«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

БАШҠОРТОСТАН АВТОНОМИЯҺЫ -
башҡа милләттәргә үҙбилдәләнеш өлгөһө була

2014 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ы төҙөлөүгә 95 йыл тула. Билдәле булыуынса, 1919 йылдың 20 мартында Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте килешеү төҙөй. Килешеү буйынса "Бәләкәй Башҡортостан" сиктәрендә Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы (АБСР) барлыҡҡа килә (1922 йылда территориаль үҙгәрештәрҙән һуң атама Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (БАССР) тип үҙгәртелә). Был килешеү матбуғатта 1919 йылдың 23 мартында баҫылып сыға. Ошо көн рәсми рәүештә Башҡорт АССР-ының тыуған көнө тип һанала. Тарих фәндәре кандидаты Рәсих Батыр улы ЗӘЙТҮНОВ тарихтың ошо ҡатмарлы осоро менән таныштыра.

Автономия барлыҡҡа килеүҙең тәүшарттары

1917-1921 йылдар тарих фәне өсөн дә, киләһе быуындар өсөн дә бик фәһемле ваҡиғалар сығанағы булып тора. Башҡорт автономияһының барлыҡҡа килеүе илдә буталсыҡ барған осорға тура килә. Рәсәйҙә империя ҡолатыла, буржуаз власть та дәүләт менән идара итеүгә һәләтһеҙ була. Октябрь революцияһы менән башланып киткән Граждандар һуғышы башҡорт зыялыларын, идарасыларын милли үҙбилдәләнеш идеяһын ҡыйыуыраҡ күтәреүгә этәрә.
Автономияны төҙөүгә килтергән сәбәптәр революция, Граждандар һуғышы менән генә сикләнеп ҡалмай, уларҙың тамыры тарих төпкөлөнә барып тоташа. Башҡорттар Рәсәй составында йәшәү осоронда үҙ ерен, йәшәү рәүешен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәште бер ваҡытта ла туҡтатмай. XIX быуаттағы ихтилалдар шаңдауы тынғас, Башҡортостан биләмәләрендә башҡорттарҙың ерҙәрен һатып, тартып алыу буйынса "алтын биҙгәк" процесы башлана. Әйтергә кәрәк, XVIII быуат ихтилалдарының сәбәбе булып, аҫаба хоҡуҡтар өсөн көрәш тора. Сөнки заводтар төҙөү мал тотоу һәм сәсеү өсөн тәғәйенләнгән майҙандары алыу һәм үҙләштереү тигәнде аңлата. Ә XIX быуатта иҡтисадта яңы тенденция майҙанға сыға. Баҙар иҡтисады шарттарында, үҙәк Рәсәйҙең сәнәғәт төбәктәренән иҡтисади йәһәттән көслө крәҫтиәндәр дәүләттең ситенә күсенә башлай. Ил хөкүмәте был процессҡа ярҙам итә. Аграр иҡтисадтың традицион формалары һаҡланып ҡалған Башҡортостанға, хужалыҡтың яңы капиталистик элементтарға ҡаршы тороу ҡыйын була. Ике аграр цивилизация бәрелешә. Был милләт-ара ыҙғыштарға килтерә. XIX быуат аҙағында, бигерәк тә XX быуат башында башҡорт зыялылары, Дәүләт Думаһындағы мосолман депутаттары халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен күтәреп, ҡыйыу ғына сығыштар яһай. 1905-1907 йылғы революция ла үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай. Илдә башланған тетрәнеүҙәр күп милләттәрҙе, шул иҫәптән башҡорттарҙы ла уята. Башында Вәлиди, Йәғәфәров, Алкин, Мортазин кеүек кешеләрҙән торған 1917-1919 йылдарҙағы милли хәрәкәттең үҙәгендә лә халыҡ мәнфәғәттәре өсөн көрәш, ер һәм башҡа мәсьәләләр тора.
Төрлө тарихи осорҙарҙа Рәсәй дәүләте төрлө үҙгәрештәр кисерә. Рәсәй дәүләтендә урта быуаттарҙан алып XX быуат башына тиклем үҙәкләштереү процесы бара, дәүләт әүҙем рәүештә "ерҙәр йыя". Урал, Себер, Урта Азия, Аляска, башҡа ерҙәр Рәсәй составына ҡушыла. XX быуат башындағы сәйәси һәм иҡтисади үҙгәрештәр дәүләттә икенсе төрлө кәйефтәр барлыҡҡа килтерә. Рәсәй халыҡтарының милли үҙаңы күтәрелә, дәүләттең ҙур үҙгәрештәр алдында тороуы төҫмөрләнә башлай. Сираттағы тетрәнеүҙәр ваҡытында Рәсәй составында беренсе килешеү нигеҙендә төҙөлгән Башҡорт АССР-ы барлыҡҡа килә. Дәүләт системаһы үҙгәрештәр кисергән осорҙа барлыҡҡа килгән автономиялы республика - ул ысынлап та уникаль күренеш була. Башҡорт АССР-ы РСФСР составында төҙөлгән беренсе милли-территориаль берәмек булараҡ, башҡа милләттәргә үҙбилдәләнеш өлгөһө күрһәтә. Шуға күрә лә республиканы башҡа төбәктәрҙә "Төньяҡ йондоҙ" тип тә йөрөтәләр.

"Бәләкәй Башҡортостан" һәм Граждандар һуғышы

1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә милли-территориаль автономия ҡороу өсөн милли хәрәкәт башлана. 1917 йылдың июль-август айҙарында Ырымбурҙа I һәм II Бөтөн Башҡорт ҡоролтайы уҙа; был йыйындарҙа башҡорттар федератив Рәсәй составында "милли-территориаль демократик республика" төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. I Бөтөн Башҡорт ҡоролтайы Башҡорт Үҙәк Шураһын һайлай (II Ҡоролтай уны ҡабат һайлай). Үҙәк Шура Ырымбурҙа йыйыла һәм 1918-се йылдың ғинуарында үтәсәк Рәсәйҙең Ойоштороу йыйынына (Учредительное собрание) әҙерләнә башлай. Әммә пландарҙы Октябрь революцияһы боҙа. 1917 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт Үҙәк Шураһы Ырымбур, Пермь, Һамар, Өфө губернаһының өлөштәрен Рәсәй республикаһының автономлы өлөшө - Башҡортостан территориаль-милли автономияһы тип иғлан итә. Был ҡарар 1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтөн Башҡорт ҡоролтайында раҫлана. "Бәләкәй Башҡортостан" төшөнсәһе 1918 йылдың ғинуарында индерелә - был ваҡытта "Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында ҡанундар" тигән проект әҙерләнә.
1917 йылдағы Октябрь революцияһынан һуң башланып киткән Граждандар һуғышы Рәсәй тарихында ағай ҡустыһына ҡаршы сыҡҡан берҙән-бер ҡурҡыныс ҙур һуғыш була. Империализмды яҡлаусылар менән большевиктар, йәғни аҡтар менән ҡыҙылдар араһындағы һуғыш күп ҡорбандарға килтерә. Граждандар һуғышы башында башҡорттар аҡтар яғында көрәш алып бара. 1919 йылдың башына ҡәҙәр улар, Яйыҡ казактары менән бергә, Үҙәк Рәсәйҙә көс алған большевик идеологияһының Уралда таралыуына юл ҡуймай тора. Ләкин аҡтар етәкселегенең дәүләттең киләсәген милли территориаль берәмектәрһеҙ күреүен, башҡорттарға үҙ дәүләтселеген төҙөү хоҡуғы бирелмәйәсәген аңлау, большевиктар власының көсәйә башлауы башҡорт милли хәрәкәте етәкселеген килеп тыуған сәйәси көрсөктән сығыу юлдарын эҙләргә мәжбүр итә.
Колчак милли хөкүмәттәрҙе, автономияларҙы танымаясағы хаҡында әйтеп, ҙур стратегик хата эшләй. Шул арҡала күп фекерҙәштәрен юғалта. Һуңынан ул үҙ хатаһын аңлай, сәйәсәтен үҙгәртеп тә ҡарай. Башҡорттарҙың Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев етәкселегендәге бер өлөшөн үҙ яғына ауҙара ла хатта. Ләкин күпселек уны танымай. Шул ваҡыт башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың милли мәнфәғәттәренә ҡолаҡ һалһа, бәлки, Рәсәй ике өлөшкә бүленгән дә булыр ине. 1919 йылда Уралда сәйәси хәл ҡатмарлы һәм билдәһеҙ көйө ҡала килә. Башҡортостан фронт һыҙығында тороп ҡала, бында хәрби хәрәкәттәр киң ҡолас ала һәм ул дошманлашыусы ике яҡтың кеше һәм матди ресурстарҙы һурыусы төбәгенә әйләнә. Ошо шарттарҙа башҡорт милли хәрәкәтенең төп бурысы - хәрби көс һәм идараны һаҡлап ҡалыу була.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ яҙып алды.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.14 | Ҡаралған: 2307

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru