СЦЕНАРИЙ БЕР ҮК...
актерҙар ғына башҡа
Бөгөн бар донъя йәмәғәтселегенең иғтибары Украинаға төбәлгән. Хатта ошо фонда Ҡышҡы Олимпия һәм Паралимпия уйындары ла, нисектер, икенсе планға күскәндәй булды. Бары тик Украинаның биатлонсы ҡатын-ҡыҙҙарының эстафеталағы триумфаль еңеүе генә: "Беҙ көрәшәсәкбеҙ әле!" - тигәнгә ишара һымаҡ ҡабул ителде.
Эйе, Украинала хәлдәр ҡатмарлы, әммә уны бер дәүләт проблемаһы ғына тип ҡарарға ярамай. Тарихтан мәғлүм булыуынса, бөйөк держава булған Рәсәйҙе нисәмә быуаттар буйына бер генә дошман да яулай алмай. Әммә һөжүм бер туҡтамай дауам итә. Уның алымдары быуаттар дауамында алышынып торһа ла, маҡсат бер - Рәсәйҙе нисек тә булһа тарҡатырға, көсһөҙләндерергә. Бөгөн Украинала барған ваҡиғалар ағышында ла Германияның беренсе канцлеры Отто фон Бисмарктың абруйлы фекере көнүҙәк булып ҡала: "Рәсәйҙең ҡеүәте, - ти ул, - унан Украинаның айырылыуы менән генә бөтөргә мөмкин... Украинаны Рәсәйҙән айырырға ғына түгел, уларҙы - бер халыҡтың ике өлөшөн - бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйырға һәм туған-туғанды үлтергәнен күҙәтергә кәрәк. Бының өсөн бары тик милли элита араһында һатлыҡ йәндәрҙе табырға һәм артабан үрсетергә, улар ярҙамында бөйөк халыҡтың бер өлөшөнөң үҙаңын шундай кимәлгә еткәнсе үҫтерергә кәрәк, ул рустыҡы булған бөтөн нәмәне, үҙенең ырыуын, аңын-тоңон уйламайынса, күрә алмай башлаясаҡ. Ҡалғаны инде - ваҡыт эше".
Бынан 8 йыл элек - 2006 йылдың 11 мартында "демократик төрмә"лә вафат булған Югославия президенты Слободан Милошевичтың һуңғы интервьюһы бөгөн бигерәк тә актуаль һымаҡ. Украиналағы ваҡиғаларҙы йылдар призмаһы аша ҡарағанда, Милошевичтың фараздары, алдан күреүсәнлеге украин халҡы өсөн набат булып яңғырағанлығына инанаһың. Әммә уны ишетеүсе генә булмаған. Бөгөн интернет селтәрендә урын алған ошо интервью һәм Милошевичтың яҙмышы - Көнбайыштың һүҙенә, уның алдаштырыуҙарына мөкиббән китеп ышаныусыларға һабаҡ булып тора: "Рустар! Мин әле барлыҡ рустарға мөрәжәғәт итәм, - ти Слободан Милошевич. - Балканда Украина һәм Беларусь халҡын рустарға индерәләр. Беҙгә ҡарағыҙ һәм иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ: саҡ ҡына йомшаҡлыҡ күрһәтеп, бүлгеләнһәгеҙ, һеҙҙе лә беҙҙең яҙмыш көтә. Көнбайыш - ҡоторған эт кеүек һеҙҙең боғаҙығыҙға йәбешәсәк. Туғандар, Югославия яҙмышын онотмағыҙ! Үҙегеҙ менән шулай эшләргә ирек бирмәгеҙ! Сит ил йоғонтоһо аҫтында эш-ләгән хөкүмәттәре менән сикләнгән суверенитет хәлендә ҡалған барлыҡ илдәр тиҙ арала хәйерсегә әүерелә. Йәмғиәт һәм дәүләт милке шәхси ҡулдарға күсә, әммә был милектең хужалары булып, ҡағиҙә булараҡ, сит ил граждандары торасаҡ. Лояллек һәм килешеү юлы аша милек хоҡуғын һатып алыусылар ташлама булыр, ләкин уларҙың милли һәм кешелек намыҫы тураһындағы күҙаллауҙары бөтөнләй икенсегә әүерелә. Иң ҡиммәт милли байлыҡтар бындай шарттарҙа сит ил милкенә күсә, ә әлегә тиклем уға хужа булыусылар үҙ тыуған ерендә сит ил фирмаларына хеҙмәт итәсәк. Милли түбәнһетеү, дәүләтте тарҡатыу һәм социаль емерелеү менән бер рәттән, төрлө социаль патологиялар күҙәтеләсәк, улар араһында енәйәтселек беренсе урында торасаҡ. Был - буш күҙаллауҙар түгел, ошо юлды үтеүсе һәм унан тайпылырға тырышыусы илдәрҙең тере тәжрибәһе. Криминалдың баш ҡалаһы көнбайышта түгел, ә Европаның көнсығышында.
Марионетка хөкүмәттең төп бурыстарының береһе - әгәр шундайҙар власҡа килә ҡалһа - милли үҙаңды юҡҡа сығарыу. Тыштан идара ителгән дәүләттә, тәү сиратта, үҙенең тарихы, үткәне, йолалары, милли символдары, ғөрөф-ғәҙәттәре, бик йыш әҙәби телдәре менән бик тиҙ хушлашалар. Тәү ҡарашҡа һиҙелерлек булмаған, әммә милли үҙаңды бик һөҙөмтәле һәм ҡәтғи һайлап алыу милли кухняның бер нисә аш-һыуына, ниндәйҙер йыр-бейеүгә, аҙыҡ-түлек һәм косметика тауарҙарына ҡушылған милли батырҙар исеменә ҡайтып ҡаласаҡ. XX быуатта бөйөк державалар тарафынан ниндәйҙер дәүләттең территорияһын баҫып алыуҙың эҙемтәһе булып ошо дәүләттә йәшәгән халыҡтың үҙаңын юҡҡа сығарыу тора. Шундай дәүләттәрҙең тәжрибәһенән күренеүенсә, халыҡ сит телде үҙенеке кеүек ҡуллана башлағанын, үҙенекеләрҙе онотоп, үҙен сит тарихи эшмәкәрҙәр менән сағыштырғанын, үҙ туған әҙәбиәтенә ҡарағанда оккупанттарҙың әҙәбиәтен яҡшыраҡ белгәнен, сит тарих менән һоҡланыуын, үҙенә түгел, ситтәргә оҡшарға тырышыуын һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ...
Мин НАТО илдәре хөкүмәте тарафынан финансланған һәм хупланған эшмәкәрлектең эҙемтәләре хаҡында иҫкәртеүҙе үҙемдең бурысым тип һананым. Граждандар миңә ышана ала, әммә ышанырға бурыслы түгел. Бары тик минең иҫкәртеүҙәремә бик һуң, йәғни граждандар үҙҙәренең бер ҡатлылығы, яңылышыуы йәки өҫтән-мөҫтән генә хәл итеүе арҡаһында яһаған хаталарҙы төҙәтеү һуң булғас ҡына ҡолаҡ һалмаһындар ине. Әммә был хаталарҙы төҙәтеү ауыр буласаҡ, ә уларҙың ҡайһы берҙәрен, моғайын, бер ваҡытта ла төҙәтеү мөмкин булмаҫ. Кешеләрҙең үҙҙәре өсөн кемдер һайлаған юлды һайлауы - иң хәүефле яңылышлыҡ".
Ошо интервьюһынан һуң Милошевич "төрмәлә вафат була", Югославия тағы ла вағыраҡ өлөштәргә бүлгеләнә, сербтар үҙҙәренең милли үҙаңын юғалта...
Бөгөнгө ваҡиғалар ағышынан ҡарағанда инде, төрлө илдәрҙә, дәүләттәрҙә булған революцияларҙың, граждандар һуғышының бер үк сценарий буйынса ҡуйылғанын аңлауы ауыр түгел. Сценарий шул уҡ, актерҙары ғына төрлө...
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА