
Халыҡ ижады тарих һөйләй, күптән булған, йә күп ваҡыт та уҙмаған ваҡиғаларҙы сағылдыра. Шуның өсөн халыҡ ижадына бик тә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу, уларҙы йыйып, йәш быуынға еткерергә, аңлатырға кәрәк. Бына мин дә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам иткән көндәрҙә Белорет районы Татлы ауылында тыуып үҫкән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған, оло хөрмәткә лайыҡ инәйҙәрҙең йырҙарын, сеңләүҙәрен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксе булдым.
Зөлфиә Лоҡман ҡыҙы Маннанова 1917 йылдың 7 ноябрендә Татлы ауылында тыуған. 1933 йылда Фәррәх ағайға кейәүгә сыға. Ире һуғышта биш йыл йөрөп ҡайта һәм күп тә үтмәй, ҡаты ауырыуҙан донъя ҡуя. Зөлфиә Лоҡман ҡыҙы һуғыш ваҡытында төрлө ауыр эштәр башҡара. "Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә..." тип йырлай бит йырсы. Зөлфиә апайҙарҙың да күңел йыуанысы булғандыр йырҙар ул замандарҙа.
Бейек кенә тауҙы менгән саҡта
Таймаҫ та ғына итек булһасы.
Ошо ла тормош, һай, һәйбәт саҡта
Кис тә булмаҫтай көндәр булһасы.
Һайлап алып ҡына менһәң ине
Яҡшы ғына аттарҙың турыһын.
Әллә барып та күрәйем микән,
Мәскәү ҙә генә тигән гурытын.
Алтын да ғына микән был донъя
Көмөш тә генә микән был донъя.
Ҡәҙерҙәрен белеп көткән йәштәргә,
Гөл-сәхрә лә микән дә был донъя.
Кесе Инйәр буйы туғай - туғай,
Туғайында һайрай бер турғай.
Шул турғайҙай булып һайрар инем,
Тел асҡысы ла бирмәй шул Хоҙай.
Ҡафия Хөсәйен ҡыҙы Моталлапова 1913 йылдың 13 февралендә Татлы ауылында тыуған. Уларҙың бәхетле йәшлеген ҡәһәрле һуғыш селпәрәмә килтерә. Тормош иптәше Ғәбит ағай һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай, Тыуған ил өсөн башын һала. Шуныһы фәһемле: улар шиғыр юлдары менән бер-береһенә тәрән мөхәббәттәрен белдереп, өҙөлөп-өҙөлөп хаттар яҙышҡан. Ҡафия инәйҙең иренә яҙған йыр-таҡмаҡтары.
Ай яҡтыһы ла бит бик үк яҡты -
Боҙ өҫтөнән үткән юл кеүек.
Башҡайымда ла уйым юҡ кеүек,
Йөрәккәйем яна ут кеүек.
Ағиҙелкәй һыуҙың аҡ күпереген,
Ҡулҡайыңа алып һабын ит.
Ярһыма ла йөрәк, ай, ярһыма,
Хоҙай ҡушҡан эшкә сабыр ит.
Урам осҡайынан берәү килә,
Үҫкән үлән менән тиң булып.
Рәхәтләнеп кеше донъя көтә,
Һөйгән йәре менән тиң булып.
Бәләкәс кенә минең дүнәнем,
Дүнәнемә күрә йүгәнем.
Донъя ҡыуанысын күрмәүемде,
Үҙ яҙмышҡайымдан күрәмен.
Һауаларҙан килә ике ҡошҡай,
Ҡанат осҡайҙарын талдырып.
Ирке менән ирем китмәҫ ине,
Дүрт балаһын яңғыҙ ҡалдырып.
Беҙҙең урамдарҙан, ай, арҡыры,
Ағып ята һыуҙың һалҡыны.
Китте яныҡайым, ай, яҡыным,
Яна шул йөрәгем ялҡыны.
Урман, тау-таштарҙы яңғыратып,
Ишетелә машина тауышы.
Шул машинаға ултырып китте,
Ҡайҙа ла икән ризыҡ яҙмышы.
Ғәбит ағайҙың һуғыштан яҙған шиғри хаттарынан өҙөк:
Үткән йәйҙә бесән саптым,
Түңәрәк күл итәген.
Күңел генәм һиҙеп торған,
Башҡайымдың китерен.
Һинең ҡашҡынайың бигерәк нәҙек,
Әллә алдырҙыңмы ҡашыңды?
Яндарыңа килһәм, киткем килмәй,
Әллә әйләндерҙең башымды?
Эй, йәнем, һин - ер еләге,
Күктә күгәрсенем һин.
Һауаларҙа, йыһандарҙа,
Теләгән теләгем һин.
Ҡафия инәй Ғәбит ағай һәләк булғас яҙған:
Ағастар япраҡ ярыр яҙ булғас,
Тупраҡ алды, ғүмере аҙ булғас.
Илама ла башым, ай, һыҡтама,
Нисек итәң, ғүмере аҙ булғас.
Йүгереп кенә сыҡтым үңергә,
Күк үләнкәй үҫкән күпергә.
Байтаҡ та ғына ғүмерем үтеп китте,
Бәрәкәт бирһен ҡалған ғүмергә.
Һандуғасҡай һайрай, ай, суҡ-суҡ, тип,
Ҡунар ботаҡҡайым юҡ-юҡ, тип.
Һандуғасҡай һайрай, мин илайым,
Бәхеткәйҙәрем, ай, юҡ-юҡ, тип.
Һауаларҙа оса, ай, күбәләк,
Ҡанат осҡайҙары түңәрәк.
Уйнап ҡына көлөп йөрөүемдән,
Һыҡтаған саҡтарым күберәк.
Юл буйынан да, ай, юрғалай,
Аяҡҡайы ҡыҙыл күгәрсен.
Илама ла башым, ай, һыҡтама,
Рәхәт көндәр әле күрерһең.
Франгил ҒӘЛИЕВ,
хеҙмәт ветераны.
Межгорье ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА