөлләнергә ваҡытымды йәлләйем. Был ауыр хеҙмәт урынына бар күңелеңде биреп, ләззәт кисереп, бер-нисә яңы шиғыр яҙыуҙы өҫтөн күрәм.
Етмәһә, ошо тәржемә йырҙарын башҡарыусылар күп осраҡта тәржемәсене иғлан итергә "онота". "Рәхмәтһеҙ" хеҙмәт тигәне ошо инде. Хатта аҙаҡтан, әле йырлап та ҡарамайынса, ниңә был һүҙ былай, тегенеһе тегеләй тиеүселәр ҙә табыла (Әлбиттә, минең тәржемә лә, бәлки, идеал түгелдер, йырсылар һүҙҙәрҙе үҙҙәре теләгәнсә алыштыра ла алалыр).
Әле һеҙгә тәҡдим иткән йырҙар - Еңеү яулаған батырҙарыбыҙ рухына бер аманат! Башҡортостаныбыҙ батырҙары күңелендә лә улар үҙ ваҡытында ошондай шиғыр юлдары булып яңғырағандыр... Һәр хәлдә, был йырҙың башҡортса яңғырарға хоҡуғы бар!
Әйткәндәй, данлыҡлы "Катюша" көйөнә "Зәйтүнәкәй" тип йырлаусылар бар. Оҡшай икән, рәхим итегеҙ. Минеңсә, ул йырҙы халыҡ сығарған. Алда әйткәнемсә, көй артынан күңелендә яңғыраған һүҙҙәрҙе яҙған. Әммә, ысынын ғына әйткәндә, ул йырҙағы һүҙҙәр рус телендәге һүҙҙәр мәғәнәһенә бик тап килмәй шул. Шулай уҡ ошо көйгә "Сәлимәкәй", "Зөлхизәкәй" һәм башҡа төрлө исем ҡушып, ниндәй һүҙ теләһәгеҙ, шуны әйтеп тә йырлай алаһығыҙ. Хәҙер көйҙәрҙе урлау модала бит. Улар барыһы ла шул көйгә яҙылған халыҡ йыры буласаҡ, данлыҡлы "Катюша" булмаясаҡ. Бөтөн донъяла, инглиз, төрөк, ҡытай, япон телдәрендә лә Катюша исеме Катюша булып ҡала. Бер заман телевизорҙан ҡытайҙарҙың сәхнә тултырып хор менән, үҙенсәлекле акцент менән, Катюша тип йырлап торғандарын күреп һоҡланғайным. Бер ҙә үҙҙәренең ҡатын-ҡыҙ исеменә алыштырмағандар уны. Әйҙә, беҙ ҙә йыр авторҙарын ихтирам итәйек! Уны тап Катюша тип йырлап, Еңеүгә илткән яу ҡырҙарында башын һалған батырҙарыбыҙ рухына тап төшөрмәйек. Беҙҙең хатта акцентыбыҙ ҙа юҡ, ауыҙ тултырып Катюша тип йырлайыҡ!
КАТЮША
Михаил Исаковский шиғыры
Матвей Блантер музыкаһы
(Башҡортса текст авторы Лилиә Һаҡмар)
Сәскә ата алмағас һәм груша,
Ә йылға томанға ябына,
Яр буйына сыҡҡайны Катюша,
Ағиҙелдең бейек ярына.
Яңғыратты йыры тирә-яҡты
Алыҫтағы егет хаҡында,
Һөйөү йырын йырланы Катюша,
Һөйәм, тине, һәр бер хатында.
Ишетелһен йырым алыҫтарға,
Осһон йырым ҡояшҡа тиклем,
Илем сиген һаҡлаған һалдатҡа
Катюшаның сәләмен еткер!
Хәтерлә һин, күҙ алдына килтер:
Ябай ҡыҙҙың һағынып йөрөүен,
Һаҡла, һалдат, ғәзиз тыуған илде,
Ә Катюша һаҡлар һөйөүен!
Сәскә ата алмағас һәм груша,
Ә йылға томанға урана,
Яр буйына сыҡҡайны Катюша,
Ағиҙелдең бейек ярына.
ЗӘҢГӘР ЯУЛЫҠ
Гарри Петербургский музыкаһы
Яков Галицкий шиғыры
(Башкортса текст авторы - Лилиә Һаҡмар)
1.Зәп-зәңгәр ебәк яулығың
Һинең яурында ине.
Был күрешеүҙе
Серләшеүҙәрҙе
Онота алмам тинең.
Йөрәк тулай,
Төнөн шулай
Яҙмыш беҙҙе айырҙы...
Ҡайҙа ҡалды һуң,
Зәңгәр яулығың,
Ҡәҙерлемде һағындым.
2. Иңдәреңдә Зәңгәр яулыҡ,
Йөрәктең моңға тулғаны,
Хушлашҡан мәлем
Хәтеремдәлер
Зәңгәр яулыҡ болғаның.
Бөгөн бында
Йәнкәйем юҡ шул янда
Һиҙеп торам - ул,
Мине уйлай ҙа
Зәңгәр яулығын ала.
3.Хаттарыңды алһам күрәм
Оҙатып торғаныңды...
Хат юлдарынан
Таң томанынан
Яулығың болғауыңды.
Яуға мине
Оҙата наҙлы бер һүҙең.
Һәр саҡ янымда
Ҡурсып йәнемде
Йөрөйһөң кеүек үҙең.
4.Шинелдәрҙә күпме яугир
Яулыҡтарҙы һаҡлайҙар,
Наҙлы һүҙҙәрҙе,
Йән һөйгәндәрҙе
Иҫләп, туптар атҡанда.
Һөйгән йәрҙәр
Иҫтән сыҡмай аҙ ғына.
Йөрәк, ярһыма,
Туптар атыла,
Зәңгәр яулыҡ хаҡына.
Лилиә ҠӘЙЕПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА