«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
һай! һай! һай!
+  - 

ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ...
Өфө йылғаһы буйы башҡорттары

Яҙғы сәсеү осоро тамамланып, трактор тауышы һабантурғайҙың моңло һайрауы менән алмашынған мәлдә Башҡортостандың бөтөн төбәктәрендә гөрләп үткән һабантуйҙарға Өфө йылғаһы буйы башҡорттары ла ҡушылды. Балаҡатай районының Билән ауылы эргәһендәге киң аҡланға Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарынан, Силәбе һәм Свердловск өлкәһенән Өфө йылғаһы буйында йәшәүсе ҡәрҙәштәр йыйылды.

"Өфө йылғаһы буйы башҡорттары" төбәк-ара фольклор байрамы быйыл икенсе тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ араһында киң танылыу яулап өлгөрҙө. Быны ул көндө Билән ауылы яғына табан төрлө тарафтарҙан ағылған кешенең күплеге иҫбатланы. Ғаиләләре менән ял итергә, милләттәштәре, ырыуҙаштары менән күрешергә килеүселәрҙең әүҙемлеге хатта ойоштороусылар өсөн дә көтөлмәгән ҡыуаныс булды. Билән ауылының яланы был көндө боронғо башҡорт йәйләүен хәтерләтә ине: теҙелеп киткән тирмәләр эргәһендә ҡунаҡтарҙы башҡорт милли аштары менән һыйланырға тәҡдим итеп, өлтөрәп йөрөгән уңған хужабикәләр, ете быуынын белеү менән ғорурланыуҙан бигерәк, өҙөлгән туғанлыҡ ептәренең осона сығыу ниәтендә төҙөлгән шәжәрәләре менән ихлас таныштырыусылар ҡаршы алды. Башҡорт йыйыны булғас, көрәшһеҙ, уйындарһыҙ ҙа булмай. Тирмәләрҙән бер яҡ ситтә аҫыл ир-уҙамандар көс һынашты, отҡорҙар һәм состар бөтөн традицион ярыштарҙа ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәр отто. Байрам сәхнәһендә райондың ғына түгел, Үрге Өфәләй, Нязепетровск, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларынан, Арыҫлан, Өфө-Шөғөр, Шөкөр ауылдарынан алыҫ араларҙы яҡынайтып килеүсе музыкаль коллективтар сығыш яһаны. Күркәм башҡорт фольклоры байрамы тамашасыларына Балаҡатай районы хакимиәт башлығының социаль һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Мәсғүт Миниғәлин, район Советы рәйесе Нәғим Ҡәйүмов, "Урал" хәйриә фонды вәкиле Ришат Зәйнәғәбдинов, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ағзаһы Гөлфиә Янбаева, Свердловск өлкә башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Фәймә Йосопова, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск районы муниципаль округы хәкимиәте башлығы Роман Родионов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Йыйын яҡташтарҙы осраштырыу ғына түгел, ә битараф булмаған милләттәштәрҙең ошо төбәктә хәл ителергә тейеш көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышыуын да маҡсат иткәйне. Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Илфат Ғәлләмов, БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының этнология бүлеге мөдире Юлдаш Йосопов, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Әсләм Арыҫланов, райондың Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары "Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү: ысулдар һәм технологиялар" темаһына арналған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашты. Уның барышында Өфө йылғаһы ярына яҡын урынлашҡан ер-һыу, торама пункт атамаларының боронғо яҙылышын тергеҙеү, башҡортса һәм русса дөрөҫ варианттарын ҡулланылышҡа индереү, Билән ауылына тиклем асфальт юл һалдырыу мәсьәләләре күтәрелде.
-Балаҡатай районында йәшәүсе халыҡтың яртыһы - башҡорттар. Был ерҙәр уларҙың аҫаба биләмәһе, бөтөн ер-һыу, торама пункттарға атаманы башҡорттар ҡушҡан. Тик Рәсәй хөкүмәте тарафынан үткәрелгән тәүге халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында улар руссаға дөрөҫ тәржемә ителмәгән һәм шунан үҙгәрештәр башланған, - тип һөйләне Әсләм Арыҫланов. - Мәҫәлән, "Балаҡатай" һүҙен генә алғанда ла, уның русса яңғырашы "Белокатай" булырға тейеш түгел. Ҡатай ырыуы төрлө тармаҡтарға бүленһә лә, аҡ ҡатайҙар юҡ. Әле матур йыйын үткәрелгән Билән ауылы ла руссаға дөрөҫ тәржемә ителмәй. Башҡортса ике тау араһындағы тәпәшерәк ер мәғәнәһен аңлатҡан һүҙ рус теленә "Белянка" тип ауҙарылып, бөтөнләй икенсе төшөнсәне - "шайтан күбәләген" аңлата. Иң мөһиме, Өфө йылғаһын "Ҡариҙел" тип йөрөтөп яңылышабыҙ. "Ҡариҙел" тип башҡорттар борон-борондан Кама йылғаһын атаған. Тарихыбыҙ, телебеҙ киләсәк быуынға түкмәй-сәсмәй барып етеүен теләһәк, ата-бабаларыбыҙ биргән ер-һыу, ауыл, район атамаларын да кире ҡайтарырға, дөрөҫ тәржемә итергә бурыслыбыҙ. Бынан тыш, Билән ауылы халҡы асфальт юл һалыныуын күптән көтә. Балаҡатай, Билән, Перевоз ауылдарын тоташтырған юл яҡшыртылғанда, Свердловск өлкәһенә тура сығып йөрөргә булыр ине.
Күтәрелгән был мәсьәләләр буйынса ниндәйҙер резолюциялар ҡабул ителмәне, әлбиттә. Ә шулай ҙа ҡатнашыусылар уларҙың ыңғай хәл ителеренә, шулай уҡ "Өфө йылғаһы буйы башҡорттары" төбәк-ара фольклор байрамы киләсәктә Рәсәй Федерацияһының төрлө өлкәләре сиктәрендә бүленеп ҡалған милләттәштәр араһында бәйләнеш ептәрен тергеҙерлек, башҡорттарҙы ойошторорлоҡ республика сараһы кимәленә күтәрелер, тигән ышаныс белдерҙе.

Камила ҒӘЛИЕВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.14 | Ҡаралған: 1825

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru