
Ошо көндәрҙә Өфөлә тағы бер оло йыйын - Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте. Унда әйтелгән төп фекерҙәр һәм һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәләре тураһында бер кәлимә һүҙ.
Быйыл съезда Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләренең, Ханты-Манси автономиялы округы, Ҡаҙағстандан килгән мәктәп, балалар баҡсаһы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар "Аҡбуҙат", "Гөлөстан", "Һомай", "Иҙел", "Самрау", "Урал батыр", "Шүлгән", "Аҫылташ", "Йәншишмә" тип һәр кемебеҙҙең ҡолағына ятышлы нарыҡланған майҙансыҡтарҙа фекер алышты. Унда башҡорт телен балалар баҡсаһында өйрәнеү, уҡытыу методикаһы, цифрлаштырыу, йәш педагогтарға ярҙам итеү, балаларҙы китап уҡыуға һәм башҡорт әҙәбиәтенә ылыҡтырыу, башҡорт теле һәм Башҡортостан тарихы дәрестәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү, полилингваль белем биреү, Башҡортостандың мәҙәниәте һәм тарихы, дәүләт алып барған тел сәйәсәте темалары күтәрелде. Һәр майҙансыҡта сығыш яһаусылар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ҡыҙыу фекер алышыу һәм аралашыу барҙы. Төп һәм барыһы өсөн дә мөһим һорауҙар, тәҡдимдәр йыйындың йомғаҡлау өлөшөндә яңғыратылды һәм һәр береһе буйынса Башҡортостан Башлығының яуабы, аңлатмаһы алынды.
Өфө ҡалаһының 18-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы-2024" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе Әлиә Ишдәүләтова, мәҫәлән, "Аҡбуҙат" проекты селтәрен индереү кәрәклеге тураһында һөйләне. "Әлеге көндә был мәғариф программаһы Башҡортостан Башлығы гранттар фонды ярҙамында Өфөнөң 5 балалар баҡсаһында бойомға ашырыла. Ул ете модулдән тора һәм башҡортса һөйләшергә, атай-әсәйҙәрҙе йәлеп итергә, башҡорт фольклоры, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белемдәрен арттырырға ярҙам итә. Проект атамаһы "Урал батыр" эпосынан алынған. Балаларҙы уның өлгөһөндә тәрбиәләү мөһим тип иҫәпләйем, барлыҡ муниципалитеттарҙа ла "Аҡбуҙат" проектын бойомға ашырырға кәрәк", - тине съездың йомғаҡлау өлөшөндә сығыш яһап Әлиә Риза ҡыҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм уның буйынса эште республиканың Мәғариф министрлығына йөкмәтте.
Йәш педагогтарҙы һәм буласаҡ уҡытыусыларҙы бергә туплау, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн йәйге педагогик кәңәшмә уҙғарыу мөмкинлеген ҡарау мәсьәләһе лә күтәрелде. Был турала "Смарт" Республика полилингваль күп профилле гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наҙгөл Хәбибуллина телгә алды. Йәш педагог быйыл республикалағы төп һөнәри конкурста еңеүсе лә булғайны, бик илһамланып телмәр тотто һәм "Туған телдәр буйынса иң яҡшы методист" тигән республика конкурсы үткәреү ҙә маҡсатлы булыр ине, тигән фекер еткерҙе. Республика етәксеһе йәш белгестәрҙе туплаясаҡ йәйге кәңәшмәне шунда уҡ хупланы.
Китап уҡыуға һәм башҡорт әҙәбиәтенә йәш быуындың иғтибарын арттырыу өсөн бик күп саралар күрелеүен беләбеҙ, әммә өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға ярамай. Шуға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажиндың тәҡдимен барыһы ла дәррәү хупланы. Ул балалар араһында яҙыусылыҡҡа һәләте булған балаларҙы билдәләү һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән республика конкурсы ойошторорға, еңеүселәрен илдең алдынғы вуздарына маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ебәрергә кәрәк, тине. "Әйҙәгеҙ был конкурсты телгә бәйле берәй мөһим датаға арнап үткәрәйек. Беҙ вуздар менән маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡытыу мәсьәләһен ҡарарға әҙер. Кәрәк булһа, талантлы йәштәрҙе уҡытыуға финанс йәһәтенән дә ярҙам итергә булыр", - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Илһөйәрлек һәм ватансылыҡ темалары ла съездың үҙәгендә булды. Бында "Шайморатов кластары" проектының әһәмиәте, һөҙөмтәләре тураһында һөйләнеләр һәм ошо кластарҙа уҡыған балаларҙа 9-сынан һуң махсус таныҡлыҡтар тапшырыу яйын ҡарарға тәҡдим ителде. Был уҡыусыларҙы дәртләндерер ине, тип иҫәпләй Р. Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы директоры Дилә Фәтҡуллина.
Бөгөн башҡорттар тураһында бар донъяға танытҡан "AY YOLA" төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов балалар менән ғаиләлә башҡортса һөйләшеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләне һәм ул анимацион фильмдар, йәнһүрәттәр төшөрә алыр үҙебеҙҙең башҡорт белгестәрен бәләкәйҙән - Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһында әҙерләй башларға тәҡдим итте.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 16 - 22 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА