
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон...
Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."
(Фәрит Иҫәнғолов "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)
Әбйәлил районы Күсем ауылындағы обелиск - халыҡ инициативаһы менән 1967 йылда районда иң тәүгеләрҙән булып төҙөлгән хәтер һәйкәле. Ул Бөйөк Ватан һуғышына киткән 76 яугир араһынан, ҡаһармандарса һәләк булып, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта алмаған 41 ауылдашыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арнап ҡуйылған.
Изге эштең башында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хөрмәтле уҡытыусы Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов, ауылдың әүҙем ир-егеттәре Хәҙис Ғайсин, Мостафа Хәйбуллин, уҡытыусылар М. Зәйнуллин, Әүхәҙей Мурзин, колхозсылар Иһәш Атауллин, Мәжит Хәйруллин тора. Уларҙың башланғысын ауыл халҡы дәррәү күтәреп ала һәм обелискты эшләп тә ҡуя, текмә тотоп, кәртәләп алалар. Обелискты асыу тантанаһында Ғүмәр Ғилман улы 41 яугирҙең исемлеген уҡый. Бер ғаиләнән генә өс кешене тартып алған һуғышты халыҡ берсә ҡәһәрләһә, берсә ул яугирҙарҙың исеме ташҡа уйылып яҙылыуына ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Район гәзитендә сыҡҡан мәҡәләлә Ғүмәр Ғилман улының түбәндәге һүҙҙәре бар: "Бер ҡасан да онотолмаҫлыҡ иҫтәлекле ваҡиға булды. Күрше-тирә ауылдарҙан, ял йорттарынан йөҙәрләгән кеше, төрлө яҡтарҙа йәшәгән ауылдаштар һәм район үҙәгенән саҡырылған ҡунаҡтар килде. Йыйын ҙур булды. Әйтерһең дә, бөтә халыҡ яу ҡырынан ҡайтып килгән батырҙарын ҡаршы алды. Әйтерһең дә, халыҡ алдында батырҙар теҙелеп баҫҡан..."
Ауыл уртаһынан ағып ятҡан, хәҙер инде кескәй генә, әммә мәлендә киң йылға булған Бикембәттең текә ярында ҡалҡҡан обелиск яуҙан ҡайтҡан ветерандар, һәләк булғандарҙың туғандары өсөн иҫтәлек кенә түгел, һәр ваҡыт йәш быуынға тәрбиә һабаҡтары бирер изге урын да булды. Йыл һайын уның эргәһендәге майҙансыҡта мәктәп уҡыусыларын октябрятҡа, пионерға алыу тантаналары үтер ине. Шул уҡ балалар, обелискыны шефлыҡҡа алып, уны уҡытыусылары менән бергәләп тәрбиәләп торҙолар. Йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөндә ауылыбыҙҙың осонан урам буйлап ошо изге урынға тиклем оркестр уйнап килер, уның артынан бихисап бала, йәштәр эйәрер булды. Ауыл халҡының һәммәһе лә, олоһо-кесеһе, байрам тантанаһына эркелешеп килде.
Бөйөк Ватан һуғышынан ауылыбыҙҙың 76 ҡаһарманы араһынан 35-е, Еңеү яулап, тыуған яҡтарға ҡайта. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Күсемдән 4 ветеран яу юлын үтә, уларҙың береһе - милләтебеҙҙең аҫыл улы, полк командиры, Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Тайып улы Кусимов. Ауылыбыҙҙың ғына түгел, данлы тарихыбыҙҙың ғорурлығы булған Таһир Кусимовҡа тыуған нигеҙендә музей асылған. Уға тиклем Ғүмәр Ғилман улы ауылдың башланғыс мәктәбендә Дан мөйөшө булдыра, артабан, бар фиҙакәрлеген һалып, батырыбыҙҙың исемен лайыҡлы юғарылыҡтарға күтәреүгә өлгәшә.
Бөйөк Ватан һуғышынан еңеү менән ҡайтҡан ветерандарыбыҙ үҙҙәре беҙҙең арала булды, ә фотоһүрәттәре һәр ваҡыт халыҡ тупланған учреждениеларҙа күҙ алдында эленеп торҙо. Ул яугир олатайҙар, берәм-берәм беҙҙе ҡалдырып китеп, ауылыбыҙҙың һуңғы ветераны Ғүмәр Ғилман улының мәрхүм булыуына һигеҙ йыл үткәс, 2015 йылда, әүҙем ауылдаштарыбыҙ йәнә ошо ветерандарҙың да исемдәрен обелискыла мәңгелләштереү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Ә башҡалар, шулай уҡ ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ тәҡдимде күтәреп алды һәм ғәмәлгә ашырып та ҡуйҙылар.
1967 йылда обелискының нигеҙенә киләсәк быуындарға хат яҙып һалынған була. Ошоно иҫтә тотоп, яңыртҡанда тағы бер мөрәжәғәт ҡалдырырға хәл итте ауылдаштарым. Ул хатты миңә яҙырға насип булды.
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА