
Һикһәндең туғыҙын ҡыуып барған Усман бабай, мөйөштәге карауатында ятҡан урынынан тормай ғына, хәләл ефетенә өндәште: "Әбей, теге беҙҙең атай мәрхүмдәрҙең аҡланғаны хаҡында яҙылған гәзитте алып бирсе". Гәзиттең һарғайып бөткән әллә ҡасанғы был һанын күҙ ҡараһындай һаҡлап тота, ифрат та ҡәҙерлегә әйләнгән яҙманы әленән-әле алып уҡый ул. Әллә нисә тиҫтә йылдар үткәс кенә аҡланған золом ҡорбандарының алфавит буйынса төҙөлгән исемлегенән атаһының исем-шәрифен тағы бер мәртәбә ҡарап алыуын әллә ни күрә. Йөҙәрләгән фамилиялар араһынан оҙаҡ та эҙләмәй ул атаһын, сөнки Абдулов тигән фамилия унда иң тәүгеләрҙән тора. Нахаҡҡа хөкөм ителгән кешеләрҙең ғүмерен хайуандыҡы ҡәҙәре лә күрмәгән утыҙынсы йылдарҙағы төрмә "һөнәрселәре" уларҙы ла ана шулай алфавит тәртибендә яҙылған исемдәре буйынса сиратлап саҡыртып атҡандарҙыр, бәлки... Үҙен бына-бына ҡулға алырҙарын һиҙеп йөрөгән, балаларына "кулак Абдулов"тың фамилияһын ғүмер буйы йөрөтөүе ифрат та ауыр булырын күҙаллаған атаһы уларҙың барыһын да "Арыҫланов"ҡа төҙәттереүе генә лә шул замандың асылын ниндәйҙер кимәлдә һөйләй һымаҡ...
* * *
-Совет мәктәбе тик ярлы-ябағай өсөн. Кулак балаһына бында урын юҡ! - тине уҡытыусы башҡа балалар менән бергә беренсе синыфҡа уҡырға килгән Усманға. - Һине уҡырға алып, үҙемдең башымды төрмәлә серетәһем юҡ. Бар, ҡайт, өйөңә!
Был һүҙҙәргә ҡыйырһыған кескәй Усман һыңҡып илай-илай, өйөнә ҡайтып китте. Артында башҡа балаларҙың "кулак балаһы, кулак балаһы", тигән эләкләүҙәре ишетелде. Ихаталағы өй урынына ҡалған кескәй аласыҡҡа инеп, әсәһенең алдына башын ҡуйҙы ла, "Мине мәктәпкә алмайҙа-а-ар", тип тағы ла ҡысҡырыбыраҡ илай башланы... Өйҙәрен, атай йортон, яҙ уҡ тартып алғайнылар. Әсәһе, туғандары менән Усман ошо тар аласыҡ эсендә тороп ҡалды. Алты мөйөшлө өй, һарай, ул ғына ла түгел, өйҙәге барлыҡ ҡаралты-маҙар, иген, һауыт-һаба, бөтә булған кейем-һалымдарына тиклем ҡырып-һепереп тигәндәй алып киткәйнеләр. Оло ағаһы Әҙһәмгә тип әҙерләгән өйлөк бураны ла боҙоп, ике йөк аты егелгән оло арбаға тейәп, ҡайҙалыр ташып бөттөләр.
Кейем-һалым араһында киткән "ғаилә көмөшө"н ылаусыларға бирмәҫкә тырышып, ун биш йәшлек Кинйәбикә апаһы епкә теҙелгән тәңкәләренә үҙенең сибек һулдары менән йәбешкән килеш бер талай улар артынан "һөйрәлеп" бара бирҙе, тик еп өҙөлөп, көмөш ергә сәселде. "Экспроприаторҙар" ҡыҙҙы тупаҫ рәүештә ситкә этеп ебәреп, тәңкәләрҙе йыйырға тотондо...
Ә атаһы унан да иртәрәк "ҡулға алынды". Март урталары булғандар, мылтыҡлы кешеләр килеп, ауылдан тағы бер-ике кешене Баймаҡҡа алып киттеләр. "Минең атайым ямаҡ түгел, минең атайым - яҡшы!.. Теймәгеҙ атайыма!.." - тип мылтыҡ тотҡан ағайҙың салбарына йәбеште Усман. "Ярай, улым, илама, тиҙҙән ҡайтырмын. Әсәңде, ағайҙарыңды тыңлап йөрө, йәме", - тип йылмайған булды күҙҙәре йәшләнгән атаһы. Усмандан олораҡ булған Исмәғил, Әнүәр ағалары, әлбиттә, ҡораллы кешеләргә ҡаршы һүҙ әйтергә ярамағанлыҡты аңлағандарҙыр. Улары бер ни ҙә өндәшмәне. Биш йәшлек Зиннурҙы етәкләп, әле ике айы ла тулмаған Ынйыбикәне күтәргән әсәһе өнһөҙ генә илап тороп ҡалды...
Эргәләрендә барыһын да күреп торған кешеләр нишләп уның атаһын ҡурсалашып алып ҡалмайҙар икән, тип аптыраны Усман. Ана, йыш ҡына уларға инеп, эскесе иренә зарлана-зарлана үҙенең балаларына бер-ике һыныҡ булһа ла икмәк һорап алып йөрөгән апай ҙа өндәшмәй тик торасы... Уның һәр саҡ иҫерек ире хатта мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы. Балаларына һөт өсөн әлеге апайға бер һауын кәзәһен дә йәлләмәй биргәйне бит атаһы былтыр. Тик уның ата ялҡау ире ҡайҙалыр алып барып, кәзәне һатып эскән, тинеләр... Башҡа ауылдаштарына аҙ ярҙам иттеме уның ата-әсәһе? Хәйер, бер уның атаһын ғына алманылар бит инде. Хәллерәк тип һаналған байтаҡ ҡына өйҙәрҙән оҙаттылар "халыҡ дошмандарын"...
Ҡораллы һалдаттың һәр төрлө әрләшеүҙәренә лә ҡарамай, атаһын алып киткән конвойлы ылау артынан Сарҙаҡ тауын артылғансы эйәреп барҙы кескәй Усман. Яңы төҙөлә башлаған колхоз малдарын ҡарау эшенән бушана алмаған Әҙһәм ағаһы, сит ауылда тормошта булған Шәһиҙә апалары атаһы менән хушлаша ла алманы. Ошо китеүҙән аталары башҡаса ҡайтманы. Ул заман өсөн әҙәм балаһының ҡулға алынып та кире әйләнеп ҡайтмауы ғәҙәти хәл ине шул. Шуның өсөн дә, һис бер ғәйепһеҙ булыуҙарына ҡарамаҫтан, барыһы ла яҡындары менән бәхилләшеп китә ине.
Бер аҙҙан, иренең властар алдында бер ниндәй ғәйебе юҡлығын иҫбат итергә маташҡан әсәһен дә, башҡаларға үрнәк булһын өсөнмөлөр, өс көнгә Баймаҡ изоляторына ябып ҡуйҙылар. Шул арала әсәнән айырылған ике айлыҡ Ынйыбикә аслыҡтан, алһыҙ-ялһыҙ илауҙан, донъянан китте...
Аталарын "халыҡ дошманы" тип атауҙарына ҡайғы аша ғәжәпләнеү тойғоһо ла кисерҙе малай. Былтыр ғына ике-өс тиҫтәләгән йылҡыһының да бер бөртөгөн ҡалдырмайынса бирҙе бит атаһы калхузға. Барлыҡ һыйырҙарын, һарыҡтарын да биреп бөттөләр. Үҙенең бала уйы менән "колхоз" тигән нәмәне, баштараҡ, ғәйәт ҙур бер кеше һымаҡ итеп күҙ алдына килтерә ине бәләкәс Усман. Шуныса малын, хатта өйөн биргән кешене ни өсөн тағы ла "халыҡ дошманы" тип һанайҙар икән? Етмәһә, атаһына "кулак" тигән яман бер исем дә таҡтылар бит әле. Атайҙары кулак булғас, Усман да, уның туғандары барыһы ла "кулак балаһы" булып китте. "Кулак" тигән төшөнсәне лә бөтөнләйгә килбәтһеҙ, имәнесле бер кеше һымаҡ итеп күҙ алдына килтергән Усманды балалар урамда шулай тип атай башланы. Иң ҡыйырһығаны ана шуның өсөн дә булғандыр әле уның...
* * *
Матур йәшәгән саҡтарын да хәтерләй Усман. Саҡмағош йылғаһы буйындағы иркен йәйләүҙәрҙә ағалары алмашлап йылҡыларын һәм башҡа эреле-ваҡлы малдарын көтә ине уларҙың. Иренмәй, көн-төн тигәндәй үҙҙәре өсөн мал үрсетеп, эшләп түккән тирҙәре, әлбиттә, бушҡа булманы, етеш кенә йәшәнеләр. Ит, май-ҡаймаҡ, ҡатыҡтан өҙөлмәнеләр. Шуға алыштырып, Темәс баҙарынан ҡайһы саҡ башҡа ваҡ-төйәк тә алып килгеләй ине атаһы. Шуның өсөн дә, ҡайһы берәүҙәр ҡытлыҡ кисергәндә, уларҙың өйөндә икмәк тә һәр саҡ бар ине. Әсәһе Хөсниямал бигерәк тә кеше күңелле булды. Өйгә ингән кешене берәй ҡасан буш сығарғанын хәтерләмәй Усман. Йә бер аҙ май, ҡорот, икмәк, йә иһә ҡаҡлаған ит киҫәге тоттороп сығара ине ул ярлы-ябағаға. Ҡорбан байрамында бер-ике баш һарығын һуйып, бар ауылды тиерлек һыйлағандары Усмандың иң күңелле бала саҡ хәтирәләренең береһелер. Тик атаһы ғына тиҙерәк ҡайтһын ине лә, улар яңынан өй төҙөп, мал үрсетеп йәшәй башлаһындар ине. Әммә атаһы һаман ҡайтманы...
Инде егет ҡорона еткән Әнүәр ағаһы күптән түгел төҙөлгән колхозда эшләп, аҙ ғына булһа ла ҡурмаслыҡ иген дә әпкилгеләй ине. Тик көндәрҙән бер көндө ул эшкә киткән еренән өйгә әйләнеп ҡайтманы. Бер-нисә көндән уны ҡырҙа үле килеш таптылар. Үсле кешеләр сираттағы "кулак балаһын" үлтергәнсе туҡмап киткәндәр ине. Уны тикшереүсе лә, үлтереүселәрҙе фашлаусы ла булманы... Яратҡан Әнүәр ағаһы - ғаиләләге өсөнсө ҡорбан...
Ауыл урамынан, юлдан йөрөү ҙә тыйылған әсәһенә кескәй Усман менән Зиннурын туйындырып, астан үлтермәү мәсьәләһе торҙо. Ярай әле, Исмәғиле ун биш йәшенә етеп, колхоз малын ҡарай башланы. Ул үҙҙәре йәшәгән аласыҡ өйөнә яғырға сытыр-мытыр ҙа алып килгеләй. Кулак балаларына ярҙам иткәндәрен белеп ҡалып, үҙҙәренә берәй бәлә-ҡаза булып тороуҙан ҡурҡҡан ауылдаштары араһында шулай ҙа яҡшы кешеләр ҙә табылды. Йә береһе, йә икенсеһе бер аҙ ғына булһа ла ашарға биреп, астан үлмәй генә ҡыш сыҡтылар. Бындай көнгә ҡалған бер улар ғына түгел ине шул. Бөтә ил шундай хәлдә ине бит. Йәй көндәре, әлбиттә, еңелерәк. Ҡырҙа һарна, ҡуян тубығы, ҡаҡы, балтырған, ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ кеүек ашарға яраҡлы үҫемлектәр күп кенә үҫә. Шулай шаҡтай ыҙалыҡтар менән булһа ла көн күреүен дауам итте улар…
Заманалар ниндәй генә ауыр, ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, Ер йөҙөндә яҡшы кешеләр һәр саҡ табыла, күрәһең. Күрше Этҡол ауылы уҡытыусыһы Ғөбәйҙулла ағай үҙенә оло ҡурҡыныс янай тип торманы, "кулак балаһы" булыуына ҡарамаҫтан, инде һигеҙ йәше тулған Усманды беренсе синыфҡа уҡырға алды. "Бәлиғ булмаған баланың бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ", тине ул был хаҡта үҙенә өндәшкән кешеләргә. Ғөбәй ағай (ауылдаштары уны шулай тиеп кенә йөрөттө), ул саҡта ифрат ҙур, ҡыйыу эш атҡарған, тип әйтергә лә булыр ине. Сөнки, бындай кеше хаҡында кемдер берәү властарға анонимка яҙған хәлдә лә, уның "кулактарға ярҙам күрһәткәне" өсөн башы китеүе бик ихтимал ине бит...
Тормош үҙ яйы менән бара бирҙе. Усман мәктәпкә барған йылды Кинйәбикә апаһына ла бәхет йылмайҙы. Әле ун алты ғына йәш тулыуына ҡарамаҫтан, күрше Байым ауылынан уны егәрле, эшсән бер егет кәләшлеккә һоратты. Апаһы, алай ҙа, ялындырып торманы. "Өлөшөмә тейгән көмөшөм" тип сыҡты ла китте... Колхозда бригадир булып эшләгән ифрат та булдыҡлы Ишмөхәммәт Ғүмәров менән заманына күрә гөрләтеп донъя көтөп алды ла китте Кинйәбикә.
Аслы-туҡлы көйөнсә дүрт-биш саҡырым аралағы күрше ауылға йәйәүләп йөрөп уҡыны Усман. Шуға ҡарамаҫтан, мәктәптә үҙен ифрат та тырыш, һәләтле уҡыусы итеп танытты. Тик етенсе синыфты тамамлаған йәйҙә илгә фашист Германияһы һуғыш башланы. Нисек кенә теләмәһен, әммә Усман артабан уҡыуын дауам итә алманы. Инде ун биш йәше тулған үҫмер башҡа колхозсылар менән берлектә Ҡыҙыл Армиябыҙҙы аҙыҡ, кейем-һалым менән тәьмин итеү эшенә йомолдо. Һуғыштың тәүге көнөнән үк Әҙһәм һәм Исмәғил ағалары һуғышҡа алынды. Оҙаҡламай уларҙың һәләк булыуы хаҡында бер-бер артлы ике "похоронка" килде...
* * *
1943 йыл Усманға ла ун ете йәш тулды, көҙгә ҡарай инде уға "саҡырыу" тотторҙолар.
Октябрь урталары. Көндөҙ һәүетемсә йылы ғына торһа ла, төндә ерҙәге күләүектәр шекәрәләнеп туңа ла башланы. Фронтҡа алынғандар йыйылған көн ап-аяҙ, ҡояшлы. Этҡол ауыл советы янында байтаҡ ҡына кеше йыйылған. Байым ауылынан бала саҡтан белгән Хөсәйенов Нуритдин ҡорҙаш та бында икән. Бер-нисә ауылдан булған төрлө йәштәрҙәге ун бишләп кеше араһында Тәкәһуҡҡандан гармунсы Рәсүл ағай ҙа бар ине. Уны, һуғыш яраһы төҙәлеп бөткәнсе, тип, ике айға ғына ялға ҡайтарып торғандар. Бер аҙ аҡһаңҡырай. Хәрби кейемдә. Түшендә ике миҙалы ла бар. Уны күргәс, әле мыйыҡ та үҫеп етмәгән егеттәргә бер аҙ дәрт өҫтәлгәндәй булды. Өҫтәүенә, үҙенең тальян гармунын да алған бит әле. Әйтерһең дә, туйға йыйынған...
* * *
Өфө янындағы "Цыганская поляна"ла уҡсылар полкында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәрби белемгә өйрәнгәндән һуң, ҡырҡ өсөнсө йылдың декабрь баштарында әле ун һигеҙе лә тулмаған Усман фронтҡа оҙатылды. Нуритдин ҡорҙашы ла, нисектер, уның менән бер часкә, хатта бер взводҡа эләкте. Яныңда бер котелоктан ашап йөрөгән яҡташың булғас, әлбиттә, күңелгә бер аҙ йылы ла һымаҡ. Улар Белоруссия фронты ғәскәрҙәре составындағы Гвардия мотоуҡсылар бригадаһында автоматсы булып һуғышҡа инде. Көнсығыш Белоруссия ерендә ике ай самаһы оборона һуғышы алып барҙылар. Оҙайлы оборонаның ни өсөн икәненә, әлбиттә, һалдаттар барыһы ла төшөндө. Ғәскәр ниндәйҙер ҙур алышҡа көс йыя... Унан - һөжүм итеү, тағы оборона, бер аҙ сигенеү... Тағы һөжүм... Ҡыш, яҙ үтеп, ҡырҡ дүртенсе йылдың йылы йәйе лә килеп етте. Могилев өлкәһендәге Бобруйск ҡалаһы өсөн биш көн, биш төн буйына барған ҡаты һуғышта бик күп иптәштәрен юғалтты Усман. Уның күҙ алдында ярылғыс пуля Хөсәинов Нуретдин ҡорҙаштың уң ҡулын өҙөп алып китте. Уны ашығыс рәүештә медсанбатҡа, унан тылға оҙаттылар. Ҡайһы ҡаланы ниндәй эҙмә-эҙлектә алғандарын да инде әллә ни хәтерләмәй Усман. Ул азат иткән Бобруйск ҡалаһынан тыш, Барановичи, Калинковичи, Гомель, Речица... Ә эреле-ваҡлы ауылдарҙы инде һанап та бөтөрлөк түгел. Фашистар тарафынан бөтөнләйгә яндырылап, тик мейес мөрйәләре генә һерәйеп ултырған тиҫтәләгән ауылдарҙы күрергә тура килде.
Речица ҡалаһы йүнәлешендә барған һуғышты бөгөнгөләй хәтерләй ул. Эйе, бөгөнгөләй, сөнки ошо алышта уның һуғыш юлы ҡырҡа һынылыш кисерҙе. Уларҙың мотоуҡсылар полкы ҡаршыһында ятҡан немецтар, бар көстәрен һалып, кинәт кенә контратакаға күсте һәм Усмандарҙы ҡыҫырыҡлай башланы. Шул мәл, һул ҡулының беләгенә немец пуляһы килеп тейҙе. Ҡул һөйәген һындырып, үтә сығып та китте. Ятҡан килеш яраһын бәйләп бөтөүгә һалдат аңын юғалтты. Бәлки, аңһыҙ килеш оҙаҡ та ятмағандыр. Ул һушына килгәндә, уйһыуыраҡ урында, автоматының өҫтөндә йөҙтүбән ята ине. Яҡында ғына, ун биш-егерме аҙым тирәһендә ҡуйы урман башлана. Тирә-яҡ беҙҙең һәм немец һалдаттары мәйете менән тулған. Был ер ваҡытлыса дошман ҡулында икәненә тиҙ төшөндө Усман. Тәүҙәрәк килгән немецтар уны үлгәнгә һанап, үтеп тә киткәндәрҙер, әммә яҡында ғына ике дәү фриц күренде. Үҙ-ара ниҙер мығырҙап һөйләшә-һөйләшә, совет һалдаттарының мәйеттәрен типкеләп-тикшереп ҡарап китәләр. Автоматтан атып, яралыларҙы үлтереп йөрөйҙәр... Яй ғына баҫып килеүҙәренә ҡарағанда, былары - таҙартыусылар. Усман хәрәкәтһеҙ ҡалды. "Йә Раббым, ошо урында ғынамы минең үлемем... Әсәй…" Ошо минутта ул үлемен ҡаршы алырға әҙер ине. Ҡабырғаһына көслө тибеүҙән, ирекһеҙҙән ыңғырашты. "Хәҙер автомат очереды буласаҡ, һәм ул яҡты донъя менән хушлашасаҡ... Лә иләһә илләллаһ..."
Ниндәйҙер мөғжизә менән, немец атманы. Әллә патронын йәлләне, әллә ни... Тик береһе автомат төйҙәһе менән уның каска кейгән башына ғәйәт көслө итеп тондорҙо. Ә икенсеһе уң яҡ ҡалаҡ һөйәгенә бар көсөнә һуғыу менән Усман тағы ла һуштан яҙҙы, артабан ни булғанын белмәй. Үлде тип уйлап, фрицтар артабан киткәндәрҙер, моғайын... Күпмелер ятҡандан һуң, аңына килгәс, үҙен ошо мәлдә инде әсирҙәлер, тип уйланы. Һаҡ ҡына күҙҙәрен асып ҡараны. Тегеләр юҡ ине. Аллаһ Тәғәлә, бәлки, әсәһенең көн-төн ҡылған доғаларын ҡабул иткәндер... Ул - тере! Әсирҙә лә түгел! Автоматын ҡулына алды ла, бар көсөн йыйып, эйелә-боҫа яҡындағы урманға йүгерҙе. Партизан ояһы булған урманға ҡапылда тығылырға немецтар ҡурҡа икәнен ишетә-белә ине һалдат. Белоруссия урманы ла, Башҡортостандағы һымаҡ, һәр төрлө ашарға яраҡлы үҫемлектәргә бай икән... Ҡымыҙлыҡ, һарна, балтырған кеүек үләндәр, әлбиттә, Усманға бик-бик таныш. Ана шул һәр төрлө үлән менән генә туҡлана-туҡлана, өс көн, өс төн урманда аҙашып йөрөгәндән һуң, тамам хәлдән тайып, бер оло юлға килеп сыҡты. Шешенеп барған яралы ҡулы ла тәҡәтһеҙ әрней. Тән температураһы ла күтәрелгән буғай. Теге немец һуҡҡан уң ҡалаҡ һөйәге лә ныҡ ҡына ауырта, моғайын, ярсылғандыр... Кинәт машиналар геүелдәгән тауыш ишетелде. Тәүҙәрәк, юл ситендәге түңгәклеккә боҫто. Килә ятҡан техникалы ғәскәр, бәхеткә, үҙебеҙҙекеләр булып сыҡты. Хәлһеҙләнгән яралы һалдатты шунда уҡ ялан госпиталенә оҙаттылар. Госпиталдә ике айҙай ятып, яраһы уңалғас та, үҙенең часына ебәреүҙәрен үтенде. Әммә госпиталь начальнигы, оло ғына медицина подполковнигы: "Часыңды барыбер ҡыуып етә алмаясаҡһың, һалдат. Дары еҫен татыған һалдаттар бөтә частарға ла кәрәк. Ана, һине алырға бер артиллерист килгән", - тине. "Артиллерист һөнәрле түгелмен. Мин - пехотинец". "Ничего, солдат, научим", - тине артиллерия капитаны. Усманға кәрәк булған документ-фәләнде алдан әҙерләп тә бөткән булғандар икән. Уның менән бергә төҙәлеп сыҡҡан ете-һигеҙләп һалдатты "полуторка" машинаһына тейәп алып та киттеләр.
- Сулейманов, прими пополнение, - тине уларҙы оҙатып килеүсе капитан. - Һиңә иң яҡшыларын һайлап алып килдем, - тип шаяртты. Ләкин уның шаяртыуы үтә лә етди ине. Сөнки ул саҡтағы урыҫ офицерҙары әйтмешләй, "дары еҫен еҫкәгән" һалдаттар алғы һыҙыҡтағы һәр бер часта "на вес золота" ине.
- Ҡайҙан? - тип һораны йөҙгә үтә лә етди күренгән ҡара ҡашлы уҫал ҡарашлы өлкән лейтенант тап-таҙа башҡорт телендә.
- Баймаҡ районынан, - тине яҡташын осратҡанға күңелләнеп киткән Усман комбаттың түшендәге алтын йондоҙона ҡарап.
- Ниндәй һөнәрең бар?
- Автоматчик.
- Бында барыһы ла автоматчиктар. Заряжающий булырһың, әлегә. Старшина, һалдатты ҡабул итеп ал, - тип бойорҙо ла, етеҙ генә атлап, китеп барҙы.
Аҙ һүҙле, ҡыйыу батарея командиры ҡулы аҫтында хеҙмәт итергә эләгеүенә һөйөндө Усман. Сығышы буйынса Краснокама районынан булған Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы менән бергә хеҙмәт итеүенә һаман да һәр саҡ ғорурлана. Ҡурҡыу белмәҫ командирың, өҫтәүенә, үҙ башҡортоң янында һуғышыу, дәүеренә күрә, үҙе бер бәхет ине шул. Һалдаттар менән бер котелоктан ашап, бергә окоп төбөндә йоҡлап йөрөгән был яҡташы тәү күреүҙә генә уҫал тойолған икән. Ифрат та изге күңелле кеше булып сыҡты ул. Бер ҡасан да ябай һалдаттың көнкүрешенән ситкә тайпылманы. Һәр саҡ беренсе нәүбәттә шуларҙы ҡайғыртыр булды...
Инде хәҙер артиллерист булып киткән Усман тәүҙә снарядтар ташыны, унан танкыларға ҡаршы ата торған етмеш алты миллиметрлыҡ пушканың заряжающийы һөнәрен үҙләштерҙе. Шул арала төҙләп атырға ла өйрәнеп алды. Наводчик яраланып, госпиталгә ингәс, расчетта иң яуаплы тип һаналған төҙләп атыусы вазифаһына тәғәйенләнеләр. Шул расчеты менән һәр саҡ алғы һыҙыҡта, фашистарҙың башына етә-етә, шул уҡ ваҡытта үҙ иптәштәрен дә юғалта-юғалта, көҙгә Польша ерендә һуғыша ине инде ул.
Яңы 1945 йылды Польша ерендә ҡаршыланы. Үҙенең ояһына табан сигенгән һайын нығыраҡ ҡаршылыҡ күрһәтә ине немецтар. Люблин, Лодзь, Познань, тағы бер ике ҡаланы (исемдәре иҫендә ҡалмаған) һәм һанһыҙ күп ауылдарҙы азат итеп, сәнәғәт яғынан әһәмиәтле булған пункттарҙы, тимер юл селтәрҙәрен баҫып алыуҙа ҡатнашҡан частар составында фашистарҙы артабан эҙәрлекләне Усман. Ана шул алыштарҙың береһендә күрһәткән батырлығы өсөн юғары командующийҙың приказы менән өсөнсө дәрәжә Дан ордены менән наградланды.
Март айы көндәренең береһендә, инде Германия ерендә торған уларҙың позицияһына - алғы һыҙыҡҡа бер-нисә генерал һәм офицер оҙатыуында маршал Георгий Жуков килде. Һуғышсыларҙы дәртләндереү ниәте менән окопҡа төшкән был оло начальник башына кокардалы папаха, ә өҫтөнә күндән тышланған погонһыҙ ҡыҫҡа тун кейгән. Бер-ике һалдаттан ашау, кейем яғын һорашҡас, ни өсөндөр иғтибарын Усманға йүнәлтте. Бәлки, һалдаттар араһында иң йәше булғанғалыр, әллә урыҫ булмаған милләттән икәне күренеп торғанғамы икән... "Ҡайһы яҡтан һин, сынок?" тип һораны. Һалдат үҙенең Башҡортостандан икәнен әйткәс: "Башҡорттар ҡыйыу халыҡ, мин уларҙың батырлығын Петроградты Юденичтан һаҡлағандан һәм Польша фронтынан беләм. Салауат тоҡомдары бирешмәҫ. Тиҙҙән Берлинды штурмлаясаҡбыҙ. Алыш бик ҡаты буласаҡ", - тине.
"...Дошманды Польша еренән ҡыуып сығарҙыҡ, хәҙерге көндә немецтарҙың үҙенең ерендә һуғышабыҙ. Баш осонан снарядтар осоп тора. Берлин ҡалаһына 40 саҡырым ғына етмәй торабыҙ. Был ҡала ла тиҙҙән беҙҙеке буласаҡ... Әсәй, Ҡыҙыл Армияның еңеүен һорап, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылып ултыр. Мин ошо һуғышта юғалып ҡалһам да һис кенә лә ҡайғырмағыҙ. Аллаһ ҡушһа - үленер, ҡушмаһа - йөрөлөр…" Латин хәрефтәре менән әсәһенә яҙылған ошо өсмөйөшлө хаты әле булһа ла иң ҡәҙерле әйбер булып һаҡланып ята. Һалдаттың һуңғы хаты...
...Утыҙ беренсе март иртәһе. Тиҫтәләгән немец танкыһы Усмандарҙың нығынған позицияһына табан килә. Ике яҡтан да көслө атыш башланды. Дошмандың бер-нисә танкыһын яндырып өлгөргән уларҙың расчеты янында снаряд шартланы. Бар донъяның аҫты-өҫкә әйләнде. Унан тынлыҡ һәм ҡараңғылыҡ... Лә иләһә иллаллаһ... Усман сираттағы мәртәбә яҡты донъя менән хушлашты... Башҡа бер ни ҙә хәтерләмәй ул. Тәүҙә эвакогоспиталь, унан Новосибирск ҡалаһындағы тыл гопитале, башынан һәм эске органдарынан снаряд ярсыҡтарын алыу буйынса әллә нисә ҡатмарлы операция...
* * *
Шинель скаткаһын яуырын аша элеп, арҡаһына вещмешок аҫҡан, башына пилотка, аяғына кирза итек кейгән Усманды Ҡуяндар ауылынан өс-дүрт йөҙ метр арала ятҡан Сарҙаҡ тауы итәгенә тиклем ике санитар оҙатып килде. Санитарҙарҙың ни өсөн шунан ары үтеп, ауылға инмәгәндәре ошо көнгәсә сер булып ҡалды. Ҡабалан булғандарҙыр, күрәһең...
Һай ғына булған Саҡмағош йылғаһы аша кисеп сығып, әсәһе уны ҡосаҡлап алды.
- Ҡайттыңмы, балам?.. - Баштараҡ, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмайыраҡ торҙо инде ғәзизенең ҡайтырына өмөтөн өҙгән Хөсниямал инәй. Сөнки һуғыш тамамланыуға ла ике ай самаһы үтеп киткән, тере ҡалған яугирҙар барыһы ла тиерлек ҡайтып бөткән...
Әсәһенең шул мәлдәге илаулаған йөҙөн генә бер аҙ хәтерләй Усман. Әммә тауышын ишетмәне. "Һаумы, әсәй!" тип әйтергә лә уҡталды ул, әммә "һа... һа..." тигән генә өндәр сығара алды. Немец танкыһы снаряды ярсығы ингән баш мейеһенең ауыр контузияһы уны ҡолаҡтан һәм телдән дә яҙҙырған. Бөтә Европаны йәйәүләп, йә иһә шыуышып тигәндәй үткән, сәстәре салланып өлгөргән был яугирға ун туғыҙ ғына йәш ине...
Контузиянан әле арынып етмәгән, ымлап ҡына һөйләшә алған яугир һуғыш йылдарында бөлгөнлөккә төшкән ауыл хужалығын күтәреүгә ең һыҙғанып тотондо. Һуғыш тамамланып ике йыл да үтеп китте. Бер көн колхоз йомошо буйынса Темәстән алыҫ булмаған Әмин ауылына килде Усман. Унһыҙ ҙа көнгә янған битенә саң ултырған, ҡырмыҫҡа һымаҡ унда-бында етеҙ генә йүгереп, иген тогында эшләп йөрөгән ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, йәтеш кәүҙәле йәш кенә мөләйем һылыу ҡыҙға бер ҡарауҙа ғашиҡ булды ла ҡуйҙы егерме беренсе йәш менән барған егет. Ымлап булһа ла һөйләшеп, былтыр ғына Молотов өлкәһендә ярты йыл хеҙмәт әрмеһенең әсе-сөсөһөн татып ҡайтҡан ун ете йәшлек Раҡия менән танышып, бергә тормош ҡорорға килештеләр...
Ҡырҡ йылдан ашыу колхоз эшендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡты Усман олатай. Шул йылдарҙа әкренләп ишетә, һөйләшә лә башланы. Раҡия инәй менән иңгә-иң терәшеп, ифрат та татыу ғаилә булып, 68 йыл бергә йәшәне улар. 8 бала үҫтереп, 21 ейән һәм ейәнсәрен, алтмышлаған бүлә-бүләсәрен күреү бәхетен насип итте Аллаһ Тәғәлә уларға. Етмешенсе йылдар аҙағында, хөкүмәттең ваҡ ауылдарҙы бөтөрөү буйынса сираттағы сәйәсәтенә ярашлы, Ҡуяндарҙан күрше Байым ауылына күсеп килде улар. Йорт-ҡураны бөтөнләйгә емереп, күсенеп, яңынан төҙөү мәшәҡәттәре шаҡтай ауыр булһа ла, башҡа әллә күпме ҡыйынлыҡтар күргән кешегә быныһы ғына әле түҙерлек икән... Утыҙынсы йылдары емертелгән Байым мәсете урынына яңынан ғибәҙәт йорто төҙөүгә лә ифрат әүҙем тотондо Усман олатай. Хәлитов Зәки, Вәлиев Әнүәр олатайҙар менән берлектә, башҡа ауылдаштары ярҙамында туҡһанынсы йылдар башында бынамын тигән өр-яңы мәсет тә төҙөп ултырттылар...
Әйткәндәй, әлеге яҡташ командиры менән туҡһанынсы йылдар башында Өфө ҡалаһында ҡабаттан осрашты ул. Гәзит аша хәбәрләшеп, бер-береһен тапҡас, Башҡорт АССР-ының финанс министры вазифаһынан хаҡлы ялға сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы үҙенең һалдатын ҡунаҡҡа саҡырғайны. Кеселекле һәм кешелекле кеше ғүмер буйына шулай булып ҡала икән ул. Командиры уны үҙенең өйөндә өс көн башҡортсалап ҡунаҡ итте. Һуғыш яланындағы хәтирәләрен, яуҙа һәләк булған иптәштәрен иҫкә алдылар. Ҡала музейҙарына, Туҡай урамындағы мәсеткә алып йөрөнө уны Шәриф Сөләймән улы. Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы тигәндәй, оҙаҡламай Усман да командирын саҡырырға ниәтләп, һарыҡ һимертеп йөрөгән саҡта гәзит аша ҡайғылы хәбәр алды. Етмеш бишенсе йәш менән барған башҡорт ҡаһарманы Шәриф Сөләймән улынының йөрәге тибеүҙән туҡтаған икән…
Ауыр контузия эҙемтәһе - әленән-әле баш әйләнеү өйәнәктәренән ғүмер буйы яфаланған яугир, отставкалағы гвардия ефрейторы Арыҫланов Усман Дәлхә улы йыл да Еңеү көнө байрамына беренсе дәрәжә Ватан һуғышы, өсөнсө дәрәжә Дан ордены һәм башҡа ун бишләп миҙал тағылған хәрби форма кейеп, ауылдаштары менән осрашырға клубҡа йөрөнө. Яугир ауылдаштарының барыһын да ерләп бөткәс, иң һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 89-сы йәшендә (2014 йыл) вафат булды. Ауылдаштары, туғандары уны Ҡуяндар зыяратында ерләне. Усман олатайҙың хәләл ефете - Байым ауылында иң һуңғы тыл ветераны булған Раҡия инәй Ғиниәт ҡыҙы үҙе 2024 йылдың ғинуарында, 93-сө йәшендә донъя ҡуйҙы. Бөгөнгө көндә уларҙың ике ейәне МХО-ла хәрби бурысын үтәй.
Йәшләй генә атайһыҙ ҡалған Усман олатайҙың башта иҫкә алған апаһы - Кинйәбикә инәйҙең дә балалары бөгөнгө көндә илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә тормош көтә. Уның бер улы хаҡында айырып әйтке килә. Баймаҡ районында ғына түгел, республикала исеме билдәле булған арҙаҡлы шәхес ул. Һәләтле, абруйлы хирург, медицина фәндәре кандидиты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Миңлеғәле Ишмөхәммәт улы Ғүмәров үҙ ғүмерендә меңәрләгән кешенең һаулығын, ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ иткән. Усман олатайҙың ана шул туғаны һәм ауыл хакимиәте тырышлығында ауылда ике обелиск төҙөлгән. Икеһендә лә оҙон-оҙон исемлектәр. Уларҙың береһе утыҙынсы йылдарҙағы золом ҡорбандарына, ә икенсеһе - Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырында ятып ҡалған ауылдаштарға арналған. Ике исемлек тә күпләп теҙелеп киткән Абдулов һәм Арыҫланов фамилиялары менән башлана…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы подполковник.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА