«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
көнауаз
+  - 

МУТЛЫҠ МЕНӘН...
муллыҡҡа өлгәшеп буламы?

"Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" әйтеме тәрбиәһе тәьҫирендә үҫкән беҙҙең быуын араһында балта-көрәк тота белмәгән ир-ат юҡ кимәлендә ине. Колхоз-совхоздар бөтөрөлөп, ауыл ерендә йүнле эш ҡалмағас, хәҙерге бала-саға етмеш түгел, ете һөнәр белеп үҫһә, шөкөр итергә генә ҡала әле ул.

Баҙар иҡтисады шарттарында, һәр эште тик профессионалдар башҡарырға тейеш, тигән ҡараш еңеп килә. Түләргә аҡсаң булһа, һиңә бесәнен дә, утынын да әҙерләп, өйөңә килтереп бирәләр. Был эштәрҙе элек, әлбиттә, ата-әсәнең балалары башҡара ине. Әммә хәҙер уларҙың күпселеге ауылға бесән сабышырға, утын әҙерләргә түгел, тик ял итергә генә ҡайта. Шулай итеп, шәхси хужалыҡтарҙа ла үҙ ҡулың менән эшләү иҡтисади яҡтан отошһоҙ тип иҫәпләнә. Мал-тыуар аҫрағансы, баҡса тотҡансы, магазиндан әҙер һөт, май, билмән, йәшелсә һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә, тип уйлағандар арта. Ҡалала йәшәүселәр араһында өйҙә туҡланмайынса, берәй ашханаға барып ашауҙы отошлораҡ күргәндәр барлыҡҡа килде. Өйҙә ремонтты үҙ ҡулдарың менән эшләгәнгә ҡарағанда, тейешле оҫталарҙы яллау еңелгә төшә, әлбиттә. Профессионалдар һәр эште лә дилетанттарҙан оҫтараҡ башҡара бит. Ошо юлдарҙы яҙҙым да, шикләнеп ҡуйҙым: бының хаҡ түгел икәненә көн һайын тиерлек шаһит булып торабыҙ ҙаһа. Йә тегендә, йә бында нимәлер емерелә, кемдер сифатһыҙ аҙыҡтан ағыулана, табиптарҙың хатаһы арҡаһында ауырыуҙар имгәнә. Ни өсөн профессионалдар үҙ эшен насар башҡара һуң? Бында Америка яҙыусыһы Джон Гарднерҙың "Һәр профессияла кешеләрҙең 85 проценты компетентлы түгел", тип әйткәне иҫкә төшә. Был күҙәтеүҙе тәбиғи закон тип тә ҡабул итәләр. Тимәк, был күренеш беҙҙең өсөн генә түгел, ә бөтә кешелек өсөн хас нәмә.
Кем ул профессиональ рәссам, яҙыусы, артист, журналист? Профессионал булыу өсөн тейешле уҡыу йортон тамамлап, диплом алыу ғына етәме? Быға һәр беребеҙ кире яуап бирер, моғайын. Диплом ҡатырғаһы көсөнә генә ышанып, бер нисә вуз тамамлап та, профессионалға әйләнмәгән замандаштарыбыҙ етерлек. Мәҫәлән, билдәле сәйәсмән Сергей Миронов ("Ғәҙел Рәсәй") биш вузды тамамлап, иҡтисадсы, инженер, юрист, философ һәм дәүләт идарасыһы дипломдары алған. Ысынлап та, кеҫәләге диплом күп ишектәрҙе аса, әммә профессионал итмәй. Вузды тамамлап та, тейешле эш урыны таба алмаған, йәки бөтөнләй икенсе эштә йөрөгәндәр менән донъя тулған. Шул уҡ ваҡытта тейешле белеме булмаһа ла юғары оҫталыҡҡа эйә булғандары ла осрап тора. Атаһының исемен дөрөҫ яҙа белмәгән бер танышым бала саҡтан техника менән булышып үҫте. Мәктәпте көс-хәлгә тамамлап, автосервис асып ебәрҙе. Хәҙер уға бөтә район кешеһе машинаһын ремонтлау өсөн сиратта тора, ул, һис шикһеҙ, үҙ эшенең "профессоры".
Йыш ҡына теге йәки был кешенең профессионал түгеллеген белә тороп та, уны эшкә алалар. Бер апайҙың хәҙерге ауыл, район хакимиәттәрендә ябай ғына документ әҙерләп тә бирә белмәгән булдыҡһыҙ белгестәр эшләүе тураһында әсенеп әйткәне хәтерҙә. Нишләп дилетанттар ғына түгел, ә тома наҙандар ошо "йылы урындарҙы" биләй һуң? Бер аҡыл эйәһенең "Наҙанлыҡ кешене берләштерә, профессионаллек - айыра", тип әйткәне дөрөҫкә сыға шикелле. Ысынлап та, компетентһыҙ етәксе өсөн наҙан белгестәр тотоу хәйерлерәктер. Улар үҙеңдең туған-тыумасаң булһа, тағы ла һәйбәтерәк. Бәлки, Гарднер законына ярашлы, эшләгәндәрҙең күпселеге дилетант булырға тейештер? Уларҙың тик 15 проценты ғына бөтә эште алып барһа, ошо етәлер? Арбаны профессионалдар тартһа, ҡалғандар уны этәрергә тейештер. Әммә был арбала ултырырға яратыусылар, хатта дилбегә менән сыбыртҡыға йәбешеүселәр күп шул. Бәлки, ошо күпселек арҡаһында беҙҙең арала көнсөллөк хөкөм итәлер ҙә? Һөнәрең булмағас, һөрән һалырға ҡалалыр. Эшлекһеҙҙе эшлекле ҡиәфәт тә ҡотҡармай шул.
Профессионаллекте үҫтереү маҡсатында ойошторолған төрлө ярыштарҙың иҫәбе-хисабы юҡ: быны иҫбатлау өсөн төрлө наградалар, приздар туплау хатта дәүләт кимәлендә рәсми хуплана башланы. Мәғариф етәкселәре уҡыусылар, уҡытыусыларҙы ошо бүләктәрҙән портфолио эшләргә мәжбүр итә. Берәй ойошмаға, кабинетҡа барып инһәң, стенала эленеп торған мисәтле маҡтау ҡағыҙҙарынан күҙҙәр ҡамаша. Был кешенең профессиональ кимәлен үҫтереү урынына, ошо "ҡағыҙҙар" йыйыу оҫталығын ғына арттырыуға булышлыҡ итәлер.
Был йәһәттән яңы үткән Олимпиада чемпиондары әйткән һүҙҙәрҙе килтерәм. Беҙҙең ике фигуристка Юлия Липницкая менән Аделина Сотникова, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, профессионал менән "һәүәҫкәрҙәр" араһындағы айырманы бик асыҡ билдәләне. Команда составында алтын миҙал алған Юлия "алты йәштән алып алтын миҙал аласағын" белеп йөрөүе тураһында, ә шәхси ярышта Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр алтын миҙалға лайыҡ булған Аделина иһә: "Мин көйәрмәндәр өсөн сығыш яһайым, кешегә оҡшарға тырышам",- тип әйтеп һалды. Ысынлап та, дилетанттар үҙ-ара ярышып, йыш ҡына ғәҙел булмаған ысулдар менән, төрлө титулдар яулап, йәмғиәт, үҙе алдында ошо "портфолио"һы менән генә "белгес" булып йөрөүҙе хуп күрә, ә профессионал үҙ эшендә тәбиғәт биргән һәләттәрен тулыһынса асырға ынтыла. Профессионал тип йөрөгән бәғзеләр тик башҡаларҙы ҡабатлау менән генә мәшғүл: күсермәнең төп нөсхәнән хөртөрәк икәне уның башына ла инеп сыҡмай. Юҡҡа ғына беҙ Сервантестың "Дон Кихот"ын, Пушкиндың "Евгений Онегин"ын ҡабат-ҡабат уҡымайбыҙ, Родендың, Рафаэлдың эштәре менә һоҡланмайбыҙ. Ғәбит Садиҡов та бушҡа ғына "Ҡалып шағирынан халыҡ шағиры сыҡмай", "Һәр яҙа белеүсе яҙыусы булмаҫ", тип әйтмәгән.
Профессионалдың Хоҙайҙан бирелгән һәләтен тик үҙ мәнфәғәтендә генә файҙаланыуы ла мөмкин. Был саҡта ул матди байлыҡ, исем, дәрәжә артынан ҡыуыу менән шөғөллөнә башлай, эшенең сифаты артҡы планға күсә бара. Был йәһәттән бөйөк Пабло Пикассоның яҙмышы фәһемле булып тора. Һәләтле рәссам бөтә тормошон дан һәм байлыҡ яулауға йүнәлтә. Ошоноң арҡаһында ул туғандарына, яҡындарына ла бәғерһеҙ була: уға бөтә ғүмерен бағышлаған атаһын күрә алмай, улы Клодҡа ла "Үлгәнең яҡшы булыр ине", тип әйтә. Ҡатындарына, улар тапҡан балаларына ла вәхшәтле була (туҡмай, кәмһетә), хатта уларҙың икәүһенең үлеменә сәбәпсе була. Дуҫтарын, ҡәләмдәштәрен күрә алмай, хаинлыҡ күрһәтә. Популярлыҡ яулау өсөн ул бер нәмәнән дә тартынмай: коммунистар партияһы сафына ла инә, үҙен антифашист итеп тә күрһәтеп маташа. Хоҙай биргән һәләтте тик үҙ мәнфәғәте өсөн файҙаланыуы уны яҡшыға килтермәй. "Кеше бәхетенә көнләшкән үҙ бәхетен дә юғалтыр", тигәндәй, нисек кенә ҡыланмаһын, уның әҫәрҙәре ул уҙып китергә тырышҡан Матисс, Веласкес, Рембрандтыҡы менән тиңләшә алмай. Тормошоноң һуңғы көндәрендә үҙен ҡараған ҡатынға өйләнеп, деградация хәленә төшөп үлеп китә...

Шулай итеп...
Һәләтен кеше, үҙ халҡы мәнфәғәте өсөн асырға тырышҡан, ошо маҡсатҡа хеҙмәт иткән шәхестәрҙең һәр эше - төҙөгән өйө булһынмы, яҙған әҫәреме - халыҡ күңелендә мәңгегә һаҡланасаҡ. Бәхеткә күрә, беҙҙең замандаштарыбыҙ араһында ла бындай профессионалдар етерлек. Йәш быуын сифат тамғаһы һуғыу менән кәкре эш тураймаған һымаҡ, түштә миҙал, кеҫәлә диплом йөрөтөү менән оҫтаға әйләнмәйһең икәнен улар өлгөһөндә күреп белергә тейеш.

Илдар ҒӘБИТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.14 | Ҡаралған: 1664

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru