
Белорет районы Йөйәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған һәм яу ҡырынан иҫән ҡайтҡан яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштергән ике обелиск бар. Мәктәп алдына ҡуйылғаны үткән быуаттың һикһәненсе йылдары башында төҙөлдө. Миңә, ниңәлер, нәҡ шуныһы ҡәҙерлерәк. Мәктәпкә уҡытырға килгән йылда ойошторған тәүге эшем булғанғалыр, бәлки.
Был эш менән бергә эҙләнеүҙәр ҙә алып барҙыҡ һәм уны әле лә дауам итәм. "Йөйәк ауылы Бөйөк Ватан һуғышында" исемле китабым өсөн документтар бик ентекләп тупланды. Һуғышта һәләк булған, яраларҙан үлгән, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә утыҙ яугир инде. Еңеү менән ҡайтҡандар - ҡырҡ биш кеше. Уларҙың һаны һуғыштан һуң ауылға килеп төйәкләнгәндәр иҫәбенә лә артҡан. Барыһы ла беҙҙең ауылдаштар, улар хәҙер ауылыбыҙ зыяратында мәңгелек йортон тапҡан. Улар араһында ошо мәктәпкә әсәйем менән бергә уҡытырға килгән яугир атайым да бар.
Ә тылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусылар исемлеге тағы ла ҙурыраҡ. Яңы документтар табыла тора, ул да киңәйә бара. Әле китабымдың электрон версияһын тулыландырыу өҫтөндә эшләүҙе дауам итәм.
Яңы белем усағы һалынғас, обелискты ете айырым-айырым биналарҙа урынлашҡан иҫке мәктәп биләмәһенән бик ҡәҙерләп яңы урынға күсереп ултырттыҡ. Әле лә күркәмлеген юғалтмай ул, уҡыусылар матур итеп тәрбиәләп тора. Республикала билдәле мәктәбебеҙ музейы менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары исемдәрен мәңгелләштергән обелиск йәш быуынды тәрбиәләүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай.
Ауылдаштарымдың һәр береһе тураһында күп һөйләргә булыр ине. Һәләк булғандарҙың исемлеген Ғоморҙаҡ Әбәйҙуллиндан башланым. Хәбәрһеҙ юғалған иҫәпләнде, хәҙер уның алыҫ Саксония ерендә әсирлектә һәләк булыуын белә алдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың араһында әле лә яҙмышы асыҡланып бөтмәгәндәр бар.
Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителгән сержант Хашим Минһажетдинов яраларҙан һәләк була. Украинаның Сумы өлкәһендә ерләнгән. Әлеге көндә ул ерҙәрҙә ҡаты һуғыш бара. "Хашим" китабын яҙған саҡта асыҡлауымса, Хашим Минһажетдиновтың полкы ла тап әле шул өлкәлә барған һуғыштарға бәйле аталған ерҙәрҙә алышҡан. Илле ике дошман һалдатын һәм офицерын юҡ иткән, ротаһын атакаға күтәреп, иң беренсе булып дошман траншеяларына бәреп инеп, еңеүҙе тәьмин иткән ҡурҡыу белмәҫ снайпер-парторг булып күҙ алдыма баҫа ул.
Әсәһе Сәрбиямалға, Солтанов Миһран һуғыштың тәүге йылында хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡағыҙ килә. Әммә ул тере ҡала һәм фронтта хеҙмәтен дауам итә, взвод командиры өлкән сержант Миһран Солтанов, ҙур батырлыҡ күрһәтеп, ҡырҡ дүрттең авгусында һәләк була. Оҙаҡ йылдар үткәс кенә наградаһы туғандарын тапты.
Былар - яуҙарҙа башын һалған утыҙ яугирҙың икәүһе генә...
Еңеп ҡайтҡандарҙы иҫләйем... Барыһы ла тере килеш күҙ алдымда торалар. Ул быуын кешеләре үҙҙәре тураһында бик һөйләп барманы шул. Әле ҡоро документ юлдарынан ҡаһарман ауылдаштарым тураһында мәғлүмәттәр барлайым.
Бына II һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры, батыр артиллерист, орудие командиры Хатип Әйүпов, мәргән атып, һөжүм итеүсе дошман пехотаһын икегә бүлә, паника тыуҙыра, ҡырҡ ике гитлерсыны юҡ итә. Икенсе юлы, һөжүм итеүсе дошмандың юлында орудияһын бик оҫта маскировкалап, ҡапыл ҡаты ут аса, илленән ашыу дошманды юҡ итә һәм был алыш та еңеү менән тамамлана.
Ана, Сәхәүетдин Вәлиев орудияһы менән танк һәм бронетранспортер яндыра. Ҡойма ут яуыны аҫтында Заһретдин Сәғәҙәтов бер алышта ғына ете урында өҙөлгән телефон сымдарын ялғай, ике көндән һуң - тағы туғыҙ урында... Мәхмүт Әбсәләмов яралыларҙы һуғыш яланынан сығара, кирегә алғы һыҙыҡҡа снаряд тейәп алып китә. Снаряд складына ут тоҡанғас, ылаусы яугир бер нәмә лә уйлап тормай, уны һүндерергә ташлана. Ярҙам килеп еткәнсе янғындың таралыуына юл ҡуймай. Хөсәйен Сәйғәфәров, ҡырҡ ете яралыны яу яланынан алып сығып, санчасткә иҫән көйө килтереп еткерә. Батыр командирҙар Кинйәғол Ғәйнетдинов менән Тәлғәт Ғүмәровтар взводтарын атакаға күтәрә, Мораҙым Әбдрахманов ут аҫтында дошман ҡулында ҡалдырырға мәжбүр булған орудияның йоҙағын һүтеп ала һәм үҙе менән алып сыға... Был мәғлүмәттәр теркәлгән документтар ҡалын бер папкаға тупланған. Унда - арыҫлан йөрәкле ауылдаштарым батырлығы! Мәңгелек дан һеҙҙең барығыҙға ла!
Бөйөк Ватан һуғышының һәр һалдаты - батырҙарса һәләк булғанымы, хәбәрһеҙ юғалғанымы, әсирлек ғазаптарын кисергәнеме, батырҙарса һуғышып, күкрәген орден-миҙалдар менән тултырып, еңеү менән ҡайтҡанымы, "Германияны еңгән өсөн" миҙалынан башҡа наградалары булмағанымы - барыһы ла беҙҙең хәтерҙә! Кемдер берәү әйтмешләй, һәр һалдат, әгәр ул, окоптан башын ҡалҡытып, бер тапҡыр ғына булһа ла дошман яғына тоҫҡап атырға батырсылыҡ иткән икән, беҙҙең өсөн - батыр!
Әлеге көндә тыл ҡаһармандары тураһында яҙылған әҫәремде тамамланым. Ижадымда - ауылдаштарым, яҡындарым. Ауылымдың бер генә өйөн дә ул һуғыш урап үтмәгән, ялҡыны һәр береһенә ҡағылған. Ауылдарҙа, ҡайҙа барһаң да, Бөйөк Еңеү килтергән яҡындарҙың исемдәрен мәңгеләштереп обелисктар ҡалҡып тора. Улар инде күптән мәңгелек йорттарына ҡайтҡандар өсөн түгел, ә беҙҙең үҙебеҙ, тереләр өсөн кәрәк! Ул һуғышты онотоусолар ниндәй бәләләр килтереүенә әле үҙебеҙ шаһит...
Әйткәндәй, ауылдағы икенсе һәйкәл дә минең өсөн шул тиклем ҡәҙерле. Әсәйемдең тыуған ауылы Ҡолмаста бик матур һәйкәл комплексы ултыртып, ҙур эш ойоштора алыуыбыҙ менән дә сикһеҙ ғорурланам. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, скульптор Мәүлетбай Хәлилов тарафынан һынландырылған "Хушлашыу" композицияһы шундай дан килеп сыҡты! Был комплекс илебеҙҙең төрлө тарафтарына һибелгән ҡолмастарҙың үҙ аҡсаһына төҙөлөүе менән бигерәк ҡиммәт! Ауыл юҡ, әммә уның урынындағы һәйкәл янынан сәскәләр йылдың бер миҙгелендә лә өҙөлмәй!
Ринат ШӘЙБӘКОВ.
Белорет районы Йөйәк ауылы.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА