«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
афарин!
+  - 

ЯҠШЫЛЫҠ БУЛҺЫН АТЫҒЫҘ...
йәки "Урал батыр" эпосының башҡорт асылын булдырғаны

Сәсән булған ерҙә һүҙ ҡала, ти халыҡ аҡылы. Ошо көндәрҙә, ниһайәт, республика райондары буйлап сәйәхәт итеп, киренән Бөрйән районына әйләнеп ҡайтыусы "Урал батыр" эпосын башҡарыусы балаларҙың республика ярышынан һуң ниндәй һүҙ ҡалыуын үҙ ҡолағыбыҙ менән ишетеп, һеҙгә лә еткерергә булдыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.

Ун алтынсы тапҡыр уҙғарылған ярышта республиканың 40 районынан һәм 9 ҡалаһынан килгән ике йөҙҙән ашыу уҡыусы сәсәнлек, актерлыҡ оҫталыҡтарын, йыр-бейеүгә маһирлығын яңғыҙ һәм команда сығыштарында һынаны. Белгестәр әйтеүенсә, һәр конкурс ваҡыт уҙыу менән үҙенән-үҙе көрсөккә килеп терәлә. Ул осраҡта яңы юлдар эҙләмәйенсә сара ҡалмай. Әммә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы балаларҙың республика бәйгеһе, гүйә, Йәншишмә һыуына ҡойонғанмы ни! Ун алтынсы тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, әле лә ҡатнашыусыларҙы, жюри ағзаларын һәм тамашасыларҙы хайран итеүенән туҡтамай.
- Уҡыусылар йыл дауамында ашҡынып көтөп алған сара быйыл да бағланған өмөттәрҙе аҡланы, - тип, үҙ фекерҙәре менән бүлеште БР мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева. - Инаныуымса, "Урал батыр" эпосын тулыһынса ятлаған балалар туған теленә, тыуған иленә, үҙҙәрен уратып алған донъяға ҡараштарын ошо эпос аша формалаштыра, улар битараф була алмай. Ун алты йыл эсендә был конкурста биш меңгә яҡын бала ҡатнашҡан, бөгөнгө көндә 6 йәшлек ҡыҙ эпостың 3500 юлын ятлаған һәм был конкурсҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта бара икән, тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө, тип әйтергә мөмкин...
Әйткәндәй, Учалы районы Байрамғол ауылынан килеүсе иң кескәй ҡатнашыусы - алты йәшлек Ләйсән Золотарева конкурсҡа бер йыл эсендә әҙерләнгән. Тырыш ҡыҙыҡайға башта өләсәһе, һуңынан атаһы Ирек Әсҡәт улы эпосты ятларға ярҙам итә. Хәҙер Ләйсән үҙе лә уҡырға өйрәнгән: "Урал батыр"ҙы үҙем уҡып ятлап бөтәсәкмен. Миңә уны иҫтә ҡалдырыуы ауыр түгел. Конкурс бик оҡшаны, күп малайҙар-ҡыҙҙар менән таныштым, үҙем кеүек бәләкәс ҡыҙыҡай менән дуҫлашып алдыҡ", - тип һөйләй ҡыҙ. Бәләкәйҙәр төркөмөндә көс һынашҡан Ләйсән әлегә мәктәп уҡыусыһы булмағанға күрә, төп призға дәғүә итә алманы, әммә уның сығышын күҙәткән һәр кемде ул шиғри юлдарҙы шартлатып һөйләүе менән генә түгел, дәртле бейеүҙәре менән дә һөйөндөрҙө.
Иң йәш сәсәндәр араһында беренсе урынды Республика башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Фәрүәз Әлибаев һәм Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Хәйбуллина бүлеште. Өлкәндәр төркөмөндә ярышыусылар араһында иң юғары һөҙөмтәгә Йылайыр районынан Снежана Асаинова һәм Учалы районынан Зарина Әминева өлгәште. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XVI республика конкурсы еңеүсеһе тип Салауат районы Әлкә урта мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Илнар Зарипов танылды. Илнар сәхнәнән килеп төшөү менән журналистар уны ҡотларға, тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынырға ашыҡты.
- Мин 6-сы синыфта уҡыған сағымда "Урал батыр" эпосының 500 юлын башлап ятлағайным, - тип һөйләне Гран-при яулаусы егет. - Йылдан-йыл уҡытыусым Гөлсөм Имамова етәкселегендә оҫталығымды арттыра барып, быйыл тәүге тапҡыр республика кимәлендә сығыш яһаным. Конкурстан һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсиянан алған тәьҫораттар әйтеп бөткөһөҙ! Һығымта яһап шуны билдәләр инем, "Урал батыр" эпосының һәр юлында халҡыбыҙҙың тарихы, ғөрөф-ғәҙәте, тәрбиәһе сағылған. Әгәр һәр башҡорт балаһы уны бәләкәй сағында уҡып сыҡһа, өйҙә ул иң кәрәкле китап һаналһа, киләсәк быуын өсөн борсолмаҫҡа мөмкин.
Илнар менән һөйләшкәндән һуң, бер олоно, бер кесене тыңла, тигән аҡылға таянып, баһалама комиссияһы ағзаларынан конкурсҡа һығымталар яһауҙарын үтендек.
- Бөгөн беҙҙең был майҙан киләсәккә байҡау яһаусы старт. Алдағы көндәрҙә лә беҙҙә ошондай ҡыуаныслы майҙандар, дуҫтар майҙаны ғына йыйылыуын теләйем, - тип башланы һүҙен жюри рәйесе, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов. - Быйылғы конкурстан шәхсән үҙем өсөн шундай күренеш иҫтә ҡалырлыҡ булды: әлшәйҙәр сығыш яһаған ваҡытта "Барығыҙ ҙа бейергә төшөгөҙ!" тип саҡырыу ташлағайны, балалар уларға дәррәү ҡушылды. Бейеү - ул бер үк хәрәкәтте берҙәм ҡабатлау икәнен беләбеҙ. Тимәк, балаларыбыҙ бөтәһе бер төптән ҡуҙғала ала һәм был халҡыбыҙҙың берҙәмлеге сағылышы булды...
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире, жюри ағзаһы Салауат Кәримов тел, мәҙәниәт, рух байрамы булараҡ үткәрелергә тейеш конкурсты тағы ла йөкмәткелерәк итеп уҙғарыу зарур булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйылғы саранан һәр кем үҙенсә һығымталар яһауға ҡарамаҫтан, барыһы өсөн дә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы балалар конкурсы Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә үткәрелеп, бер-нисә йыл сәйәхәт иткәндән һуң, һәр ваҡыт Бөрйән еренә әйләнеп ҡайтасағын белеү иң мөһим яңылыҡ булды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Урал батырҙың халыҡҡа ҡарап өндәшкәндә: "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ" - тигән һүҙҙәре мәңгелеккә башҡорт халҡының менталитетын формалаштырған кеүек. Бөгөн башҡорт милләтенең ҡунаҡсыл, толерант, тыныс холоҡло булыуы борон-борон заманда аманат итеп әйтелгән һүҙҙәргә тоғро ҡалыуынан киләлер. Балаларыбыҙ ҙа ошо эпостағы аҡылды, тарихты, кәңәштәрҙе бәләкәйҙән күңелдәренә һеңдереп үҫһә, дошман күҙен ҡыҙҙырып балҡып ятыр бағ булған еребеҙ, илебеҙ ышаныслы ҡулдарға ҡалырына шик юҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.14 | Ҡаралған: 1714

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru