«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф В.А. Перовский
(1851 - 1857 йылдарҙа икенсе тапҡыр губернатор булған)

Ырымбур граф Перовскийға һыу үткәргес төҙөй башлау өсөн рәхмәтле булырға тейеш. Был эштәр 30-сы йылдарҙа, уның төбәк менән тәүге идаралағы ваҡытында башлана. Инглиз механигы саҡырып килтерелә, уның ярҙамсылары итеп С.-Петербургта уҡып ҡайтҡан ике йәш кенә форштадт казагы тәғәйенләнә. Һыу үткәргес алыҫ булмаған арауыҡҡа тиклем төҙөлә. Перовский аҡсаны уның ҡарамағында булған хужалыҡ суммаларынан ала; ағас шулай уҡ ҡаҙна запастарынан алына. Генерал Обручев тәғәйенләнгәс, һыу үткәргес ташландыҡ хәлендә ҡала. Ҙур түләүгә эшләгән механик эшенән ебәрелә; ике казак уны тейешле кимәлдә ҡарап тота алмай. Төбәк менән яңынан идара итергә килгәс, граф Перовский һыу үткәргесте тергеҙә һәм фонтан яһата, унан өҫкә бөркөтөлгән һыу йәйге эҫе көндәрҙә һауаны еләҫләндерә. Бассейндағы һыу менән барса ҡала кешеләре бушлай файҙалана. Һыу үткәргес генерал губернатор Катенин ваҡытында шул көйөнсә ҡала, ә уны алыштырған генерал Безак һыу үткәргесте киңәйтә; һыу казак форштадына үткәрелә, бының өсөн станица 7 мең һум аҡса түләй, ҡаланың төрлө урындарында һыу ала торған будкалар ҡуйыла. Һуңынан Безак ошо эштәрҙе башҡарған саҡтағы сығымдарҙы ҡала суммаларынан ҡаплатыуҙы талап итә, ә ҡала кешеләргә һыу менән файҙаланған өсөн ҙур булмаған түләү индерә.
Граф Перовский ҡалала баҡсалар булдырыуға ла башланғыс һала. Иң тәүге баҡса Ҡаруанһарайҙа ултыртыла, унда хәрби хеҙмәт урынына баҡса үҫтерергә мәжбүри рәүештә йәлеп ителгән башҡорттар эшләй. Баҡсаға 1852 йылда нигеҙ һалына. Ағастар иң яҡын урынлашҡан башҡорт биләмәләренән, әммә 100 саҡрымдан йырағыраҡ ерҙәрҙән, ылыҫлы ағастар Стәреламаҡ өйәҙенән килтерелә. Ағастар тәжрибәле баҡсасы Лебедев күҙәтеүе аҫтында ултыртыла, ул үҙе крепостной кеше була, уны азат итеү өсөн помещик 1500 һум аҡса талап итә; был аҡса Лебедевҡа башҡорт суммаларынан үтескә рәүешендә бирелә.
Ағастар тиҙ генә ерегеп китә алмай, бик күбе ҡорой; улар урынына яңылары ултыртыла. Бының сәбәбе һыу етмәүендә, уны бер саҡырым ярымдағы Архиерей күленән шул уҡ башҡорттар мискәләр менән ташый. Баҡса ултыртылған ер, Ҡаруанһарай төҙөлөшөнән ҡалған ҡалын сүп ҡатламы менән ҡапланғанлыҡтан, ағас үҫтереү өсөн ҡулайһыҙ була.
Ошондай насар шарттарҙа ла баҡса матур итеп тотола, сәскә клумбалары булдырыла.
Баҡсаға инеп йөрөү бары тик таҙа тип иҫәпләнгән публикаға рөхсәт ителә, кәрәк булған барса урындарҙа башҡорт һағауылдары тора.
Ҙурая барған баҡсала ағастарға һыу һибеү ауырға төшә, бигерәк тә башҡорт нарядтары бөтөрөлгәс хәл ҡыйынлаша. Баҡсаны тәртиптә тотоу өсөн ҡаҙнанан билдәле бер сумма бүлергә тура килә. 70-се йылдарҙа ҡала һыу үткәргестән һыуҙы бушлай бирергә риза була; торбалар һалына һәм һыу һибеү дөрөҫ башҡарыла; баҡса ныҡ итеп үҫеп китә һәм матурая. Публика баҡсала ял итергә ярата, әммә бында, кухнялы вокзал төҙөргә, хәмерле эсемлектәр һатырға рөхсәт бирелгәс, баҡсаға теләһә ниндәй публика йөрөй башлай һәм тәртипһеҙлектәр башлана.
Һис шикһеҙ, файҙалы, әммә ул саҡтағы Ырымбур өсөн ваҡытһыҙ булған башланғыстар иҫәбендә граф Перовскийҙың ҡарары менән төҙөлгән ике тирмәнде күрһәтергә була. Уларҙың береһе Банный ҡылымығының һул ярында, Поп сауҡалығында, ҡылымыҡтың, ә ул саҡта күлдең Урал йылғаһынан ағып сыҡҡан тапҡырында урынлашҡан. Бинаһы кирбестән төҙөлә, пар менән эшләүсе тирмән бойҙайҙы сифатлы он (крупчатка), кәрәк булғанда ҡәҙимге ябай он рәүешендә тарттырыу мөмкинлеген бирергә тейеш була. Ҡала кешеләрен Ырымбурҙан алыҫта урынлашҡан һыу тирмәндәренә йөрөүҙән ҡотолдороу күҙ уңында тотола. Төҙөлөш өсөн аҡса урман суммаларынан алына, кирбес һәм эзбизде башҡорттар әҙерләй, ағас ҡаҙна хужалығы өсөн әҙерләнгәндән бирелә.
Тирмән йүнләп эшләй алмай. Сифатлы он тарттырыу өсөн даими ашлыҡ запасы талап ителһә, етештерелгән ондо һатып алыусылар етерлек булырға тейеш: бындай онға бер ҡалала ғына ихтыяж аҙ була, сөнки ул ябай бойҙай онона ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк була. Бойҙай онон тарттырғанда тирмәнгә бер генә һалғанда ла байтаҡ ҡына ашлыҡ талап ителә, ә ашлыҡ хужалары тирмәнгә үҙҙәренә кәрәк булғанда ғына йөрөй.
Сауҙәгәр Федор Горячев, Перовскийға ярарға теләп, тирмәнде бик аҙ ғына хаҡҡа ҡуртымға ала, әммә уны бер йылдан ары тотмай. Тирмән әллә яҙ көнө Урал йылғаһы ташҡан саҡта емерелгән, әллә уны һүтеп алып ҡына киткәндәр. Горячев помещик Хоменконан ябай һыу тирмәнен ҡуртымға ала, уны сифатлы он тарттырыу өсөн көйләп, яҡшы килем ала башлай, ә хужаға ҡуртым өсөн 4000 һум ассигнация (1115 һум көмөш аҡса) түләй.
Ер эшкәртеү һәм урмансылыҡ училищеһына ҡаршы (хәҙер бында ғәскәри казак арсеналы) урынлашҡан ағастан һалынған икенсе тирмән казак аҙыҡ-түлек капиталы иҫәбенә төҙөлә һәм ат көсө менән эшләргә тейеш була. Перовскийҙың тәүге идаралығы осоронда ул бер аҙ эшләгән, әммә уны эшләтеүгә тотонолған сығымдарҙы ҡаплай алмаған. Генерал Обручев ваҡытында уның эше туҡталып тора. Бина буш тора йә иһә ғәскәри начальствоның ҡушыуы буйынса икенсе бер маҡсаттарҙа файҙаланыла. Граф Перовский икенсе тапҡыр килгәс, был тирмән яңынан эшләй башлай; Нижегород губернаһынан килтерелгән оҫта, крәҫтиән-тирмәнсе тирмәндән ҙур килем алып буласағына ышандыра. Тирмәнде төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленә, оҫтаға йылына 350 һум көмөш аҡса менән түләү ҡарала, тарттырыр өсөн байтаҡ ҡына бойҙай һатып алына. Тирмән эшләй башлай, әммә вәғәҙә ителгән килем урынына зыян ғына күрелә, сөнки ондоң сифаты үтә насар була. Тирмәнсе ҡасып китә, тирмән эше буйынса хакимиәттә вазифаларын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыусылар ҙа табыла, һәм был тирмән дә ташлана.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.25 | Ҡаралған: 35

Киске Өфө
 

"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru