АРАЛАШЫУ ЗАРУРЛЫҒЫ БАР
Май уртаһында баш ҡалала VI Бөтә Рәсәй "Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә" тип аталған ғилми конференция булып үтте. Быйыл сара "Сармат археологияһы һәм тарихы проблемалары" халыҡ-ара конференцияһы менән бергә ойошторолдо. Ике йылға бер үткәрелгән "Урал-Алтай" ғилми форумы 2003 йылдан алып ойошторола. Маҡсаты - төрлө йүнәлештәр буйынса шөғөлләнгән төркиәтсе ғалимдарҙың иғтибарын төрки халыҡтары телдәрен, әҙәбиәтен, фольклорын, тарихын, этнографияһын өйрәнеүгә йүнәлтеү, үҫеш юлдарын эҙләү. Ә "Сармат археологияһы һәм тарихы проблемалары" халыҡ-ара фәнни конференцияһы 1994 йылдан башлап, өс йылға бер үткәрелә. Башҡортостанда археолог-сарматсылар беренсе тапҡыр йыйылды. Сараға йыйылған ҡунаҡтар менән бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләшеп алдыҡ.
Имаш ГАДЖИЕВ, Әзербайжан республикаһы: Башҡортостанға икенсе тапҡыр килеүем. Былтыр Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың юбилейына арналған ошо уҡ конференцияла ҡатнашҡайным. Өфөгә саҡырыуҙары, йылы ҡаршы алыуҙары өсөн рәхмәтемде белдерәм. Тәү килеүемдән үк Башҡортостан хаҡында яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалды. Ни тиһәң дә, ҡасандыр бер дәүләттә йәшәгәнебеҙҙе лә оноторға ярамай. Ул ваҡытта ниндәйҙер кимәлдә булһа ла бер-беребеҙҙең мәҙәниәтен, тарихын өйрәнә инек. Бигерәк тә туғандаш төрки телле халыҡтар менән тығыҙ аралаша инек. Бөгөн был өлкәлә проблемалар күҙәтелә, әлбиттә, аралашыуҙар һирәгәйҙе, тип әйтмәксемен.
Был килеүемдә лә республикағыҙҙың билдәле урындары буйлап экскурсиялар ойошторолдо. Бер ауылда (Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы - ред.) мәсет асыуҙа ҡатнаштыҡ. Халыҡ менән аралашҡанда, урындағы йолаларҙы күҙәткәндә, "Беҙ ошо халыҡ менән туғандашбыҙ", тигән уйҙар күңелде йылытты. Уртаҡ тамырҙарыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ өйрәнергә кәрәк, тигән уйҙар ялмап алды. Ни тиһәң дә, совет осоронда беҙ бер-беребеҙҙе бер яҡлыраҡ ҡына өйрәнә инек. Ә хәҙер бөтөнләй башҡа аспекттарға иғтибар бүленә һәм улар туғанлыҡ ептәрен нығытыр, тип ышанғы килә.
Тағы шул. Исмәт Бинәрҙең Төркиәлә башҡорт теле дәреслеге яҙып, шуның буйынса студенттарҙы уҡытыуы, һис шикһеҙ, яҡшы күренеш. Әзербайжанда ла башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһен күтәрергә ваҡыт еткәндер. Был үҙ-ара бәйләнеште, бер-беребеҙҙе өйрәнеү даирәһен киңәйтер ине. Сөнки тел аша мәҙәниәт тә, йолалар ҙа өйрәнелә. Әзербайжандан әлеге конференцияға тел белгестәре килгәне юҡ. Киләсәктә ундай сараға мотлаҡ тел белгестәрен дә алып килергә кәрәк, тип уйлайым.
Леонид ЯБЛОНСКИЙ, тарих фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы археология институты "Сармат археологияһы һәм тарихы" фәнни конференцияһының халыҡ-ара ойоштороу комитеты рәйесе: Сармат белгестәренең ғилми конференцияһын үткәреү урыны итеп Өфөнөң һайланыуы юҡҡа түгел. Башҡортостан археологтары элек-электән үҙҙәренең эштәре менән абруй ҡаҙанған кешеләр. Улар совет осоронда ла, бөгөнгө көндә лә археология фәнен үҫтереүгә теоретик яҡтан да, практик яҡтан да күп ыңғай күренештәр индерҙе һәм индереүен дауам итә. Уларҙың асыштары Рәсәй, донъя археологияһында мөһим урын алып тора.
Сарматтар тарихы буйынса конференцияға килгәндә, ул ҙур фәнни әһәмиәткә эйә. Был археолог-сарматсыларҙың төп форумы, донъяның төрлө өлөштәренән килгән ғалимдарҙың докладтары, ойошторолған дискуссиялар фәндең, йүнәлештең артабан үҫеүенә яҡшы этәргес буласаҡ. Сарматтар Евразия далаларында оҙаҡ йылдар йәшәгән күсмә халыҡ. Уларҙың мәҙәниәте 1500 йылды үҙ эсенә ала. Шулай уҡ уларҙың башҡа халыҡтарға сәйәси йоғонтолары ла көслө булған. Башҡортостандың археология музейында ла ошо мәҙәниәткә ҡараған һәм Башҡортостан ғалимдары тарафынан табылған сармат боландар һаҡлана бит. Юғары оҫталыҡ менән бер нисә быуат элек башҡарылған был эштәр Эрмитаж музейы күргәҙмәләре сигендә бик күп илдәрҙе урап сыҡты һәм бөгөнгө көндө лайыҡлы рәүештә кешелектең мәҙәни мираҫының бер өлөшөн тәшкил итә.
Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|